Верещагин Николай Кузьмич
Верещагин Николай Кузьмич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 ноябрь 1908 |
Тыуған урыны | Череповецкий уезд[d], Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 27 октябрь 2008 (99 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Зоологический институт РАН[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү зоотехния институты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Верещагин Николай Кузьмич (21 ноябрь 1908, Новгород губернаһы Петровка ауылы — 27 октябрь 2008, Санкт-Петербург) — СССР һәм Рәсәй зоологы, палеонтологы, биолог-һунар хужалығын алып барыу буйынса белгес[1], мамонтология өлкәһендә белгес, биология фәндәре докторы (1954), профессор (1970)[2], Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Кузьмич Верещагин 1908 йылдың 21 ноябрендә Новгород (хәҙер Вологда) губернаһының Пертовка ауылында тыуа, ул, уның һүҙҙәре буйынса, «1939 йылға тиклем булған һәм Шексна йылғаһының уң ярында, Череповец ҡалаһынан 35 километр түбән урынлашҡан»[1] һуңынан Рыбинск һыуһаҡлағысы аҫтында ҡала[3]. Николай Кузьмич дворян нәҫеленән, Вологда майын уйлап табыусы Николай Васильевич Верещагиндың ейәне була[4][1].
Буласаҡ ғалим йәш сағынан һунарсылыҡ менән мауыға, уның үҙ һүҙҙәре буйынса, һунарға 9 йәшендә үк 8-10 км алыҫлыҡҡа йөрөй[5].
1924 йылда Верещагин Череповец педагогия техникумын, ә унан һуң Мәскәү зоотехния институтын тамамлай. 1930 йылдан алып 1935 йылға тиклем осорҙа Мәскәү өлкәһендә тәжрибә йәнлек фермалары мөдире һәм ҡиммәтле тире әҙерләү хужалығы һәм пант болансылығы ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр, артабан йыл дауамында Ленинград Арктика институтында хеҙмәткәр булып эшләй.[6]
1936—1948 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Әзербайжан филиалы Зоология институтының фәнни хеҙмәткәре була, бында 1939 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Зоология институтында эшләгән ваҡытта Николай Кузьмич Баҡы дәүләт университетында уҡыта, ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Әзербайжан чумаға ҡаршы станцияһына мобилизациялана[7].
1948 йылда Верещагин Ленинград Зоология институтында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1970 йылда ғилми профессор дәрәжәһен ала. 1970 йылдан Арктиканың палеофаунаһын тикшереү менән шөғөлләнә, Берелёх йылғаһында мамонттар зыяратын һәм мамонт балаһы Диманы өйрәнә[8], СССР Фәндәр академияһы президиумы ҡарамағындағы мамонттарҙы тикшереү буйынса комитет рәйесе була[9].
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй фәндәр академияһы Мамонттар комитетының почетлы рәйесе булып тора[10]
Николай Кузьмич ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем әүҙем тормош алып бара: 99 йәшендә Кенияға экспедицияға[1] «ҡанһыҙ сафариға»[11] бара, ғилми эш менән шөғөлләнә[12].
Ғилми хеҙмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғалим бөтәһе 500-гә яҡын тикшеренеү эше яҙа[13], улар фәнни хеҙмәттәр йыйынтыҡтарында һәм журналдарҙа ғына баҫылмай, ә үҙаллы баҫма булып та сығарыла[14] , улар араһында «Записки палеонтолога. По следам предков», «Зоологические путешествия», «Млекопитающие Кавказа», «Почему вымерли мамонты» һәм башҡалар бар.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Верещагин Н. К. Млекопитающие Кавказа: История формирования фауны. — М.; Л.: Изд-во АН СССР, 1959. — 704 с.
- Макридин В. П., Верещагин Н. К. и др. Крупные хищники и копытные звери. — М.: Лесная промышленность, 1978. — 304 с. — 35 000 экз.
- Верещагин Н. К., Русаков О. С. Копытные Северо-Запада СССР: история, образ жизни и хозяйственное использование. — Л.: Наука, 1979. — 312 с. — 1700 экз.
- Верещагин Н. К. Почему вымерли мамонты. — Л.: Наука, 1979. — 200 с. — 50 000 экз.
- Верещагин Н. К. Записки палеонтолога: По следам предков / Отв. ред. акад. В. Е. Соколов. — Л.: Наука, 1981. — 168 с. — (Человек и окружающая среда). — 100 000 экз.
