Эстәлеккә күсергә

Википедия:Мәҡәләләргә милексе булыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 

Википедияның бөтә текстары ахыр сиктә берлектәге эш һөҙөмтәһе булып тора (авторҙар индергән төрлө күләмле өлөштәр менән), шуға күрә, квалификация кимәленең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бер ҡатнашыусының да теге йәки был мәҡәләгә йә башҡа материалдарға милексе булыуға хоҡуғы юҡ.

Дөйөм положениелар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла мәҡәлә яҙған ҡатнашыусы уны юғары сифатлы итергә тырыша. Ләкин был теләк милекселек инстинктына әйләнергә тейеш түгел, сөнки мәҡәлә өҫтөндә эш башҡа ҡатнашыусылар алдында уға бер ниндәй ҙә өҫтөнлөк бирмәй. Ирекле лицензия аҫтында мәҡәлә яҙһаң, уның башҡалар тарафынан үҙгәртелеренә әҙер булырға кәрәк. Был шарт Википедияның башҡа элементтарына — һүрәттәр, порталдар, ҡалыптар һәм категорияларға ла ҡағыла.

Техник яҡтан, Википедияның бикләнмәгән һәр ҡатнашыусыһы теләгән бер материалды төҙәтә ала, «һаҡлау аҫтына» алынғандары менән генә теләгән берәү эш итә алмай[1]. Википедияның популярлығы күмәк эш принцибына нигеҙләнә. Әгәр кемдер үҙе эшләгән материалдарҙы башҡаларҙың үҙгәртеүе менән ризалаша алмаһа, был ҡылыҡ проектта эшләү менән һыйышмай.

Википедияның һәр мөхәррирләү битендә аныҡ әйтелә:

Әгәр текстарығыҙҙың ирекле мөхәррирләнеүен һәм теләгән берәү тарафынан таратыла алыуын теләмәһәгеҙ, уларҙы бында ҡуймағыҙ.

  Шул уҡ ваҡытта, мәҡәләгә үҙеңдең үҙгәрештәреңде индергәндә, коллегаларығыҙҙың хеҙмәтенә һәм концепцияларына ла хөрмәт менән ҡарарға тейешһегеҙ. Әгәр һеҙ текстың ҙур өлөштәрен ҡабат яҙырға йыйынһағыҙ, бигерәк тә ул бер ҡатнашыусы тарафынан яҙылған булһа һәм был ҡатнашыусы һеҙгә «милексе» булып күренһә лә һәм һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе кире ҡаҡһа ла, уның менән бергә эшләү уға ҡаршы эшләүгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ булыр (шулай уҡ ҡарағыҙ: тәртип этикаһы һәм изге ниәттәндер тип уйлағыҙ).

Бер ҡағиҙә лә теге йәки был мәҡәләнең төп һәм хатта берҙән-бер мөхәррире булыуҙы тыймай, тик мәҡәлә өҫтөндә һеҙҙең менән бергә эшләргә теләгән коллегаларығыҙҙың тәҡдим-фекерҙәрен һанға һуҡмаҫҡа тейеш түгелһегеҙ.

Ҡултамғаларҙы ҡулланыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла бер материал да шәхси милек була алмағанға уларға индерелгән үҙгәрештәргә лә ҡултамға ҡуйылмай. Теге йәки был фекерҙе (текстың өлөшөн) кем яҙғанын йә мәҡәлә мөхәррирҙәре исемлеген биттең төҙәтеүҙәре тарихында ҡарарға була. Унда һәр төҙәтеүҙең авторы күрһәтелгән. Әммә мәҡәләнең фекер алышыуҙар битендәге комментарийҙарға һәм башҡа төҙәтеүҙәргә үҙеңдең никты ҡуйып («~~~~») ҡултамға ҡалдырыу шарт. Был һуңынан теләгән бер кеше дискуссия барышын ҡарай алһын өсөн кәрәк.

