Венгрияла һаулыҡ һаҡлау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Венгрияла һаулыҡ һаҡлау
Дәүләт  Венгрия
 Венгрияла һаулыҡ һаҡлау Викимилектә
Дәүләт госпитале. Балатонфюредтың йөрәге

Венгрияла Милли медицина страховкалау фонды (мадьярса  Országos Egészségbiztosítási Pénztár (OEP) идара иткән һәм һалым түләүселәр аҡсаһына тотолған мотлаҡ һаулыҡ һаҡлау системаһы бар. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөтә халыҡ страховкалар менән тәьмин ителгән[1]. 16 йәше тулмаған балалар, яңғыҙ ата-әсәләр, студенттар, пенсионерҙар (62 йәштән өлкәнерәктәр), килеме йәшәү минимумынан түбән булған кешеләр, инвалидтар (шул иҫәптән психик ауырыуҙар)[2] һәм дин әһелдәре[3] шул бушлай страховка менән файҙалана ала. 1993 йылдан алып 2013 йылға тиклем уртаса ғүмер оҙонлоғо ир-егеттәрҙә 7,48 йылға, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 4,92 йылға арта[4]; балаларҙың үлем осрағы 2014 йылда яңы тыуған 1000 балаға 4,6 тәшкил итә[4]. 2012 йылда Венгрияның медицина страховкаһына сығымдары тулайым эске продукттың 7,8 процентын тәшкил итә; 2011 йылда бер кешегә дөйөм сығымдар 1668,7 доллар (АҠШ) тәшкил итә (1098,3 доллар дәүләттән — 65 %, айырым кешеләрҙән 590,4 доллар — 35 %)[5].

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы илдәре араһында Венгрия табиптарының эш хаҡы иң түбәне булып ҡала; табиптарға уртаса эш хаҡына ҡарата 140 %, госпиталдәр белгестәренә — 160 %[6] түләйҙәр.

Медицина страховкалау системаһының үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ужок дауаханаһы, Будапешт
Кардиология һәм кардиохирургия үҙәге, Печ
Уллея проспектындағы Изге Иштван клиникаһы, Будапешт. Изге Ласло хәстәханаһы менән бергә ул Венгрияның иң ҙур медицина үҙәген барлыҡҡа килтерә.

Венгрияла тәүге хәстәханалар XIII быуатта шахтерҙар йәшәгән ҡалаларҙа асыла. 1496 йылда Янош Турзо таусылар өсөн медицина страховкаһы йәмғиәтен ойоштора. 1907 йылда тәүге медицина страховкаһы йәмғиәте — «Сирле һәм бәхетһеҙ осраҡтар һөҙөмтәһендә зыян күргән эшселәргә Милли ярҙам фонды» (мадьярса  Országos Munkásbetegsegélyező és Balesetbiztosító Pénztár) булдырыла. 1928 йылда Милли социаль страховкалау институты (мадьярса  Országos Társadalombiztosítási Intézet) ойошторола, был дөйөм милли медицина страховкаһы системаһын булдырыуға табан тәүге аҙым була. 1938 йылда бөтә социаль хеҙмәттәр ҙә булдырыла, һөҙөмтәлә Венгрия медицина страховкаһы йәһәтенән Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәрендә иң алға киткән ил тип һанала. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа коммунистар хөкүмәте тулыһынса социаль страховканы тулыһынса националләштерә, шулай итеп, Венгрияла һаулыҡ һағы дәүләт ҡанаты аҫтына алына, һәм ул Венгрияның бөтә граждандары өсөн дә уңайлы була[7].

Ирекле баҙар шарттарында һаулыҡ һағы системаһы тағы ла үҙгәртеп ҡороу кисерә.[8] 1993 йылда Милли һаулыҡ һағы фонды (мадьярса  Országos Egészségbiztosítási Pénztár барлыҡҡа килә. Социаль страховкалау системаһына нигеҙләнгән фонд Венгриялағы медицина страховкаһын контролдә тотҡан йәмәғәт ойошмаһы[9]. Фонд финанстарының 83 проценты һалымдарҙан килә. Страховка схемаһында ҡатнашыу — бөтә граждандар өсөн мотлаҡ[10]. Күп кенә шәхси клиникалар ҙа Фондҡа тоташтырылған[9].

Эшкә ҡабул итеүҙең элекке сәйәсәтенә бәйле Венгрия хәстәханаларында табип ставкаларын ҡыҫҡартыу, шәфҡәт туташтарының етешмеүе ғәҙәти күренеш, эксперттар бындай күренеште кеше ресурстарын дөрөҫ файҙаланмау тип билдәләй[11]. Сифатлы дауа өсөн алмашҡа табиптарға бүләк итеп аҡса биреү ҙә — Венгрия һаулыҡ һағы өсөн типик күренеш[11]: 2015 йылдағы Сәләмәтлек Евро индексы мәғлүмәттәренә ярашлы, Венгрияла медицина хеҙмәте күрһәткән өсөн пациенттарҙың табиптарға өҫтәмә аҡса түләүе киң таралған илдәр иҫәбенә инә[12]. Шул уҡ ваҡытта Венгрия һәм Евросоюз илдәре граждандары медицина ярҙамын бушлай алырға хоҡуҡлы[13].

