Вейверите София Мотиевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вейверите София Мотиевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Литва
Тыуған көнө 13 апрель 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Каунасское районное самоуправление[d], Литва
Вафат булған көнө 23 июль 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Вильнюс, Литва
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Вильнюс сәнғәт академияһы[d]
Жанр портрет[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены СССР дәүләт премияһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

София Мотиевна Вейверите (13 октябрь 1926 йыл, Каунас янындағы Науятриобяй ауылы, Литва — 23 февраль 2009 йыл, Вильнюс) — рәссам, һынлы сәнғәт профессоры; Литва ССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1974), Литва ССР-ының халыҡ рәссамы (1976); СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981), Литва ССР-ының Дәүләт премияһы лауреаты (1974).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каунас гимназияһы уҡыусыһы. Каунас биҙәү-ҡулланма сәнғәте институтын тамамлай, унда Ушинскас Стасис етәкселегендә монументаль сәнғәтте өйрәнә. 1957 йылда Литва ССР-ы Рәссамдар союзына ҡабул ителә.

1948 йылда уҡ, уҡыуын тамамлағанға тиклем, Каунас ҡалаһы сәнғәт институтына һынлы сәнғәтте уҡытырға саҡырыла. 1952 йылдан Вильнюс Дәүләт сәнғәт институтында рәсемдән уҡыта, аҙаҡ нәфис текстиль бүлеген алып бара, ә 1968 йылдан фреска һәм мозаика курсын уҡыта. Республикала йәш фреска һынлы сәнғәте мәктәбе формалашыуына ҙур өлөш индерә. Һәр саҡ сюжетының эпик масштаблылығы, һүрәтләү алымдарының монументаллеге һәм лаконизмы менән үҙенә тартып торған, станокта башҡарылған ҙур полотнолар авторының монументаль сәнғәт бүлегендә уҡытыу эше, рәссамдың эске үҫешенең тәбиғи дауамы булып тора[1].

1978 йылдан рәссам станокта башҡарылған һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә. 1966 йылдан — доцент, 1982 йылдан — профессор.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фрескасы. Монументаль, баҙыҡ, ҙур масштаблы, күп функциялы дизайн әҫәрҙәре авторы. Портретсы, уның эштәрендә боронғо оҫталарҙың (XVI—XVII быуаттар) йоғонтоһо сағыла, деталдәрҙә ренессанс һәм барокко портреттарына оҡшатып стилләштереү күҙәтелә.

Уның байтаҡ эштәре Третьяков галереяһында һәм Пушкин исемендәге һынлы сәнғәт музейында, София милли галереяһында (Болгария), Литва театр, музыка һәм кино музейында һәм Литваның башҡа музейҙарында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Һайланма хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. «Ял» (1965)

2. «Ҡорос» (1969)

3. «Аугустинас Савицкас портреты» (1968)

4. «Беҙҙең хирургтар» (1974)

5. «Ҡыҙ портреты» (1990)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. 1971 — Мәскәүҙә Бөтә Союз художество күргәҙмәһе премияһы.

2. 1972 — Балтик биенналеһының беренсе премияһы.

3. 1976 — Литва ССР-ының халыҡ рәссамы.

4. 1974 — Литва ССР-ының атҡаҙанған рәссамы.

5. 1974 — Литва ССР-ының дәүләт премияһы.

6. 1976 — Литва ССР-ының халыҡ рәссамы.

7.* 1981 — СССР Дәүләт премияһы .

8. 1981 — СССР художество академияһының «Йәш ғаилә» картинаһы өсөн көмөш миҙалы.

9. 1981 — Балтик буйының беренсе өс йыллыҡ премияһы.

10. 1984 — Югославияның халыҡ-ара китап биенналеһы (Тузла).

11. 1986 — «Халыҡтар дуҫлығы» ордены.

12. 1996 — Бөйөк Литва кенәзе Гядиминас Орденының Командор тәреһе.

13. 2004 — Эстон Аҡ йондоҙ ордены 5 класс.

14. 2006 — Һүрәттәр конкурсында 1-се премия.

15. 2006 — П. Александравичюс премияһы.

16. 2009 — Литваның мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Литва Хөкүмәте премияһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]