Википедия:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ҠК
Мәҡәләләр яҙыу Мәҡәләләр яҙыу
Дөйөм ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр
Тематик мәҡәләләр
Биология тураһында
Башҡортостан ауылдары тураһында
Башҡортостан шәхестәре тураһында
Илдәр тураһында
Техник белешмә
Вики-тамғалау
Мәҡәләләргә исем биреү
Мәҡәләләрҙе форматлау
Категориялар
Һүрәттәр
Ҡалыптар
Ҡыҫҡартыуҙар
Теҙмәләр
Күп мәғәнәлелек

Башҡорт Википедияһының төп маҡсаты — башҡорт телендә тулы, йыйнаҡ һәм дөрөҫлөктө көҫәгән энциклопедия төҙөү. Был эшкә башҡа ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеп, туған телгә булған ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү ҙә маҡсат итеп ҡуйыла. Был маҡсаттарҙы юғары кимәлдә тормошҡа ашырыу өсөн Википедияла дөйөм ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе һаҡлау кәрәк. Ентекле ҡағиҙә һәм күрһәтмәләрҙе Википедия:Ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр категорияларында табырға була.

Википедияның ҡағиҙәләре тураһында[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия телдәр буйынса бүленгән. Уртаҡ принциптар: тарафһыҙ ҡараш, авторлыҡ хоҡуҡтарына ихтирамлы булыу, GNU лицензияһы һәм башҡа ҡайһы бер принциптар — бөтә телдәрҙә мотлаҡ һаҡланырға тейеш. Мәҡәләләрҙе форматлау ҡағиҙәләре, берләшмә эсендәге мөнәсәбәттәр һәм оҡшаш хәлдәр бүлек эсендә берләшмә тарафынан көйләнеп тора. Беҙҙең хәҙерге ҡағиҙәләр, бөтә ҡағиҙәләр кеүек бөтә яҡтан камил түгел, ваҡыт үтеү менән яҡшыра баралар. Һәм был эштә һәр бер теләүсе ҡатнаша ала[1]. Бер ҡағиҙәләр системаһынан икенсеһенә күсеү (шунан бәлки кире күсеү), бик күп файҙа килтермәйәсәк. Электән ғәмәлдә булған ҡағиҙәләр бик күп ҡатнашыусылар тарафынан тикшерелгән, шул ҡағиҙәләргә таянып бик күп мәҡәләләр яҙылғанлыҡтан, ул ҡағиҙәләрҙе үҙгәртеү өсөн нигеҙле һәм төплө сәбәптәр булырға тейеш. Һәм бының өсөн бик күп тырышлыҡ кәрәк буласаҡ.

Мәҡәләнең эстәлеге[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тел һәм стиль[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:СТИЛЬ

Мәҡәләләрҙе әҙәби башҡорт телендә һәм фәнни стилдә яҙыр кәрәк. Аңлатыу тик өсөнсө зат исеменән генә алып барылырға тейешле. Бик ябай һөйләмдәр менән яҙмаҫҡа, хупланмаған һүҙҙәр ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Мәҡәләләрҙә шәхси иҫкәрмәләр һәм имзалар ҡуйырға ярамай, уларҙы фекер алышыу биттәрендә йәки мәҡәлә яҙыу тәҙрәһендә текст эсенә <!-- йәшереп --> ҡуя алаһығыҙ.

Тәьҫирләнмәйенсә һәм объектив рәүештә яҙығыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Энциклопедиялағы мәҡәләләрҙе бер кемдән йәки бер нәмәнән булһа ла тәьҫирләнеп яҙмағыҙ. Мәҡәләгеҙ тарафһыҙ ҡараш принцибына ярашлы булһын: әгәр мәҡәләлә бәйән ителгән бер ҡараш бәхәсле йәки бик танылыу тапмаған икән, был турала ҡараштың сығанағына һылтанма яһап белдереп китер кәрәк. Бер хәл, күренеш йәки әйбер тураһында төрлө фекерҙәр бар икән, ул ҡараштар тураһында мәҡәләлә яҙыу, бик булмаһа, уларҙың барлығы тураһында һүҙ әйтеп китеү бик яҡшы булыр ине. Айырыуса бәхәсле мәҡәләрҙе төҙәткәндә тыныс һәм иғтибарлы һәм төҙәтеүҙәрҙә бик ентекле булығыҙ.

