Вилинбахов Георгий Вадимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вилинбахов Георгий Вадимович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө геральдист
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны Эрмитаж Дәүләт Музейы[d]
Уҡыу йорто Институт истории СПбГУ[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Кемдә уҡыған Глинка, Владислав Михайлович[d]
Ойошма ағзаһы Король тел ғилеме, тарихы һәм антиквариаты академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе тарих һәм Геральдика
 Вилинбахов Георгий Вадимович Викимилектә

Вилинбахов Георгий Вадимович (13 апрель 1949 йыл, Ленинград) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы, рус мәҙәниәте тарихы, хәрби тарих һәм геральдика буйынса белгес. Тарих фәндәре докторы. Рәсәй Федерацияһы президенты янындағы Геральдика советы рәйесе — дәүләт герольдмейстеры; фәнни эштәр буйынса Дәүләт Эрмитажы директор урынбаҫары.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Георгий Вадимович Вилинбахов 1949 йылдың 13 апрелендә Вилинбахов (Виленбахов) урыҫ дворяндары нәҫеле ғаиләһендә тыуған һәм ун икенсе быуын вәкиле булып тора. Атаһы — Вилинбахов Вадим Борисович (1924—1982), тарихсы һәм уфолог[1], әсәһе — Вера Николаевна, химия-технология институты кафедраһы мөдире.

Вилинбахов фамилияһы Иван Грозный ваҡытында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — XVII быуат башында) Рәсәйгә килгән Филипп Виленбахтан башлана, ул «хеҙмәттәре өсөн» 1628—29 йылдарҙа Ярославль өйәҙендә поместьелар менән бүләкләнә. Вилинбаховтар ырыуы Ярославль һәм Витебск губерналарның шәжәрә китаптарының VI өлөшөндә теркәлгән.

Тыумыштан дворян булараҡ, Георгий Вилинбахов шәхси гербҡа эйә (уның төҫлө һүрәте 50-йәшлек юбилейына бүләк ителә). Шәхси герб Вилинбаховтарҙың дворян ырыуы гербынан ғибәрәт, ул герб хужаһы лайыҡ булған дәүләт наградалары һәм «Братцы» девизы менән тулыларндырылған.

1969 йылдан Дәүләт Эрмитажында эшләй, 1970 йылдан — байраҡтар һәм хәрби геральдика коллекцияларын һаҡлаусы.

1971 йылда Ленинград дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. 1982 йылда «Государственная геральдика России конца XVII — первой четверти XVIII вв.: к вопросам формирования идеологии абсолютизма в России» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1992 йылдың авгусында фәнни эштәр буйынса Дәүләт Эрмитажы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1992 йылдың 20 февраленән — Рәсәй Федерацияһының геральдика хеҙмәте начальнигы[2].

1992 йылдың 22 декабренән 1994 йылға тиклем — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт архив хеҙмәтенең геральдика идаралығы начальнигы[3].

1994 йылдың 25 июленән 1999 йылға тиклем — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт герольдияһы етәксеһе — дәүләт герольдмейстеры[4].

1994 йылдың 7 ноябренән — Федераль Йыйылыш палаталары тарафынан «Рәсәй Федерацияһы дәүләт символдары тураһында» федераль конституция законы проектын ҡарауҙа Рәсәй Федерацияһы Президентының рәсми вәкиле[5].

1995 йылдың 19 сентябренән — Ватандың иҫтәлекле хәрби тарихы ваҡиғалары һәм ветерандар эше буйынса саралар әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ағзаһы[6].

1997 йылдың 2 апреленән — Рәсәй императоры Николай ІІ һәм уның ғаиләһе ағзаларының кәүҙәләрен тикшереү һәм яңынан күсереп ерләү мәсьәләләрен өйрәнеү комиссияһы ағзаһы[7]

1997 йылдың 7 апреленән — Федераль Йыйылыш палаталары тарафынан «Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы, Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы тураһында» федераль конституция законы проектын ҡарауҙа Рәсәй Федерацияһы Президентының рәсми вәкиле[8].

1997 йылдың 5 ноябрендә герольдия етәксеһе вазифаһы Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждан хеҙмәтенең юғары вазифалары исемлегенә индерелә[9].

