Википедия:Изге ниәт менәндер тип уйлағыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ЭЙ:ИН

Шуның өсөн ниндәйҙер төҙәтмә, күрәләтә яуыз уйҙан түгел, изге ниәттән икәнлеге күренеп торған хәлдә, хата менән ҡуйылған тип иҫәпләйһегеҙ икән, - төҙәтеү менән генә сикләнегеҙ, вандаллыҡ тип билдәләргә йә кире ҡағырға ашыҡмағыҙ. Әгәр фекер менән килешмәһәгеҙ, оппонентығыҙ бәлки проектҡа ихластан файҙа килтереү ниәте менән яҙғанлығын иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Уға фекерләшеү битендә мөрәжәғәт итеп, үҙегеҙгеҙгә лә мәсьәләне асыҡлау, теге кешегә лә үҙ фекерен яңынан ҡарап сығыу мөмкинлеге тыуҙырығыҙ. Йыш ҡына был аңлашылмаусанлыҡтарҙы сисергә һәм мәғәнәһеҙ бәхәстәр ҡуйыртмаҫҡа етеп ҡуя. Бигерәк тә яңыҡайҙарға сабыр һәм рәхимле мөнәсәбәт кәрәклеген онотмағыҙ, улар Википедия ҡағиҙәләрен һәм мәҙәниәтен бик белеп бөтмәүҙәре лә ихтимал. Яңы ҡатнашыусы үҙенең тәртибен бик дөрөҫ тип уйлауы ла бар, ғәҙәттә ундайҙар Википедия мәҙәниәтен аңламай йә иһә яңылыш аңлай. Йыш ҡына яңыҡайҙар үҙе өнәмәгән ҡағиҙәләр элекке шәхси тәжрибәһенә ярашлы үҙгәртелергә тейеш тип һанай. Бынан тыш байтаҡ яңыҡайҙар, теге йәки был өлкәлә тәжрибәһе һәм төплө белеме булған осраҡта, быны шунда уҡ таныуҙарын һәм ихтирам итә башлауҙарын көтә. Шул арҡала уларҙың ярамаған тәртибе тәкәбберлек һәм маҡтансыҡлыҡтан түгел, ә бына ошоға иҫәп тотоуҙары арҡаһында килеп сыға. Ҡатнашыусыларҙың намыҫлылығы уларҙың ғәмәленә түгел, ә ниәтенә күрә тип баһалана. Кешеләр изге ниәттән булғанда ла хата яһаусан, һәм шулай килеп сыҡҡанда хилафты төҙәтергә кәрәк. Әммә һеҙ был хаталар яман ниәттән эшләнгән кеүек эш итергә тейеш түгелһегеҙ.Төҙәтегеҙ, әммә әрләшмәгеҙ. Википедияла һеҙ килешмәгән кешеләр осраясаҡ. Әммә улар хаҡһыҙ булған хәлдә лә, проектты юҡҡа сығарырға йә яманатлы итергә теләй тигәнде аңлатмай.Шулай уҡ уртаҡ тел табыуы ауыр булған кешеләр ҙә осрар. Әммә был да улар проектҡа зыян килтерергә маташа тигәнде аңлатмай, бары тик һеҙгә улар менән уртаҡ тел табыу ауыр. Ҡатнашыусының тәртибе хатта яман ниәттән кеүек күренһә лә, намыҫһыҙлыҡ менән аңлатырға тырышыу урынһыҙ, сөнки әүҙем ҡатнашыусылар һәм администраторҙар араһында ҡаршылыҡ тыуғанда быны туҡтатыу ысулы (төҙәтмәләр, кире ҡағыуҙар, блокировкалар) ҡатнашыусының ниәтенән түгел, ә тәртибенән сығып билдәләнәсәк. Һис шикһеҙ, намыҫлылыҡ презумпцияһы менән зарарлы ғәмәлдәргә иғтибар бирмәү араһында айырма бар.Башҡалар һеҙҙең изге ниәттә икәнлегегеҙҙе белһен өсөн был ниәттәрегеҙҙе күрһәтә лә белергә кәрәк. Башҡалар һеҙҙең изге ниәттәрегеҙҙе фараз итеп кенә ҡалырға мәжбүр булмаһын. «Мине изге ниәтле тип уйлағыҙ!» тигән талап үҙ ғәмәлдәрегеҙҙе аңлатырға тейешлектән азат итмәй, ә быны бик йыш иҫәпкә алмайһығыҙ икән, башҡаларҙы һеҙҙең намыҫлы булмауығыҙға йә бәйелһеҙ булыуығыҙға инандырасаҡ.