Мәҡәләнең төҙөлөшө[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләләге аңлатыу эҙмә-эҙлеклелеген һәм тексҡа ярҙамсы иҫкәрмәләр ҡуйыу тәртибен уҡыусыға уңайлы буласаҡ рәүештә алып барығыҙ. Бик күп мәҡәләләр ҡабул ителгән ҡалып менән яҙылған. Шуның өсөн, мәҫәлән, яңы бер үҫемлек тураһында мәҡәлә яҙаһығыҙ икән, умырзая мәҡәләһендәге ҡалыпты ҡуллана алаһығыҙ; минералдар тураһында булһа — алтын, хайуандар тураһында — айыу, һ.б. Яңы мәҡәлә яҙғанда, оҡшаш тема буйынса яҙылған мәҡәләнең мөхәррирләү тәҙрәһенән ул мәҡәләнең тексын йәки ҡалыбын күсереп алырға була. Шунан һуң, формаһын һаҡлап, эстәлеген үҙгәртегеҙ. Бер төшөнсә тураһындағы мәҡәләнең башында ул төшөнсәнең исемен яҙығыҙ. Шунан башлыҡһыҙ, ул төшөнсәне аңлатҡан, ҡыҫҡа һәм дөйөм, бер-ике абзацлыҡ аңлатыу тексы ҡуйығыҙ.

Аңлатыу нисек булырға тейеш[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләләрҙә аңлатыуҙы ошондай рәүештәрҙә алып барырға була:

  • дөйөм фекерҙән айырым фекерҙәргә;
  • ябайҙан ҡатмарлыға;
  • әһәмиәт, танылыу, дөрөҫлөк, ҙурлыҡ, урынлашыу тәртибе буйынса;
  • хронологик тәртиптә — тарихи белешмә өсөн;
  • тематик тәртиптә — исемлектәрҙә ҡулланыу ҡулай;
  • әлифба тәртибендә — башҡа тәртиптәр тап килмәгән ваҡытта.

Ярҙамсы билдәләр һәм белдереүҙәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләнең эстәлеге тураһында иҫкәрмәләр мәҡәләнең алдында була; улар иҫәбенә ҡалып белдереүҙәре, авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу белдереүҙәре, викификация, эстәлеге тарафһыҙ ҡарашҡа ярашлы булмаған мәҡәләләр, һәм башҡа ҡайһы бер белдереүҙәр. Һеҙ ҙә шулай уҡ мәҡәлә өсөн инеш һүҙе яҙа, уны бик яҡшы итеп форматлай алаһығыҙ. Мәҡәләнең бөтмәүе тураһындағы иҫкәрмәләр, туғандаш проекттарҙағы бәйләнгән мәҡәләләргә һылтанмалар һәм рөхсәт тураһындағы белдереүҙәр мәҡәлә аҙағына ҡуйыла. Категориялау билдәләре һәм интервики бәйләнештәре, яҙылған тәртиптә сығанаҡ тексында башҡа текстарҙың иң аҙағында яҙыла һәм буш юл менән айырып ҡуйыла:

[[Категория: Wikipedia:Белешмә|Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр]]




Үрнәк[сығанаҡты үҙгәртеү]

(фараз ғына)

'''Азия''' — [[Евразия]] ҡитғаһының көнсығыш өлөшө һәм [[донъя]]ның бер киçәге.
 
== География ==
Азия — ер йөҙөнөң иң ҙур ҡитғаһы һәм дүрт [[океан]] менән уратып алынған.

== Халыk ==
Азия — ер йөҙөнөң иң күп халыҡ йәшәгән өлөшө; унда донъя халҡының 50% йәшәй. (һ.б.).

{{geo-stub}}

{{Азия}}

== Әҙәбиәт ==
* ...

== Һылтанмалар ==
* ...

