Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә

Византия империяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Византия

(Көнсығыш Рим империяһы)

лат. Imperium Romanum, Romania
грек. Βασιλεία Ῥωμαίων, Ῥωμανία
Империя
Vexilloid of the Roman Empire.svg
395 — 1204[1]

1261[2] — 1453[3]

Byzantine imperial flag, 14th century.svg Palaiologos Dynasty emblem.svg
XIV быуаттаға империя флагы Палеолог гербы
Byzantine Empire animated.gif
Византия импеяһының сиктәре үҙгәреүе
Баш ҡала Константинополь
Тел латин, византия теле
Дин православ
Аҡса берәмеге солид, византия аҡсаһы, дукат
Майҙаны 3 500 000 км², VI быуатта Юстиниан I хакимлек иткән осорҙа
Халҡы 3 500 000-дән (VI быуат) 5 000 000 тиклем (1281 йыл)
Идара итеү формаһы абсолют монархия
Династия 20-нән артыҡ династия
Вариҫлыҡ
Рим империяһы
Ғосман империяһы
Алдан килеүселәр:
Дауам итеүселәр:
Vexilloid of the Roman Empire.svg Рим империяһы
Латин империяһы Blason Empire Latin de Constantinople.svg
Никея империяһы Lascaris-Arms.svg
Трапезунд империяһы Komnenos-Trebizond-Arms.svg
Эпир деспотлығы Grb Nemanjica mini transparent.png
Ғосман империяһы Ottoman flag.svg
Кипр короллеге Armoiries Chypre.svg
Венециан республикаһы Coat of Arms of the Republic of Venice.svg
Готия кенәзлеге Flag of Gothia.png
Морея деспотлығы Flag of PalaeologusEmperor.svg
Фессалоника короллеге Fessaloniki.png
Ахей кенәзлеге Armoiries Achaïe.svg
Афина герцоглығы Coat of Arms of the Duchy of Athens (de la Roche family).svg
Наксос герцоглығы Armoiries Naxos.svg
Киликия батшалығы FlagKilikia.png
Икенсе Болгар батшалығы Coat of arms of the Second Bulgarian Empire.svg

Византия империяһы, Византия, Көнсығыш Рим империяһы (395—1453) — 395 йылда император Феодосий I вафат булып, Рим империяһы көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүленеп бөткәндән һуң барлыҡҡа килгән дәүләт. Бынан һуң һикһән йыл да үтмәй, Көнбайыш Рим империяһы йәшәүҙән туҡтай, ә Византия Антика Ахыры һәм Урта быуаттар тарихында ун быуат самаһына Боронғо Римдың тарихи, мәҙәни һәм цивилизация вариҫы булып ҡала[4][5].

Көнсығыш Рим империяһына ул ҡолатылғандан һуң Көнбайыш Европа тарихсыларының хеҙмәттәрендә «Византия» тигән атамаһы бирелә. Ул Константинополдең тәүге исеме — Византийҙан алынған. 330 йылда Рим императоры Константин I Рим империяһының баш ҡалаһын шунда күсерә һәм исемен «Яңы Рим» тип үҙгәртә[6]. Византийҙар үҙҙәрен римлылар — грекса «ромейҙар» тип[6], ә державаларын «Рим („Ромей“) империяһы» (урта грек (византий) телендә — Βασιλεία Ῥωμαίων, Васили́я Роме́он) йәки ҡыҫҡартып «Романия» (Ῥωμανία, Романи́я) тип йөрөтә. Көнбайыш сығанаҡтар иһә, унда VII быуаттан грек теле, эллинлашҡан халыҡ һәм мәҙәниәт өҫтөнлөк алыуы сәбәпле, уны «гректар империяһы» тип атай. Боронғо Руста Византияны ғәҙәттә «Грек батшалығы», ә уның баш ҡалаһын Царьград тип йөрөтәләр.

Константинополь, урта быуаттарҙағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе, Византия империяһының алмаштырғыһыҙ баш ҡалаһы һәм цивилизация үҙәге була[7]. Император Юстиниан I (527—565) осоронда империяның биләмәләре айырыуса киң була, сөнки ул бер нисә тиҫтә йылға Римдың элекке көнбайыш провинцияларының яр буйындағы территорияларын һәм иң ҡеүәтле Урта диңгеҙ буйы державаһы тигән данын ҡайтарып алыуға өлгәшә. Артабан күп һанлы дошмандар ҡыҫымы аҫтында ерҙәрен юғалта. Славян, лангобард, вестгот һәм ғәрәп баҫҡындарынан һуң империя ҡарамағында Греция менән Кесе Азия территорияһы ғына ҡала. IX—XI быуаттарҙа бер аҙ ҡеүәтләнһә лә, XI быуат аҙағына Сәлжүктәр һөжүменән, Манцикерт янындағы еңелеүҙән, 1204 йылда Константинополде баҫып алған тәре йөрөтөүселәр ҡыйралыштарынан көсөн юғалта, XV быуатта иһә ғосмандар баҫымына сыҙамай тулыһынса һәләк була.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим империяһының Көнсығышҡа һәм Көнбайышҡа бүленеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим империяһы территорияһының иң ҙур сағы (б.э.117 йылында, император Траян осоронда) йәшел төҫ менән күрһәтелгән. Өҫтәлгәндәре (зәңгәр төҫтә) — Византия территорияһының иң ҙур сағы (император Юстиниан I осоро, б.э. 550 йылы тирәһе) Ҡыҙыл менән Көнсығыш һәм Көнбайыш Рим империяларына бүленеш һыҙығы күрһәтелгән (б.э. 395 йылы)

330 йылда Рим императоры Бөйөк Константин баш ҡалаһы итеп Византийҙы иғлан итә, исемен «Яңы Рим» тип үҙгәртә (Константинополь — рәсми булмаған атамаһы). Марксистик тарихсылар быны етештереүҙең ҡол биләүселек ысулы кризисы һөҙөмтәһендә III быуат аҙағынан Рим империяһының көнсығыш өлкәләренең көнбайыштағыларҙан иҡтисади һәм сәйәси айырымланыуы менән аңлата. Унда иҡтисад юғарыраҡ кимәлдә тора һәм империяның иҡтисади һәм сәйәси үҙәге Көнсығышҡа торған һайын нығыраҡ шыла бара[8].