1999 йылдың 29 июненән — Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Геральдика Советы рәйесе— дәүләт герольдмейстеры[10]. 2004 йылдың 26 авгусында был вазифаға йәнә раҫлана[11].

2000 йылдың 26 сентябренән — Санкт-Петербург ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 300-йыллығынна әҙерлек буйынса Дәүләт комиссияһы ағзаһы[12]

2001 йылдың 27 июленән — ЕврАзЭС символикаһын эшләү буйынса Рәсәй Федерацияһынан дәүләт-ара эшсе төркөм ағзаһы[13].

2001 йылдың 11 октябренән — Рәсәй Федерацияһы дәүләт символикаһын популярлаштырыуға ҡағылған тәҡдимдәр әҙерләү буйынса эшсе төркөм ағзаһы[14].

2003 йылдың 22 апреленән — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш палаталары тарафынан «Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре байрағы, Хәрби-Диңгеҙ Флоты байрағы, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең башҡа төр байраҡтары һәм башҡа ғәскәрҙәр байраҡтары тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында" федераль закон проектын ҡарауҙа Рәсәй Федерацияһы Президентының рәсми вәкиле[15].

2003 йылда тарих фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Государственная геральдика в России: теория и практика» темаһына диссертация яҡлай (РФА Санкт-Петербург тарих институты, 2003, оппоненты академик, тарих фәндәре докторы В. Л. Янин, тарих фәндәре докторҙары С. В. Мироненко һәм Л. Е. Шепелев).

2004 йылдың 4 февраленән — Дания короллегенән Санкт-Петербург Петропавловск соборына Император Александр III тол ҡатыны императрица Мария Федоровнаның кәүҙәһен күсереү һәм ерләү тантанаһын ойоштороу буйынса Ведомство-ара эшсе төркөмөнөң яуаплы секретары[16].

2005 йылдың 30 декабренән — атамалар буйынса Санкт-Петербург ведомство-ара комиссия ағзаһы (Топонимия комиссияһы)[17][18].

2010 йылдың 2 февраленән — Рәсәй Федерацияһы Президенты казак эштәре буйынса советы ағзаһы[19].

Дәүләт символдары тураһында закон проектын эшләүҙә ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһының дәүләт геральдик регистрын алып барыу буйынса эште һәм бер нисә министрлыҡта һәм ведомстволарҙа геральдика хеҙмәтен булдырыуҙы ойоштора.

Рус мәҙәниәт тарихы, хәрби тарих һәм геральдика буйынса 150-нән ашыу баҫмаһы бар.

Мауығыуҙары: һалдат уйындары, сигара йәки көпшә тартыу[20].

