Эстәлеккә күсергә

Вегетатив хәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вегетатив хәл
Медицина тармағы неврология[d]

Вегетатив хәл, йәки вегетатив тормош (лат. vegetatio — тулҡынланыу, лат. vegetativus (вегетатив хәл — үҫемлек) —— баш мейеһе ярымшарҙарының ҙур зарарланыуы арҡаһында үҙ аллы психик эшмәкәрлектең юҡлығы (декортикация), әммә диэнцефаль өлкә һәм баш мейеһе һабағының вегетатив һәм хәрәкәт рефлекстарын һаҡлап эшләүе. АҠШ--та ғына 35 000-дән ашыу кеше, шул иҫәптән 10 000 бала вегетатив хәлдә[1].

Баш мейеһенең төрлө диффуз зарарланыуҙары ваҡытлыса вегетатив хәл менән бергә булыуы мөмкин. Ул 4 аҙнанан ашыу дауам итһә, даими тип билдәләнә ала. Был хәл суицидҡа уңышһыҙ ынтылыш эҙемтәһе булыуы мөмкин. Даими вегетатив хәлдең иң йыш осраған сәбәптәре булып баш һөйәге-мейе йәрәхәте йәки глобаль аноксия (кислородһыҙлыҡ) тора (мәҫәлән, йөрәк туҡтағанда йәки аҫылынғанда). СССР Һаулыҡ Һаҡлау Министрлығының 1987 йылдың 17 февралендәге 236-сы бойороғо вегетатив хәлдә булған ауырыуҙарҙың хоҡуҡи статусын түбәндәгесә регламентлай[2]:

Баш мейеһенең юғары бүлектәренең ҡайтарып булмаҫ зыян күреүенә, аңдың ҡайтарып булмаҫ боҙолоуына йәки юғалыуына ҡарамаҫтан, ауырыу — тере организм, уның хоҡуҡтары һәм дауалаған табиптарҙың бурыстары менән бәйле бөтә эҙемтәләр ҙә шунан сыға.

Әгәр вегетатив хәл алты айҙан ашыу дауам итһә, ауырыуҙарҙың бик аҙ өлөшө генә аңын өлөшләтә тергеҙә ала. Өлкән йәштәге пациенттарҙың 50 процентында мейе травмаһынан һуң тәүге алты ай дауамында аң ҡайта һәм, ғәҙәттә, мейе эшмәкәрлегенең даими боҙолоуы менән оҙатыла, был инвалидлыҡҡа килтерә. Ярты йылдан һуң һауығыу мөмкинлеге яйлап кәмей. Дауаханала йөрәк тотҡарланыуы килеп сыҡһа, баш мейеһе аноксияһы менән ауырығандарҙың 10-15 проценты ғына аңына килә, ә дауахананан ситтә йөрәк тотҡарланыуы менән ауырығандарҙың 5 проценты ғына аңына килә. Балаларҙың 60%-ы самаһы мейе йәрәхәтләнгәндән һуң тәүге йыл эсендә аңына килә; әммә мейе аноксик йәрәхәтләнгәндән һуң прогноз ололарҙыҡынан бер ҙә айырылмай. Ярты йылдан һуң аңына килгән ауырыуҙарҙың аҙ һанлыһы ғына үҙ-үҙен ҡарарға һәләтле. Һуңғы ваҡытта баш мейеһен транскраниаль мейе стимуляцияһы (ТКС) ысулы менән дауалау ҡарала. Уның ярҙамында һауығыу күрһәткестәре байтаҡҡа юғары булыр тип көтөлә. 10 йылдан ашыу вегетатив хәлдә булған фалиж һуҡҡан пациенттың функциональ МРТ ярҙамында аңлы эшмәкәрлек билдәләре асыҡланған билдәле осраҡ бар: пациент табиптарҙың һорауҙарын ишеткән һәм мейеһенең төрлө өлөштәренең эшмәкәрлеген «көйләү» юлы менән яуап бирергә тырышҡан[3].

Дауалау һөҙөмтә бирмәй. Ноотроптар, витаминдар инъекциялар ҡулланырға мөмкин. Тотороҡло этапта функцияларын тергеҙеү өсөн, антихолинэстераза препараттар, психостимуляторҙар, һәм мемантин ҡулланырға мөмкин.

  1. Мэйес, Кеннет. Вегетативное состояние. Справочник MSD. Дата обращения: 1 июнь 2024. Архивировано 1 июнь 2024 года.
  2. Приказ Минздрава СССР от 17.02.1987 № 236, МЕТОДИЧЕСКИЕ УКАЗАНИЯ И ПОЯСНЕНИЯ ПО КОНСТАТАЦИИ СМЕРТИ НА ОСНОВАНИИ СМЕРТИ МОЗГА. Дата обращения: 26 апрель 2016. Архивировано из оригинала 21 апрель 2017 года.
  3. BBC News - Vegetative patient Scott Routley says 'I'm not in pain'. Дата обращения: 18 февраль 2013. Архивировано 25 февраль 2013 года.
  • Аңдың насарайыуы .
  • Апаллик синдром
  • Бикләнгән синдром
  • Мутизм
  • Кома
  • Мейе үлеме
  • Скиаво, Терри
  • Шаньбанг, Аруна