Википедия:Википедияның башҡорт теленә файҙаһы1

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Википедия һәр кем өсөн файҙалы

ba.wikipedia.org проекты тураһында


Мәҙәни ҡомартҡылар. Был төшөнсә бик йыш ҡына иҫке йорттар, төрлө тарихи әйберҙәр, ҡыҫҡаса әйткәндә — матди монаяттар менән күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта һәр бер милләттең үҙ асылын, донъяға ҡарашын белдергән иң мөһим мәҙәни ҡомартҡыһы — туған теле бар. Туған тел — үҙенсәлекле, матди булмаған ҡомартҡы. Башҡа матди булмаған ҡомартҡыларҙан да айырылып тора. Шуның өсөн дә туған телде матди ҡомартҡылар кеүек түгел, ә башҡаса һаҡларға кәрәк. Ысынлап та, туған телде музейҙарҙа ҡуйып һаҡлап булмай. Милли әҙәбиәтте, халыҡ риүәйәттәрен китап итеп баҫтырып, киләсәк быуындарға ҡалдырабыҙ. Һүҙлектәр, дәреслектәр нәшер итеү, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу телдең һаҡланыуына, туған телебеҙҙең киләсәгенә ныҡ тәьҫир итә. Әммә, көндәлек йәшәйешебеҙҙә туған телебеҙҙе даими ҡулланмаһаҡ, әйтеп үтелгән саралар һөҙөмтәһе түбән буласаҡ. Иғтибар итегеҙ! Хәҙерге ваҡытта үҙ телебеҙҙә аралашҡанда, урыҫ һүҙҙәрен йыш ҡулланабыҙ. Был йоттан нисек ҡотолорға? Интернет селтәрендә «йәшәгән» ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә башҡорт телендә мәғлүмәт табыу мөмкинлектәре етәрлекме һуң? Был һорауҙарға яуап итеп беҙ, Башҡорт Википедияһын төҙөүселәр, туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен арттырыу маҡсатында халыҡ—ара ирекмәндәр эшмәкәрлегенә ҡушылдыҡ. Был йүнәлеш башҡорт телен һаҡлауҙың тағы ла бер сараһы булыуына ышанабыҙ.

Нимә һуң ул Википедия? Википедия — ул ғәҙәти булмаған интернет энциклопедия. Википедияның иң мөһим үҙенсәлеге — теләгә һәм һәләте булған һәр кешенең яңы мәҡәләләр төҙөй, булғандарын тулыландыра, төрлө темаларға фекер алышыуҙа ҡатнаша алыуында. Был мөмкинлектәрҙе ҡулланыу хоҡуғы бөтәһе өсөн бер кимәлдә, бер ниндәй сикләүҙәрһеҙ, ирекле булыуында. Википедияла ысын мәғәнәһендә «demokratia». Бындай форсатты дөрөҫ ҡуллана алыуыбыҙҙы иҫбат итеү йәһәтенән дә Википедияның әһәмиәте бик ҙур. Сөнки аңыбыҙҙа «demokratia», «revoluzia», «anarxia» төшөнсәләре кире һәм яман мәғәнәлә һеңгән. Йыш ҡына: «тәртип урынлаштырыусы һәм күҙәтеүсе етәксеһе булмаған Википедияға теләһә кем теләһә нимә яҙып бөтә лә инде» — тигән һүҙҙәр ишетергә тура килә. Ысынлар та, ундай тәртипһеҙлек булыуы ихтимал. Әммә, тәртипһеҙлектәрҙе булдырмау етәкселергә ҡайтып ҡалырға тейешме, яман ҡылыҡтарҙан үҙебеҙ арына алмайбыҙмы ни? Һәм Википедияла шулай эшләнелә лә. Һәр кем яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала, ҡулынан килгәнсә мәғлүмәт өҫтәй, булғандар тикшерә, етешмәгән ерен тулыландырырға тырыша.

Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәрҙә ошондай һорауҙар тыуыуы ла мөмкин — бындай «тәртипһеҙлек» ҡыйын хәлдәр тыуҙыралыр бит? Сөнки «вәхшиҙәр» дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе юйып ялғандарын урынлаштыра ала. Ниндәйҙер мәҡәлә буйынса төрлө ҡараштар булып, бер фекергә килә алмаған бәхәстәр ҡупһа, ни эшләргә? Насар уйлы кешеләрҙең эшләгән төҙәтмәләрен элекке хәленә килтереү ҡыйын түгел — мәҡәләнең бөтә өлгөләре лә хәтерҙә һаҡлана. «Вәхшиҙең» ҡылған ҡылығын төҙәтеү өсөн кәрәкле төймәләргә ике тапҡыр сиртеү ҙә етә. Яңы индерелгән төҙәтеүҙәр исемлектә сағыла, ә хакимдар бөтә үҙгәрештәрҙе тикшереп баралар. Бынан башҡа, әүҙем ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһынған мәҡәләләрен махсус исемлеккә керетәләр һәм ундағы үҙгәрештәрҙе күҙәтәләр. Икенсе мәсьәлә (мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө) — ҡыйыныраҡ, ләкин уны ла сисеп була. Википедия рәсми рәүештә бөтә фекерҙәргә лә уртаҡ ҡараш сәйәсәтенә таяна. Әгәр мәсьәлә бәхәсле булһа, мәҡәләлә мәсьәләгә ҡағылышлы бөтә ҡараштарҙы белдерергә кәрәк. Әгәр ҡатнашыусылар уртаҡ фекергә килә алмай, мәҡәләне тегеләй ҙә былай ҙа төҙәтәләр икән (төҙәтеү һуғыштары тиҙәр), хакимдар мәҡәләне төҙәтеүҙе яба ала. Бәхәсле мәҡәләләрҙе хәл итеү өсөн һәр мәҡәләнең фекер алышыу бите бар. «Бөтәһе лә бер тигеҙ хоҡуҡлы тип атала, ә хакимдар ҡайҙан барлыҡҡа килә» — тигән һорау бик урынлы. Википедиялағы хәким — ҡатнашыусылар тарафынан һайланып, бей тарафынан тәғәйенләнеп, үҙенә өҫтәмә бурыстар алған ҡатнашыусы. Википедия эшмәкәрлегендә хакимдарҙың башҡаларҙан өҫтөнлөгө юҡ. Ул үҙ вазифаһын үтәгәндә, баш-баштаҡланырға тейеш түгел. Башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра ала. Үҙ фекерен башҡаларға көсләп таға алмай.

Теләгән мәҡәләне үҙгәртеү өсөн, мәҡәлә өҫтөндәге «Үҙгәртергә» төймәһенә баҫыу етә. Үҙгәртеүҙәрҙең ябай булыуы арҡаһында Википедия көн үҙәк мәсәләләргә тиҙ яуап бирә һәм иҫкергән мәғлүмәттәр кәметә. Шул тиҙлеге лә был энциклопедияның ғәҙәти булмаған исемен аңлата ла инде: «вики» (дөрөҫөрәге «викивики») гаваи телендә «тиҙерәк» мәғәнәһенә эйә. Ғәҙәти булмаған энциклопедияға нигеҙ һалыусыһы Джимбо Уэйлс та үҙ эшенә шундай исем ҡушҡан. Яңы энциклопедия идеяһында ирекле рәүештә мөхәррирләү тәртибенән башҡа мәғлүмәт азатлығы һәм яуаплылығы тәртибе лә бар. Башҡа сығанаҡтарҙың эстәлектәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән һаҡлана һәм Википедия ҡанундары менән эҙәрлекләнә. Википедия мәғлүмәттәренә ҡарата «copyleft» тәртибе эшләй — уның материалдарын теләгәнсә ҡулланырға була, тик ҡайҙан алынғанын ғына белдерер кәрәк. Википедия селтәрҙә 2001 йылдың 15 ғинуарынан бирле эшләп килә. Тәү башта проект инглиз телендә ине, шунан башҡа телдәрҙә лә бүлектәр ойошторола башланы. Хәҙерге ваҡытта яҡынса ике йөҙ телдә бүлек бар. Башҡорт телендә лә бүлек асылған һәм 2010 йыл башына ҡарата 533 мәҡәлә бар.

