Википедия:Веб-сайттарҙың әһәмиәтлелек критерийҙары
Был бит — Башҡорт Википедияһының ҡағиҙәһенән. |
Ҡыҫҡаса: Википедияла веб-сайт тураһындағы мәҡәләне түбәндәге осраҡтарҙа яҙырға мөмкин:
|
Был биттә Википедия ҡатнашыусылары өсөн теге йәки был веб-сайт йәки проект өсөн айырым мәҡәлә яҙырға кәрәкме-юҡмы икәнлеге тураһында тәҡдимдәр бирелә. Веб-сайт йәки веб-проект төшөнсәһе үҙ эсенә интернет-биттәрҙе, блогтарҙы, форумдарҙы, онлайн-журналдарҙы, флеш-йәнһүрәттәрҙе, порталдарҙы һәм хостинг-провайдерҙарҙы үҙ эсенә ала, ләкин улар менән генә сикләнмәй. Интернетта үҙ аллы таралған һәр эстәлек, ошо ҡулланмаған ярашлы, веб-проект тип һанала[1].
Википедистарҙың күбеһе Википедияны реклама өсөн ҡулланғанды яратмай, бынан тыш, Википедияның рәсми сәйәсәте Википедия мәҡәләләренең реклама маҡсатында ҡулланыла алмауын раҫлай: йә мәҡәләнән реклама алып ташланырға һәм нейтраль ҡараш талаптарына яуап бирергә, йә мәҡәлә үҙе юйылырға тейеш.
Википедия ҡатнашыусыларының күбеһе Википедияны интернет-каталог түгел һәм башҡа сайттар өсөн һылтанмалар биреү һәм был һылтанмаларҙы категориялаштырыу өсөн булдырылған сайт түгел тип һанай. Һис шикһеҙ, Википедия һылтанмалар, һүрәттәр йә файлдар һаҡлағысы түгел. Сайттың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе тышҡы һылтанманан ғына торған мәҡәләләр йә юйҙырылырға, йә нейтраль ҡараш талабына яраҡлаштырып киңәйтелергә тейеш.
Әгәр шундай мәҡәләләр юйҙырыуға кандидат булһа, Википедия:Юйылыуға битендә фекер алышҡанда ҡатнашыусылар сайттарҙың әһәмиәтлелек критерийҙарын ҡулланма итеп алырға тейеш.
Веб-сайттарҙы энциклопедияға индереү критерийҙары
[сығанаҡты үҙгәртеү]Интернет-проект дөйөм әһәмиәтлелек критерийына яуап бирһә (бойондороҡһоҙ абруйлы сығанаҡтарҙа ентекле һүрәтләнеүе етә), был интернет-проект[2] тураһында мәҡәлә яҙырға мөмкин. Бындай сығанаҡтарға мәғлүмәт технологиялары тураһындағы билдәле баҫма һәм электрон гәзиттәр һәм журналдар, шулай уҡ профилле сығанаҡтар инә. Бынан тыш, интернет-проект тураһындағы мәҡәлә түбәндәге критерийҙарҙың береһе булһа ла үтәлгән осраҡта яҙыла ала:
- Сайт үҙ профилендәге абруйлы наградаларға (РОТОР, Рунет Премияһы, Алтын сайт, Webby Awards) эйә.
- Сайт инеүҙәр һаны буйынса alexa.com сервисына ярашлы донъя сайттарының ТОП-100-өнә инә йә ингән[3].
Сайт тураһындағы мәҡәләлә мотлаҡ сайттың ошо критерийҙарҙың береһенә яуап биреүен раҫлаған иҫбатлама, мәҫәлән, «Иҫкәрмәләр» бүлегендә һылтанма булырға тейеш.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Википедия:Нейтраль ҡараш
- Википедия:Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы
- Википедия: Мәғлүмәт сығанаҡтары
- Википедия:Абруйлы сығанаҡтар
- Википедия:Тышҡы һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Даже если содержимое веб-проекта будет распространяться в материальной форме, будь то компакт-диск, DVD или книга, оно также будет подпадать под действие данного руководства, если главным источником по-прежнему останется Интернет.
- ↑ Название статьи про сайт фирмы обычно должно быть перенаправлением на саму фирму, организацию или лицо, которое содержит этот сайт. Так, к примеру, статья rbc.ru должна содержать перенаправление на статью РосБизнесКонсалтинг. Если же фирма, организация или лицо больше известно по доменному имени своего сайта, а не наоборот, то статья про сайт должна представляться в форме доменного имени. Например, lenta.ru.
- ↑ За исключением сайтов, которые являются официальными сайтами организаций, уже представленных в энциклопедии, или являются другими языковыми версиями интернет-проектов, также уже представленных в энциклопедии. Тем не менее статья о подобном интернет-проекте может быть включена в энциклопедию, если он удовлетворяет другим критериям или ВП:ОКЗ.