Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018
27 декабрь 2014 — 11 февраль 2015[вики-тексты үҙгәртергә]
- Ишан Зәйнулла Рәсүлев 1870 йылда Урал аръяғы башҡорттарынан ете мең кешене уҡытыусылар сафына баҫтыра.
- Диңгеҙ төбөндә йәшәүсе ҡайһы бер болоттар (губкалар) башҡа хайуандар менән туҡлана.
- Эквадор — доньяла вулкандар иң күп булған ил.
- Леди Гага, йырсы Уайнхаус Эмиға оҡшамаҫ өсөн, сәсен аҡһыл төҫкә буяған.
- Йәһүҙилек ҡанундары буйынса Шаббат (шәмбе) иң мөһим байрам.
- Бәшмәктәр үҫемлек түгел, улар тере организмдарҙың айырым батшалығы.
- Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һаҡлағыстарында палеолит дәүеренән алып XX быуатҡа тиклем 200 меңдән ашыу экспонат һаҡлана.
11 февраль 2015 — 19 март 2015[вики-тексты үҙгәртергә]
- 2010 йылдың 7 февралендә Башҡортостанда «Ашҡаҙар» радиоһы эшен башланы.
- Күренекле революционер, партия һәм дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин — 1918 йылдың 16 сентябрендә булдырылған Ҡыҙыл Байраҡ орденының тәүге кавалерҙарының береһе.
- «Шоңҡар» журналы даими рәүештә «Минең Рәми» исемле һәм башҡа ижади конкурстар үткәрә.
- 250 миллион йыл элек, планетабыҙҙың ҡыҫылыуы арҡаһында, Төньяҡ Боҙло океандың көньяғынан алып Арал диңгеҙе буйындағы далаларына тиклем һуҙылған Урал тауҙары барлыҡҡа килгән.
- 1992 йылдың 25 февралендә Республиканың Юғары Советы Башҡортостан флагын раҫлай.
- Беҙҙең эраға тиклем 212 йылда римлеләр Сиракузи ҡалаһын баҫып ала. Үҙен үлтерергә килгән яугиргә Архимед: «Туҡта, аҙ ғына сабыр ит, мәсьәләмдең сиселешен табайым, һуңынан теләһә нәмә эшлә!», — тип ҡысҡырып өлгөрә.
19 март 2015 — 11 апрель 2015[вики-тексты үҙгәртергә]
- Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы һәм журналист Роберт Паль әҫәрҙәре башҡорт, украин, ҡазаҡ, татар, сыуаш телдерендә нәшер ителгән.
- Экватор һыҙығында урынлашҡан Каямбе вулканы түбәһендә мәңгелек боҙлоҡ ята.
- Ҡоҙғондар — иң оҙон ғүмерле ҡоштар, улар иректә 70 йылдан да артығырак йәшәй.
- Көйөргәҙе районындағы Кинйәабыҙ ауылына 1760 йылдарҙа башҡорт старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышы полководецы, манифестар яҙыусы, Пугачевтың идеологы Кинйә абыҙ Арыҫланов нигеҙ һалған.
- Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романы 1929—1939 йылдарҙа рус телендә 6 тапҡыр 1,5 миллионлы дөйөм тираж менән нәшер ителә. Был әҫәр буйынса төшөрөлгән «Салауат Юлаев» фильмын режиссёр Я. А. Протазанов 1941 йылда экрандарға сығара.
- 350—370 млн йылдар элек ғәйрәп ятҡан диңгеҙ төбөндәге риф ҡалдыҡтарынан Стәрлетамаҡ тау-шихандары барлыҡҡа килгән.
11 апрель 2015 — 18 май 2015[вики-тексты үҙгәртергә]
- «Хәҙерге йәштәр мул тормошҡа өйрәнгән, улар насар ҡылыҡлы, дәрәжәләрҙе һанға һуҡмай, оло кешеләрҙе ихтирам итмәй…», тип яҙған боронғо грек философы Сократ.
- Көн менән төн тигеҙләшкәндә билдәләнгән нәүрүз байрамы Башҡортостанда ла йылдан-йыл әүҙемерәк үткәрелә.
