Баймырҙина Вилә Искәндәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Виля Баймурзина битенән йүнәлтелде)
Баймырҙина Вилә Искәндәр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1 июль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (70 йәш)
Тыуған урыны Аҡъюл, Аҡъюл ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө уҡытыусы, ғалим

Баймырҙина Вилә Искәндәр ҡыҙы (1 июль 1953 йыл) — педагог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (2014) һәм мəғариф отличнигы (2009).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вилә Искәндәр ҡыҙы Баймырҙина 1953 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Аҡъюл ауылында тыуған.

1976 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Диплом алғандан һуң Күгәрсен районы мəктəптəрендə уҡытыусы булып эшләй. 1984 йылдан алып Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы əҙəби хеҙмәткәре.

1987 йылдан башлап Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында эшлəй: шул иҫәптән 2006 йылдан математика һəм тəбиғи фəндəр факультетының педагогия кафедраһы мөдире, 20092012 йылдарҙа — педагогия һəм психология факультеты деканы, бер үк ваҡытта педагогика кафедраһы мөдире.

1996 йылдан алып Башҡортостан мəғарифты үҫтереү институтында: директор урынбаҫары, 1999 йылдан — педагогика кафедраһы мөдире. 20022014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында, шуның 20062009 йылдарында педагогика кафедраһы мөдире.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вилә Баймырҙина йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Башҡорт дәүләт университетының «Вестник Башкирского университета», Санкт-Петербургта сыҡҡан «Российский гуманитарный журнал» баҫма­ларында редколлегия ағзаһы, М. Аҡ­мулла исе­мен­дәге Башҡорт дәү­ләт педагогия уни­верситетындағы докторлыҡ һәм канди­датлыҡ диссертация советы ағзаһы, Халыҡ-ара этнопедагогтар ассоциацияһы ағзаһы. Алты йыл Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтен етәкләй, артабан ‒ рәйес урынбаҫары, республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең идара ағзаһы, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы.

Халыҡ бейеүҙәрен өйрәнеп, профессиональ кимәлдә башҡара, әҙәби әҫәрҙәр яҙа. 2014 йылда Баймырҙина Вилә Искәндәр ҡыҙын, республика кимәлендә сәхнәгә сығарып, «Ил инәһе» исеме бирәләр.

Фəнни эшмəкəрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баймырҙина Вилә Искәндәр ҡыҙының Фəнни тикшеренеүҙəре педагогика һəм мəғариф тарихына, дөйөм педагогика проблемаларына, юғары белем биреүҙең теорияһына һəм методикаһына арналған.

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

140-ҡа яҡын фəнни хеҙмəт авторы. Китаптары:

  • Этнопедагогика башкирского народа: история и современность. 2‑се баҫма, тулыландырылған. Өфө; Стәрлетамаҡ, 2008.

Әҙәби китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Түңәрәк донъям»,
  • «Ал­ҡынып-ашҡынып аға ғүмер»,
  • «Их, был ирҙәрҙе»,
  • «Истории из страны моего Детства» — рус телендә,
  • «На перекрестке семи дорог» тигән күләмле романын нәшриәткә тапшырған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]