Виктория (шарлауыҡ)
Виктория | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Илдәр | |
Йылға | Замбези |
Бейеклеге | 120 м |
Һыу сығымы | 1,4—14 тыс. м³/с |
Виктория Викимилектә |
Викто́рия (ингл. Victoria) — Көньяҡ Африкалағы Замбези йылғаһындағы шарлауыҡ. Замбия һәм Зимбабве сигендә урынлашҡан. Шарлауыҡтың киңлеге яҡынса 1800 метр, бейеклеге — 120 метр. Виктория — донъяла бер үк ваҡытта бейеклеге 100 метрҙан һәм киңлеге километрҙан ашыу булған берҙән-бер шарлауыҡ. Һыу сығымы 1,4 меңдән алып 14 меңгә м²/с тиклем. Киңлеге буйынса донъяла дүртенсе һәм һыу сығымы буйынса иң ҙурҙарҙың береһе.
1855 йылда шарлауыҡта булған шотланд сәйәхәтсеһе Дэвид Ливингстон уны королева Викторияға арнап атай. Был урындарҙағы ерле халыҡтың лози телендә шарлауыҡ Моси-оа-Тунья (Mosi-oa-Tunya) — «гөрһөлдәгән төтөн» булараҡ билдәле булған[1].
Виктория шарлауығы Көньяҡ Африканың төп билдәле урындарының береһе булып тора, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объектына ҡарай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шарлауыҡ тирәһендә иң боронғо билдәле кешеләр һунарсылар һәм йыйыусылар булған, үҙ телдәрендә шарлауыҡты «Гөрһөлдәгән төтөн» тип атағандар.
Шарлауыҡты европа кешеләренән беренсе булып Дэвид Ливингстон күргән тип иҫәпләнә. 1855 йылдың 17 ноябрендә Замбезиҙың үрге ағымынан йылға тамағына тиклем (1852—1856) сәйәхәт иткәндә Ливингстон шарлауыҡҡа барып етә һәм ҙур булмаған утрауға тиклем йөҙөп бара, һуңынан был утрау уның исеме менән атала. Ливингстон Нгонье шарлауығынан хайран ҡала, һуңынан ағым буйлап өҫкә йөҙөп бара, тағы ла һоҡландырғыс шарлауыҡты күрә һәм уны королева Виктория исеме менән атай. Шарлауыҡ тураһында ул былай тип яҙған: «Был матурлыҡты Англияла күргән бер нәмә менән бер кем дә сағыштыра алмай. Европа кешеһенең күҙҙәре быға тиклем уға оҡшаш нәмәне күргәне юҡ ине. Бындай шундай матур урындарға осоп барғанда фәрештәләр генә ҡарағандыр, күрәһең».
Шарлауыҡтың тәүге тасуирламаларын португал Серпа Пинту, чех Эмиль Голуб, Виктория шарлауығының һаҡланып ҡалған тәүге һүрәттәренең авторы британ рәссамы Томас Банс ҡалдырған. Районға тимер юлы 1905 йылда төҙөлгәс тә, күптәр шарлауыҡты үҙ күҙҙәре менән күрә алған.
Шарлауыҡтың географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шарлауыҡ яҡынса Замбези йылғаһының урта ағымында урынлашҡан. Замбези шарлауыҡтан өҫтәрәк ҡомташ ҡалҡыулыҡтар менән сикләнгән үҙәндә яҫы базальт плита өҫтөнән аға. Йылға ағымында утрауҙар бар, шарлауыҡҡа яҡынлашҡан һайын уларҙың һаны арта бара.
Шарлауыҡ Замбези йылғаһы ҡапыл тар (киңлеге 120 метр самаһы) ярыҡҡа ағып төшкән ерҙә барлыҡҡа килгән. Ҡабырғалағы күп һанлы утрауҙар шарлауыҡты бүлеп, ҡылымыҡтар барлыҡҡа килтерә. Ваҡыт үтеү менән шарлауыҡ ағым буйлап өҫкә сигенә, ярыҡтар күбәйә бара. Әлеге ваҡытта был ярыҡтар кәкерсәк һымаҡ текә стеналы үҙәнде барлыҡҡа килтерәләр. Улар спутниктан төшөрөлгән һүрәттәрҙә асыҡ күренә.
Шарлауыҡ ифрат киң, киңлеге яҡынса 1800 метрға тиклем етә, һыуҙың өстән төшөү бейеклеге шарлауыҡтың уң яры эргәһендә 80 метрҙан алып үҙәктә 108 метрға тиклем үҙгәрә. Виктория шарлауығы Ниагара шарлауығынан яҡынса ике тапҡырға бейегерәк һәм уның төп өлөшөнән («Подковы») ике тапҡыр ашыуыраҡҡа киңерәк.
Әлеге һыу төшкән ярыҡтан берҙән-бер сығыу юлы - ул уның стенаһында көнбайыш осонан яҡынса 2/3 саҡрым алыҫлыҡта һыу менән бәреп килеп сыҡҡан тар канал. Был юлдың киңлеге - яҡынса 30 метр. Уның буйынса бөтә һыу күләме 120 метр самаһы ағып үтә, шунан һуң йылға кәкерсәк тарлауыҡҡа эләгә. Йылға тарлауыҡтан 80 саҡрым самаһы юл сыҡмай.