[[Категория:Азия|*]]

Авторлыҡ хоҡуҡтарына ихтирамлы булығыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмағыҙ. Википедия — ирекле энциклопедия һәм GNU Free Documentation License ҡа ярашлы рәүештә баҫыла. Авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған мәҡәләләр урынлаштырыу, бөтөнләй ирекле һәм һәр кем файҙалана алған энциклопедия эшләү маҡсатыбыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуя һәм хоҡуҡи ҡатмарлыҡтарға алып барыуы мөмкин. Ентекле мәғлүмәттәр өсөн ҡарағыҙ: Википедия:Авторлыҡ хоҡуҡтары.

Имза[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мәҡәләгә имза ҡуйырға ярамай, сөнки мөхәррирләнгән мәҡәләне һеҙҙең кеүек бик күп ҡулланыусы төҙәтә ала.
  • Фекер алышҡанда (шулай уҡ үҙегеҙҙең шәхси фекер алышыу битендә лә) имза ҡуйыу мотлаҡ: фекер алышыу бик уңайлы була. Яҙған фекерҙәрегеҙҙе һеҙҙән һуң башҡа кешеләрҙең дә уҡыясағын онотмағыҙ, сөнки фекер алышыу битендә лә мәҡәлә тураһында бик файҙалы мәғлүмәттәр була. Фекер алышыу ҡағиҙәләрен ҡарағыҙ.
  • Имза ҡуйыу өсөн дүрт тильда керетегеҙ (~~~~) — улар «имза + тарих + ваҡыт» буласаҡ; өс тильда (~~~) — тик имза ғына буласаҡ. Тик беренсе ысулды ҡулланыу хәйерлерәк: әгәр яҙылғандар буталып китә икән ваҡыт буйынса ниндәйенең ҡасан яҙылғанын аңларға була. Әгәр һеҙ Википедияла теркәлмәгән ҡулланыусы йәки үҙ ҡушма исемегеҙ менән кермәгән икәнһегеҙ, үҙ исемегеҙҙе, бик булмаһа ҡушаматығыҙҙы яҙығыҙ.
  • Имзағыҙҙы үҙ фекерегеҙҙең/белдереүегеҙҙең башына түгел, аҙағына ҡуйығыҙ.
  • Имза ҡуйыу, бер тексттың билдәле бер кеше тарафынан, билдәле бер ваҡытта яҙылғанлығын аңлата. Шунлыҡтан, ҡуйылған имзаны үҙгәртеү (ҡуйыусы тарафынан булһа ла) тыйыла, бигерәк тә, ул фекергә/белдереүгә яуап бирелгән булһа. Әгәр билдәһеҙлекте йәки аңлашылмаусанлыҡты юҡ итер өсөн үҙгәртеү кәрәкле икән, текстың иҫке өлгөһөн юймайынса, өҫтөн һыҙып ҡалдырығыҙ. Иҫке һөйләмдәрҙең йәки һүҙҙәрҙең өҫтөн һыҙыу өсөн <strike> HTML тамғаһын ҡуллана алаһығыҙ.

Нимә тураһында һәм нисек яҙырға?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Булған мәҡәләләрҙе төҙәтегеҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы бер мәҡәлә булдырыуға ҡарағанда булған мәҡәләне тултырыу һәм төҙәтеү файҙалыраҡ. Сөнки оҡшаш мәҡәләләр яҙыу урынына бер ҙур мәҡәләне һаҡлау аҡылға ятышлыраҡ. Әгәр мәҡәләлә ниндәй ҙә булһа бер хата, иҫке мәғлүмәттәр күрәһегеҙ икән, ҡурҡмайынса төҙәтегеҙ. Был эшегеҙ менән һеҙ киләсәктәге уҡыусыларға ярҙам ғына итәсәкһегеҙ.

Белгән нәмәгеҙ һәм ҡыҙыҡ нәмәләр тураһында яҙығыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һеҙ яҙасаҡ мәҡәләнең бер кешегә файҙалы йәки ҡыҙыҡлы буласағын белгән генә ваҡытта ул мәҡәләгә тотоноғоҙ. Википедияға өлөш керетеүҙән кәйеф алырға тырышығыҙ. Белмәгән бер төшөнсә йәки әйбер тураһында яҙа башлағанһығыҙ икән, ул тема буйынса эҙләнеүҙәргә ваҡыт айырығыҙ: бер нисә көн ул тема буйынса уҡырға тура килер бәлки. Улай иткәндә, һеҙ бик күп яңы нәмәләр өйрәнәсәкһегеҙ һәм бик һәйбәт мәҡәлә яҙасаҡһығыҙ.