Яңы баш ҡала Ҡара диңгеҙҙән Урта диңгеҙгә илткән мөһим сауҙа юлында ултыра, игенде лә ошо юлдан ташыйҙар. Римда тәхеткә дәғүәселәр табыла тора. Хәлһеҙләндергес граждандар һуғыштарында ярышташтарын еңгәс, Константин үҙенә генә буйһонған баш ҡалалы булырға теләй. Тәрән идея түңкәрелеше лә ошо маҡсатҡа хеҙмәт итергә тейеш була: әле күптән түгел генә эҙәрләнгән христианлыҡ Константин I дәүерендә рәсми диндәрҙең береһе итеп иғлан ителә. Амвросий Медиоланский менән Феодосий I арҡаһында Константинополь христиан империяһының баш ҡалаһына әүерелә.

Рим империяһы Көнсығыш һәм Көнбайыш өлөштәргә 395 йылда, Бөйөк Феодосий I вафатынан һуң тулыһынса бүленә. Латин теле дөйөм дәүләт теле булыуға ҡарамаҫтан, тәүге быуаттарҙа Византияны Көнбайыш Рим империяһынан уның территорияһында грек (эллинистик) мәҙәниәт өҫтөнлөк алыуы айырып тора. Айырма арта бара, һәм ике йөҙ йыл эсендә дәүләт тулыһынса үҙ йөҙөнә эйә була[9].

Үҙаллы Византия барлыҡҡа килеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Византия 330—518 йылдарға үҙаллы дәүләткә әйләнә. Был осорҙа Дунай менән Рейндағы сиктәр аша Рим территорияһына күп һанлы варварҙар, нигеҙҙә, герман ҡәбиләләре үтеп инә.

Көнсығышта ла хәлдәр шулай уҡ ҡатмарлы була, 378 йылда вестготтар Адрианополь эргәһендәге данлыҡлы алышта еңеү яулай, император Валент үлтерелә һәм король Аларих бөтә Грецияны талай. Ләкин тиҙҙән Аларих көнбайышҡа — Испания менән Галлияға йүнәлә, унда готтар дәүләте була, һәм улар яғынан Византияға янаған хәүеф бөтә. 441 йылда готтарға алмашҡа һундар килә. Уларҙың юлбашсыһы Аттила бер нисә тапҡыр һуғыш аса, уларҙан ҙур яһаҡ түләп кенә ҡотолалар. Каталаун яландарындағы яуҙарҙа (451) Аттила еңелә, ләкин бер йылдан Италияға һөжүм итә; халыҡтың ҡаршылығына осрап, етмәһә, ғәскәрендә киҙеү баланғанлыҡтан Рим папаһы Лев I-нең яһаҡ түләү тураһындағы тәҡдименә күнә һәм сигенә[10].

V быуаттың икенсе яртыһында остготтар яғынан хәүеф тыуа — Бөйөк Теодорих Македонияны бөлдөрә, Константинополгә янай, ләкин көнбайышҡа йүнәлеш тотоп, Италияны баҫып ала, Рим харабаларында үҙ дәүләтен ҡора.

Баш ҡалала яу арбалары ярыштары

Христианлыҡта күп төрлө ағымдар бәрелешә: арианлыҡ, несторсылыҡ, монофизитлыҡ. Шул уҡ ваҡытта Көнбайышта папалар, Бөйөк Левтан (440—461) башлап, папа монархияһын нығыта, ә Көнсығышта Александрия патриархтары, айырыуса Кирилл (422—444) һәм Диоскор (444—451), Александрияла папа тәхетен ҡорорға тырыша. Былар менән бергә милли сыуалыштар һәм айырымланыу ынтылыштары көсәйә. Дини ҡапма-ҡаршы тороуҙар менән сәйәси мәнфәғәттәр һәм маҡсаттар үрелә.

502 йылдан фарсылар көнсығышта баҫымды көсәйтә, славяндар һәм болғарҙар Дунайҙан көньяҡта күсеп йөрөй башлай. Эске сыуалыштар көсәйә, баш ҡалала «йәшелдәр» менән «зәңгәрҙәр» (яу арбалары командаларының төҫтәре буйынса) фирҡәләренең көрәше ҡыҙа. Рим донъяһының берҙәмлеге тураһындағы фекер ҡараштарҙы Көнбайышҡа йүнәлттерә. Бындай тотороҡһоҙлоҡтан сығыу өсөн ҡеүәтле ҡул, аныҡ планлы аңлайышлы сәйәсәт кәрәк була. Бындай сәйәсәтте Юстиниан I үткәрә.

VI быуат. Император Юстиниан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юстиниан I Сан-Витале базиликаһындағы (Равенна) мозаикаға төшөрөлгән.

518 йылда император Анастасий мәрхүм булғандан һуң тәхеткә гвардия начальнигы Юстин үрләй. Сығышы менән ул македон крәҫтиәндәренән була. Эргәһендә бер туғанының улы Юстиниан булмаһа, илгә идара итеү был наҙан ҡарттың ҡулынан килмәҫ ине. Юстиниан да Македонияла тыуып үҫкән, ләкин яҡшы белем алған һәм бик һәләтле егет була. 527 йылда бөтә власты ҡулына алғас, Юстиниан империяны тергеҙеү һәм бер ҡулға буйһондороу ниәтен тормошҡа ашыра башлай. Ул сиркәү менән килешеп йәшәй. Мәжүсиҙәрҙе, самариҙарҙы, бидғәтселәрҙе гражданлыҡ хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү, хатта үлтереүгә хөкөм итеү менән ҡурҡытып, рәсми дингә күсергә мәжбүр итәләр.

Византия империяһы — 550 йылда, Юстиниан I иң ҙур биләмәләр баҫып алған осорҙа

532 йылға тиклем ул баш ҡалалағы фетнәләрҙе баҫтырыу һәм фарсыларҙың һөжүмдәрен ҡайтарыу менән була, ләкин тиҙҙән сәйәсәттең төп йүнәлеше көнбайышҡа күсә. Варварҙарҙың короллектәре үткән илле йыл эсендә көсһөҙләнә, халыҡтары империяны тергеҙеү теләге менән яна, хатта герман королдәре үҙҙәре лә Византияның сюзеренитетҡа дәғүәләрен законлы тип таба. 533 йылда Велизарий етәкселегендәге ғәскәр Төньяҡ Африкала вандалдар дәүләттәренә һөжүм яһай. Киләһе маҡсат булып Италия тора — Остгот дәүләте менән ауыр һуғыш 20 йылдан еңеү менән тамамлана.

554 йылда Юстиниан Испанияның көньяғын яулай.