- Башҡортостанда беренсе космонавт Ю. А. Гагаринға һәйкәл Өфө дәүләт авиация техник университеты алдында 2011 йылда ҡуйылды.
- «Сыңрау торна» риүәйәте буйынса Фәйзи Ғәскәров либреттоһына һәм Лев Cтепанов музыкаһына 1944 йылда балет ҡуйыла, 1960 йылда фильм-балет төшөрөлә.
- Билдәле археолог, антрополог, этнолог, гидролог, география магистры, техник фәндәр докторы, профессор С. И. Руденко «Башкиры» тигән китабында «Иң бай башҡорт 3—4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20—30 баш йылҡыға хужа», — тип яҙған.
- Актёр, сценарист, режиссёр Чарли Чаплин үҙе тыуҙырған образ — "Берәҙәк"кә оҡшаш кешеләр конкурсында, ялған исем менән ҡатнашып, финалға ла үтә алмай.
18 май 2015 — 16 июнь 2015[вики-тексты үҙгәртергә]
- Тере сағында тик тора, ҡырҡһалар — йөрөй башлай, нимә ул? Беләһегеҙ киләме? Сәба батшабикәһе йомаҡтарын уҡығыҙ.
- 1917 йылдың июнендә Ырымбур ҡалаһында «Башҡорт» гәзите сыға башлай.
- Нефтекама ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында 2014 йылдың авгусынан Наталья Водянованың «Асыҡ йөрәктәр» фонды төҙөгән балалар уйын майҙансығы эшләй.
- Донъяла иң ҙур ярымутрау — Ғәрәп ярымутрауы. Уның майҙаны 3 250 мең км².
- 1995 йылдың 1июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асыла.
- Күренекле немец һәм урыҫ энциклопедиясы ғалимы Паллас «Мордва, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡырғаҙ, башҡорт халыҡтарының иҫтәлекле урындары» («Merkwürdigkeiten des Morduanen, Kasaken, Kalmücken, Kirgisen, Baschkiren etc.» Франкфурт и Лейпциг, 1773—1777, нем.) тигән китабында «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки уның һаулыҡ өсөн файҙаһы бик ҙур», — тип яҙған.
16 июнь 2015 — 14 август 2015[вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәжәрәләре буйынса Ғәли Соҡоройҙоң, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың һәм Мәжит Ғафуриҙың тамырҙары табын ҡәбиләһенең башлығы Майҡы бейға барып тоташа.
- 2015 йылдың 18 июнендә Рамаҙан айы башлана. Ислам ҡанундары буйынса, бәлиғ булған һәр мосолманға был айҙа Ураҙа тотоу фарыз.
- «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосы урыҫ телендә тәүге тапҡыр «Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведенная на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года» исеме аҫтында 1812 йылда Т. С. Беляев типографияһында нәшер ителә.
- 1938 йылдың 12 майында Токиола М. Ғ. Ҡорбанғәлиев етәкселегендә төҙөлгән Токио йәмиғ мәсете асыла.
- Бынан 290 млн йылдар элек хәҙерге Башҡортостан биләмәләрендә башкиросаурустар йәшәгән. Бәләбәй районында табылған гигант ер-һыу хайуаны ҡалдыҡтарын палеонтологтар шулай тип атаған.
- 1922 йылдың 14 июлендә Өфө, Бөрө, Бәләбәй өйәҙҙәре бергә ҡушылыуҙан Оло Башҡортостан барлыҡҡа килә.
- Ергә Ҡояш йылыһы һәм яҡтыһының 2 миллиардтан бер өлөшө генә килеп етә, ҡалғаны космосҡа тарала. Ҡояш энергияһының шул миҡдары ғына ла Ерҙә фотосинтез, һыу әйләнеше, һауа хәрәкәте, дауылдар һәм штормдар тыуҙыра.
14 август — 20 сентябрь[вики-тексты үҙгәртергә]
- Лос-Анджелес сәнғәт музейында 18 быуат рәссамдарының картиналары һаҡлана. Улар араһында француз художнигы Жак Грассе де Сен-Соверҙың «Башкорт ҡатын-ҡыҙы» картинаһы бар.
