Виденеев Виктор Иванович
Виденеев Виктор Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 декабрь 1959 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто |
Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы[d] Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты Төмән дәүләт нефть һәм газ университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Виденеев Виктор Иванович (15 декабрь 1959 йыл) — ғалим-инженер, эшҡыуар (нефть сығарыу). Техник фәндәр кандидаты (2002). «Нижневартовскнефтегаз» ААЙ «Төмән нефть компанияһы» ААЙ генераль директоры (2000 йылдың июненән), «Һарытаунефтегаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының етештереү буйынса беренсе урынбаҫары (2002 йылдың апреленән). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Иванович Виденеев 1959 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Юганскнефтегаз» производство берекмәһенең «Правдинскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында башлай.
1984—1986 йылдарҙа Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, «Юганскнефтегаз» производство берекмәһенең «Юганскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында эшен дауам итә.
1986 йылдан 1998 йылға тиклем технолог, мастер, өлкән инженер — нефть һәм газ сығарыу цехы начальнигы урынбаҫары, нефть һәм газ сығарыу цехы начальнигы, «Юганскнефтегаз» производство берекмәһенең «Юганскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында үҙәк инженер-техник хеҙмәт начальнигы, «Юганскнефтегаз» производство берекмәһенең «Майскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында баш инженер вазифаларын биләй.
1998 йылдан алып Төмән нефть компанияһында эшләй: «Төмәннефтегаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңы төбәктәр һәм инвестицион проектар департаменты директоры; «Төмәннефтегаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры урынбаҫары — Ермаков нефть һәм газ сығарыу предприятиеһы директоры; «Нижневартовскнефтегаз» ААЙ «Приобънефть» НГДУ ОДАО генераль директоры; баш инженер — «Нижневартовскнефтегаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәте башҡарма директорының беренсе урынбаҫары.
2000 йылдың июненән 2002 йылға тиклем «Төмән нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең, «Нижневартовскнефтегаз» ААЙ Генераль директоры[1].
2002—2003 йылдарҙа — «Һарытаунефтегаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү буйынса директорының беренсе урынбаҫары.
2003—2005 йылдарҙа яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт «ЮЮС» нефть компанияһының генераль директоры.
2005 йылдың 12 апреленән алып 2006 йылдың 4 апреленә тиклем — «Ҡурғанхиммаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
Өс юғары белемгә эйә. Техник фәндәр кандидаты. Белеме буйынса һөнәре: нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү технологияһы һәм комплекслы механизациялау, тау инженеры, юғары категориялы менеджер.
- 1979 — Ишембай нефть техникумы.
- 1984 — Урал политехник институты, Свердловск.
- 1990 — Төмән индустриаль институты, Төмән.
- 2000 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы халыҡ хужалығы академияһы.
- 2002 — аспирантура.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виденеев, Виктор Иванович. Организация ремонтных работ на скважинах в осложненных условиях разработки нефтяных месторождений Среднего Приобья: Автореф. дис. на соиск. учен. степ. к.т. н.: Спец. 05.02.22 / Виденеев Виктор Иванович; [Тюмен. гос. нефтегазовый ун-т. Каф. моделирования и упр. процессами нефтегазодобычи]. — Тюмень: 2002. — 23 с.; 21 см.