Дауытов Вилләр Йомағол улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вилләр Дауытов битенән йүнәлтелде)
Вилләр Йомағол улы Дауытов
Вилләр Йомағол улы Дауытов
Флаг
Флаг
Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры
1980 — 1986
 
Тыуған: 1 ғинуар 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Башҡорт АССР-ы хәҙерге Ишембай районы Юлдаш ауылы
Үлгән: 30 ноябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (74 йәш)
Өфө ҡалаһы
Партия: КПСС
Белеме: Стәрлетамаҡ педагогия институты, КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе
Профессияһы: журналистика
 
Наградалары:

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме

Дауытов Вилләр Йомағол улы (1 ғинуар 1933 йыл30 ноябрь 2007 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист. 1980—86 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вилләр Йомағол улы Дауытов 1933 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының хәҙерге Ишембай районы Юлдаш ауылында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай районындағы «Алға» колхозында (Юлдаш ауылында) башлана.

1953 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә, унда комсомол комитеты секретары һәм бер үк ваҡытта ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡала комитеты ағзаһы була.

1959 йылда бик күп әүҙем, булдыҡлы йәштәрҙе табып, уларҙың киләсәген хәстәрләүсе Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы министры Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина Вилләр Дауытовҡа «Башҡортостан пионеры» республика гәзитенең бүлек мөдире булып эш башларға тәҡдим итә, һуңыраҡ ул был гәзиттең мөхәррире була. 1971 йылдан Вилләр Дауытов «Совет Башҡортостаны» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары вазифаһында уңышлы хеҙмәт итә.

Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлағандан һуң  — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары. 1976 йылдан — БАССР Телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 1980 йылдан 1986 йылға тиклем — Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт министры.  Унан һуң БАССР Юғары Советы Президиумы Секретары, Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Секретариаты начальнигы итеп тәғәйенләнә.  

Пенсияға киткәнсе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының редакция-нәшриәт бүлеге мөдире булып эшләй. 

75-се йәшендә вафат була. Өфөлә ерләнгән.

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембай ҡалаһындағы 3-сө башҡорт мәктәбендә (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) урта белем алған.

1959 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт-рус филологияһы факультетын тамамлай. 1973—1975 —  КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбе (Мәскәү) тыңлаусыһы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш  Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. 

1976—1980 йылдарҙа БАССР Журналистар союзы рәйесе була[1][2] һәм СССР Журналистар союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана.

Башҡорт ССР-ының Конституция комиссияһы ағзаһы  (1990)[3]

Шиғриәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендәге шиғырҙар авторы. Уның шиғырына яҙылған иң билдәле йырҙарҙың береһе — композитор Тәлғәт Шәрипов ижад иткән «Уралым» йыры.

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙалдары һәм башҡа наградалары бар. Дәүләт алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтауғы исемгә лайыҡ булған.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 30 ноябрендә Өфөлә Мостай Кәрим урамындағы 44-се йорттоң стенаһына мемориаль таҡтаташ эленә.

Сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даутовтар - бер нисә быуын башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәрен биргән нәҫел. Шуларҙың араһында Даутовтарҙың атаһы Йомағол Даутов (уҡытыусы, Ишембай ҡалаһының 15-се мәктәбе директоры), Нәғим Йомағол улы Даутов (Юлдаш ауылында башланғыс мәктәп мөдире), Әхнәф Йомағол улы Даутов (врач- педиатр, элекке Ишембай ҡалаһы балалар больницаһы мөдире), Венер Даутов(врач, элекке Ишембай ҡалаһы больницаһының балалар йоғошло сирҙәр бүлеге мөдире).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]