- Верещагин Н. К. Зоологические путешествия. — Л.: Наука, 1986. — 200 с. — (Человек и окружающая среда). — 73 000 экз.
- Верещагин Н. К. От ондатры до мамонта: Путь зоолога. — СПб.: Астерион, 2002. — 336 с. — ISBN 5-94856-005-8.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены[15]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре исеме (1997) — фәнни эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары өсөн;[16]
- Петр академияһының почетлы академигы[17]
- Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте лауреаты[1]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хатангала 1999 йылдан профессор Верещагин исемендәге музей эшләй
- 2008 йылда Николай Кузьмич Верещагиндың 100-йыллығына Череповец ҡалаһының 12-се телевизион каналы ғалим тураһында фильм төшөрә[15].
- Ғалим хөрмәтенә мәмерйә арыҫланының төрсәһе — Көнсығыш-Себер арыҫланы аталған (лит. Panthera leo vereshchagini).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Антипова Е. В. К 100-летию Н. К. Верещагина. Охота и рыбалка в Пертовке // Верещагины: их вклад в российскую науку и культуру : Матер. всерос. науч. конф. — Череповец, 2009. — С. 4—7.
- ↑ Болотова Н. Л.Верещагин Николай Кузьмич// Вологодская энциклопедия / гл. ред. Г. В. Судаков.— Вологда: Русь, 2006.— ISBN 5-87822-305-8.
- ↑ См. на карте 1871 года. Территория ныне относится к Ҡалып:Череповецкий район Вологодская область
- ↑ Палеонтолог Николай Кузьмич Верещагин скончался сегодня на 100-м году жизни.Череповецкий информационный сайт(28 октября 2008).Дата обращения: 15 ноября 2013.
- ↑ Морозова Т. О долгожителе из Выборгского района собираются написать книгу и снять фильм . Мой район онлайн (8 май 2008). Дата обращения: 15 ноябрь 2013.
- ↑ Болотова Н. Л.Верещагин Николай Кузьмич// Вологодская энциклопедия / гл. ред. Г. В. Судаков. — Вологда: Русь, 2006.— ISBN 5-87822-305-8.
- ↑ Болотова Н. Л.Верещагин Николай Кузьмич// Вологодская энциклопедия / гл. ред. Г. В. Судаков.— Вологда: Русь, 2006.— ISBN 5-87822-305-8.
- ↑ Томирдиаро С. Мамонтёнок Дима // Техника — молодёжи : журнал. — 1977. — В. 11. — С. 14.
- ↑ Болотова Н. Л.Верещагин Николай Кузьмич // Вологодская энциклопедия / гл. ред. Г. В. Судаков.— Вологда: Русь, 2006.— ISBN 5-87822-305-8.
- ↑ Юкагирскому мамонту на момент его гибели было сорок девять лет.Sakha News — федеральный информационный портал (27 июня 2007).Дата обращения: 15 ноября 2013.
- ↑ Антипова Е. В.К 100-летию Н. К. Верещагина. Охота и рыбалка в Пертовке // Верещагины: их вклад в российскую науку и культуру: Матер. всерос. науч. конф.— Череповец, 2009.— С. 4—7.
- ↑ Морозова Т.О долгожителе из Выборгского района собираются написать книгу и снять фильм. Мой район онлайн (8 мая 2008).Дата обращения: 15 ноября 2013.
- ↑ Болотова Н. Л. Верещагин Николай Кузьмич // Вологодская энциклопедия / гл. ред. Г. В. Судаков. — Вологда: Русь, 2006. — ISBN 5-87822-305-8.
- ↑ Вечер памяти, посвященный 100-летию со дня рождения Николая Кузьмича Верещагина (недоступная ссылка). Департамент культуры и охраны объектов культурного наследия Вологодской области (2008). Дата обращения: 15 ноября 2013. Архивировано 4 апреля 2014 года.
- ↑ 15,0 15,1 Вечер памяти, посвященный 100-летию со дня рождения Николая Кузьмича Верещагина . Департамент культуры и охраны объектов культурного наследия Вологодской области (2008). Дата обращения: 15 ноябрь 2013. Архивировано 4 апрель 2014 года. 2014 йыл 4 апрель архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 7 ноября 1997 г. № 1187 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Антипова Е. В.К 100-летию Н. К. Верещагина. Охота и рыбалка в Пертовке// Верещагины: их вклад в российскую науку и культуру: Матер. всерос. науч. конф.— Череповец, 2009.— С. 4—7.