Ваҡ ала тумыртҡа
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Ваҡ ала тумыртҡа | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
![]() Ата ҡош | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ареал | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
![]() | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Ваҡ ала тумыртҡа, ваҡ сыбар тумыртҡа, кескәй тумыртҡа, ҡыҙыл ала тумыртҡа (лат. Picoides minor, синоним лат. Dendrocopos minor, рус. малый пестрый дятел)— оҙон үткер суҡышы менән ағасты соҡоп тапҡан ем менән туҡлана торған урман ҡошо[1].
Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк, һырты арҡыры аҡ һыҙыҡтар менән сыбарланған ҡара төҫтә. Ата ҡоштоң башы аҡ биҙәкле ҡыҙыл төҫтә, инәһенеке — һары. Башҡа ала тумыртҡаларҙан. Байтаҡ бәләкәй булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «ки-к и-к и».
Урмандарҙа йәшәй. Ағас бөжәктәре һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. 5—9 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — ИБ 3478 28.693.35 И 90
- Дементьев Г. П., Гладков Н. А. Птицы Советского Союза — Советская наука, 1951. — Т. 1. — 652 б.
- Рябицев В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель — Екатеринбург: Изд-во Уральского университета, 2001. — 608 б. — ISBN 5-7525-0825-8.
![]() |
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |