Вики

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вики
Нигеҙендә эшләнгән Бөтә Донъя Селтәре
Башланыу датаһы 25 март 1995
Асыусы йәки уйлап табыусы Каннингем, Уорд[d]
Код ACM 2012 10003301
Commons-logo.svg Вики Викимилектә

Ви́ки (Ҡалып:Англ) — сайт үҙе рөхсәт иткән саралар ҡулланып, ҡулланыусылар үҙҙәре эстәлеген үҙгәртә алған веб-сайт. Тексты форматлау һәм текстҡа төрлө объекттарҙы ҡуйыу вики- билдә ҡуйып башҡарыла. Википедия һәм башҡа Викимедиа фонды проекттары ошо принциптарға таянып эшләнгән [1].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Вики» терминын тәүләп 1995 йылда Уорд Каннингем- беренсе WikiWikiWeb вики- системаһын («Портленд өлгөләрен һаҡлау урыны» программа кодын) уйлап сығарыусы ҡулланған[2]. Был система 1995 йылдың 25 мартында эшләнгән. «Вики» гавай телендә «тиҙ» тигән һүҙ[3][4]. Каннингем ни өсөн был атаманы ҡушҡанын шулай тип аңлата: Гонолулулағы халыҡ-ара аэропортта уға аэропорт терминалдары араһында йөрөгән бәләкәй генә автобуста- вики-вики шаттлда йөрөргә тәҡдим итәләр. Каннингем ҡулланыусылар тиҙ генә тексты үҙгәртә һәм яңы мәҡәләләр эшләй алырлыҡ ҡулайлама (движок) эшләргә уйлай . Башта Каннингем викиҙы «эшләй ала торған ябай ғына онлайн-база» тип һүрәтләй[5]. Һуңыраҡ инглиз һүҙе бэкроним «What I Know Is…» («то, что я знаю, это…»)[6] килеп сыға.

Вики концепцияһы асылы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уорд Каннингем, автор идеологии вики и создатель первого вики-движка

Уорд Каннингем һәм Бо Леуф The Wiki Way: Quick Collaboration on the Web тигән китапта вики концепцияһын ошолай һүрәтләй:

  • Викиҙа бөтә ҡулланыусыларға ла вики-сайтта ябай веб-браузер ҡулланып (бер ниндәй киңәйтеүһеҙ), бөтә биттәрҙе лә үҙгәртергә һәм яңы биттәрҙе эшләргә мөмкинлек бирелә.
  • Вики төрлө биттәр араһында бәйләнеш булдыра: башҡа биттәргә һылтанмалар бар һәм башҡа биттәрҙә был биттәр бармы, юҡмы икәне күренеп тора.
  • Вики осраҡлы уҡыусы, ҡулланыусы өсөн ентекләп эшләнгән сайт түгел. Киреһенсә, Вики уҡыусыларҙы яңы мәҡәләләр булдырыуға, хеҙмәттәшлеккә йәлеп итергә тырыша.

Айырылып торған сифаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викиҙың сифаттары:

  • Тексты күп тапҡыр үҙгәртеү мөмкинлеге- бер ниндәй ҙә айырым саралар ҡулланмай вики-мөхиттең үҙендә (сайтта) эшләнә.
    • Айырым билдәләү теле (язык разметки) — вики-билдә (вики-разметка)текстағы элементтарҙы тиҙ билдәләп сығыу өсөн вики-билдә (вики-разметка) һәм гиперһылтау (гиперссылки); айырым элементтарҙы форматлау һәм урынлаштырыу [7].
    • Биттәге үҙәгәртеүҙәр иҫәбен алып барыу: үҙгәртеү варианттарын сағыштырып һәм яңынан тергеҙеп була.
  • Үҙгәртеүҙәр күренеүе- үҙгәртеүҙәр эшләнгәс тә күренә.
  • Бүлеү- биттәртип исемләп бүлеү .
    • Гипертекст: контекстлы гиперһылтауҙар аша сайттағы биттәр һәм бүлектәрҙең үҙ-ара бәйләнеше .
  • Авторҙар күплеге. Ҡайһы бер викиҙарҙы бөтә ҡулланыусылар ҙа төҙәтә ала.

Техник нигеҙе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Редактирование вики-текста в «MediaWiki»

Вики-мөхит булдырыу өсөн айырым программа (ПО — движок вики) кәрәк. Был сайт менән идара итеү системаларының бер төрө, ул ябай, яҙыла торған текстың эстәлеген бүлеү һәм эшкәртеү буйынса эштәр ҡулланыусы ҡулдан башҡара ала.

Википедия һәм Викимедиа Фонды эше MediaWiki ҡулайламаһына (движок) нигеҙләнгән.

Айырылмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вики телендә вики-биттәр араһында һылтауҙар гиперһылтауҙар бар , HTML-ға ҡарағанда аңлайышлыраҡ һәм хәүфһеҙерәк, сөнки JavaScript менән стилдәрҙең каскадлы таблицалары [(Cascading Style Sheets) ҡулланыу сикләнгән.

Вандализм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер викиҙар теркәлмәгән ҡулланыусыларға ла төҙөтмәләр индерергә рөхсәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ҡулланыусылар быны яуыз ниәттә ҡуллана. Вандалдар бысратҡан ҡоймалар, йәки стеналарҙан айырмалы, викиҙа кире элекке тексты ҡайтарып була : төҙәтеү боҙоуҙан еңелерәк. Әгәр ҙә берәйһе вики-сайт менән ҡулланыусыларға уҫал ниәт менән бер нисә тапҡыр зыян итһә, уға инеү рөхсәт ителмәй.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шестаков В. К. Извлечение онтологии из Wiki-системы. — Статья. — Научно-технический вестник. — Статья 1 (77) — Январь-февраль 2012. — УДК 004.738.52
  2. Portland Pattern Repository
  3. Correspondence on the Etymology of Wiki, Ward Cunningham, c2.com  (Тикшерелгән 12 декабрь 2009)
  4. Hawaiian words; hawaiian to english, mauimapp.com  (Тикшерелгән 12 декабрь 2009)
  5. Ward Cunningham’s original description of Wiki
  6. The wiki principle, The Economist  (Тикшерелгән 12 декабрь 2009)
  7. Описание вики-разметки для сайтов на движке МедиаВики можно посмотреть в: Википедия:Как править статьи#Вики-разметка.

Һылтауҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • WikiMatrix — сайт-энциклопедия о вики движках, на английском языке.

Ҡалып:Вики Ҡалып:Вики-движки