- Пабло Пикассо һуңғы 100 йыл эсендә картиналары һәм полотнолары урланыуы буйынса иң «популяр» рәссам булараҡ та билдәле.
- 1931 йылдың 10 сентябрендә ойошторолған Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се республика профессиональ театры әлеге ваҡытта Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры тип атала.
- Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралда тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә, бында Ғәрәп хәлифәлегенең 706 йылғы алтын динары һәм 712 йылғы көмөш дирһәмдәр табыла.
- 1936 йылда Башҡорт АССР-ына рәсми рәүештә СССР составында союздаш республикаһы статусы биреүҙә баш тартыла. ВКП(б)-ның ҮК генераль секретары И. В. Сталин буйынса Башҡортостандың сит ил дәүләттәре менән уртаҡ сиктәре булмағанға күрә, уға Советтар Союзынан сығыу мөмкинлеге юҡ һәм был үҙ сиратында ил Конституцияһының СССР-ҙан сығыу хоҡуғы тураһындағы пунктын боҙа.
- Башҡорт Википедияһын төҙөүсө әүҙем ирекмәндәр араһында иң йәш мөхәррир Азат Алтынчурин Башҡортостандың Мәләүез ҡалаһында йәшәй һәм быйыл 10-сы синыфҡа уҡырға бара. Ул башлыса Континенталь хоккей лигаһы темаһына мәҡәләләр яҙа, яңы мәғлүмәт өҫтәй. 2015 йылда «Викимедиа РУ» ойошторған «Үҫмерҙәр марафоны» конкурсында призлы урын яуланы. Был яңылыҡты 2015 йылдың апрель айы һанында Аманат журналы яҙып сыҡты.
20 сентябрь — 16 октябрь[вики-тексты үҙгәртергә]
- VII быуатта Мөхәммәт пәйғәмбәр Көньяҡ Уралға ла үҙенең сәхәбәләрен ебәреүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. 2011 йылда уларға бағышлап Башҡортостандың Миәкә районында мемориал ҡуялар.
- XVII—XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдары барышындағы төрлө осорҙарҙа Сәйет батыр (Сәфәр хан), Хажи Аҡҡусҡаров (Хажи солтан) һәм Ҡараһаҡал (Солтангәрәй) башҡорт ханы тип иғлан ителгән.
- Башҡортостандың төп ғибәҙәтханаһы — Хажи мәсетен 1736 йылдың яҙында ихтилалды баҫтырыу барышында Ырымбур экспедицияһы етәксеһе И. К. Кирилов ғәскәрҙәре емерә.
- Мәсет янындағы тәүге мәҙрәсә — Әл-Ҡарауин 859 йылда Мароккола асыла. Хәҙерге ваҡытта Әл-Карауин мәҙрәсәһе даими рәүештә эшләүсе донъялағы иң боронғо юғары уҡыу йорто тип иҫәпләнә.
- Көрәш буйынса ярыштар Ураҙа, Ҡорбан дини байрамдары ваҡытында ла ойошторолған.
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан фронтҡа 710 меңдән ашыу кеше киткән, уларҙың яҡынса 300 меңе кире әйләнеп ҡайтмаған.
16 октябрь — 20 ноябрь[вики-тексты үҙгәртергә]
- 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
- 840-сы йылдарҙа Көньяҡ Уралда ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәлләм Тәржемән була, ул башҡорт илен тәүгеләрҙән булып үҙ исеме менән атап һүрәтләй.
- Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Мөхәмәтғата Мансуров сығышы менән ғәйнә ырыуы башҡорттары.
- 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ арҡаһында Башҡортостандың халҡы 650 мең кешегә йәғни 22 процентҡа кәмей.
- Мәхмүт Ҡашғари (1029—1101) билдәләүенсә, башҡорттарҙың теле төрки телдәргә ҡарай.
- Башҡортостанды Урта Азия илдәре менән тоташтырыусы боронғо каруан сауҙа юлының аҙ ғына өлөшө әле лә һаҡланған.
- Самрау иле образында башҡорттар сәйәси идеал күргән.
- Тәүге тапҡыр 1907 йылда Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған «Аҡһаҡ ҡола» эпосының егермегә яҡын варианты билдәле.
