Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Архив/2013

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018

2 октябрь — 15 октябрь[вики-тексты үҙгәртергә]

15 октябрь — 15 ноябрь[вики-тексты үҙгәртергә]

15 ноябрь — 15 декабрь[вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кёльн соборы 632 йыл төҙөлә. Төҙөлөп бөткәс, 157 метр бейеклектәге собор дүрт йылға доньяла иң юғары бина булып иҫәпләнә.
  • Дәүмәле буйынса уң үпкә һул үпкәнән ҙурыраҡ.
  • Бал — боҙолмаусы берҙән-бер ашамлыҡ.
  • Доньяла иң бейек күпер — Акаси-Кайкё.
  • Кеше көнөнә уртаса 50-100 сәс юғалта.
  • Иң ҙур пассажир карабы — Allure of the Seas. Оҙонлоғо — 362 метр, «Титаник»-тан 93 метрға ҙурыраҡ.
  • Спорт бридж — Олимпия комитеты тарафынан спорт төрө тип танылған берҙән-бер кәрт уйыны.

15 декабрь — 15 ғинуар 2014[вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өфө биләмәһендә бер нисә боронғо ҡаласыҡ бар, уларҙың иң ҙуры Өфө II.
  • 1938 йылда «Time» журналы Һитлерҙы йыл кешеһе тип иғлан итә.
  • Ерҙә йәйғор дуға кеүек күренә, ә самолеттан тулы түңәрәк булып күренеүе мөмкин.
  • Мехико 1325 йылда ацтектар тарафынан нигеҙләнгән. Башта ҡала Теночтитлан тип аталған.
  • Донъяла иң ҡеүәтле ГЭС — Өс тарлауыҡ ГЭС-ы.
  • Ҡояшта секунд һайын 600 миллион тонна водород синтезға сарыф ителә.
  • Статистика буйынса шахмат уйынанда аҡ фигуралар, ҡараларға ҡарағанда, йышыраҡ еңә.