Википедия буйынса фекерләшеү:Яҡшы мәҡәләләр
Яҡшы мәҡәләләр — был проект бүлегендә яҡшы тип иҫәпләнгән, ләкин һайланған мәҡәлә талаптарына тулыһынса тура килеп етмәген мәҡәләләр. «Яҡшы мәҡәлә» билдәһе ҡуйылыр алдынан, мәҡәлә Кандидаттар битендә дөрөҫлөк, битарафлыҡ, тулылыҡ, яҙыу алымдары буйынса тикшереү үтә. Теләгән бер ҡатнашыусы яҡшы мәҡәләне тулыландырып, үҙгәртеп «Һайланған мәҡәлә» талаптарына еткерә ала.
Яҡшы мәҡәлә өҫкө уң яҡ битендә күк йондоҙ () менән билдәләнә.
Хәҙер Башҡорт Википедияһында 45 яҡшы мәҡәләләр.
Төҙәтмәләр: 1. мәҡәлә Кандидаттар битендә дөрөҫлөк, битарафлыҡ, тулылыҡ, яҙыу алымдары буйынса тикшереү үтә. Ошонда БИТАРАФЛЫҠ һүҙе ҡулланыу менән килешеп булмай. Битараф - ул равнодушный мәғәнәһе бирә. Ә бында непредубежденный тигән мәғәнә булырға тейеш кеүек. Руссаһы нисек икән?
2. Хәҙер Башҡорт Википедияһында 45 яҡшы мәҡәләләр. Был осраҡта күплек ялғауының кәрәге юҡ. 45 яҡшы мәҡәлә тип кенә ҡалдырырға кәрәк Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 06:46, 7 ғинуар 2015 (UTC)
- Битарафлыҡ — нейтральность, нейтральный взгляд.--Саган (әңгәмә) 20:22, 16 ғинуар 2015 (UTC)