Шулай итеп башҡорт телендә википедияның үҫешеүенән ниндәй файҙа булыр ине? Тәү башта википедия башҡорт телленең интернет селтәрендә таралыуына ярҙам итәсәк, күптәрҙең туған телгә булған ҡыҙыҡһыныуы артасаҡ — компьютер мониторынан ҡарағанда тел бик йәлеп итеүсән бит!

Википедия, башҡорт халҡының мәҙәни йәшәйешенә Башҡортостандан, хата Рәсәйҙән ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе йәлеп итергә ярҙам итер. Википедия ярҙамында Интернет селтәренең бар ҡулланыусылары башҡорт халҡының мәҙәниәте, әҙәбиәте, хөрөф-ғәҙәте һәм тарихы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе «төп телдә», йәғни башҡорт телендә уҡып беләсәк.

Быларҙың барыһы ла википедияның башҡорттарҙың мәҙәни берләшмәһе өсөн булған файҙалары. Бынан башҡа, википедия һәр бер ҡатнашыусы өсөн дә файҙалы буласаҡ. Википедия һеҙгә уҡымышлы, белемле һәм ҡыҙыҡ кешеләр менән танышырға ярҙам итәсәк. Үҙегеҙ бик күп яңы мәғлүмәт беләрһегеҙ, бәлки «уҡымышлы кеше» тигән дан ҡаҙанарһығыҙ. Википедия һеҙҙең тел белемегеҙҙе камиллаштырырға ярҙам итер. Телде бик яҡшы белмәүегеҙ һеҙҙе ҡурҡытмаһын, хаталанһағыҙ һис шикһеҙ төҙәтеүсе табыласаҡ. Башҡортса белмәгән, ләкин беҙгә ярҙам итеү теләге булған дуҫ — ипштәрегеҙ ҙә ярҙам итә ала. Һәйбәт белгән башҡа телдә мәҡәләләр яҙып башҡорт мәҙәни мираҫының һаҡланыуына булышлыҡ итә алалар.

Әйткәндәй, телде онотҡандар өсөн викиәсбаптар бүлеге файҙалы буласаҡ. Ул википедия кеүек, вики тәртибендә эшләй. Әгәр телде һәйбәт беләһегеҙ икән, урыҫ телендәге викиәсбап бүлемендә башҡорт теленең белешмә китабын әҙерләгеҙ. Башҡорт телен онотоусыларҙың күбеһе урыҫ телендә һөйләшә бит! Ә һуңынан башҡорт телендә ентекле викиәсбап әҙерләргә мөмкин. Ошонда уҡ (викиәсбап бүлегендә) башҡорт аш-һыу, ашамлыҡтарының рецептарын ҡуйырға, халыҡ кәсептәре, һөнәрҙәре тураһында ҡулланма урынлаштырырға була.

Телдең һаҡланыуына Вики-һүҙлек тә ярҙам итәсәк. Был һүҙлектә орфографик, этимологик, тәржемә һүҙлектәр буласаҡ. Әкиәттәрҙе, риүәйәттәрҙе, легендаларҙы викитека бүлеменә ҡуйырға була.

Бөтә проекттар — википедия, викиәсбаптар, викиһүҙлек һәм викитека, мати ҡыҙыҡһыныу көҫәмәгән Wikimedia Foundation ойошмаһы тарафынан алып барыла.

Шулай итеп викимедия проекттары башҡорт теленең һәм милли мәҙәниәтенең интернет селтәрендә һаҡланыуы өсөн бик ҡулайлы урын булып тора. Хәҙер был проекттарҙа ике йөҙгә яҡын тел бар. Һеҙҙе лә был проекттарҙа ҡатнашыусы итеп күрергә теләр инек!