Византия дипломатияһы шулай уҡ тышҡы донъяла империяның абруйын һәм йоғонтоһон көсәйтергә тырыша. Яҡты йөҙ күрһәтеү, аҡса таратыу һәм дошмандары араһында янъял сығарыу юлы менән ул Византия хакимлығы аҫтына сиктәренә яҡын йөрөгән яңынан-яңы варварҙарҙы (сәлжүктәр, хазарҙар, фракийҙар, фригийҙар, күсмә төрки ҡәбиләләре һ.б.) йәлеп итә һәм уларҙы зянһыҙландыра. Уларҙы христианлыҡҡа ылыҡтырып, үҙ идараһы аҫтына индерә. Христиан миссионерҙары Ҡара диңгеҙҙән Абиссинияға тиклем аралыҡта эшмәкәрлеген киң йәйелдерә, был да Византия сәйәсәтенең төп алымдарының береһе була.

Баҫып алыу сәйәсәтенән тыш, Юстиниан өсөн административ һәм финанс реформаһы ла мөһим бурыс булып тора. Империяның иҡтисады тәрән кризиста, идара итеү ныҡлы коррупциялашҡан була. Юстиниан байтаҡ реформалар үткәрә, улар ыңғай һөҙөмтә бирә. Бөтә империяла төҙөлөш эштәре киң йәйелдерелә. Мәҙәниәт сәскә ата.

Юстиниандан һуң. VI—VII быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Византия территорияһы б.э. 600 й. Карта империяның Иберия һәм Аппенин ярымутрауҙарында юғалтҡан территорияларын күрһәтә.

Әммә бөйөклөк ҡиммәт хаҡҡа төшә — иҡтисадты һуғыштар ҡаҡшата, халыҡ фәҡирләнә һәм Юстиниандың вариҫтары (Юстин II (565—578), Тиверий II (578—582), Маврикий (582—602) оборонаға иғтибарҙы көсәйтергә мәжбүр була һәм сәйәсәтте көнсығышҡа бора. VI—VII быуаттар аҙағында Византия Көнбайышта яулағандарының байтағын юғалта, бары тик Италияның төрлө мөйөшөндә биләмә киҫәктәре, көнбайыш Урта диңгеҙҙәге ҙур утрауҙары һәм Карфаген экзархаты ғына ҡала.

Йәнә лә лангбардтар Византия ҡулынан Италияның яртыһын тартып ала, 591 йылда Фарсы менән һуғышта Әрмәнстан алына, төньяҡта славяндар һәм аварҙар менән алыштар адуам итә.

610 йылда Карфаген экзархының улы Ираклий император Фоканы бәреп төшөрә һәм яңы династияны башлап ебәрә. Ул империяға янаған хәүефтәргә ҡаршы торорға һәләтле булып сыға. Был осор Византия өсөн айырыуса ауыр осор була — фарсылар Мысырҙы, Сүриәне һәм Кесе Азияның бер өлөшөн яулай, Константинополгә янай. Төрлө яҡтан аварҙар, славяндар, лангобардтар һөжүм итә. Ираклий фарсыларҙы еңә.

626 йылда Константинополь аварҙар, славяндар һәм улар менән берләшкән фарсылар тарафынан ҡамала. Ләкин ҡаланы алыу ниәте бойомға ашмай, аварҙар менән славяндар низағлашып китә лә улар сигенергә мәжбүр була.

634 йылда хәлиф Үмәр Сүриәгә бәреп инә. 635 йылда ғәрәптәр Дамаскты яулай. Сүриәне ҡулға төшөрөү маҡсатында Византия һәм Ғәрәп хәлифәлеге араһындағы хәл иткес бәрелеш 636 йылдың 20 авгусында була. Ғәрәп мосолмандары еңеү яулай. Ираклий Константинополгә сигенә. Киләһе 40 йыл эсендә Мысыр, Төньяҡ Африка, Сүриә, Фәләстин, Үрге Месопотамия юғалтыла. Ғәрәптәр флот төҙөй, Константинополде ҡамауға ала. Әммә яңы император Константин IV Погонат (668—685) уларҙың һөжүмен кире ҡаға. Константинополде биш йыл буйы ҡамап тотоуға ҡарамаҫтан (673—678) ғәрәптәр уны ала алмай.

650 йылға Византия территорияһы. Көньяҡ-көнсығышта ҡараһыу төҫ менән Ғәрәп хәлифәлегенең киңәйә барған биләмәләре билдәләнгән

Был ҡатмарлылыҡтан империя тупланып сыға, милли составы берҙәмгә әйләнә, дин буйынса айырымланыуҙар ҙа артта ҡала, сөнки Сүриә, Мысыр һәм Төньяҡ Африкала монофизитлыҡ менән несторианлыҡ киң таралыу таба. VII быуат аҙағына Византия территорияһы Юстиниан державаһының өстән бер өлөшөнән дә кәмерәкте тәшкил итә. Уның биләмәләренең төп өлөшөн гректар йәки эллинлашҡан ҡәбиләләр тәшкил итә.

VII быуатта идарала етди реформалар үткәрелә — эпархиялар һәм экзархаттар урынына империя стратигтарға буйһонған фемдарға бүленә. Урта грек теле дәүләт теле булып китә, хатта император титулы ла яңыса яңғыраш алып, василевс (en:Basileus) булып китә. Хакимиәттә элекке латинса титулдар юҡҡа сыға йә яңы атамалар ала — логофеттар, стратегтар, эпархтар, друнгарийҙар. Армияла грек телендә бойороҡтар бирелә. Византия империяһы һуңғы көнгә тиклем Рим империяһы тип йөрөтөлһә лә, латин теле ҡулланыуҙан сыға.

VIII быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

717 йылға Византия империяһы

VIII быуат башында тотороҡлолоҡ йәнә кризистар менән алмашына, болғарҙар, ғәрәптәр менән һуғыштар була, туҡтауһыҙ ихтилалдар бара. Ниһәйәт, Лев Исавр, тәхеткә Лев III булараҡ ултырған император, дәүләттең тарҡалыуын туҡтата һәм ғәрәптәрҙе ҡыйрата.

Ярты быуат эсендә тәүге ике Исавр империяға муллыҡ һәм сәскә атыу килтерә.

Византиялағы Мәрйәм Ана иконаһы. Третьяков галереяһы.

Императорҙар сиркәүҙең үҫә барған ҡеүәтен йүгәнләргә тырыша. Бынан тыш, иконаларға табыныуҙан баш тартып, Исавр императорҙары һүрәтте тыйған ғәрәптәр менән яҡынлашыуға ынтыла. Иконаларға ҡаршы сәйәсәт ғауға һәм фетнәләрҙе ҡыҙҙыра, бер үк ваҡытта Рим сиркәүе менән мөнәсәбәттәрҙе боҙа. Иконаларға табыныу VIII быуат аҙағында беренсе ҡатын-ҡыҙ император — императрица Ирина арҡаһында ғына кире тергеҙелә. Ләкин IX быуат башында иконаларға ҡаршы тороу сәйәсәте ҡабат башлана.