«Минең мәҡәләрем»

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер «википедиясылар» үҙҙәренең шәхси биттәрендә «минең мәҡәләләрем» тигән төшөнсәне ҡуллана. Быны ул ҡатнашыусы исемлектәрҙәге мәҡәләләрҙең авторы булыуға дәғүә итә тип ҡарарға кәрәкмәй, өҫтәүенә, күп осраҡта был мәҡәләләр коллектив хеҙмәт емеше булып тора. Шулай ҙа «минең мәҡәләләрем» түгел, ә «мин төп мөхәррире булған мәҡәләләр» йәки «мин башлаған мәҡәләләр» тип яҙыу дөрөҫөрәк булыр һәм ҡатнашыусыларҙың мәҡәләләр өҫтөндә эшләүҙә тиңлеге принцибына яуап бирер.

Үҙгәрештәр индереүгә һәм уларға мөнәсәбәт белдереүгә хоҡуҡ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияның сикләү һалынмаған һәр ҡатнашыусыһы Википедияның һәр мәҡәләһенә үҙгәртеүҙәр индерергә хоҡуҡлы.

Ләкин уның ғәмәлдәре вандалдарса булһа, Википедия ҡағиҙәләрен, Юғары шура ҡарарҙарын боҙһа йә бер ниндәй шартһыҙ сигендерелергә (ҡарағыҙ: өс сигендереү ҡағиҙәһе) тейешле ғәмәл тип баһаланһа, теләгән бер ҡатнашыусы ул үҙгәрештәрҙе һис бер аңлатыуһыҙ юҡҡа сығара ала.

Һәр ҡатнашыусы башҡа ҡатнашыусының вандализм булмаған төҙәтеүҙәрен дә кире ала ала, ләкин, ВП:Консенсус ҡағиҙәһенә ярашлы, оппоненты мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙ төҙәтеүҙәрендә ныҡ торһа һәм төплө дәлилдәр килтерһә, беренсе ҡатнашыусы ошо уҡ фекер алышыу битендә үҙ дәлилдәрен килтерергә тейеш. Әгәр башҡа ҡатнашыусының төҙәтеүҙәрен кире алып, бәйләнешкә сыҡмаһа, был ғәмәл өҫтөнән аралашсыға, хакимға мөрәжәғәт итеү йә конфликттарҙы хәл итеүҙең башҡа юлы менән дәғүә бирелә ала.

Әгәр фекер алышыу битендә мәҡәлә сифатына зарар килтерерлек ҡайһы бер үҙгәрештәрҙе юйҙырырға ҡарар ителһә, ләкин шырмата биргәс, уларҙы ҡулланыу мөмкин тип табылһа, етешһеҙлектәр ниҙән торғанын һәм нисек яҡшыртырға мөмкин булғанын ентекләп яҙырға кәрәк. Мәҡәләгә билдәләнгән үҙгәртеүҙәрҙе индереү бурысы уларҙы тәҡдим иткән ҡатнашыусы иңендә ята.

«Милек тирәләй низағтарҙы» көйләү юлдары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләгә «милек тирәләй низағтарҙы» бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалырлыҡ итеп көйләү — бик ҡатмарлы эш. Уңышҡа өлгәшергә теләһәгеҙ, тыныслыҡ һаҡлағыҙ, оппонентҡа изге ниәттә булығыҙ һәм хөрмәт күрһәтегеҙ. Оппоненттарҙы милекселек инстинкты күрһәтеүҙә ғәйепләү ярҙам итмәҫ, сөнки дошмансыллыҡ һәм шәхескә һөжүм тип баһаланырға мөмкин. Йыш ҡына википедиясылар уларҙың «үҙ» мәҡәләһен ярһып-ярһып яҡлауы башҡаларға «милекселек» булып күренгәнен төшөнөп тә етмәй — шуға уларҙы ғәйепләргә ашыҡмаҫҡа, Википедияның юғары сифаты маҡсатында изге ниәттән эш итәлер тип уйларға кәрәк. Дөрөҫ, ҡайһы бер «милекселәр», «үҙ» мәҡәләләрен яҡлау менән мауығып китеп, аңғармаҫтан Википедия ҡағиҙәләре сиктәрен аша сығып китергә мөмкин: мәҫәлән, улар үҙҙәре яҙған мәҡәләгә үҙгәреш индереүҙе вандализм тип күрергә һәм дошманлашырға йә ВП:НҠ ҡағиҙәһен күҙәтеү кәрәклеген оноторға мөмкин.

