Виви Лоран-Текхолм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Виви Лоран-Текхолм
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 7 ғинуар 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Дандерюд[d], Дандерюд[d], Стокгольм[d], Швеция[2]
Вафат булған көнө 3 май 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[4][3] (80 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Гёран[d], Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция[5]
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Үлем сәбәбе авария[d]
Ерләнгән урыны Уппсаланың иҫке зыяраты[d][6][7]
Атаһы Wilhelm Edvard Laurent[d][2]
Бер туғандары Torbern Laurent[d]
Хәләл ефете Gunnar Vilhelm Täckholm[d][8]
Һөнәр төрө ботаник, балалар яҙыусыһы, яҙыусы, иллюстратор, университет уҡытыусыһы, ботаника коллекционеры
Эшмәкәрлек төрө ботаника[9], систематическая ботаника[d][9][9], детская книга[d][9] һәм иллюстрирование[d][9]
Эш урыны Ҡаһирә университеты
Husmodern[d][8]
Уҡыу йорто Стокгольм университеты[d][10]
Әүҙемлек урыны Мысыр[11]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Виви Лоран-Текхолм Викимилектә

Виви Лоран-Текхольм (швед. Vivi Laurent-Täckholm; 7 ғинуар 1898 йыл — 3 май 1978 йыл) — Швецияның ғалим-ботанигы һәм балалар яҙыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Виви Лоран-Текхолм 1898 йылдың 7 ғинуарында Швецияның Дандерюд ҡалаһында тыуған. Ботаниканы Стокгольм университетында өйрәнә һәм 1921 йылда бакалавр дәрәжәһен ала.

1921—1923 йылдарҙа АҠШ буйлап сәйәхәт итә. 1926 йылда ботаника профессоры Гуннар Текхольмға (1891—1933) кейәүгә сыға. Ошо уҡ йылда улар Мысырға күсә һәм төбәк үҫемлектәр донъяһын өйрәнә башлай.

Икенсе донъя һуғышы осоронда Стокгольмдә гәзит корреспонденты булып эшләй, һуғыш тамамланғас Мысырға ҡайта. 1946 йылдан Ҡаһирә университеты профессоры, 1947 йылдан — Александрия университеты профессоры булып эшләй. 1948 йылда Ҡаһирәгә ҡайта. 1952 йылда Стокгольм университетының Почётлы философия докторы булып китә.

Ҡаһирә университетында Ботаника институтын ойоштора. Африкала иң ҙур гербарий йыя, коллекцияға бөтә донъянан, шул иҫәптән Мысырҙан, Ливандан, Ғәрәбстан ярымутрауынан һәм Судандан 100 меңдән ашыу үҫемлектәр инә. Уның Швеция менән бәйләнештәре арҡаһында Стокгольм ауыл хужалығы академияһы Ботаника институтына 700 килограмм китап тапшыра, ә Швеция короле Густав VI Адольф сит ил әҙәбиәтен һатып алыуҙы финанслай. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса Швеция агентлығы (SIDA) ярты миллиондан ашыу китап биттәренә һәм гербарийҙар өлгөләренә микрофильмдар коллекцияһын институтҡу бүләк итә. «Knut and Alice Wallenberg Foundation» фундацияһы ярҙамында университетта электрон микроскоп ярҙамында һеркәне анализлау өсөн лаборатория төҙөлә. Текхолм Ботаника институты менән идара иткән осорҙа штатта 20-нән ашыу профессор булған һәм 2 000-дән ашыу студент уҡыған[12].

Виви Лоран-Текхолм 1978 йылдың 3 майында Швецияға булғанда вафат була һәм Уппсала ҡалаһының Иҫке зыяратында ерләнә[13].

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Vivis resa». 1923
  • Vivis resa II. 1924
  • «Sagan om Snipp, Snapp, Snorum». 1926
  • En skolflicka berättar. 1927
  • "Katt: ". 1936
  • «Som husmor i Egypten». 1937
  • «Bättre än svarta börsen». 1946
  • Hemmet blommar, en liten handbok i krukväxtodling. 1949
  • «Faraos blomster: en kulturhistorisk-botanisk skildring av livet i Gamla Egypten». 1951
  • «Våra hav: En bok för stora och små». 1978
  • «Öknen blommar». 1969
  • «Lillans resa till månen: En saga för stora och små». 1976
  • «I Egypten närbild». 1964
  • «Sagans minareter: En bok om islam». 1971
  • «Levande forntid: Strövtåg i Kairomuseet». 1967
  • «Egyptisk vardag». 1966
  • «Faraos barn: Kopterna i Egypten». 1965
  • «Students Flora of Egypt». 1974

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (unspecified title)doi:10.5281/ZENODO.10080503
  2. 2,0 2,1 2,2 Danderyds kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/SSA/1494/C I/7 (1895-1910), bildid: 00033612_00021, sida 17
  3. 3,0 3,1 Vivi Täckholm // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  4. https://www.skbl.se/en/article/ViviTackholm
  5. Täckholm, Vivi f. Laurent // https://www.svenskagravar.se/gravsatt/43971559Svenskagravar.se.
  6. Täckholm, Vivi f. Laurent // https://www.svenskagravar.se/gravsatt/94334052Svenskagravar.se.
  7. Vivi Täckholm 1898–1978. Botaniker, författareЦерковь Швеции.
  8. 8,0 8,1 https://plants.jstor.org/stable/10.5555/al.ap.person.bm000008301
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Täckholm, Vivi // Чешская национальная авторитетная база данных
  10. https://skbl.se/en/article/ViviTackholm
  11. https://bionomia.net/Q4983741
  12. Norstedt, Berit (15 mars 1970). «Vivi Täckholm, en rar ört i den egyptiska floran». Dagens Nyheter.
  13. Täckholm, Vivi f. Laurent på Svenskagravar.se. Åtkomst 29 december 2012.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]