Ветошников Георгий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ветошников Георгий Александрович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 19 апрель 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Совет Рәсәйе, Өфө губернаһы, Өфө
Вафат булған көнө 9 март 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (27 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, Баҡы
Ерләнгән урыны Баҡы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы
Һуғыш/алыш Хәсән күле алыштары[d] һәм Бөйөк Ватан һуғышы

Ветошников Георгий Александрович (19 апрель 1918 йыл9 март 1946 йыл) — Хәсән күле янындағы 1938 йылдағы ҡораллы бәрелештә, 1939—40 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Айырым понтон күпер батальонының күпер взводы командиры, гвардия кесе лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Георгий Александрович Ветошников 1918 йылдың 19 апрелендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белем ала, Өфө яҙыу машинкалары заводында слесарь булып эшләй. 1938 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Хәсән күле буйында һуғышта һәм совет-фин яуында ҡатнаша. Демобилизациянан һуң Өфөлә шофер булып эшләй. 1941 йылдың июнь айында Башҡорт АССР-ының Благовещен район хәрби комиссариаты тарафынан ҡабаттан армияға саҡырыла. 1943 йылдың сентябрь айына кесе лейтенант Георгий Ветошников Көньяҡ-Көнбайыш фронты 12-се армияһы 5-се понтон-күпер бригадаһының 100-сө айырым моторлаштырылған понтон-күпер батальонының күпер взводы менән командалыҡ итә. Днепр өсөн һуғышта батырлыҡ күрһәтә.

1943 йылда сентябрҙең 25-нән 26-на ҡарай төндә Украина ССР-ының Запорожье өлкәһе Вольнянский районы Губенское ауылы районында Ветошников дошман уты аҫтында Днепр аша үҙенең катерында десант алып бара. Яраланыуына ҡарамаҫтан, Ветошников беренсе булып катерҙы көнбайыш ярға килтереп еткереп, һалдаттарҙы төшөрә. Кисеүҙә батып барған санинструкторҙы ҡотҡара.

СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән 1944 йылдың 19 мартында «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» гвардияның кесе лейтенанты Георгий Ветошниковҡа Ленин ордены һәм 2716-сы һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1946 йылдың 9 мартында Баҡыла хәрби госпиталдә вафат була. Шунда уҡ ерләнгән.

Шулай уҡ Северский Донец йылғаһын һуғышып аша сыҡҡаны өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Ветошников хөрмәтенә Өфөлә урам аталған, Баҡыла уға һәйкәл ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 б. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Времени не подвластно. Уфа, 1978.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 2. Уфа, 1966.