Төҙәтмәләр һуғышы ҡыҙғанда изге ниәт принцибы иҫтән тиҙ сыға. Бының эҙемтәләре насар булыуы ихтимал:

  • Шәхескә бәйләнеүҙәрНамыҫһыҙлыҡта ғәйепләп, кемгәлер бәйләнә башлаһағыҙ, ул да һеҙҙең тарафтан хаслыҡ күрә башлауы бар.Төҙәтмәләр һуғышы ҡыҙғандан-ҡыҙасаҡ ҡына. Кешеләр фил кеүек үк, асыу тотоусан.
  • Нейтраль ҡараш (НҠ)принцибынан тайпылыу. Мәҡәләләрҙең барыһын да ҡәнәғәтләндереүенә өлгәшеү маҡсатлы.Мәсәләгә бер яҡлы ғына ҡарашты төҙәтеү кәрәк булғанда, мәҡәләгә үҙгәрештәр индерергә кәрәк булған осраҡта ла, уртаҡ тел табырға тырышмау НҠ принцибын боҙоуға килтерә.Башҡа ҡатанашыусы ни өсөн мәҡәлә эстәлегенә үҙ фекерен таға, ниңә ул мәҡәлә ғәҙелһеҙ тип уйлай - быны асыҡларға тырышырға кәрәк. Артабан, мөмкин булғанса фекерҙәрҙе дөйөмләштереп, үҙ фекерегеҙҙе нейтраль тел менән бирергә тырышығыҙ. Әгәр һәр яҡ шул приницҡа таянып эш итһә, ахыр сиктә ярайһы уҡ нейтраль ҡарашҡа килә, һис юғы күпмелер яҡыная алырһығыҙ.

Мөхәррирҙе ғәйепләү урынына, кемделер хаслыҡлы тип уйлаһағыҙ ҙа, хатаны тыныс ҡына төҙәтеп ҡуйыуығыҙ хәйерлерәк булыр. Дуҫтарса шәкелдә белдерелгән фекерҙе кеше тынысыраҡ ҡабул итә, ризалаша ла. Әгәр әле генә өҫтөлгән текст дөрөҫ түгел тип һанайһығыҙ икән, алып ташлау урынына төҙөтмәләр индерһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр.

Төҙәтмәләрегеҙ ялған йәки оригиналь тикшеренеүҙәр (оритик) тип белдерһәләр - башҡа ҡатнашыусыларҙы һыйҙырмауҙа ғәйепләргә ашыҡмағыҙ һәм хаҡлығығыҙҙы буш һүҙҙәр менән иҫбатлап маташмағыҙ, ә баҫма йәки электрон сығанаҡтарҙа үҙегеҙ тапҡан мәғлүмәттәргә һылтанма яһағыҙ.

Был тәҡдимдәр күрәләтә дөрөҫ булмаған осраҡта ҡатнашыусылар киреһен иҫбатлауҙы дауам итмәҫкә тейеш тип талап итмәй. Вандализм, шәхескә бәйләнеүҙәр, агрессия һәм мыҫҡыллауҙар, шулай уҡ төҙәтмәләр һуғышы изге ниәтте юғалтыуға килтерергә мөмкин.


Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Иҫәрлек менән аңлатып булған нәмәлә насар ниәт эҙләмәгеҙ.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Ҡалып:Википедия ҡағиҙәләре