Венгрия парламенты бинаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Венгрия парламенты бинаһы
Рәсем
Изображение интерьера
Нигеҙләү датаһы 1885
Дәүләт Flag of Hungary (1989-2003).svg Венгрия[1]
Административ-территориаль берәмек Будапешттың V районы[d][1]
Урынлашыу Липотварош[d]
Архитектор Имре Штейндль[d]
Архитектура стиле неоготика[d]
Обитатель Венгрияның Милли йыйылышы[d]
Бейеклеге/буйы 96 метр
Урамда урынлашҡан Кошут майҙаны[d]
Рәсми сайт latogatokozpont.parlament.hu/…
Вид в ночное время
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of the Hungarian Parliament Building[d]
Категория для внешности элемента Category:Exterior of the Hungarian Parliament Building[d]
Commons-logo.svg Венгрия парламенты бинаһы Викимилектә

Венгрия парламенты бинаһы (мадьярса  Országház — Орсагхаз) — Венгрия парламенты резиденцияһы Будапештта Дунайҙың һул ярында урынлашҡан. Уның архитектураһында Вестминстер һарайы өлгөһөндә неотика элементтары менән Париж ҡунаҡханаһы йоғонтоһо (бында Отель-де-Виль прообраз булып хеҙмәт итә ала) ғәжәйеп берләшкән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1843 йылда уҡ Пештта Венгрия парламенты бинаһын төҙөү тураһында ҡарар сығарыла. Әммә тиҙҙән башланған Венгриялағы революция һәм уны баҫтырғандан һуң властар тарафынан мадьяр халҡын ҡыҫырыҡлау режимы урынлашҡас, план бойомға ашырылмай.

Парламент бинаһын төҙөү тураһында ҡарар 1873 йылда Буда менән Пешт берләшкәндән һуң ҡабул ителә. Конкурста танылған неоготика энтузиасы Имре Штейндль еңеү яулай. Участка Дунайҙың көнсығыш ярында Будапешттағы тәүге ике даими күпер — Сеченьи сылбырлы күпере һәм Маргит күпере араһында һайланған. Төҙөлөш 1885—1904 йылдарҙа алып барылған. Төҙөлөш тамамланғанға тиклем үк, 1896 йылда, унда Венгрияны мадьяр ҡәбиләләренең яулап алыуына мең йыл тулыуға арналған бик күп тантаналар үткәрелгән. Байрамды уҙғарыу өсөн парламенттың Көмбәҙ залы асылған. Бина көнсығыш архитектураһы элементтары менән неготик стилдә төҙөлгән. Ошо урындарҙың географияһын иҫәпкә алып, Штейндль Парламентты бөтә яҡтан да бер тигеҙ кимәлдә уның мөһим сифаттарын күрергә мөмкин итеп урынлаштырған. Штейн ярышташтары конкурсҡа тәҡдим иткән проекттар буйынса, парламент янында Лайош Кошут майҙанында Этнография музейы һәм Ауыл хужалығы министрлығы биналары төҙөлгән.

Парламент бинаһы — Венгрияла иң ҙуры; унда 691 бүлмә, 29 баҫҡыс һәм 10 ихата бар. Бина тирәләй 88 колонна. Бинаны 1896 йылда асырға планлаштырылған, ләкин был ваҡытҡа ни бары үҙәк көмбәҙ залын ғына төҙөүгә өлгәшелгән. Үҙәк көмбәҙҙең бейеклеге — 27 метр, көмбәҙҙең диаметры 20 метр тәшкил итә. Көмбәҙҙең ике яғында урынлашҡан флигелдәрҙә парламент ултырыштары залдары урынлашҡан (элек Венгрия парламенты ике палаталы булған). Әлеге ваҡытта ултырыштарҙың икенсе залы конференциялар үткәреү өсөн файҙаланыла. Фасадты Венгрия һәм Трансильвания хакимдары һындары биҙәй. Интерьерҙар мозаика паннолары, витраждар һәм алтын ҡулланып, урта быуат манераһына бик бай итеп биҙәлгән. Социализм йылдарында бина шпиле, Мәскәү Кремле башнялары кеүек, ҡыҙыл йондоҙ менән тажлана.

Венгрияның 16 короле һәм хакимы статуялары менән биҙәлгән парламенттың көмбәҙ залында, 2000 йылдың 1 ғинуарынан (Венгрия дәүләтселегенә 1100 йыллығы) скипетр, держава һәм ҡылыс менән бергә изге Стефандың тажы һаҡлана. Һәр сәғәттең тәүге егерме минуты дауамында коронациялау регалиялары янында тарихи униформала почётлы ҡарауыл тора. Изге Иштвандың таж мантияһы үҙенең иҫкереүе сәбәпле Венгрия милли музейында һаҡлауға ҡалдырылған һәм унда Венгрияның коронациялау регалийҙары һаҡланған һандыҡтар менән бергә ҡуйылған. Һунарсылыҡ залы һәм Депутаттар залы фрескалар һәм картиналар менән биҙәлгән. Венгрия парламенты бинаһы буйлап туристар өсөн шул иҫәптән рус телендә лә экскурсиялар үткәрелә.

Бина эсендә парламенттың ҙур булмаған музейы бар.

Парламент бинаһы янында Кошут мемориалы, Ференц Ракоци II, Имре Надь, Аттила Йожефҡа һәм 1956 йылғы мадьяр ихтилалында ҡатнашыусыларға һәйкәлдәр бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]