Уҡытыусы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус мәҙәниәте тарихы, Петербург тарихы курсы, шулай уҡ Тарту университетында һәм А. И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтында ярҙамсы тарих дисциплиналары буйынса лекциялар уҡый. Санкт-Петербург дәүләт университетында геральдика курсы буйынса лекциялар уҡый һәм профессор дәрәжәһендә А. Л. Штиглиц исемендәге Санкт-Петербург художество-сәнәғәт академияһының сәнәғәт графикаһы кафедраһында геральдика бүлеге етәксеһе була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (15 ғинуар 2010 йыл) — ватан музейы эшен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[21]
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (13 апрель 1999 йыл) — ватан геральдикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[22]
  • Александр Невский ордены (5 ноябрь 2020 йыл) — ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[23]
  • Почет ордены (30 май 1997 йыл) — Рәсәй федерацияһының дәүләт геральдикаһына ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[24]
  • «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» офицер ордены (11 ғинуар 2001 йыл)[25]
  • Аҡ роза ордены, 1 класлы Тәре рыцары (Финляндия, 2005 йыл)[26]
  • «Ҡаҙаныштары өсөн» Милли орден кавалеры (Франция, 2005 йыл)[27]
  • «Ҡаҙаныштары өсөн» Милли орден офицеры (Франция, 2011 йыл)[28]
  • Польша Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн офицер ордены (Польша, 2014 йыл)[29].
  • pro Merito Melitensi ҡаҙаныштар өсөн Оло (Мальта ордены, 28 сентябрь 2015 йыл)[30].
  • Оран-Нассау Ордены офицеры (Нидерланд, 2019 йыл)[31].
  • «Санкт-Петербургтың 300-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • «Ҡазандың 1000 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы[32]
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (19 апрель 2002 йыл) — Рәсәй дәүләт геральдика үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[33]
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (27 июль 2007 йыл) — геральдика өлкәһендә берҙәм дәүләт сәйәсәтен тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[34]
  • «Таможня хеҙмәттәшлеген нығытыу өсөн» миҙалы (Рәсәй ГТК, 2002 йыл)
  • «Рәсәй дәүләт һаҡлығы органдарына 125 йыл» миҙалы (Рәсәй ФСО, 2006 йыл)
  • «Ҡаҙаныштары өсөн» тамғаһы (Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, 2002 йыл)
  • «Рәсәй Президенты ҡарамағындағы махсус объекттар хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре» тамғаһы (2002 йыл)
  • «Тверь өлкәһеү үҫтереү өсөн» түш билдәһе (2006 йыл)
  • «Рәсәйҙә коллекция эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн» миҙалы[35].
  • Татарстан Президенты Рәхмәте[32]
  • «Гринцане — Эрмитаж» премияһы лауреаты (2008 йыл)
  • Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Ш. Мәржәни исемендәге Тарих институтының почетлы докторы (2007 йыл)[36] — гуманитар фәндәрҙе үҫтереү эшенә һәм Рәсәй тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте ойоштороуға, күп яҡлы фәнни эшмәкәрлектә һәм Ватан геральдикаһы өлкәһендә фундаменталь тикшеренеүҙәр әҙерләүҙә ҙур өлөш индереүе өсөн[32]
  • Х. М. Бербеков исемендәге Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт университетының почетлы профессоры (2017 йыл)[37].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Вилинбахов Вадим Борисович на сайте «Биографика СПбГУ»
  2. Постановление Правительства Российской Федерации от 20 февраля 1992 года № 102 «О Государственной геральдической службе Российской Федерации»
  3. Постановление Правительства Российской Федерации от 22 декабря 1992 года № 1006 «Об утверждении Положения о Государственной архивной службе России»(недоступная ссылка)
  4. Указ Президента Российской Федерации от 25 июля 1994 года № 1539 «О Государственной герольдии при Президенте Российской Федерации»(недоступная ссылка)
  5. Распоряжение Президента Российской Федерации от 7 ноября 1994 года № 569-рп(недоступная ссылка)
  6. Постановление Правительства Российской Федерации от 19 сентября 1995 года № 938 «О дополнении состава Российского организационного комитета по подготовке и проведению мероприятий в связи с памятными событиями военной истории Отечества и по делам ветеранов»
  7. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 2 апреля 1997 года № 456-р
  8. Распоряжение Президента Российской Федерации от 7 апреля 1997 года № 113-рп(недоступная ссылка)
  9. Указ Президента Российской Федерации от 5 ноября 1997 года № 1150 «О руководителе Государственной герольдии при Президенте Российской Федерации — государственном герольдмейстере»(недоступная ссылка)