IX—X быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

800 йылда Бөйөк Карл Көнбайыш Рим империяһын тергеҙеү тураһында иғлан итә, был Византияны кәмһетеү кеүек ҡабул ителә. Бағдад хәлифәлеге көнсығыштан ҡыҫымын көсәйтә.

Бөйөк Карлдың император титулын таныған 812 йылғы килешеү Италияла ҙур территорияларҙы юғалтыуҙы аңлата, унда Византия тик Венецияны һәм ярымутрауҙың көньяғындағы ерҙәрҙе генә һаҡлап ҡала.

Император Лев V Әрмән (813—820) һәм Фригий династияһынан ике император — Михаил II (820—829) һәм Феофил (829—842) — иконаға ҡаршы көрәште көсәйтә. Йәнә утыҙ йылға империя сыуалыштарға сума.

804 йылда ғәрәптәр менән һуғыш яңынан тоҡана, ул Крит утрауының мосолман пираттары тарафынан тартып алыныуына килтерә.

Бигерәк тә болгарҙар ҙур хәүеф тыуҙыра. Улар Адрианополде яулай һәм Константинополгә тиклем килеп етә. Крум хандың үлеме генә был хәүефтән ҡотҡара.

Василий I (һулдан беренсе) һәм уның улы Лев VI. Иоанн Скилица хроникаһынан миниатюра
1000 йылға Византия империяһы

Болалы осор власҡа 867 йылда македон династияһы килеү менән тамамлана. Императорҙар Василий I Македон (867—886), Роман I Лакапелы (919—944), Никифор II Фока (963—969), Иоанн I Цимисхий (969—976), Василий II (976—1025) Византияға 150 йыллыҡ сәскә атыу һәм ҡеүәтлелек осорон тәьмин итә. Болгария, Крит, Апенниндың көньяғы яулана, ғәрәптәргә уңышлы барымталар яһала. Биләмәләренең сиктәре Евфрат һәм Тигрға тиклем киңәйә, Иоанн Цимисхий Йәрүсәлимгә тиклем барып етә.

XI быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1019 йылда Василий II Болгарияны, һуңыраҡ Әрмәнстандың бер өлөшөн һәм Иберияның бер өлөшөн яулап ала[11], был осор империяның иң ҡеүәтле осоро була. Иҡтисад сәскә ата.

Фәрештәләр тарафынан мәсехләнгән Василий II. "Минология"нан миниатюра

Әммә феодаль тарҡаулыҡ билдәләре күренә башлай. Ҙур биләмәләргә эйә булған аҡһөйәктәр үҙәккә ҡаршы тора.

Василий II вафат булғандан һуң уның энеһе Константин VIII (1025—1028) һәм Константиндың ҡыҙҙары һәм кейәүҙәре осоронда империя ҡаҡшай.

Хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә тәхеткә Исаак Комнин (1057—1059) ултыра; ул тәхеттән баш тартҡас, Константин X Дука (1059—1067) император була. Унан һуң власҡа Роман IV Диоген (1067—1071) килә, уны Михаил VII Дука (1071—1078) бәреп төшөрә лә үҙе ултыра; ихтилалдан һуң тажды Никифор Вотаниат (1078—1081) эләктерә. Ҡыҫҡа мөҙҙәтле хакимлыҡтар анархияны көсәйтә, эске һәм тышҡы кризис тәрәнәйә.

1081 йылда Византия империяһы

Италия XI быуат уртаһына нормандар баҫымы арҡаһында юғалтыла, ләкин төп хәүеф көнсығыштан килә — 1071 йылда Роман IV Диоген сәлжүктәрҙән еңелә, унан Византия мандый алмай. 1054 йылда христиан сиркәүҙәре араһында рәсми айырылыу ғәмәлгә аша, был хәлде тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаштыра. Киләһе ике тиҫтә йыл эсендә бөтә Анатолияны төрөктәр яулап ала. 1080 йылда Византия империяһынан айырылып сыҡҡан Киликия бойондороҡһоҙ дәүләткә әйләнә[12]. Ни сара күрергә белмәгән император Алексей I Комнин (1081—1118) 1095 йылда Рим папаһынан хәрби ярҙам һорай. 1204 йылда Константинополде тәре йөрөтөүселәр баҫып ала, ил тарҡала.

1081 йылда тәхеткә менгән Комниндар династияһы (1081—1204) феодаль аристократия вәкилдәре була. Сәлжүктәр Иконияла ҡала (Кония солтанлығы); Балканда нығына барған Венгрия ярҙамында славян халыҡтары бойондороҡһоҙ тиерлек дәүләттәре төҙөй; ниһәйәт, Көнбайыш та етди хәүеф сығанағына әүерелә.

XII быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1180 йылда Византия империяһы

1081 йылда йәш византий хәрби начальнигы Алексей Комнин (1081—1118 йылдарҙа император) Константинополде һәм император тәхетен яулай. Империяның хәле киҫкен була. Көнсығыштан сәлжүктәр Мәрмәр диңгеҙгә етә, көнбайышта сицилий нормандары Грецияға бәреп инергә әҙерләнә. Дунай буйҙарын бәшнәктәр тындырмай. Бөтә көстә туплап, Алексей тышҡы дошмандарҙы йүгәнләүгә өлгәшә. Император эске элитаның ҡаршылашыуын да еңә. Билдәле уңыштарға ҡарамаҫтан, империяһының хәле ҡатмарлы көйө ҡала: XI быуат аҙағындағы граждандар һуғышы һәм тышҡы хәүефтәр Византияның һәм уның буйһоноуындағы биләмәләрҙең иҡтисадына кире йоғонто яһай.

Тәре походтары башланғас, хәл үҙгәрә төшә. Император Алексей тәре йөрөтөүселәр менән килешеүгә бара. Бының ыңғай һөҙөмтәләре була.

Алексей үткәргән эске үҙгәрештәр ҙә ыңғай бара. Хакимиәткә ул үҙенең туған-тыумасаһын йә дуҫ-ишен тәғәйенләй. Алексей финанс реформаһы ла үткәрә, яңы аҡса сығара, һалымдарҙы тәртипкә һала. Йәнә ул Венеция менән килешеү төҙөй. Был килешеү изге Марк республикаһы өсөн яңы сауҙа баҙарҙары аса һәм Константинополь менән латин ҡалаларының баҙарҙары араһында коммерция бәйләнештәрен киңәйтә. Император шулай уҡ төҙөлөш менән дә әүҙем шөғөлләнә.

