Венера (мифология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Венера

Венера һәм Марс, Помпейҙан фреска, б.э I быуаты

Тормош иптәше

Вулкан[1]

 Венера Викимилектә

Венера (лат. venus, род. п. veneris «мөхәббәт») — рим мифологияһында матурлыҡ, дәртле мөхәббәт, уңдырышлылыҡ һәм сәскә атыу алиһәһе.

Боронғо грек Афродитаһына тап килә.

Алиһә хөрмәтенә Ҡояш системаһының икенсе эске планетаһы Сулпан аталған.

Атрибуттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алиһәнең символы булып күгәрсен һәм ҡуян (үрсемлелек билдәһе булараҡ) тора, үҫемлектәрҙән уға мәк, роза һәм мирт арналған.

Нәҫеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим легендаһы буйынса Венера ҡамауҙағы Троянан ҡотолоп ҡалған һәм Италияға ҡасҡан Энейҙың әсәһе була. Уның вариҫтары Римға нигеҙ һала, шуға күрә Венера Рим халҡының тәү әсәһе тип хөрмәт ителә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Венера-Афродитаны һүрәтләүсе Помпейҙан медальон. Б.э. т. I быуатҡа ҡарай. 

Венера культына Ардейҙа һәм Лавинияла (Лацио төбәге) нигеҙ һалына.

Беҙҙең эраға тиклем 293 йылда Рим ҡалаһында Венераның беренсе билдәле ғибәҙәтханаһы төҙөлә (был ғибәҙәтханала Венера Обсеквенс хөрмәт ителә, ә б.э.т. 295 йылда самниттар менән һуғыш барышында бағышлана; шул уҡ ваҡытта, Сицилия утрауында, Эрикс тауындағы Афродита йәки Венера Эриксинская ғибәҙәтханаһы күпкә боронғораҡ тип һанала, ул мифҡа ярашлы Элим йәки Эрикс етәкселегендә ҡасҡын трояндар нәҫеле (Диодор Сицилийский (IV 83) килтергән миф вариантына ярашлы, Эрикс урындағы Сицилия батшаһы булған), бында килгән икенсе Троя ҡасағы-Эней (Вергилий, «Энеида» v 759) ҡатнашлығында нигеҙләнгән; шулай уҡ Венера Фрутистың дөйөм латин культы билдәле, һәм сығанаҡтарҙа Латин Федерацияһының был алиһәгә бағышланған ғибәҙәтханаһы телгә алына, ул Фрутинал (Paulus-Festus s. v. p. 80 L; Страбон V 3, 5) тип атала һәм 18 августа Vinalia Rustica фестивале байрам ителә башлай.

Б.э.т. 215 йылда Капитолийҙа икенсе Пун һуғышында Тразимен күле янындағы алышта еңелеү хөрмәтенә Венераның ғибәҙәтханаһы төҙөлә.

Венера сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Венера филдәр квадригаһында һыбай, Помпейҙан фреска, беҙҙең эраның I быуаты
Венера улы Энейға бара. Vergilius Romanus ҡулъяҙмаһынан миниатюра . Б.э. V б.

Рус традицияһында мөхәббәт алиһәһенең Византия аша килгән грек исеме ҡулланыла — Афродита, шул уҡ ваҡытта Көнбайыш Европа рәссамдарының, яҙыусыларының һәм тәнҡитселәренең күпселеге Венера варианты яҡлы. Был ике вариантты синоним тип ҡарарға мөмкин.

Венера һынлы сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Венераның тыуыуы. Боттичелли. 1485—1486 йылдар. Флоренция, Уффици

Купидон уятҡан Венера. Доссо Досси. Яҡынса 1500 йыл

Венера Урбинская. Тициан. 1536 йыл тирәһе Флоренция, Уффици

Йоҡлап ятҡан Венера. Джорджоне. 1508—1510 йылдар, Дрезден

Венера һәм Марс. Паоло Веронезе. 1570-се йй. Метрополитен-музей

Венера көҙгө менән. Веласкес. 1657 й. Лондон, Милли галерея

Венераның тыуыуы. Адольф Бугро. 1879 й. Париж, Орсе музейы.

Марс менән Венера шахмат уйнай. Падованино. 1530—1540 йылдар Landesmuseum für Kunst und Kulturgeschichte Augusteum, Ольденбург.

Венера Вертикордия. Россетти. 1864 й. Галерея һәм Рассел-Коутс музейы, Борнмут.

Венераның тыуыуы. Жан-Леон Жером. 1890 й. Шәхси йыйылыш

Венера, Фавн һәм путти. Никола Пуссен. 1630-сы йылдар. Эрмитаж

Кинола[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1961 — Похищение сабинянок (Il Ratto delle sabine) — нәфис фильм, режиссёры — Ришар Поттье, Венераны Розанна Скьяффино уйнай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. English Wikipedia community Wikipedia (ингл.) — 2001.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]