Әгәр ҙә тик эс бошоуҙан ғына мәҡәлә яҙа башлағанһығыҙ икән, уны бөтөнләй яҙып тормағыҙ. Был эш өсөн көсөгөҙ һәм ваҡытығыҙ әрәм буласаҡ һәм Википедияла тағы бер тамамланмаған мәҡәлә пәйҙә буласаҡ.

Бер нисә юлдан ғына булған мәҡәләләр яҙмағыҙ, сөнки улар мәғәнәһеҙ тип һаналып юйыласаҡтар.

Теләк менән яҙыла башлаған мәҡәләнең дә яҙылып бөтөлмәүе мөмкин. Ундай ваҡытта ул мәҡәләне Википедияға урынлаштырмауығыҙ хәйерлерәк булыр; яҙып бөтөлгәнгә тиклем үҙегеҙҙә һаҡлап тороғоҙ. Яҙылып бөтөлмәгән мәҡәлә күргәнегеҙҙә, уны {{stub}} ҡалыбы менән билдәләгеҙ. Тамғаны мәҡәлә тексынан һуң, категориялар һәм интервики һылтанмаларынан алда ҡуйығыҙ.

Әгәр мәҡәләлә аңлатылған төшөнсәнең бер нисә мәғәнәһе бар икән, теләгегеҙгә күрә һәр бер мәғәнәһе өсөн айырым мәҡәлә яҙығыҙ. Һәм иң аҙаҡтан {{disambig}} тамғаһын ҡуйып аңлатыу билдәһеҙлелеген хәл итеү мәҡәләһен яҙығыҙ. Үрнәк өсөн Европа мәҡәләһен ҡарай алаһығыҙ..

Һәр бер һүҙ өсөн генә мәҡәлә яҙмағыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — һүҙлек түгел. Башҡорт телендәге һәр бер һүҙ өсөн мәҡәлә яҙмағыҙ, был эш өсөн Вики-Һүҙлекбар. Быға ҡарамаҫтан һеҙ һүҙҙәрҙең аңлатмаларын бирергә теләйһегеҙ икән, уларҙы бер билдәле тема буйынса йыйып бер мәҡәләлә яҙығыҙ, мәҫәлән, «Медицина терминологияһы». Һүҙҙәрҙе йыйғанда уларҙы күп итеп алырға тырышығыҙ, бер нисә һүҙ өсөн дә мәҡәлә яҙып тороу килешмәҫ.

Башҡа телдәрҙән мәҡәләләр тәржемә итегеҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа телдәге оҡшаш мәҡәләләрҙән мәғлүмәттәр алығыҙ. Бик күп уҡыусыларыбыҙ өсөн был тел — урыҫ теле буласаҡ, шунан инглиз йәки немец телдәре. Быларҙан башҡа һеҙ аңлаған телдәр буласаҡ. Башҡа телдәрҙән мәҡәләләр тәржемә итеү — әҙәби сит телде өйрәнеү ҙә, ҡыҙыҡһынған әйберегеҙ тураһында мәғлүмәт туплау ҙа буласаҡ. Ни булһа ла мәҡәләгеҙҙе сит телдәге оҡшаш мәҡәлә менән сағыштырып ҡарау артыҡ булмаясаҡ; мәҡәләгеҙҙең етешһеҙлектәрен табыуығыҙ бик мөмкин. Мәҡәләләр тәржемә итеү тулыраҡ энциклопедия төҙөүҙә бик файҙалы буласаҡ.

Һылтанмалар яһағыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙ мәҡәләгеҙгә тема буйынса бәйләнгән мәҡәләләрҙән һәм каталог-бүлектәрҙән һылтанмалар яһағыҙ. Ә үҙ мәҡәләгеҙгә башҡа мәҡәләләргә (улар булдырылмаған булһа ла) гипертекст һылтанмалар ҡуйығыҙ. Баш биттән ниндәй ҙә булһа мәҡәләгә дүрт-биш аҙымда барып еткәндә бик яҡшы булыр ине.