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә донъя банкының Венгрияны килем кимәле юғары булған ил булараҡ таныуын иҫәпкә алып, эксперттар һаулыҡ һағы системаһының үҫешкән булыуын раҫлай. Статистика буйынса, Милли ашығыс ярҙам хеҙмәтенән (мадьярса  Országos Mentőszolgálat) ашығыс ярҙам машинаһы уртаса алғанда 15 минуттан һуң талап ителгән урынға барып етә. 2013 йылда тағы ла 200 автомобиль һатып алыу юлы менән 20 яңы ашығыс ярҙам станцияһы төҙөлә һәм 60-ы яңыртыла.

2009 йылда Сентешта вертолет майҙансығы булған станция асыла, һөҙөмтәлә сирлеләрҙе һауа юлы буйынса ташып була. Илдә 7 ошондай станция ба, улар Будаерш, Балатонфюред, Шармеллек, Печ, Сентеш, Дебрецен һәм Мишкольцта урынлашҡан. Вертолет та 15 минутта талап ителгән урынға барып етә. Илдең бөтә милли һәм төбәк хәстәханаларында, шул иҫәптән Будапешт, Печ, Сегед һәм Дебрецен ашығыс ярҙам институттарында ла вертолет майҙансыҡтары бар.[14][15].

Медицина туризмы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хевиз күле, донъялағы майҙаны буйынса икенсе термаль сығанаҡ

Венгрияла медицина туризмы йүнәлеше туристар араһында киң файҙаланыла: атап әйткәндә, унда стоматология туризмы ныҡ алға киткән[16][17], Европалағы медицина туризмының 42 проценты Венгрияға тура килә, ә бына донъя буйынса алғанда венгрҙарҙың өлөшө 21 процентҡа тигеҙ[17][18]. 1980-се йылдарҙа ГФР һәм Австрия туристары, арзан, шул уҡ ваҡытта сифатлы медицина хеҙмәтен эҙләп, Венгрияға килер була[19]. Коммунистар партияһы идара итеүсе партия булыуҙан туҡтағас, медицина туризмы табышлы эшкә әйләнә[18]. Венгрияла медицина хеҙмәтенең хаҡы Бөйөк Британия, АҠШ йәки Скандинавия илдәререндәге хаҡтың 40 проценттан 70 процентҡа тиклемен тәшкил итә[19]. Иң популяр медицина хеҙмәте — стоматология, косметик хирургия, ортопедия, йөрәк- ҡан тамырҙары ауырыуҙарын реабилитациялау, түлһеҙлекте дауалау, дерматология, йәшәртеү, һимереүгә һәм наркотиктарға бәйлелеккә ҡаршы көрәш, күреү һәләте буйынса операциялар[19]. Пластик хирургия ла мөһим йүнәлеш булып тора: пластик хирургтарға килгән клиенттарҙың 30 процентҡа тиклеме — сит ил граждандары, сөнки пластик хирургия буйынса хеҙмәттәрҙең хаҡын 40-80 %-ҡа кәметергә мөмкин[20]. Венгрияла шулай уҡ бер нисә ҡайнар сығана бар[19]. Хевиз күле, Сеченьялағы һыу инеү урыны һәм башҡалар туристар араһында киң популярлыҡ менән файҙалана[20].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. OECD. OECD Health Data: Social protection. OECD Health Statistics (database). Paris: OECD (27 июнь 2013). doi:10.1787/data-00544-en. Дата обращения: 14 июль 2013.
  2. List of the entitled people for free insurance, National Healthcare Fund, 2013(недоступная ссылка)
  3. Dőzsölők és szűkölködők — Miből gazdálkodnak az egyházak?, Figyelő (financial status of the churches in Hungary, Hungarian) 2015 йыл 17 апрель архивланған.
  4. 4,0 4,1 Vital statistics, Hungarian Central Statistical Office (KSH)
  5. Health: Key Tables from OECD, OECDiLibrary
  6. Countries Where Doctors Get Paid the Least, Doctor CPR (13 July 2015). 19 февраль 2018 тикшерелгән. 2021 йыл 24 февраль архивланған.
  7. History of social insurance in Hungary, National Healthcare Fund
  8. http://www.civitas.org.uk/nhs/download/Hungary.pdf |title=Hungary’s Healthcare System |accessdate=2019-04-06 |archiveurl=https://web.archive.org/web/20120213182042/http://www.civitas.org.uk/nhs/download/Hungary.pdf |archivedate=2012-02-13 |deadlink=yes
  9. 9,0 9,1 OEP — Főigazgatói köszöntő
  10. World Health Organization — Hungary
  11. 11,0 11,1 Hungary’s Healthcare System. Дата обращения: 6 апрель 2019. Архивировано из оригинала 13 февраль 2012 года. 2012 йыл 13 февраль архивланған.
  12. Outcomes in EHCI 2015, Health Consumer Powerhouse (26 January 2016). 27 ғинуар 2016 тикшерелгән. 2017 йыл 6 июнь архивланған.
  13. Health Care Services Available During Temporary Stay in Hungary
  14. Átadták a légimentő bázist — a legmodenebb az országban (венг.)
  15. Air ambulance bases in Hungary, Hungarian Air Ambulance Plc. (инг.)
  16. Hungary leading in Dental Tourism in Europe, Budapest Agent 2022 йыл 19 март архивланған. (инг.)
  17. 17,0 17,1 Hungary aims at bigger bite of dental tourism, Budapest Business Journal (инг.)
  18. 18,0 18,1 Dental Tourism Development clinics turnover up 19 %, Budapest Business Journal (инг.)
  19. 19,0 19,1 19,2 19,3 Hungarian Tourism promotes medical tourism, International Medical Travel Journal (инг.)
  20. 20,0 20,1 Medical tourism in good health, Budapest Business Journal (инг.)