Википедия:Википедияға нисек идара ителә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Эссе

 

Был биттә проект менән идара итеүҙең актуаль структураһы ҡыҫҡа тасүирланған: «Википедия» халыҡ-ара энциклопедияһының башҡорт телендәге бүлегендә ҡарарҙар шул тиклем ҡабул ителә һәм уларҙы кем ҡабул итә. Ул Википедия менән идара итеү системаһының күпселек сайттарҙан, коммерция йәки шәхси сайттарҙан нәмә асыҡ айырылып менән торғанын белмәгән кешеләр өсөн ликбез үткәреү маҡсатынан, һәм был кешеләр «Википедия директорын» һәм башҡа булмаған персонаждарҙы эҙләмәһен өсөн тормошта барлыҡҡа килгән.

Проект хакимиәте кем?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Американың Викимедиа фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының Бағыусылар советы проекттың юғары хакимиәте булып тора. Фонд башлыса шәхси мәғлүмәттәр һәм авторлыҡ хоҡуҡтарына ҡағылышлы яңы ҡағиҙәләр индереү һәм булғандарын үҙгәртеү буйынса принципиаль мөмкинлеккә эйә, ләкин уны һирәк файҙалана. Ҙур берләшмәле эре тел бүлектәренә (мәҫәлән, рус теллегә) киң үҙидаралыҡ хоҡуғы бирелгән — улар үҙ эсендә теләгән бер ҡарарҙы ҡабул итә ала, тик проекттың нигеҙ принциптарына һәм нигеҙ юридик положениеларына, мәҫәлән, конфиденциаллек сәйәсәте кеүектәргә ҡағыла алмай. Фондтың биттәр йөкмәткеһен үҙгәртеү һәм юридик нигеҙләнгән үтенестәр буйынса уларҙы юҡ итеү мөмкинлеге бар (ҡарағыҙ: түбәндә), ләкин башҡорт телле бүлектә уны бер ҙә файҙаланғаны юҡ әле.

Википедияның һәр тел бүлеге берләшмәһендә иерархиялы хакимиәт юҡ. Бүлектең йөкмәткеһен уның әүҙем ҡатнашыусылары айырым мәҡәләләр һәм мәҡәләләр төркөмдәре буйынса фекер алышыу, мәҡәләләргә һәм файлдарға ҡағиҙәләрҙе һәм талаптарҙы ҡабул итеү юлы менән билдәләнә. Башҡорт телле бүлектә һуңғы ай эсендә бер ғәмәл булһа ла башҡарған 10 276 ҡатнашыусы бар , ләкин проектҡа идара итеүҙә 200 самаһы кеше ҡатнаша. Улар фекер алышыуҙарҙа, һайлауҙарҙа ҡатнаша. Әүҙем ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә тиерлек техник флаглы. 75 кеше хаким   влагына эйә. Хакимдар биттәрҙе юйҙырыу, айырым биттәргә ваҡытлыса төҙәтеүҙәр индереүҙе тыйыу, ҡағиҙәләргә ярашлы ҡатнашыусыларҙы бикләү кеүек техник мөмкинлектәргә эйә. Техник флагтарҙы ҡағиҙә боҙоу маҡсатында файҙаланыу унан мәхрүм итеүгә килерә.

«Викимедиа ру» ойошмаһы ниндәй статусҡа эйә?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был ойошма, үҙәк Фондтың рәсми танылған партнер ойошмаларының береһе, белемдәр таратыу менән бәйле төрлө социаль эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Күпселек етәкселәре һәм ағзалары, «Викимедиа. ру» етәкселәре һәам ағзаларының байтағы — Википедия хакимы, әммә үрҙә күрһәтелгән сәбәптәр буйынса улар әллә ни ҙур хоҡуҡтарға эйә түгел.

Сайт ниндәй закондарға буйһона?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Викимедиа фондының идарасыһы АҠШ һәм Калифорния штаты ҡануниәтенә буйһонорға тейеш [1]. Башҡа илдәрҙең ҡануниәте авторлыҡ хоҡуғы тураһындағы ҡағиҙәларҙә  генә иҫәпкә алына, Википедия башлыса ирекле лицензиялы материалдар (текст, һүрәт һәм башҡалар) менән файҙалана, һәм уларҙың хоҡуҡи статусы, ҡайһы дәүләт биләмәһендә барлыҡҡа килһә, шул дәүләт закондары нигеҙендә билдәләнә. Локаль ҡануниәттең башҡа талаптарын Фонд иҫәпкә алмай, сөнки уларҙың юрисдикцияһы аҫтына инмәй.

Әгәр һеҙ Викимедиа фонды проекттарындағы ниндәй ҙә булһа материалдар юйылырға тейеш тип иҫәпләһәгеҙ, инглиз телендә Фондттың юридик хеҙмәтенә хат яҙығыҙ. Ләкин шуныһы бар: Фонд АҠШ ҡануниәтендә аналогы булмаған урындағы закондарға нигеҙләнгән талаптарҙы үтәй алмай. Ғәҙәттә Фонд үҙенең проекттарындағы диффамациялар, шәхси тормош серен боҙоу, һәм авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу өҫтөнән бирелгән ялыуҙарҙы ҡәнәғәтләндерә.

Башҡорт Википедияһының Башҡортостанға ниндәй мөнәсәбәте бар?[сығанаҡты үҙгәртеү]

  Теләһә ниндәй башҡа төбәк йәки дәүләткә ҡарата булған кеүек кенә. Википедия бүлектәргә ниндәй ҙә булһа дәүләттәргә ҡарау билдәһе буйынса түгел, ә мәҡәләләр яҙылған һәм ҡатнашыусылар фекер алышҡан телгә ҡарауы буйынса бүленгән.

Инглиз телле бүлек инглиз теле төп тел булған тиҫтәләрсә ил кешеһе өсөн төп бүлек булып тора, унда төп инглиз теле булып тора; шул уҡ ваҡытта 5-6 ҡытай диалекттары бүлектәре бар, әммә уларҙа ҡатнашыусылар бөтәһе лә бер илдә  — ҠХР-ҙа йәшәй; шулай уҡ бер-береһенән әҙ генә айырылған иҫке һәм яңы норвег бүлектәре, традицион һәм совет орфографиялы белорус бүлектәре бар.

Ҡатнашыусылар үҙ эше өсөн түләү аламы?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Юҡ. Йыл һайын йыйылған иғәнә аҡсалары серверҙар, киң интернет-канал, программа яҙыусылар һәм Фонд хеҙмәткәрҙәре хеҙмәте һәм википедистарҙы халыҡ-ара конференциялары кеүек сараларҙы үткәреү өсөн түләүгә китә. Ҡайһы бер ҡатнашыусылар Википедия эсендә үткәрелгән мәҡәлә яҙыу буйынса конкурстарҙа ҡатнашып, приздар ала, ҡайһы берәүҙәрмәҡәләләр яҙыу өсөн сығанаҡтар алыуға стипендия ала. Әммә Рәсәйҙә «сит ил агенттары» туракһындағы закон көсөнә ингәс, «Викимедиа Ру» үҙәк Фондтан аҡса ала алмай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]