Әҙер булған Википедия бүлектәренең ҡайһыныһында үҙ мәҡәләгеҙҙе белдергәндә һәйбәт булыр ине, шул турала уйлағыҙ. Мәҫәлән, бер ниндәй ҡала тураһында яҙаһығыҙ икән — «География» бүлегендә һылтанма эшләгеҙ, мәҡәләгеҙ бер хайуан тураһында икән — «Биология» бүлегенә керегеҙ, һ.б.

Күп кенә гипертекст һылтанмалары булған ҡыҫҡа бер мәҡәлә, бер ниндәй ҙә һылтанмаһы булмаған һәм мәҡәләлә булған һәр бер төшөнсәне берәмләп аңлатҡан оҙон бер мәҡәләне алмаштыра ала.

Википедияның башҡа мәҡәләләренә һылтаныуҙы мәҡәлә эсендә, тышҡы сығанаҡтарға һылтаныуҙы мәҡәлә аҙағында ==Һылтанмалар== башлығы аҫтында яһау кәрәк.

Интервики һәм башҡа проекттарға һылтанмалар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа телдәге Википедия ҡатнашыусылары менән килешеп эш итеү өсөн сит телдәге мәҡәләләргә интервики-һылтанмалары ҡуйығыҙ.

— биттәге кодтарҙың аҙағындағы ошондай яҙыу, мәҡәләнең инглиз телендәге өлгөһөнөң исеме «Wikipedia:Policies and Guidelines» булғанлығын аңлата. Төрлө телдәрҙәге мәҡәләләрҙе яраштырыу тураһындағы ентекле мәғлүмәттәр өсөн Википедия:Интервики мәҡәләһен уҡығыҙ.

Википедияның туғандаш проекттарындағы (Вики-Һүҙлек, Вики-Китапхана йәки Вики-Цитата) мәҡәләләргә яһалған һылтанмаларға :ba: интервики-префиксыны ҡуйыу кәрәкмәй. Бындай проекттарға һылтанма яһау өсөн махсус ҡалыптарҙы ҡулланыу яҡшыраҡ буласаҡ.

Бер үк һүҙгә нисә тапҡыр һылтанма ҡуйыу кәрәк?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НИСӘ

Мәҡәләгә булған һәм мәҡәләләге һылтанмалар һаны артҡан һайын мәҡәләнең дә файҙаһы артасаҡ. Әлбиттә һылтанмалар иҫәбен дә белергә кәрәк: бер һүҙ киң таралмаған йәки мәҡәлә эсендә мөһим һүҙ булған осраҡта ғына уны һылтанма итеү яҡшы буласаҡ. Тик ул һүҙ ҡабатланған һайын гипертекст һылтанмаһы ҡуйыу килешмәй.

Ғәҙәттә, мәҡәләләге кәрәкле беренсе һүҙ генә һылтанма ителә; ләкин эҙмә-эҙлекле уҡылмай торған белешмә мәғлүмәттәре булған мәҡәләләрҙә (исемлектәр, белешмә белдереүҙәре, мәҫәлән -- Хьюго Премияһы), һәр бер һүҙҙе һылтанма итеү яҡшыраҡ буласаҡтыр. Был эштә иң һәйбәт кәңәш -- айыҡ аҡыл менән эш итеүегеҙ.

Йылдарға һәм көндәргә һылтанмалар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ЙЫЛДАР