Беренсе кәкерсәктең аҙағында йылға «ҡайнаған ҡаҙан» тип аталған тәрән һыу ятҡылығына эләгә, уның киңлеге 150 м тирәһе. Түбән һыу ваҡытында ҡаҙан өҫтө тыныс, ләкин юғары һыулы ваҡытта ашыҡмаған гигант өйрөлтмәктәр һәм һыу өҫтө ҡабарынҡылары менән ҡапланған.
Тарлауыҡтың стеналарының бейеклеге - 120 м ашыу.
Ямғырлы миҙгелдә шарлауыҡ аша секундына 9100 кубометрға тиклем һыу үтә. Был ваҡытта һыу төп шарлауыҡ аша тотош ағым менән ағып төшә. 1958 йылда Замбезила ташҡын мәлендә һыу кимәле рекорд ҡуя - секундына 13 мең кубометрҙан ашыу. Бейектән төшкән һыу сәсрәгән тамсылар һәм томан барлыҡҡа килтерә, улар 400 метр һәм унан юғарыраҡ бейеклеккә күтәрелеүе мөмкин. Шарлауыҡ тыуҙырған томан 50 километр алыҫлыҡтан күренә.
Ҡоролоҡ миҙгелендә шарлауыҡ бер нисә тар һыу ағымына тиклем кәмей, сәсрәмәләр һәм томан юҡ тиерлек, ағым кимәле секундына 350 кубометрға тиклем төшә. Шул ваҡытта тарлауыҡтың тәрәнлеген өйрәнеп була. Апрелдә максималь ағым һәм октябрь аҙағында иң кәм һыу кимәле тарлауыҡтарҙа 20 метрға тиерлек үҙгәрә.
Шарлауыҡтың өҫкө нөктәһендә «Иблис купеле» тип аталған тәбиғи уйым бар. Сентябрь-декабрь айҙарында, һыу кимәле түбәндә булғанда, был уйымда һыу ағымы сағыштырмаса көслө түгел, һәм унда текә ярҙан бер нисә метр алыҫлыҡта турист-экстремалдар йөҙә. Бындай йөҙөүселәрҙе «Иблис купеле» аша һыу упҡынға ташлаған осраҡтар бар[2].
Виктория шарлауығы янындағы тимер юл күпере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Ҡайнаған ҡаҙан"дан түбәнерәк, Замбези йылғаһындағы 5 күперҙең береһе тарлауыҡ аша һалынған. Арка формаһындағы күперҙең оҙонлоғо — 198 метр, күперҙең түбәһе — йылғаның түбәнге кимәленән 128 метрға бейегерәк. Даими тимер юл бәйләнеше Ливингстон — Булавайо һәм Ливингстон — Лусака линияларында бара.
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905 йылда Булавайоға тимер юлы һуҙылмағанға тиклем шарлауыҡҡа кешеләр йөрөмәй тиерлек. Тимер юл сафҡа индерелгәндән һуң ул тиҙ арала популярлыҡ яулай һәм Британия колониаль идараһы аҙағына тиклем уны һаҡлап ҡала. Зимбабве яғында туристик ҡала барлыҡҡа килә. 1960-сы йылдар аҙағында Зимбабвела (Родезия) партизандар көрәше һәм бойондороҡһоҙ Замбияла Кеннет Каунд президенты заманында (1964-1991) сит ил туристары ҡулға алыныу сәбәпле туристар һаны кәмей.
1980 йылда Зимбабвеның бойондороҡһоҙлоҡ алыуы сағыштырмаса тыныслыҡ килтерә, 1980 йылдарҙа төбәктә яңы туризм тулҡыны башлана. 1990 йылдар аҙағында шарлауыҡтарҙа йыл һайын 300 меңгә яҡын кеше булған. 2000 йылдарҙа президент Роберт Мугабе менән бәйле сыуалыштар (1987-2017) арҡаһында Зимбабвеға килгән туристар һаны кәмей башлай.
Шарлауыҡтан һуң шунда уҡ күп һанлы тупһалы йылға участкаһы башлана, был каяктарҙағы һәм рафттарҙағы ҡыуғынсылыҡ һөйөүселәрҙе йәлеп итә. Һикәлтәләр яңы эш башлаусы туристар өсөн хәүефһеҙ.
Милли парктар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шарлауыҡ Замбиялағы Моси-оа-Тунья һәм Зимбабвелағы Виктория-Фолс тигән ике милли парк биләмәһендә урынлашҡан. Улар икәүһе лә ҙур түгел, майҙандары - 66 һәм 23 км².
Милли парктар биләмәһендә ҡырағай йәнлектәр, шул иҫәптән күп һанлы фил көтөүҙәре һәм жираф ғаиләләре йәшәй, йылғала - бик күп гиппопотамдар. Көньяҡ Африканан Моси-оа-Тунья милли паркына ике аҡ носорог килтерелгән.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
1972 йылдың ямғырҙар миҙгеле
-
2003 йылдың ҡоролоҡ миҙгеле
-
Замбия яғынан беренсе тарлауыҡ
-
Икенсе һәм Өсөнсө тарлауыҡтар
-
Замбия һәм Зимбабве сигендә
-
Моси-оа-Тунья[en] милли паркы, Замбия
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Водопад Виктория (Victoria Falls) . www.vodopads.ru. Дата обращения: 11 май 2019.
- ↑ Tour guide in Vic Falls plunge . New Zimbabwe (28 сентябрь 2009). Дата обращения: 22 февраль 2012. Архивировано из оригинала 2 март 2012 года. 2012 йыл 2 март архивланған.