Википедия:Мәҡәлә эстәлегендә нисбәтлелек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 

ВП:МЭНҠалып:Руководство

Теманың әһәмиәтле яҡтарын һүрәтләүгә зыян килтереп, әһәмиәтһеҙ берәй аспектына артыҡ ҙур иғтибар бүлергә ярамай. Тикшерелә алған һәм сығанаҡтарға нигеҙләнгән бөтә раҫламалар текст эстәлегендә мөһимлегенә ҡарата нисбәтле урын алырға тейеш.

Ҡараштарҙы һүрәтләгәндә нисбәтлелек[сығанаҡты үҙгәртеү]

  Нейтраль ҡараш тураһында ҡағиҙәгә һәм нисбәтлелек тураһындағы үрҙә килтерелгән принципҡа ярашлы, мәҡәләлә абруйлы сығанаҡтарҙа бирелгән бөтә ҡараштар тарафһыҙ бирелергә тейеш. Теге йәки был фекерҙе һүрәтләүгә бирелгән урын был фекерҙең таралғанлығына ярашлы нисбәттә булырға тейеш.

Төрлө ҡараштарҙы сағыштырғанда әҙселектең фекере күберәк таралыу алған фекер менән бер үк күләмдә һәм шулай уҡ ентекле һүрәтләнә алмай, ә бөтөнләй маргиналь ҡараштарҙы бөтөнләй телгә алырға кәрәк түгел. Мәҫәлән, Ер тураһындағы мәҡәләлә беҙҙең заманда Ерҙе яңы тип һанаған кешеләр булыуы тураһында бер нәмә лә әйтелмәй.

Ҡараштарҙағы айырмаларҙы һүрәтләгәндә әҙселек фекеренә күпселек фекеренә бирелгән тиклем үк урын бирелә алмай. Ә бик әҙҙәр генә яҡлаған концепцияларға килгәндә, уларҙы тик ошо концепцияларға арналған мәҡәләләрҙә генә һүрәтләп китеү урынлы. Әҙселектең ҡарашына мәҡәләлә үтә ҙур иғтибар биреү бәхәс күләме тураһында ялған фекер тыуҙырыу булып тора. Википедия төрлө ҡараштарҙы уларҙың абруйлы сығанаҡтарҙа бирелеү киңлегенә ярашлы һүрәтләргә тырыша. Был мәҡәләләрҙең эсәтелегенә генә түгел, һүрәттәргә лә, тышҡы һылтанмаларға ла, категорияларҙа ла, башҡа материалдарға ла ҡағыла.  


 

Исегездә тотоғоҙ, теге йәки был фекерҙең әһәмиәтлелегенбилдәләгәндә уның абруйлы сығанаҡтарҙа күпме күләмдә бирелгәнлеген иғтибарға алырға кәрәк, әммә ул фекерҙең Википедия мөхәррирҙәре араһында өҫтөнлөк алыуы йоғонто яһамаһын.

Әгәр һеҙ әлеге ваҡытта танылмаған йә бик тә әҙ һанлы кешеләр тарафынан ғына танылған нәмәнелер иҫбатлай алһағыҙ, шуны онотмағыҙ: Википедия — бындай иҫбатламаны тәүләп баҫыу урыны түгел. Бындай иҫбатламалар Википедиянан ситтә баҫылып сыҡҡан булһа ғына, уларға һылтанма яһалырға мөмкин. Шулай уҡ ҡарағыҙ: ВП:ОРИССА һәм ВП:ТИКШ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]