Йылдарға һәм даталарға һылтанмалар яһағыҙ; был йылда йәки көндә тағы ла ниндәй ваҡиға булғанлығын ҡарау өсөн бындай һылтанмалар уҡыусы өсөн файҙалы буласаҡ. Һылтанма ҡуйыу өсөн мәҡәләлә бәйән ителгән ваҡиғаларҙағы мөһим йылдарҙы йәки көндәрҙе генә һайлау дөрөҫөрәк буласаҡ. Биографик мәҡәләләрҙә былар – (минимум) тыуыу һәм вафат булыу датаһы, бер ваҡиға тураһындағы мәҡәләлә - ваҡиға датаһы (йәки башланғыс/тамамланыу датаһы). Был ысул менән яҙғанда календарь мәҡәләләрен яҙыу еңеләйәсәк. Йылдарға һәм көндәргә һылтанмаларҙы күп итеп ҡуйыу, әҙ ҡуйыуға ҡарағанда һәйбәтерәк. Даталарҙы, мәҡәләлә аңлатылған ваҡиға дәүерендә, ғәмәлдә булған календарға ярашлы рәүештә ҡуйырға кәрәк. Хәҙерге календарь (григориан календары) буйынса даталар йәйәләр эсендә күрһәтелә. Һылтанмаларҙы тик григориан календары даталарына ғына яһарға кәрәк.

Үрнәк 1: 30 май (9 июнь) 1672 Пётр I тыуған.

Үрнәк 2: 16(27) май 1703 Санкт-Петербург ҡалаһына нигеҙ һалынған.

Шулай уҡ, иҫке һәм яңы стилдә даталарҙы бер үк ваҡытта күрһәтеү өсөн махсус {{OldStyleDate}} ҡалыбын ҡулланырға була: {{OldStyleDate|25|июль|1826|13}}13 (25) июль 1826

{{OldStyleDate|6|август|1826|25|июль}}25 июль (6 август1826

{{OldStyleDate|6|январь|1827|25|декабрь|1826}}25 декабрь 1826 (6 ғинуар 1827)

Юлиан даталарын григориан даталарына күсереү өсөн Юлиан календары мәҡәләһендә яҙылып кителгән формулалар ҡулланыла.

Иғтибар: дата һәм йыл араһына өтөр ҡуйылмай! Бындай хата менән инглиз йәки башҡа телдән тәржемә эшләгәндә ҡаршылашырға була. «1 ғинуар, 1980» урынына 1 ғинуар 1980 тип яҙыу кәрәк.

Мәҡәләне нисек ойошторорға[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бик күп бәләкәй әллә бер ҙур мәҡәлә яҙырғамы?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — һүҙлек түгел. Шуның өсөн дә бер юллыҡ ун «мәҡәлә» урынына ун юллыҡ бер мәҡәлә яҙыу хәйерлерәк. Әгәр мәҡәлә бик тә «һимереп» китә икән, уның эстәлегенән яңы мәҡәлә айырып алығыҙ. Тәүҙән үк тулы һәм төплө энциклопедик мәҡәлә яҙып булмаған темалар буйынса яңы айырым мәҡәләләр ойоштормағыҙ. Бының урынына дөйөм тема буйынса яҙылған мәҡәләлә берәй бүлек яҙығыҙ.

Оҡшаш мәҡәләләрҙең барлығын тикшерегеҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер мәҡәлә булдырыуҙан алда башҡа оҡшаш исемле мәҡәләнең барлығын тикшерегеҙ. Тикшереү өсөн эҙләүҙе ҡулланығыҙ. Ундай мәҡәләнең булмауына ышанғас ҡына яңы мәҡәлә яҙа башлағыҙ. Эҙләй торған һүҙҙе керетеү урыны һәр биттә бар: һул яҡта, төп йүнәлештәрҙән аҫтараҡ.

Һеҙ һайлаған тема буйынса мәҡәләнең барлығын ҡарағандан һуң Википедияның төрҙәш бүлектәрен дә тикшерегеҙ. Бының өсөн тәүҙә Баш биткә барығыҙ һәм мәҡәләгеҙ өсөн альтернатив исемдәр яҙып ҡарағыҙ. Үрнәк: «һыу үгеҙе»«гиппопотам».