Иоанн II Комнин (1118—1143 йылдарҙағы император) әүҙем экспансионистик сәйәсәт алып бара. Төрөктәрҙән византий биләмәләренең бер өлөшөн кире тартып ала. Антиохия кенәзлеген вассаллыҡ анты бирергә мәжбүр итә. Мануил I Венгриянан Византия суверенитетын таныуҙы талап итә һәм Сербияла үҙ хакимиәтен раҫлай. Ләкин Венеция яғынан хәүеф көсәйә. 1176 йылда Византия армияһы Мириокефалон эргәһендә төрөктәр тарафынан тар-мар ителә. Византия бөтә яҡлап оборона тоторға мәжбүр була.

Византияның тәре йөрөтөүселәргә ҡарата сәйәсәте уларҙың түрәләрен вассаллыҡ ептәре менән бәйләүҙән һәм улар ярҙамында көнсығыш территорияларҙы кире ҡайтарырға тырышыуҙан тора, ләкин был уңыш килтермәй. Улар менән мөнәсәбәттәр боҙола бара.

Тәре йөрөтөүселәр Константинополгә килә. Икенсе тәре походы (1145—1149 йылдар).

Комниндар Көнбайыш империяны емерергә һәм Рим өҫтөнән власты ҡайтарырға хыяллана.

Был хыялдарҙы бойомға ашырыу өсөн айырыуса Мануил I тырыша. Мануил империяны донъяға данлаған һәм Константинополде Ауропа сәйәсәте үҙәгенә әйләндергәндәй тойолһа ла, 1180 йылда уның вафатынан һуң, Византияның бөлгән, латинлылар тарафынан ситләтелгән булыуы асыҡлана. Илдә эске кризис өлгөрә.

ХIII быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мануил I мәрхүм булғандан һуң, Константинополдә хөкүмәт сәйәсәте менән ризаһыҙ халыҡ ихтилалға күтәрелә (1181 йыл). Константинополдә 1182 йылда латиндарҙы ҡыралар: католик сауҙагәрҙәрҙе күпләп үлтерәләр, ошо арҡала Көнбайыш менән мөнәсәбәттәр киҫкен боҙола. Иҡтисад кризисы башлана: феодаль тарҡаулыҡ көсәйә, провинцияларҙың үҙәк властан бойондороҡһоҙлоғо арта, армия һәм флот көсһөҙләнә. Кипр, Трапезунд, Фессалия, власҡа Ангелдар династияһы килгәс, ғәмәлдә үҙәккә буйһоноуҙан туҡтай. Империяның тарҡалыуы башлана. 1187 йылда Болгария айырыла. 1190 йылда Византия Сербияның үҙаллылығын танырға мәжбүр була.

Дүртенсе тәре походы (1202—1204) Фәләстин урынына Константинополгә ҡаршы йүнәлтелә. Византияның тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы торорлоҡ хәле булмай сыға.

Византия империяһы дүртенсе тәре походынан һуң (1204 г.)

1204 йылда тәре йөрөтөүселәр армияһы Константинополде ала. Күп һанлы сәнғәт ҡомартҡылары юҡ ителә, ҡала тулыһынса талана[13][14]. Византия бер нисә дәүләткә — Латин империяһына, Ахей кенәзлегенә, Никея, Трапезунд, Эпир империяларына тарҡала.

XIV—XV быуаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғосмандарҙың һөжүме көсәйә бара. 1326 йылда Бурса ғосмандарға бирелә, улар уны баш ҡалаға әйләндерә. Артабан Никея (1329), Никомедия (1337) яулана; 1338 йылда ғосмандар Босфорға етә һәм уны граждандар һуғышында уларҙан ярҙам һораған византийҙар булышлығы менән кисеп сыға. 1352—1354 йылдарҙа ғосмандар Галлиполи ярымутрауын ала һәм Ауропаны яуларға тотона. Императорҙарға көнбайышта ярҙам эҙләргә тура килә.

Византия империяһы 1355 йылда

Морат I (1359—1389) Фракияны (1361), Филиппополде, Адрианополде ала, һуңғыһына баш ҡалаһын күсерә (1365). Шулай итеп, ғосмандар Балҡан ярымутрауын баҫып алыуҙы тамамлай. Марица эргәһендә улар көньяҡ сербтарҙы һәм болгарҙарҙы тар-мар итә (1371); Македонияла колониялар булдыра, Фессалоникиға янай (1374); Албанияға (1386) баҫып инә, Серб империяһын тар-мар итә, Болгарияны ғосман пашалығына әйләндерә (1393). Византия императоры Иоанн V Палеолог үҙен солтандың вассалы тип танырға, уға яһаҡ түләргә һәм Филадельфияны алыу өсөн ғәскәр бирергә мәжбүр була (1391).

Ғосман солтаны Баязит I (1389—1402) Византия империяһына тағы ла дәррәүерәк баҫым яһай башлай. Ул баш ҡаланы һәр яҡлап ҡыҫымға ала (1391—1395), ә Көнбайыштың Никополь эргәһендәге яуҙа (1396) Византияны ҡотҡарырға тырышыуы уңышһыҙлыҡҡа осрағас, ул Константинополде штурмлап алырға була (1397), бер юлы Мореяға ла һөжүм итә. Аҡһаҡ Тимерҙең ғосмандарға ябырылыуы һәм Ангора (Анкара) эргәһендә ҡыйратыуы (1402) империяның ғүмерен тағы егерме йылға оҙайта.

Ләкин 1421 йылда Морат II (1421—1451) һөжүмде яңырта. Константинополь көслө ҡаршылыҡ күрһәтә (1422); ул Фессалоникиҙы /Салоники/ эләктерә (1430); Мореяға инә (1423); Босния һәм Албанияла уңышлы хәрәкәт итә, Валахия (Молдаван кенәзлеге) хакимын яһаҡ түләргә мәжбүр итә.

Византия империяһы 1430 йылда

Византия империяһының биләмәләре бик тарая. 1444 йылда Варна эргәһендәге бәрелештә көнсығыш христиандарҙың ғосмандарға ҡаршы торорға һуңғы тырышлығы һындырыла. Константинополь яңғыҙы бирелмәй тороп ҡала. Ләкин уның да ахыры яҡынлаша.

Константинополдең ҡолауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XV быуат башына Византия Ауропаның бер мөйөшөндәге бәләкәс кенә дәүләт булып ҡала. Төрөк тәхетенә килгән яңы көслө солтан Мәхмәт II Константинополде яулау ниәте менән яна.

1453 йылдың 5 апрелендә төрөктәр Константинополде ҡамауға ала.

Константинополь диуарҙары

180 меңләп кешенән торған төрөк ғәскәренә ҡаршы император Константин XI Палеолог ни бары 7000 һалдатты сығара, уларҙың да өстән бере сит ил граждандары була; императорҙары ҡул ҡуйған сиркәү унияһына ҡаршы булған византийҙарҙың һуғышҡыһы килмәй. Шуға ҡарамаҫтан, төрөк артиллерияһы ни тиклем ҡеүәтле булһа ла, уның беренсе һөжүме кире ҡағыла.

