Венте йылғаһындағы шарлауыҡ
Координаты: пропущена долгота
| Венте йылғаһындағы шарлауыҡ | |
|---|---|
| латыш. Ventas rumba | |
| Координаты: пропущена долгота | |
| Ил | |
| Регион | Кулдига |
| Йылға | Вента |
| Бейеклеге | 2,2 м |
| Киңлеге | 100-110 м |
Вента йылғаһындағы шарлауыҡ (латыш. Ventas rumba) — Европалағы иң яҫы шарлауыҡ[1], ул Латвиялағы Кулдигала урынлашҡан. Шарлауыҡтың яҫылығы ундағы һыу күләменә бәйле һәм уртаса 100—110 метр тәшкил итә, әммә һыу ташҡанда 279 метрға ла етергә мөмкин. Бейеклеге1,6 — 2,2 метр тирәһендә тирбәлә. Шарлауыҡ тупһалары үҙенсәлекле кәкерсәк һыҙыҡтар яһай. Вента йылғаһындағы шарлауыҡ тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә һәм Вента туғайлығының тәбиғәт заказниктарына индерелгән[2].
Балыҡ тотоу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шарлауыҡ тупһаларында махсус балыҡ тотоу ҡоролмалары күпләп урын алған. Яҡынса 1640 йылда курлянд герцогы Якоб һыу өҫтөндә балыҡ тотоу өсөн ҡулайлама уйлап тапҡан: ағымға ҡаршы йөҙөүсе һөмбаш һәм йоҡа ҡорман балыҡтары туранан-тура әҙер кәрзиндәргә һикергән. Әлеге көндә Вентала бикре балыҡтары юҡ, ләкин һөмбаш һәм йоҡа ҡормандар һаман да бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ventas rumba 2010 йыл 11 август архивланған., latviatourism.lv
- ↑ dabasretumi.lv 2009 йыл 12 август архивланған.