Мәҡәләнең яҙылыуы[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әгәр бер мәҡәләгә һылтанма бар булып та ул мәҡәлә яҙылмаған икән, ул һылтанма ҡулланыусының көйләүҙәренә ҡарап ҡыҙыл төҫтә йәки һорау билдәһе булып күренәсәк. Әгәр ундай ҡыҙыл һылтанма мәҡәләнең эсендә булһа һәм ул һылтанма буйынса күскән ваҡытта туранан тура мөхәррирләү битенә эләгәсәкһегеҙ.
  • Бер һылтанма ла яһалмаған мәҡәләне булдырыу өсөн браузерҙың адрес юлына мәҡәләнең буласаҡ исемен керегеҙ. Мәҫәлән, түбәтәй тураһында мәҡәлә яҙыр өсөн браузерҙың адрес юлына буласаҡ мәҡәләнең исемен керегеҙ: http://ba.wikipedia.org/wiki/Түбәтәй. Википедия буш биткә күсәсәк һәм мәҡәлә булдырырға тәҡдим итәсәк.
    • Ләкин мәҡәлә булдырыр алдынан, ул мәҡәләгә һылтанмаларҙың барлығын тикшерегеҙ. Тема буйынса яҡын мәҡәләләрҙе ҡарағыҙ, әгәр унда һылтанмалар булмаһа үҙегеҙ ҡуйығыҙ.

Мәҡәләгә дөрөҫ исем бирегеҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр мәҡәләгә бер нисә исем тап килә икән, иң йыш ҡулланылғанын һайлағыҙ, ҡалғандарына иһә йүнләндереүҙәр ҡуйығыҙ. Исем биреүҙә икеләнеп ҡалһағыҙ, мәҡәләләрҙе исемләү ҡағиҙәләрен уҡығыҙ. Биттәрҙе күсергән (исемен үҙгәрткән) ваҡытта мәҡәләнең элекке исеменән яңы исеменә автоматик рәүештә йүнләндереү эшләнә. Бындай осраҡтарҙа ҡайһы ваҡытта «икеле йүнләндереүҙәр» (йүнләндереүгә йүнләндереү) барлыҡҡа килергә мөмкин; улар дөрөҫ эшләмәйҙәр һәм уларҙы ҡул менән төҙәтергә кәрәк.

Дәүләттәрҙең рәсми исемдәре, ярҙамсы һүҙҙәр тышында, һәр ваҡыт ҙур хәрефтәр менән яҙылалар.

Аҫтағы бүлектәрҙе күҙәтегеҙ:

Телгә йоҡмаған һүҙҙәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һүрәттәр, рәсемдәр ҡуйығыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөмкинселегеҙ булған һайын фотоһүрәттәр, карталар, һүрәттәр һәм тауыш яҙмалары ҡуйығыҙ. Әгәр һеҙ эҙләгән файлдар Википедия һүрәттәре базаһында йәки Вики-Һаҡлағыста юҡ икән, тәүҙә файлды базаға тейәр кәрәк, бының өсөн һеҙ системаға танылған булырға тейешһегеҙ. Һүрәттәрҙе ҡулланыу тураһындағы ентекле мәғлүмәттәр өсөн Википедия:Һүрәттәр битен ҡарағыҙ.

Шәхестәрҙең фотоһүрәттәрен мәҡәлә башланғысына ҡуйған ваҡытта мөмкинселегеҙгә ҡарап алдан төшөрөлгән фотоһүрәттәр ҡулланырға тырышығыҙ (алдан төшөрөлгән һәм дүрттән өс өлөшө күренгәндәр ҙа ярай). Башҡа яҡтан төшөрөлгән һүрәттәр ҡулланырға кәңәш ителмәй. Ҡағиҙә буйынса фотоһүрәт мәҡәләнең уң яғына тигеҙләнеп ҡуйыла, ләкин фотоһүрәттәге кеше уңға боролған булһа (йәғни «тышҡа» ҡарап торған буласаҡ), уны мәҡәләнең һул яғына тигеҙләп ҡуйыр кәрәк. Был ҡағиҙәләр хайуандар өсөн дә, шулай уҡ арауыҡта йүнәлеш һайлай алыу һыҙаттары булған транспорт саралары өсөн дә ғәмәлдә. Был турала ентекле мәғлүмәттәр өсөн Википедия:Һүрәттәр#Кәңәштәр.

Башҡа төрҙәге фотоһүрәттәрҙе мәҡәлә башына, эсенә ҡуйғанда айныҡ аҡыл менән эш итегеҙ.