- 1391 йылдың 18 июнендә Урта Азия әмире Аҡһаҡ Тимер һуғышсылары һәм Алтын Урҙаның Туҡтамыш хан етәкселегендәге ғәскәре араһында булған Ҡондорса буйындағы яу башҡорт ҡәбиләләре биләмәләрендә барған һәм был ерҙәргә иҫ киткес ҙур һәләкәт килтергән.
- Иҫән хан, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Әнғәм Атнабаев, Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи сығыштары менән башҡорттарҙың ирәкте ырыуынан.
- Геродот (б.э.т. 484 — б.э.т. 425) тәүгеләрҙән булып Урал халыҡтарын тасуирлай.
20 ноябрь — 16 декабрь[вики-тексты үҙгәртергә]
- Бөйөк Ватан һуғышында дөйөм алғанда бер батальон һәм ике рота дошманды юҡ иткән снайпер Әхәт Әхмәтйәновҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелмәй ҡала, һәм уға хәҙерге ваҡытта һәйкәл дә ҡуйылмаған.
- 1977 йылғы Төньяҡ ҡотопҡа «Ленин» атом боҙватҡысының легендар экспедицияһы составында Башҡортостандан барлығы өс кеше була, шуларҙың береһе Фидус Әсхәҙуллин СССР флагын ҡотопта урынлаштырыуҙа ҡатнаша.
- 1979 йылдың 25 декабрендә Афған һуғышы башлана.
- Кубала Яңы йыл алдынан бөтә һауыт-һабаны һыу менән тултыралар һәм, сәғәт төнгө 12 тулғас, һыуҙы тәҙрәнән һибәләр. Йыл буйына изгелек, татыулыҡ, уңыш юлдаш булһын өсөн сәғәт 12 тапҡыр һуҡҡансы 12 виноград ашайҙар.
- 1993 йылдың 12 декабрендә Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһының Президенты вазифаһына һайлана.
- Балыҡтарҙың төрөлөлөгө буйынса Рәсәйҙә Амурға еткән йылға юҡ, бында 139 төр балыҡ йәшәй.
16 декабрь — 15 ғинуар 2016[вики-тексты үҙгәртергә]

«Башҡорт» гәзитенең титул бите
- Һуғыш ваҡытында ҡыйратылған нимес машинаһындағы типография материалдары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының башҡорт телендә сыҡҡан «Ҡыҙыл атлылар» гәзитен сығарыу өсөн дә файҙаланыла.
- Һиндостандың Ченнаи ҡалаһында урду телендә сығып килгән гәзит 1927 йылдан бирле ҡулдан яҙыла.
- Уҡыусыларының күпселеге менән донъяла беренсе урынды япон гәзите The Yomiuri Shimbun алып тора. Һәр көн уны яҡынса 10 млн кеше уҡый — Швеция һәм Венгрияла йәшәүсе халыҡ һанына тиң.
- Башҡортостанда журналистика өлкәһендәге иң яҡшы ижади эштәргә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия бирелә.
- 1838 йылда Өфөлә Башҡортостан территорияһындағы тәүге гәзит — «Оренбургские губернские ведомости» баҫылып сыға.
- Ризаитдин Фәхретдинов мөхәррирлеге аҫтында сыҡҡан «Шура» журналында Ш. М. Бабич, М. А. Буранғолов, Ә. Ә. Вәлидов, М. Ғ. Ғафури, Ф. К. Туйкин һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре донъя күрә.
15 ғинуар — 13 февраль[вики-тексты үҙгәртергә]
- Йортһоҙ, ярлы һәм башҡа мохтажлыҡта йәшәүселәр өсөн гәзит сығарыусылары Халыҡ-ара урам гәзиттәре селтәре ойошмаһы 40 илде 120 гәзитте берләшә.
- Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында 15 йыл һәм унан күберәк эшләгән һөнәрмән журналистарға, юғары квалификациялы матбуғат, полиграфия, телевидение һәм радио, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелә.
- 1917 йылда сыҡҡан «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» һәм «Башҡорт» гәзиттәренең вариҫы булып «Башҡортостан» гәзите тора.