  10. Указ Президента Российской Федерации от 29 июня 1999 года № 856 «О Геральдическом совете при Президенте Российской Федерации»(недоступная ссылка)
  11. Указ Президента Российской Федерации от 26 августа 2004 года № 1121 «Об утверждении состава Геральдического совета при Президенте Российской Федерации, внесении изменений в Указ Президента Российской Федерации от 29 июня 1999 года № 856 „О Геральдическом совете при Президенте Российской Федерации“ и положение, утверждённое этим указом»(недоступная ссылка)
  12. Постановление Правительства Российской Федерации от 26 сентября 2000 года № 727 «О составе Государственной комиссии по подготовке к празднованию 300-летия основания г. Санкт-Петербурга» (с изменениями от 4 апреля 2001 г., 21 февраля, 20 мая, 22 ноября 2002 г.)
  13. Решение Интеграционного Комитета Евразийского экономического сообщества от 27 июля 2001 года № 11 «О Межгосударственной экспертной группе по подготовке символики Евразийского экономического сообщества»
  14. Распоряжение Президента Российской Федерации от 11 октября 2001 года № 552-рп(недоступная ссылка)
  15. Распоряжение Президента Российской Федерации от 22 апреля 2003 года № 195-рп(недоступная ссылка)
  16. Распоряжение Президента Российской Федерации от 4 февраля 2004 года № 39-рп «О Межведомственной рабочей группе по организации церемонии переноса из Королевства Дания и захоронения в Петропавловском соборе г. Санкт-Петербурга праха вдовствующей Императрицы Марии Федоровны — супруги Императора Александра III»(недоступная ссылка)
  17. Постановление Правительства Санкт-Петербурга от 30 декабря 2005 года № 2066 «О внесении изменений в постановление Правительства Санкт-Петербурга от 05.05.2004 № 716»(недоступная ссылка)
  18. Состав Санкт-Петербургской межведомственной комиссии по наименованиям (Топонимической комиссии) — Приложение к постановлению Правительства Санкт-Петербурга от 5 мая 2004 года № 716 (в редакции постановления Правительства Санкт-Петербурга от 26 ноября 2008 года № 1502)(недоступная ссылка)
  19. Распоряжение Президента Российской Федерации от 2 февраля 2010 года № 58-рп «О внесении изменений в состав Совета при Президенте Российской федерации по делам казачества, утверждённый распоряжением Президента Российской Федерации от 12 января 2009 г. № 15-рп» (недоступная ссылка)
  20. В музее вещи способны заговорить: интервью / подготовила Л. Леусская // Санкт-Петербургские ведомости. — 2019. — 17 мая
  21. Указ Президента Российской Федерации от 15 января 2010 года № 67 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»(недоступная ссылка)
  22. Указ Президента Российской Федерации от 13 апреля 1999 года № 469 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ IV степени Вилинбахова Г. В.»(недоступная ссылка)
  23. Указ Президента Российской Федерации от 5 ноября 2020 года № 675 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  24. Указ Президента Российской Федерации от 30 мая 1997 года № 538 «О награждении орденом Почёта Вилинбахова Г. В.»(недоступная ссылка)
  25. Ufficiale Ordine al Merito della Repubblica Italiana sig. Georgi Vadimovich Vilinbakhov (итал.)
  26. Культура-Портал: В Георгиевском зале Государственного Эрмитажа пройдет церемония награждения директора музея Михаила Пиотровского и его заместителя Георгия Вилинбахова наградами Финляндии 2020 йыл 7 июнь архивланған.
  27. Георгий Вадимович Вилинбахов 2013 йыл 5 ғинуар архивланған.
  28. Церемония вручения знаков Ордена Почетного Легиона прошла в Москве
  29. Офицерский крест для Георгия Вилинбахова(недоступная ссылка)
  30. Торжественная церемония в Георгиевском зале Зимнего дворца. Визит в Государственный Эрмитаж Великого Магистра Суверенного Военного Ордена госпитальеров Святого Иоанна Иерусалимского Родоса и Мальты
  31. [nevnov.ru/721303-georgiya-vilinbakhova-nagradili-ordenom-oficera-oranskikh-nassau Георгия Вилинбахова наградили Орденом Офицера Оранских-Нассау]
  32. 32,0 32,1 32,2 Казанский кремль и Казань
  33. Распоряжение Президента Российской Федерации от 19 апреля 2002 года № 166-рп «О поощрении Вилинбахова Г. В.»(недоступная ссылка)
  34. Распоряжение Президента Российской Федерации от 27 июля 2007 года № 419-рп «О поощрении членов Геральдического совета при Президенте Российской Федерации» 2007 йыл 25 октябрь архивланған.
  35. Медаль «За выдающийся вклад в развитие коллекционного дела в России». РОО «Академия русской символики „Марс“». — Официальный сайт. Дата обращения: 7 июль 2011.
  36. Вручение диплома «Почётный доктор Института истории АН РТ» Г. В. Вилинбахову(недоступная ссылка)
  37. Главный герольдмейстер страны Георгий Вилинбахов стал почётным профессором КБГУ

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]