Венгрияла туризм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
 Веспремдағы геройҙар ҡапҡаһы

Венгрия туризмы бай тарихы менән дан тота. 2002 йылда Венгрия, илде күрергә килеүселәр һаны буйынса, донъя кимәлендә ун өсөнсө урында тора.[1] 2004 һәм 2005 йылдарҙа туристарҙың һаны тағы 7 процентҡа арта.[2] Уларҙың 98 процентын европа илдәренән, бигерәк тә — Австрия, Германия , Словакия туристары тәшкил итә. Венгрияға сәйхәт итеү миҙгеле апрелдән октябргә тиклем дауам итә. Июль һәм август айҙарына туристик әүҙемлектең юғары нөктәһенә етеүе күҙәтелә. Туристар өсөн иң популяр урын булып Будапешт ҡалаһы тора.

Будапешт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Будапешт  үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡ Үҙәк Европа ҡалалары араһында популярлыҡ яулай. Ҡаланың иң күркәм иҫтәлекле урыны булып, Венгрия милли галереяһы, Будапешт тарихы музейы, Изге Матьяш сиркәүе,, Балыҡсылар бастионы, Шандор Һарайы һәм башҡа үҙенең музейҙары һәм архитектура һәйкәлдәре  менән танылған Буда ҡәлғәһе тора. Венгрия парламенты бинаһы һәм парк Варошлигет паркы ла ҙур популярлыҡ менән файҙалана.Ҡалала быларҙан башҡа ла  театр һәм музейҙар байтаҡ.[3] Буда ҡәлғәһе, Дунай ярҙары һәм Андраши Проспектын ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы тип ҡабул итә.

Венгрияла  1300 самаһы геотермаль һыу сығанаҡтары бар, улар, Рим Империяһы дәүеренән алып, релаксация һәм дауалау өсөн ҡулланыла. Римлеләр Дунай буйында б. э. т. I быуатта мунсалар төҙөп ҡуя.[4]  Будапештың үҙендә генә һыуының температураһы 21° алып 76 °C тиклем булған 118 термаль сығанаҡтан 30000 куб метрҙан ашыу минераль һыу сыға.  Төрлө тарихи дәүерҙәрҙә төҙөлгән Будапешт мунсалары кемуҙарҙан туристарға дауалау, массаж, спа-процедура буйынса үҙҙәренең хеҙмәтен  тәҡдим итә. [5][6]

Будапешт янында 200-гә яҡын мәмерйә бар, шуларҙың ҡайһы берҙәре  туристар өсөн дә асыҡ.[7] XX быуат башында табылған сталактитлы Палволги мәмерйәһе (Pálvölgy) ҡыҙыҡлы лабиринттары менән йәлеп итә. Ул  Буда армыттарындағы иң оҙон мәмерйәләр системаһын тәшкил итә.[8]  Минераль тоҙҙар менән ҡапланған Землохеги (Szemlohegy) мәмерйәһе таҙа һауаһы менән дан тота.[9] Ҡала ситендәге Матиас мәмерйәһе (Matyas),  төрлө үтеп сыҡҡыһыҙ ҡаршылыҡлы урындары булғанға күрә, экстремаль туризм һөйөүселәргә оҡшай.[10]

Төбәк туризмы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

айырыуса ҙур популярлыҡ менән файҙалана, Балатон — Үҙәк Европала иң иң ҙур сөсө һыулы күл. Венгрияла туризмында популярлыҡ буйынса икенсе урында тора. 1994 йылда унда 2.5 миллион турист килгән.[11][12] Төбәк туризмының башҡа йүнәлештәре булып, спа-курорт, әүҙем ял һәм иҫтәлекле мәҙәни ҡомартҡылар һанала.[13] Венгрияла яҡынса 400   кемпинг майҙансыҡтары булдырылған.[14] 2500 км ашыу велосипед юлдары һалынған.[15] Шулай уҡ балыҡ тотоу, ҡоштар артынан күҙәтеү,[16]  һыбай йөрөү һәм һунар итеү айырыуса ҙур популярлыҡ менән файҙалана. [17]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Hall Derek R. Tourism and Transition: Governance, Transformation and Development — CABI Publishing, 2004. — P. 74. — ISBN 0851997481.
  2. Lyman, Rick. Budapest Is Stealing Some of Prague’s Spotlight, The New York Times (3 сентябрь 2006). 24 май 2008 тикшерелгән.
  3. Bachmann, Helena. Beauty and the Feast, Time (18 март 2002). 24 май 2008 тикшерелгән.
  4. Schweizer, Kristen. Hungary: 'Mediterran' thermal spa water park, The Seattle Times (6 март 2004). 24 май 2008 тикшерелгән.
  5. Fallon Steve Budapest: Steaming Special Section on Thermal Baths — Lonely Planet, 2003. — P. 97. — ISBN 1864503564.
  6. Krezinger, Szonja. Your tour guide to Budapest, Metro World News (14 май 2008). 24 май 2008 тикшерелгән.
  7. Swanson, Brandon. Digging the way to a new market, The Prague Post (5 июнь 2006). 24 май 2008 тикшерелгән.
  8. Hebbert Charles The Rough Guide to Budapest — Rough Guides, 2002. — P. 66–67. — ISBN 1858288894.
  9. Hebbert Charles The Rough Guide to Budapest — Rough Guides, 2002. — P. 68. — ISBN 1858288894.
  10. Bowes, Gemma. 20 Urban adventures, The Guardian (26 февраль 2006). 24 май 2008 тикшерелгән.
  11. Lake Balaton. Encyclopædia Britannica. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 апрель 2012. 24 май 2008 тикшерелгән.
  12. Hall Derek Tourism and Sustainable Community Development — Routledge, 2003. — P. 39. — ISBN 0415309158.
  13. Boniface Brian G. Worldwide Destinations: The Geography of Travel and Tourism — Butterworth-Heinemann, 2005. — P. 210. — ISBN 0750659971.
  14. Johnstone Sarah Europe on a Shoestring — Lonely Planet, 2005. — P. 585. — ISBN 1740597796.
  15. Johnstone Sarah Europe on a Shoestring — Lonely Planet, 2005. — P. 586. — ISBN 1740597796.
  16. Fallon Steve Hungary — Lonely Planet, 2003. — P. 55. — ISBN 1740591526.
  17. Fallon Steve Hungary — Lonely Planet, 2003. — P. 56. — ISBN 1740591526.