- 1919—1920 йылдарҙа Петроградта Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы «Салауат» баҫтырып сығара.
- ХХ быуат башында бөйөк башҡорт шағирҙары Мифтахетдин Аҡмулла һәм Шәйехзада Бабич исемдәре менән аталған «Аҡмулла» һәм «Бабич» журналдары донъя күрә.
- 2008 йылда Башҡортостан Республикаһында алты телдә сыҡҡан 462 гәзит һәм 125 журнал теркәлгән.
13 февраль — 13 апрель[вики-тексты үҙгәртергә]
- Легендалар буйынса, беҙҙең эраның 269 йылында Рим империяһында, өйләнешеүҙе тыйыусы указ булыуға ҡарамаҫтан, Валентин исемле рухани һөйгәндәргә йәшерен никах уҡый һәм бының өсөн үлемгә хөкөм ителә. Төрмәлә ул һаҡсы ҡыҙы Юлиәгә ғашиҡ була һәм мөхәббәтен аңлатып уға «Һинең Валентиның» тигән имза менән хат ебәрә. Был хатты уны язалағандан һуң уҡыйҙар, шунан башлап Валентин исеме изгеләштерелә.
- Антарктидала февраль, ҡыҫҡа ғына булһа ла, — йәй айы.
- XVIII быуат алхимиктары яныу ваҡытында флогистон бүленеп сыға тип аңлатҡан.
- 20 февралдә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре Мортазин Муса Лот улы (1891—1937) тыуыуына 125 йыл.
- 14 млрд йыл элек булған Ҙур шартлауҙан һуң ғаләм бөгөнгө көнгә тиклем киңәйә һәм һыуына бара.
- Маурийҙар империяһы хакимы Ашока буддизмды донъя дине итеп таныта.
- Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы 1992 йылдың 25 февралендә республиканың яңы Дәүләт флагын раҫлай.
13 апрель[вики-тексты үҙгәртергә]
- 1930 йылдың 18 апрелендә Би-би-си радиоһы дикторы «Бөгөн һөйләрлек яңылыҡтар бөтөнләй юҡ» тигән белдереү яһай. Яңылыҡтар урынына радионан көнө буйы фортепиано музыкаһы тапшырыла.
- 364 миллион йыл элек, девон осоронда, диңгеҙҙәге төрҙәрҙең 50 % юҡҡа сыға.
- Бөгөнгө көндә ҡайһы бер ғалимдар венгрҙарҙы Волганан көнсығыштағы Көньяҡ Урал далаларын һәм Тарихи Башҡортостан биләмәләрен төбәк иткән төрки һәм уғыр ҡәбиләләренең союзы тип иҫәпләй.
- Эмпайр-стейт-билдинг бинаһы бейеклеге буйынса Ҡушма Штаттарҙа дүртенсе урында тора.
- Боронғо грек мифологияһындағы батша улы Ясон алтын тире эҙләп сәйәхәт иткән ваҡытта тик ҡатын-ҡыҙҙар хакимлек иткән Лемнос утрауына юлыға.
- 18 апрелдә күренекле башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтый тыуыуына 120 йәш тула.
1 июль[вики-тексты үҙгәртергә]
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында командованиеның оператив бойороҡтары асыҡ эфир аша башҡорт телендә лә бирелгән, был дошмандар араһында ошо телде белеүселәр булмауы менән аңлатылған.
- Күмертау авиация етештереү предприятиеһы — донъяла күсәрле системалы күтәргес винтлы вертолёттар етештереүсе берҙән-бер предприятие.
- XIX быуат уртаһында башҡорттарҙа сәй эсеү йолаһы таралыу алған. Сауҙагәрҙәр сәйҙе Ҡытайҙан алып килгәнгә күрә, уның хаҡы юғары булған.
- Учалы районының Сораман ауылында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр диңгеҙ мәсете асыла.
- «Янғантау» шифаханаһында дауалау маҡсаттарында Ҡорғаҙаҡ шишмәһенең даими температураһы +16 °С булған аҙ минералләшкән гидрокарбонатлы-кальцийлы-магнийлы һыуы һәм Ҡырымдан килтерелгән Саки ләме ҡулланыла.