«Берҙән-бер (төп) мөхәррир менән» низағ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

«Милексе» ролен алырға тырышҡан ҡатнашыусы менән төҙәтеүҙәр индереү буйынса низағлашыу тыуһа, мәҡәләнең фекер алышыу битендә уға мөрәжәғәт итергә һәм мәҡәләнең йөкмәткеһе, төҙөлөшө буйынса тәҡдимдәреңде яҙырға кәрәк. Ғәйепләшеүҙәргә, кәмһетеүҙәргә, оппоненттың ниндәй ниәттән эш итеүен фаразлауға юл ҡуйылмаһын. Уның яғынан дошмансыллыҡҡа ла иғтибар итмәү яҡшы. Әгәр ярашыуға килеп булмаһа, аралашсылар ярҙамына йә низағты хәл итеүҙең башҡа юлдарын ҡулланырға мөмкин.

Йыш ҡына теге йәки был мәҡәләнең «милексеһе» булыуға дәүғә иткән «төп мөхәррир» был мәҡәләгә төп өлөштө индереүсе булып тора, шуға уның был өлкәлә белгес булыу ихтималлығын һәм мәҡәләне юғары сифатлы итергә ихлас теләүен һәм формулировкаларҙы ентекләп һәм дөрөҫ итеп яҙыу мөмкинлеген оноторға ярамай. Бындай ҡатнашыусылар йыш ҡына һеҙҙең менән бәхәскә лә инергә ҡаршы түгел, һәм был осраҡта «милек тирәләй низағты» көйләү өсөн ғәҙәти фекер алышыу етә. Әммә оппонентығыҙ дошманлашыуын, һөжүмен дауам итһә, «сигендереүҙәр һуғышы» алып барһа, был емерткес тәртипкә иғтибар бирмәйенсә мәсьәләне мәҡәләнең фекер алышыу битендә ҡарарға тәҡдим итегеҙ. Был да ярҙам итмәһә, низағтарҙы хәл итеүҙең берәй ысулына мөрәжәғәт итергә тура килер — ләкин был осраҡта ла мәсьәләне «төп мөхәррир» менән тыныс юл менән һәм туранан-тура хәл итергә тырышыуығыҙҙы күрһәтер.

«Милек тирәләй» низағлашыу алып барғанда «төп мөхәррирҙәр» йыш ҡына проекттан китеү менән янай башлай. Ни хәл итәһең, бәлки, ысынлап та уларға бер аҙ тәнәфес яһап алыу файҙаға китер һәм һуңынан нормаль хеҙмәттәшлекккә әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек бирер.

Мөхәррирҙәр төркөмө менән низағлашыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркөмгә берләшеп, мәҡәләне башҡаларҙың төҙәтеүҙәр индереүенән һаҡлаған оппоненттарға ҡаршы тороу күпкә ҡатмарлыраҡ булырға мөмкин. Ғәҙәттә улар араһында бер мөхәррир өҫтөнлөк итә, ә уның яҡлылар төркөмө төҙәтеүҙәрен «күҙәтеү» аҫтында тота. Улар күп осраҡта яңы мөхәррирҙәр индергән сифатлы төҙәтеүҙәр менән ризалаша. Ләкин уртаҡ тел табыуға ҡаршылыҡ тыуҙырған мөхәррирҙәр төркөмө лә булғылай. EnWiki-ҙа бындай тактика ҡулланыған төркөмдәрҙе tag team тигән термин менән атайҙар.

Бындай осраҡта ла оппоненттарығыҙҙың ғәмәлдәрен, ниәттәрен баһалау менән түгел, ә эшлекле фекер алышыу менән булырға тырышығыҙ. Файҙаһы теймәһә, низағтарҙы хәл итеү процедураһына күсергә кәрәк. Һәр осраҡта ла изге ниәт менәндер тип уйлағыҙ һәм оппоненттарҙы «уҫал ниәтле һүҙ ҡуйышыуҙа» ғәйепләгәнсе, абруйлы сығанаҡтар менән раҫланған дәлилдәр килтерегеҙ.