Мәхмәт II флотын Алтын Мөгөҙ бухтаһына алып инә һәм нығытмаларҙы икенсе яҡтан сәпкә ала. Ләкин 7 майҙағы штурм да килеп сыҡмай. Константинополдә Константин XI тантаналы телмәр тота, һалдаттарҙы һуңғы тамсы ҡанына тиклем алышырға саҡыра, уларҙың боронғо Рим һәм Греция вариҫтары икәнлеген иҫтәренә төшөрә. Был һалдаттарҙы бер аҙ рухландыра.

28 майҙан 29 майға ҡаршы төндә һуңғы атака башлана. Ғосмандарҙың ике һөжүме кире ҡағыла; Мәхмәт яңысарҙарҙы яуға ташларға була. Төрөктәр, ер аҫты юлынан үтеп инеп, ҡаланы яҡлаусыларға тылдан ташлана. Шулай итеп, Константинополь ҡолай.

1453 йылдың 30 майында иртәнге сәғәт һигеҙҙә Мәхмәт II тантаналы рәүештә баш ҡалаға аяҡ баҫа һәм ҡаланың төп соборын — Изге София соборын — мәсеткә әйләндерергә бойора.

Византияның халҡы һәм телдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Византия империяһының милли составы, бигерәк тә башланғыс осоронда, бик сыбар була: гректар, италийҙар (италиктар), арамдар, копттар, әрмәндәр, йәһүдтәр, Кесе Азиянан эллинлашҡан ҡәбиләләр, фракийҙар, иллирийҙар, дактар, көньяҡ һәм төньяҡ славяндар. Византияның биләмәләре бәләкәйләнә барған һайын (VI быуат аҙағынан) халыҡтарҙың бер өлөшө ситтә ҡала, шул уҡ ваҡытта уға яңы халыҡтар килә (IV—V быуаттарҙа готтар, VI—VII быуаттарҙа славяндар, VII—IX быуаттарҙа ғәрәптәр, XI—XIII быуаттарҙа бәшнәктәр, ҡыпсаҡтар һ. б.). VI—XI быуаттарҙа Византия составында артабан итальян халҡын хасил иткән этник төркөмдәр була. Византиияның дәүләт теле IV—VI быуаттарҙа — латин теле, VII быуат аҙағынан алып грек теле була.

Дәүләт төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим империяһы 395 йылда

Рим империяһынан Византия идара итеүҙең башында император торған монархия формаһын ҡабул итеп ала. VII быуаттан башлап дәүләт башлығы йышыраҡ автократор (грек. Αὐτοκράτωρ — хаким) йәки василевс (грек. Βασιλεὺς — батша) тип йөрөтөлә.

Византия империяһы Көнсығыш һәм Иллирик префектураларынан тора, һәр ҡайһыһының башында префекттар тора: Көнсығыш преторияһы префекты (лат. Praefectus praetorio Orientis) һәм Иллирик преторияһы префекты (лат. Praefectus praetorio Illyrici). Константинополь ҡалаһы префеты (лат. Praefectus urbis Constantinopolitanae) етәкселегендәге Контантинополь ҡалаһы айырым берәмек була.

VI быуат аҙағынан үҙгәрештәр башлана. Реформа нигеҙҙә оборонаға (экзархаттар урынына фемдарға административ бүленеш) һәм грек мәҙәниәтенә (логофет, стратег, друнгарий вазифаларын индереү һ.б.) менән бәйле була. X быуаттан идара итеүҙең феодаль принциптары киң тарала, уның һөҙөмтәһендә тәхеттә феодаль аҡһөйәктәр нығына.

Иң юғарғы ике хәрби вазифа булып пехота баш командующийы (лат. magister paeditum) һәм атлы ғәскәр начальнигы (лат. magister equitum) тора, һуңыраҡ был вазифалар берләштерелә (Magister militum); баш ҡалала пехота һәм атлылар магистрҙары (Опсикий Стратигы) (лат. Magistri equitum et paeditum in praesenti) була. Бынан тыш, Көнсығыштың пехота һәм атлылар магистры (Анатолик Стратигы), Иллириктың пехота һәм атлылар магистры, Фракияның пехота һәм атлылар магистры (Фракисия Стратигы).

Армия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Византия армияны Рим империяһынан мираҫ итеп алһа ла, уның структураһы эллин дәүләттәрендәге фалангалар системаһына яҡын була. Византияның ахырында ул ялланмаға әйләнә һәм һуғышсанлыҡ һәләте лә әллә ни юғары булмай.

Б.э. 530 йылда Дара эргәһендәге алыштың планы. Византия империяһы яғында сит илдәрҙән ялланма һуғышсылар, шул иҫәптән һундар ҡатнаша. Дара эргәһендәге яу
Византия империяһының фемдары
Византиялағы яу кейеме кливаниум (Κλιβάνιον)

Уның ҡарауы, хәрби идара һәм тәьминәт системаһы ентекләп эшләнә, стратегия һәм тактика буйынса хеҙмәттәр баҫылып сыға, төрлө техник саралар, айырып әйткәндә, дошман һөжүме хаҡында белдереү өсөн маяҡтар теҙмәһе ҡулланыла. Иҫке Рим ғәскәренән айырмалы флоттың әһәмиәте ныҡ арта, «грек уты» тигән ҡоролманы уйлап табыу уға диңгеҙҙә хакикмлыҡ яуларға ярҙам итә. Сасаниҙарҙан күреп, тулыһынса броняланған атлылар ғәскәре төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта техник яҡтан ҡатмарлы ырғытыу ҡоралдары, баллисталар һәм катапульталар юҡҡа сыға.

Ғәскәр туплауҙың фем системаһына күсеү илгә 150 йыл буйы уңышлы һуғыштар алып барылыуын тәьмин итә, әммә крәҫтиәндәрҙең фәҡирләнеүе һәм феодалдарҙан бойондороҡлолоҡҡа эләгеүе хәрби ҡеүәтте кәметә.

Армия һәм флот торған һайын нығыраҡ ҡаҡшай, ә империяның ахырына ялланма берләшмә булып ҡына ҡалалар. 1453 йылда 60 мең кеше йәшәгән Константинополь бары тик 5 меңлек ғәскәр һәм 2,5 мең ялланма яугир генә ҡуя ала. X быуаттан Константинополь императорҙары технологик яҡтан алға киткән һәм хәрби эштә көслө көньяҡ һәм төньяҡ рустарҙы, шулай уҡ күрше варвар төрки ҡәбиләләренән яугирҙәр яллай. X быуаттан этник яҡтан ҡатнаш варягтар ауыр пехотала ҙур урын биләй, ә еңел атлы ғәскәрҙәр төрки күсмәселәрҙән туплана.

