Верхнеозёрный (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Верхнеозёрный
Нигеҙләү датаһы 1725
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дон ауыл советы (Ырымбур өлкәһе)[d]
Халыҡ һаны 245 кеше (2010)[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Почта индексы 461344

Верхнеозерный — Ырымбур өлкәһенең Беляевка районындағы ауыл, XVIII быуатта — Верхнеозерный ҡәлғәһе. Дон ауыл советына инә.

Р336 трассаһында, Урал йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Маячный тау битләүендә ята. Район үҙәге Беляевкаға тиклем ара — 25 км.

Ауыл 1743 йылда нигеҙ һалынған Вехнеозерный ҡәлғә урынында барлыҡҡа килгән[2]. Ҡәлғә булған саҡта Маячный тау башында күҙәтеү вышкаһы булған. Вышканан күп саҡрымға тирә-яҡты күҙәтеү мөмкинлеге булған— ҡарауылда торған казактарға тәүлек әйләнәһенә күҙәтеп тороу өсөн бик уңайлы урын.

1773 йылдың октябрендә бында Воздвиженский ҡәлғәһенән казактар күсеп килә, шуға күрә Пугачев ихтилалы ваҡытында ҡәлғә гарнизоны көсәйтелгән була һәм 1774 йылдың ноябренең уртаһынан алып әлеге ҡәлғә Емельян Пугачевттың һәм Афанасий Соколов-Хлопушаның отрядтарына ҡаршы торған терәк пункттарының береһе була[3].

1773 йылдың 20 ноябрендә Е. И. Пугачев Соколов-Хлопуша етәкселегендәге завод крәҫтиәндәренән торған полкын һәм атаман Бородин-Шара етәкселегендәге атлы полкын Верхнеозерный ҡәлғәһенә йүнәлтә. Йыйылма отряд (1000 кеше) 23 ноябрҙә Верхнеозерный ҡәлғәһенә һөжүм итә, әммә штурмды ҡәлғә гарнизоны кире ҡаға (коменданты полковник О. X. Демарин)[4].

Пугачевтың Верхнеозерный ҡәлғәһе телгә алынған указы билдәле:

6 октября 1773 г. — Именной указ казачьему атаману Верхне-Озерной крепости И. В. Немерову, старшинам, казакам и населению крепости

Самодержавнаго императора Петра Феодоровича Всероссийскаго и прочая, и прочая, и прочая.

Сей мой имянной указ Озерной крепости атаману Ивану Васильевичу Немерову и всем прочим старшинам и всякаго звания люди, имянное мое повеление.

Как деды и отцы ваши служили предкам моим, так и вы послужите мне, великому государю, верно и неизменно до капли своей крови. Когда исполните мое имянное повеление, и за то будите жалованы крестом и бородою, рекою и землею, травами и морями, и денежным жалованьем и хлебным провиантом, свинцом и порохом и вечною вольностию. И повеление мое исполните, со усердием ко мне приезжайте, то совершенно меня за оное приобрести можите к себе монаршескую милость.

А ежели вы моему указу противитъца будите, то вскорости возчувствовати на себя праведный мой гнев. Власти всевышняго создателя нашего и гнева моего избегнуть не можете, никто тебя от сильныя нашей руки защитить не может.

Великий государь Петр Третий Всероссийский.

ЦГАДА, ф. 6, д. 415, л. 23 и об.—Копия.

А. С. Пушкин Пугачев ихтилалына бағышланған әҫәрҙәрендә Верхнеозерный ҡәлғәһен 20 тапҡырҙан ашыу телгә ала[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://www.webcitation.org6Q6U2f9Hn/
  2. Верхнеозёрное // Географические названия Оренбургской области: Краткий топонимический словарь
  3. Воздвиженская крепость
  4. Емельян Пугачев на следствии. М. Языки русской культуры. 1997 — прим. 408
  5. Алфавитный указатель / Сост. Г. П. Блок — Пушкин А. С. Полное собрание сочинений: В 16 т. — М., Ҡалып:Л: Изд-во АН СССР, 1937—1959. — Т. 9, кн. 2. История Пугачева. — Б. 811—945.