Вики-Һаҡлағыс — Википедияның туғандаш сайты, һүрәттәр һәм башҡа мультимедия файлдарын һаҡлау өсөн махсус эшләнгән. Википедияла Вики-Һаҡлағыс тураһында мәҡәлә бар.

Типографика[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тексттарҙы машинкала баҫылған кеүек түгел, ә типографик стилдә форматлар кәрәк:

  • Тире (—) урынына дефис (-), ике дефис (- -) йәки ҡыҫҡа тире (-) ҡулланмағыҙ.
    • Дефис (-) һүҙҙәр эсендә ҡулланыла (мәҫәлән, ир-егет, ҡап-ҡара, яуым-төшөм)
  • Араны белдергән ваҡытта — мәҫәлән, даталарҙа — бушлыҡһыҙ тире (—) ҡулланығыҙ: 19411945; «ҡыҫҡа» йәки «уртаса» тире (-) башҡорт телендә ҡулланылмай.
  • Машинка тырнаҡтары ("") урынына («») тырнаҡтарын ҡулланығыҙ (тырнаҡтар эсендә тырнаҡтар ҡуйырға кәрәкле булһа ("") тырнаҡтарын ҡулланығыҙ).
  • Апостроф урынына машинка апострофыны (') түгел, ә берле тырнаҡты (‘) ҡулланығыҙ.
  • Күп нөктә () урынына өс нөктә ҡулланмағыҙ.

Башҡа махсус билдәләр: номер №, параграф §, градус °, промилле ‰, плюс-минус ±, ҡабатлау ×, нөктәле ҡабатлау ·, тигеҙ түгел ≠, яҡынса тигеҙ ≈, бәләкәй йәки тигеҙ ≤, ҙур йәки тигеҙ ≥, эквивалент ≡, һулға уҡ ←, уңға уҡ →, өҫкә уҡ ↑, аҫҡа уҡ ↓, һулға-уңға уҡ ↔, һуңһыҙ ∞, күп нөктә ….

Сит телдәге һүҙҙәрҙе төп яҙылышы менән дөрөҫ итеп яҙығыҙ, әгәр бик аңлашылып бармай икән башҡорт телендәге транскрипцияһын ҡуйығыҙ.


Был турала ентекле мәғлүмәттәрҙе Махсус билдәләр мәҡәләһендә уҡый алаһығыҙ.

Мәҡәлә категориялары[сығанаҡты үҙгәртеү]

Категорияға ҡушыу[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалыптарҙы ҡулланығыҙ һәм яңыларын эшләгеҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Йүнәлеш һайлау ҡалыбын эшләргәме?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Белемдең ҡайһы бер бүлектәре буйынса мәҡәләләр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа телдәге исемдәрҙе дөрөҫ күсерегеҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпләп мәғлүмәттәр ҡуйыу[сығанаҡты үҙгәртеү]

Конкурстар[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Яңы ҡағиҙәләрҙе керетер өсөн берләшмәнең был ҡағиҙәләрҙең ҡабул ителеүе өсөн риза булырға тейеш. Бер тәҡдимдең ҡулланма йәки ҡағиҙә булып һаналыуы өсөн, был тәҡдимдең ғәмәлгә керетелеүенә ҡағылышлы ҡатнашыусыларҙың тәҡдимде ҡарап уның менән риза булып, ғәмәлгә керетелеүенә ҡарар бирергә тейештәр. Ҡағиҙә тураһында тәкдимдәр Ҡоролтайҙа белдерелергә тейеш. Тәҡдим ителгән ҡағиҙәләр менән танышып сығыу өсөн билдәле ваҡыт бирелә: бер аҙна, шунан һуң яңы ҡағиҙә битенең өҫкө өлөшөнә {{policy}} ҡалыбы ҡуйыла. Әгәр яңы тәҡдим тураһында фекер алышыу барғанда килешмәүселек тыуа икән, был ваҡыт, ҡатнашыусылар уртаҡ ҡарарға килгәнгә тиклем оҙайтылырға мөмкин. Әгәр ҡатнашыусылар бер нисек тә уртаҡ фекергә килә алмай икән, яңы ҡағиҙәнең раҫланыуы һайлау менән хәл ителергә мөмкин.