Вена университеты
Вена университеты | |
Исеме |
Universität Wien |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
University of Vienna |
Асылған йылы | |
Тип |
дәүләт |
Ректор |
Себастьян Шютце |
Студенттар |
91 900 |
Бакалавриат |
79 300 |
Магистратура |
12 600 |
Урынлашыуы | |
Сайт |
Вена университеты (нем. Universität Wien, лат. Alma Mater Rudolphina Vindobonensis) — Австрияның Вена ҡалаһындағы дәүләт университеты. 1365 йылда нигеҙләнгән, Вена университеты Европаның иң боронғо университеттарының береһе. Университетта яҡынса 92 000 студент[1] белем ала, студенттар һаны буйынса ул иң эре вуз. Университетта студенттарға 130-ҙан ашыу белем биреү программаһы тәҡдим ителә. Студенттар араһында киң таралған рәсми булмаған атамаһы — Хауптуни (нем. Hauptuni — Баш университет). 331 университет-партнерҙың 311-е менән Вена университеты студенттарҙы алыштырыу программаһы буйынса хеҙмәттәшлек итә (ERASMUS/SOKRATES). 130 илдән студенттар университетта тәҡдим ителгән 10000 лекцияға йөрөй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вена университетына 1365 йылдың 12 мартында герцог Рудольф IV һәм уның ағалары Альбрехт III һәм Леопольд III нигеҙ һала. Alma Mater Rudolphina атамаһын университет үҙенең нигеҙ һалыусыһы ярҙамында ала. Прагалағы Карл университетынан һәм Краковтағы Ягеллон университетынан ҡала Вена университеты Үҙәк Европала өсөнсө иң боронғо уҡыу йорто, ә немец телле киңлегендә иң боронғоһо иҫәпләнә.
Университет тулы ҡеүәтендә эшләп китһен өсөн яҡынса егерме йыл кәрәк була. Бының өсөн герцог Альбрехт III Сорбоннанан Венаға профессор-уҡытыусылар составын саҡыра, шулай уҡ теология факультеты асыу өсөн католик сиркәү ярҙамына таянырға һүҙ бирә. Һөҙөмтәлә, 1385 йылда университеттың беренсе бинаһы асыла..
Урта быуат аҙағына тиклем университет даими үҫә һәм 1450 йылда унда яҡынса 6 000 студент уҡый. Венаны төрөктәр баҫып алыуы бер нисә ун йыллыҡтан һуң университететтың тулыһынса тиерлек юҡҡа сығыуына килтерә: XVI быуаттың ҡайһы бер осорҙарында яҡынса 30 студент белем ала. Университет Мария Терезия һәм Иосиф II ваҡытында 1749 йылда ғына үҙгәртеп ҡорола.
1897 йылда уҡыу процесына беренсе тапҡыр ҡатын-кыҙҙарҙы ла йәлеп итә башлаҙар, быныһы ла тик философия факультетында ғына була. Ҡалған факультеттар гүзәл заттар өсөн ишектәрен һуңыраҡ аса: 1900 йылда медицина факультетында, 1919 йылда юридик, 1923 йылда протестант-теология факультетында һәм, аҙаҡ килеп, 1946 йылда католик-теология факультетында. 1905 йылда Элизе Рихтер беренсе булып университет тарихында фән докторы дәрәжәһен ала.
Урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуатта университет Штубенфиртель (нем. Stubenviertel)тип йөрөтөлгән Венаның беренсе эске районында урынлаша. Университеттың Рингштрасселағы заманса төп бинаһы 1877—1884 йылдарҙа архитектор Генрих фон Ферстель проекты буйынса төҙөлә.
Хәҙерге ваҡытта төп бинала ректорат, күпселек деканаттар, университеттең төп китапханаһы, шулай уҡ ҡайһы бер институттар урынлашҡан. Башҡа институттар һәм кафедралар Венаның 60 пунктында. Төп корпустан йыраҡ түгел, элекке Вена ҡала госпитале бинаһында капмус урынлашҡан.
Факультеттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биология факультеты
- География факультеты
- Тарих факультеты
- Католик факультеты
- Математика факультеты
- Протестант факультеты
- Психология факультеты
- Социология факультеты
- Иҫәп-хисап техникаһы һәм информатика факультеты
- Сит телдәр һәм тәржемә факультеты
- Молекуляр биология факультеты
- Спорт фәндәре факультеты
- Филология факультеты
- Философия факультеты
- Физика факультеты
- Химия факультеты
- Иҡтисад факультеты
- Юридик факультеты
Вена университеты студенттарға өйрәнеү өсөн тәдим итә:
- Бакалаврҙың 54 программаһы
- Мастерҙың 112 программаһы
- Доктораттың 11 программаһы
Билдәле уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вена университеты австрия иҡтисад мәктәбенең бишеге иҫәпләнә, уныҫ вәкилдәре тәүҙә белем алып, һуңынан ошо университетта уҡыталар. Улар араһында Карл Менгер, Эйген фон Бем-Баверк, Фридрих фон Визер, Людвиг фон Мизес, Фридрих фон Хайек, Йозеф Шумпетер.
Вена университетында 1852 йылда Рудольф Айтельбергер етәкселегендә сәнғәт кафедраһы эшләй башлағас, Вена сәнғәт тарихы мәктәбе барлыҡҡа килә.
Нобель премияһы лауреаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡа билдәле сығарылыш уҡыусылары һәм студенттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Билдәле студенттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Ҡара шулай уҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Австрияла фән
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- www.univie.ac.at — Вена университетының рәсми сайты
- www.studentpoint.univie.ac.at 2017 йыл 13 июль архивланған. — Вена университетының студенттар порталы