Алдан киҫәтеү

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һеҙҙең «төп мөхәрриргә» йә «мөхәррирҙәр төркөмөнә» ҡарата ғәмәлдәрегеҙ ҙә ентекле анализға һәм нигеҙле тәнҡиткә дусар ителеү ихтималлығын онотмағыҙ, айырыуса — дәғүәләрегеҙ мәҡәләнең әллә ни әһәмиәтле булмаған өлөштәренә ҡағылһа. Шунлыҡтан эшләп бөтөлгән мәҡәләгә ваҡ-төйәк төҙәтеүҙәр индерер алдынан, улар сифатҡа хилафлыҡ килтерерҙәй булһа, тәҡдим итергә йыйынған төҙәтеүҙәрҙе фекер алышыу битенә сығарырға кәрәк. Биҙәлешкә йә стилгә ҡағылышлы принципиаль булмаған бәхәстәр Википедиялағы мөхитте яҡшыртмай һәм әүҙем мөхәррирҙәрҙе артабан эшләүҙән биҙҙерә. Шунлыҡтан был мәҡәлә өҫтөндә һеҙгә тиклем эшләгән мөхәррирҙәр һеҙҙекенән әллә ни айырылмаған үҙ вариантын ныҡышмалы яҡлаһа, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырғә тәҡдим ителә. Ваҡ-төйәктә үҙһүҙлеләнмәү һеҙгә был ҡатнашыусы менән эшлекле мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итер, берләшмәне низағ сығыу ихтималлығынан ҡотҡарыр, коллегаларығыҙ алдында абруйығыҙҙы күтәрер.

Икенсе яҡтан, етди дәлилһеҙ һәм фекер алышыуһыҙ үҙ вариантығыҙҙы бик ныҡышып яҡлаһағыҙ, һеҙҙе эҙәрләүҙә ғәйепләүҙәре бар, сөнки бының мәҡәләне яҡшыртырға түгел, ә оппонентығыҙҙың йәненә тейергә тырышыу тип баһаланыуы мөмкин. Бындай ғәмәлдәргә һеҙҙең оппоненттың төрлө мәҡәләләргә индергән төҙәтеүҙәрен нигеҙһеҙ кире алыу, берәй ҡатнашыусының мәҡәләләренә йә берәй тематикалағы мәҡәләләргә, тарафһыҙ ҡатнашыусылар фекеренсә, {{орисс}}, {{стиль}}, {{нейтраллек}}, {{дөрөҫлөк}} кеүек ҡалыптарҙы ҡуйыу, абсурдҡа еткереү (мәҫәлән, һәр фраза өсөн тиерлек сығанаҡ талап итеү), мәҡәләгә тарафһыҙлыҡтан бик алыҫ торған өҫтәүҙәр индереү инә.

Лицензиялау

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла бөтә материалдар GNU FDL һәм Creative Commons ирекле лицензиялары аҫтында яҙыла. Был уларҙы закон менән тыйылмаған осраҡтарҙа ҡулланырға мөмкинлек бирә. Лицензиялау сәйәсәтенә ярашлы, һәр кем Википедияла булғандарҙы ҡуллана һәм үҙгәртә ала. «Беренсел» йә «төп» мөхәррирҙәр бер кемгә лә уларҙың материалдарын ҡулланыуҙы йә үҙгәртеүҙе тыйырға хоҡуҡлы түгел.

Википедияла лицензиялау сәйәсәте уның бөтә текстарының ирекле үҙгәртелә, эшкәртелә һәм тәржемә ителә алыуын күҙҙә тота. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә авторҙар үҙ әҫәрен тупаҫ боҙоуға, кире мәғәнә биреп үҙгәртеүгә, авторының абруйына һәм дәрәжәһенә зыян килтерерлек башҡа үҙгәртеүҙәрҙе индереүгә бер кем дә тартып ала алмаҫлыҡ ҡаршы тороу хоҡуғына эйә (ст. 6bis, Берн конвенцияһы).

Әгәр мәҡәләне «нулдән» башлаһағыҙ йә уның «төп мөхәррире» булып торһағыҙ, был һеҙгә ул мәҡәләгә үҙгәрештәр индереү йәһәтенән өҫтөнлөклө йәки фәҡәт һеҙгә генә генә рөхсәт ителеү хоҡуғы бирмәй, юғиһә ул лицензиялау шарттарын боҙор ине.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]