XI быуат башында викингтар походтары осоро тамамланғас, Скандинавиянан ялланмалар Урта диңгеҙ аша Византияға йүнәлә. Буласаҡ норвег короле Ҡәтғи Харальд варяг гвардияһында бер нисә йыл һуғышҡан, Варяг гвардияһы 1204 йылда Константинополде тәре йөрөтөүселәрҙән батырҙарса обороналай һәм ҡаланы алғанда тар-мар ителә.

Мәҙәниәт һәм йәмғиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Императорҙар Василий I Македондан Алексей I Комнинға тиклемге (867—1081) осор ҙур мәҙәни әһәмиәткә эйә була. Византиясыллыҡ ныҡ күтәрелә һәм уның мәҙәни миссияһы көньяҡ-көнсығыш Аурупаға тарала. Танылған эллинсылар һәм византий-фессалоникилылар Кирилл менән Мефодий славян әлифбаһын — глаголицаны эшләй. Бының нигеҙендә славяндарҙың яҙма әҙәбиәте барлыҡҡа килә. Патриарх Фотий Рим папаларының дәғүәләрен кире ҡаға һәм Константинополдең сиркәү бойондороҡһоҙлоғона хоҡуғын теоретик йәһәттән нигеҙләй.

Фәнни өлкәлә был осор емешлелек һәм әҙәби үҫеш менән айырылып тора. Был осор йыйынтыҡтарында һәм эшкәртмәләрендә әҫәрҙәре юғалтылған яҙыусыларҙан алынған ҡиммәтле тарихи, әҙәби һәм археологик материал һаҡланған.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Византияның бронза тәңкәләре, Анастасий I идараһы, 498—518

Дәүләт составына күп ҡалалары булған бай ерҙәр — Мысыр, Кесе Азия, Греция — инә. Ҡалаларҙа һөнәрселәр һәм сауҙагәрҙәр сословиеларға берләшә. Сословиеға ҡарау бурыс түгел, ә өҫтөнлөктәр һәм бәҫ өҫтәй торған шарт була.

Коррупцияланған идара итеү системаһына, бик ҙур һалымдарға, ҡол биләүселек хужалығына һәм һарай интригаларына ҡарамаҫтан, Византия иҡтисады оҙаҡ ваҡыт Ауропала иң көслөһө була. Сауҙа көнбайышта элекке Рим биләмәләре, көнсығышта Һиндостан менән алып барыла. Хатта ғәрәп талауҙарынан һуң да империя бик бай булып ҡала. Әммә финанс сығымдары бик күп була, ә илдең байлығы көнләшеү тыуҙыра. Итальян сауҙагәрҙәренә бирелгән өҫтөнлөктәр арҡаһында сауҙаның бөлөүе, Константинополдең тәре йөрөтөүселәр ҡулына күсеүе, төрөктәрҙең ҡыҫырыҡлауы финанс өлкәһенең һәм тотош дәүләттең көсһөҙләнеүенә килтерә.

Дәүләт тарихының башланғыс осоронда иҡтисад нигеҙен етештереү һәм таможня структураһы тәшкил итә. Бөтә Евразиялағы (Һиндостан менән Ҡытайҙан тыш) етештереүҙең 85-90 проценты Көнсығыш Рим империяһына тура килә. Империяла халыҡ ҡулланыуы тауарҙарынан (май лампалары, ҡорал, яу кейемдәре, ябай лифттар, көҙгө, косметика кәрәк-ярағы) башлап, уникаль сәнғәт әҫәрҙәренә тиклем (иконалар төшөрөү, рәсем сәнғәте әҫәрҙәре) етештерелә.

Фән, медицина, хоҡуҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Византия фәне дәүләттең бөтә йәшәү дауамында антик философия һәм метафизика менән тығыҙ бәйле була. Ғалимдарҙың төп эшмәкәрлеге ҡулланма яҫылыҡта бара, унда билдәле уңыштар ҙа яулана, мәҫәлән, Константинополдә София соборы төҙөлә, грек уты уйлап табыла. Шул уҡ ваҡытта саф фән бөтөнләй тиерлек үҫмәй. Юстиниан осоронан башлап беренсе мең йыллыҡ аҙағына ҡәҙәр фән бик түбән кимәлдә ҡала], ләкин унан һуң Византия ғалимдары үҙен күрһәтә, бигерәк тә, ғәрәп һәм фарсы ҡаҙаныштарына таянып, астрономияла һәм математикала.

Медицина антик осор менән сағыштырғанда алға китеш күҙәтелгән һирәк тармаҡтарҙың береһе була. Византия медицинаһының йоғонтоһо ғәрәп илдәрендә лә, Яңырыу осоронда Ауропала ла һиҙелә.

Империя йәшәгән һуңғы йөҙ йылда Византия иртә Яңырыу осоро кисергән Италияла боронғо грек әҙәбиәтен таратыуҙа ҙур роль уйнай. Астрономия менән математиканы өйрәнеү үҙәге булып Трапезунд академияһы тора.

Юстиниан I-нең хоҡуҡ өлкәһендәге реформалары юриспруденция үҫешенә көслө йоғонто яһай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Тәре йөрөтөүселәр Константинопольды быҫып ала
  2. Михаил VIII Палеолог иғлан иткән империяны киренән тергеҙеү
  3. Константинопольде төрөктәр баҫып ала
  4. Halsall, Paul Byzantium. Fordham University (1995). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2011. 21 июнь 2011 тикшерелгән.
  5. Millar 2006, pp. 2, 15; James 2010, p. 5: «But from the start, there were two major differences between the Roman and Byzantine empires: Byzantium was for much of its life a Greek-speaking empire oriented towards Greek, not Latin culture; and it was a Christian empire.»
  6. 6,0 6,1 История человечества (русскоязычная версия), ЮНЕСКО, т. 3, стр. 273
  7. История Византии в трёх томах, Институт истории (Академия наук СССР), издательство «Наука», СССР, 1967 г., т. 1, стр. 67
  8. Всемирная история : в 10 т. Т. 3. / Отв. ред. Н. А. Сидорова ; Гл. ред. Е. М. Жуков. — М. : Госполитиздат, 1957. — 896 с. — С. 84.
  9. Wells 1922, Chapter 33.
  10. Гумилёв Л. Н. oks?id=idzMAAAAQBAJ&pg=PT17 Открытие Хазарии. — М.. — С. 17. — 858 с.
  11. John F. Haldon.
  12. Алексей Сукиасян // История Киликийского армянского государства и права (XI—XIV вв.) [1] // Введение. стр. 5—24 (333) Ереван — 1969 г.
  13. Походы крестовые // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  14. Константинополь — статья из Большой советской энциклопедии (3-е издание)

