Кисилевский Вениамин Ефимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вениамин Кисилевский битенән йүнәлтелде)
Кисилевский Вениамин Ефимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ноябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө хирург, яҙыусы
Уҡыу йорто Львовский национальный медицинский университет имени Данила Галицкого[d]
Ойошма ағзаһы Союз российских писателей[d]

Кисилевский Вениамин Ефимович (15 ноябрь 1940 йыл) — рус совет прозаигы, хирург. 1991 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вениамин Ефимович Кисилевский 1940 йылдың 15 ноябрендә Киев ҡалаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән улар әсәһе Киселевская Полина Вениаминовна (1905—2000) һәм ағаһы Миша менән ҡалаға инеп барған немецтарҙан ҡаса. Атаһы Ефим Константинович Киселевский һәләк була. Һуғыштан һуң ғаилә Львов ҡалаһына күсә. Веня биш йәштән шиғыр яҙа башлай. 11 йәшендә «Пионерская правда» гәзитендә тәүге шиғыры баҫыла.

Львов медицина институтының дауалау факультетын тамамлағас, Красноярск крайына эшкә ебәрелә, унда практиканы Иланск ҡалаһында хирург булып башлай, баш гематолог-трансфузиолог С-Кжд, Иланск, Красноярск, Дондағы Ростов ҡалаларының ҡан ҡойоу станцияларында баш табип була. Күп йылдар төп эше менән бергә рәттән яҙыша.

Әлеге ваҡытта Дондағы Ростовта йәшәй. Өлкәндәр һәм балалар өсөн әҫәрҙәр яҙа.

Мәскәү, Дондағы Ростов, Воронеж, Элиста, АҠШ, Канада нәшриәттәрендә әҫәрҙәре сыға.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Юғары категориялы табип, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, СССР-ҙың почетлы тимер юлсыһы, СССР һәм Рәсәйҙең почетлы доноры.
  • Пирогов исемендәге миҙал — «Ватандың һаулыҡ һаҡлау системаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн».
  • «Заветная мечта» балалар милли әҙәбиәт премияһы лауреаты.
  • «Яҙыусы» номинацияһында Йыл кешеһе (2008).

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кисилевскийҙың айырым китап итеп баҫтырылған әҫәрҙәре:

Балалар өсөн китаптар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Седьмой канал. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1984.
  • Чудики. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1986.
  • Котята. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1988.
  • Ксюша и два Лёши. — Ростов н/Д: Ростиздат, 2003.
  • Перестройка. — изд. Новая книга, 2007.
  • Настя Колобкова- изд. Новая книга, 2008.
  • Воный год. — изд. Нюанс, 2010.
  • Сказки нашего двора, — изд. РОДТ, 2016.
  • Приключения ёжика Тошки.- изд. Союз писателей, 2017.

Роман һәм повестары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лампа А. Ладина. Шея. — Ростов н/Д, Элиста: Апрель. 1989.
  • Кольцо. — Ростов н/Д, Элиста: Теегин герл. 1989.
  • Ничьей быть не может. — Ростов н/Д: Физкультура и спорт, 1992.
  • Жена. По кругу. — Ростов н/Д: Мапрекон,
  • Заложники. — Ростов н/Д: Проф-Пресс, 1997.
  • Наваждение. — Ростов н/Д: Донской издательский дом, 2000.
  • Ангел. — Ростов н/Д: Новая книга, 2004.
  • Синдром. — Новая книга, 2009.
  • Антидекамерон — Старые русские, 2011.
  • Три дня Закона. — Старые русские, 2012.

Хикәйәләр йыйынтыҡтары

  • Моя рожа. — Ростов н/Д: Танаис, 1997.
  • Тринадцать рассказов. — Ростов н/Д: Ростиздат, 2003.
  • Обретение. — Ростов н/Д: Новая книга, 2005.
  • Признание. — Нюанс, 2010.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]