- Башҡортостанда Мәскәү, Париж, Бохара, Урыҫ Швейцарияһы, Венеция исемле ауылдар бар.
- 1980 йылда Өфөлә миллионынсы кеше донъяға килә.
- 2014 йылда «Пегас» йондоҙлоғоноң бер йондоҙона «Урал батыр» исеме бирелгән.
14 cентябрь 2017[вики-тексты үҙгәртергә]
- Һынташты мәҙәниәтенә ҡараған Арҡайым ҡаласығында кешеләр беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡ аҙағы — 2-се мең йыллыҡ башында көн иткән.
- XVI быуатта ирәкте ҡәбиләһенең башлығы Иҫән хан балыҡсы, гәрә, ирәкте, ҡайпан, байҡы, таҙлар һәм уран башҡорт ырыуҙары һәм ҡәбиләләре берләшмәһенең етәксеһе булған.
- Бал ҡорто һауаға үҙенең ауырлығынан 6 тапҡыр ҙурыраҡ йөктө күтәрә ала.
- 1979 йылда Бельгия астрономы А. Дебеоне тарафынан асылған Салауат бәләкәй планетаһы Ҡояштан уртаса 392 миллион километр, ә Ерҙән яҡынса 201 миллион километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
- Башҡортостан Республикаһының географик үҙәге Ағиҙел һәм Еҙем йылғалары араһында Ғафури районы Ерек ауылы эргәһендә урынлашҡан.
- Бөйөк Ватан һуғышы барышында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев 250-нән ашыу хәрби осош яһай.
- Өфөлә тәүге кино сеансы 1901 йылда була, ә тәүге даими эшләүсе кинотеатр 1908 йылда асыла.
- «Шайморатов генерал» йырының авторы башҡорт теленең стилистикаһы һәм грамматикаһы буйынса хеҙмәттәр яҙа.
- Мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтанов, башҡорт милли-азатлыҡ эшмәкәре Искәндәрбәк Солтанов һәм музыка белгесе Мөхәммәтмансур Солтанов сығышы менән башҡорт дворян нәҫеле Солтановтарҙан булғандар.
октябрь 2017[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан автономияһының милли байрағы
- 100 йыл элек 1917 йылдың 15 (28) ноябрендә Башҡорт үҙәк шураһы Башҡортостан автономияһы ойошторолоуы тураһында 2-се һанлы фарман сығара һәм 16 (29) ноябрендә бының тураһында иғлан итә. Шул уҡ йылдың декабрендә милли-территориаль автономия III Бөтә башҡорт ҡоролтайы тарафынан раҫлана.
- Ғалимдар фекеренсә башҡорт этнонимы «биш ҡәбилә, биш уғыр» тип аңлатылған һәм beshgur, bashgur формаларынан барлыҡҡа килгән. Хәҙерге телдәге Sh өнөнөң болғар телендәге L өнөнә тура килеүе нигеҙендә, башҡорт (bashgur) һәм булғар (bulgar) этнонимдары эквивалентлы булып тора.
- Беҙҙең эраға тиклем VII—VI меңлеккә ҡараған Мулла II һәм Дәүләкән II торамаларында йорт атының иң боронғо ҡалдыҡтары табылған. Был йылҡы малының тәүге тапҡыр Көньяҡ Уралда ҡулға эйәләштерелеүен дәлилләй.
- Һундарҙың юлбашсыһы Аттила уға туғандаш булған халыҡ — башҡорттар менән килешеү төҙөгән.
- Конго йылғаһыныӊ уӊ ярында Конго Республикаһының баш ҡалаһы Браззавиль урынлашҡан. Уныӊ ҡаршыһында, йылғаныӊ һул ярында, Конго Демократик Республикаһының баш ҡалаһы Киншаса урынлашҡан.
- Латин яҙыуы нигеҙендәге башҡорт алфавитында хәҙер «и» хәрефе менән билдәләнгән ҡалын өнгә ьj (мәҫәлән, sagьjr — шағир), ә нәҙегенә i (мәҫәлән, ike — ике) тура килгән.