Әҙәби һәм документаль-тарихи фильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Византия тарихсыларының хеҙмәттәре:

  • Прокопий Кесарийский. Һуғыш менән готтар. — М., 1996. — 336 б. — ISBN 5-85551-143-X.</nowiki>
  • Прокопий Кесарийский. Һуғыш менән готтар. Тураһында, ишегалдына. — М., 1996. — 304 с. </nowiki>- ISBN 5-85551-145-6. </nowiki>
  • Прокопий Кесарийский. Һуғыш менән перси. Һуғыш менән ваннала. Тайная история. — М., 1993. — 576 с. — ISBN 5-02-009494-3.</nowiki>
  • Агафий Ириней. Тураһында царствовать Юстиниан. — М., 1996. — 256 с. — ISBN 5-85551-141-3.</nowiki>
  • Феофилакт Самокатта. Тарих. — М., 1996. — 232 с. — ISBN 5-85551-141-1.</nowiki>
  • Византийское тарихсылар: Лекси, Ивний, Олимпионок, Мал, Петр Патриций, Менандр, Кандид, Дон, Феофан: ҡалдыҡтарына тап булған.
  • Иоанн Малала. Хронограф. Кн. 13-14. — Белгород, 2014.
  • Феофан. Елъязмасы. — М., 1884.
  • Продолжатель Феофан. Жизнеописание византийское батшалар. — СПб., 2009.
  • Лев Диакон. Тарих. — М., 1988.
  • Константин Багрянородный. Хакимлығы тураһында империей. — М., 1991. — 496 б. </nowiki>- ISBN 5-02-008637-1.</nowiki>
  • Никифор Времени. Тарихи яҙмалары.
  • Анна Комина. Лексикала. — СПб., 1996.
  • Никита Ходит. Тарих. — СПб., 1860.
  • Михаил Пселл. Хронограф. — М., 1978.
  • Византийское тарихсылар тураһында падение Константинополь был 1453 йылда. — СПб., 2006.
  • Патриарх Никифор. Ҡыҫҡаса тарихы.
  • Георгий Акрополь. Тарих. — СПб., 2013.
  • Георгий Амартола. Хроника. — М., 2000.
  • Георгий Ахмер. Тарих. — СПб., 1862.
  • Иоанн Кинда. Ҡыҫҡаса күҙәтеү царствовать һәм Иоанн Манила Комдив. — СПб., 1859.
  • Самарская хроника; Иоанн Каменистая. Взятие Песник. — М., 1959.
  • «Лев енәйәт эшләүсе»: Царствовать императоры Лев 5-се Армянин был византийское хроника 9. в. — СПб., 2014.
  • Симеон Метафора. Һүрәтләү-се донъя ҡалған һәм тектоник. — СПб., 1905.

Хәҙерге заман тикшеренеүҙәре:

  • Аверинцев С. Византийский культурный тип и православная духовность // Аверинцев С. С. Поэтика ранневизантийской литературы. СПб., 2004, с. 426—444.
  • Бибиков М. В. Византийская историческая литература. — СПб., 1998. — 320 с. </nowiki>- ISBN 5-89329-055-7.</nowiki>
  • Браунворт Л. Забытая Византия, которая спасла Запад / Пер. с англ. — М., 2012. — 416 с. </nowiki>- ISBN 978-5-271-41620-0.</nowiki>
  • Византийский временник. Т. 1-25. — СПб. (Пг., Л.), 1894—1927.
  • Византийский временник: Новая серия. Т. 1-73. — М., 1947—2014.
  • Византийский словарь. В 2 т. / Сост., общ. ред. К. А. Филатова. Авторы: С. Ю. Акишин, Г. В. Баранов, А. Е. Голованов и др. — СПб.: Амфора, Издательство РХГА, Издательство Олега Абышко, 2011.
  • Византия: Утраченная империя / Byzantium: The Lost Empire (1997) — документальный сериал Discovery Channel
  • Гаген С. Я. Византийское правосознание 4-15 вв. — М., 2012. — 304 с. </nowiki>- ISBN 978-5-93295-985-5.</nowiki>
  • Гийу А. Византийская цивилизация / Пер. с фр. — Екатеринбург, 2005. — 552 с. — ISBN 5-9709-0114-8.</nowiki>
  • Дашков С. Б. Византийские императоры. — М., 1997. — 368 с. </nowiki>- ISBN 5-87305-002-3. </nowiki>
  • История Византии. В 3-х т. / Редколл.: Сказкин С. Д. и др. — М., 1967. — 528+480+512 с.
  • Каждан А. П. Византийская культура (X—XII вв.). — СПб.: Алетейя, 2006. — 284 с. — (Византийская библиотека. Исследования). — 1 000 экз. — ISBN 5-89329-040-2.
  • Каплан М. Византия / Пер. с фр. — М., 2011. — 416 с. </nowiki>- ISBN 978-5-9533-2070-2.</nowiki>
  • Карышковский, Пётр Осипович Лев Диакон о Тмутараканской Руси // Византийский временник, № 42 (1960)
  • Культура Византии. В 3-х т. — М., 1984—1991.
  • Курбатов Г. Л. История Византии: Историография. — Л., 1975. — 256 с.
  • Курбатов Г. Л. История Византии: От античности к феодализму. — М., 1984. — 208 с.
  • Левченко М. В. История Византии: Краткий очерк. — М.; Л., 1940. — 272 с.
  • Норвич Д. История Византии / Пер. с англ. — М., 2010. — 552 с. — ISBN 978-5-17- 050648-4.
  • Острогорский Г. История Византийского государства / Пер. с нем. — М., 2011. — 896 с. </nowiki>- ISBN 978-5-91362-358-1. </nowiki>
  • Степаненко В. П. Политическая обстановка в Закавказье в первой половине XI в. (недоступная ссылка — история)
  • Удальцова З. В. Византийская культура. — М.: Наука, 1988. — 288 с. — (Из истории мировой культуры). — 50 000 экз. ISBN 5-02-008917-6.
  • Хэлдон Д. История византийских войн / Пер. с англ. — М., 2007. — 464 с. </nowiki>- ISBN 978-5-9533-1952-2. </nowiki>
  • Mango C. A. The Oxford History of Byzantium. — Oxford University Press, 2002. — ISBN 0-19-814098-3.
  • Rosser J. Historical Dictionary of Byzantium. — Scarecrow, 2011. — ISBN 0-8108-7567-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]