Венгрия опера театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Венгрия опера театры
Budapest Opera front view.jpg
Эшләй башлаған

1875

Урынлашҡан

Будапешт

Ссылки

opera.hu

Commons-logo.svg Венгрия опера театры Викимилектә

Будапештская государственная опера

Венгрия дәүләт опера театры (мадьярса  Magyar Állami Operaház, элек Венгрия король опера театры) — Венгрияның иң ҙур опера театры,  Будапештта  урынлашҡан.

Театр  1884 йылда, драма спектаклдәре менән опера спектаклдәре сиратлап ҡуйылған Милли театрҙан опера труппаһы айырылып киткәс, архитектор Миклош Ибль тарафынан төҙөлә[1].  Композитор һәм дирижёр Ференц Эркель, Венгрияның милли гимнының авторы, уның беренсе директоры була; ләкин театр үҙаллылыҡты ауырлыҡ менән яулай: тамашасылар әҙ йөрөгәнлектән зыянға эшләй, унан артистар китә[1]1888 йылда директор итеп композитор һәм дирижёр Густав Малер тәғәйенләнә, ул был вазифаны 1891 йылға тиклем биләй.  Реформалар үткәреп, сәхнәлә тик венгр телендә генә йырлауҙы индереп, Малер бер йыл эсендә һынылышҡа өлгәшә [1]. 1893 йылда икенсе бер билдәле  дирижёр — Артур Никиш театрҙың музыкаль директоры итеп ҡуйыла.

Венгрия дәүләт операһында Джакомо Пуччини ике тапҡыр үҙенең операларын ҡуя. Был театрҙа төрлө йылдарҙа Отто Клемперер, Бела Барток, Ламберто Гарделли, Янош Ференчик, Беньямино Джильи, Ева Мартон, Йожеф Шиманди  кеүек билдәле дирижёрҙар һәм артистар эшләй. 

Венгрия дәүләт операһы Будапешттың VI округында (Терезварош), Пештта,  Андраши проспектындағы 22-се йортта урынлашҡан. Театр бинаһы неоренессанс  стилендә архитектор Миклош Ибль тарафынан  1875 һәм 1884 йылдар араһында төҙөлгән,  барокко стилендәге орнаменттар, скульптуралар һәм картиналар менән биҙәлгән. Айырыуса Берталан Секейҙың, Мор Тандың һәм Карой Лотцтың стеналарға төшөргән һүрәттәре ҡыҙыҡлы. 

Һыйҙырышлылығы — 1261 урын. Зал даға рәүешендә эшләнгән һәм акустика буйынса Европала Миландың Ла Скалаһы менән Париж опера театрынан ҡала 3-сө урынды биләй. 

Венгрия дәүләт опера театры  — донъяла иң матурҙарҙың береһе. Уның бинаһы алдына Ференц Лист менән Ференц Эркель һәйкәлдәре ҡуйылған. Театр шулай уҡ Венгрия милли балеты өсөн дә төп сәхнә булып тора. 

Будапештта тағы Эркель театры тигән опера театры бар. 

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Барсова И. А. Густав Малер. Личность, мировоззрение, творчество // Густав Малер. Письма. Воспоминания — М.: Музыка, 1968. — Б. 25.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]