Виндт Лидия Юлиевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Виндт Лидия Юлиевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 29 ғинуар 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Псков
Вафат булған көнө 1990
Һөнәр төрө литературовед
Эш биреүсе Кировский завод[d]
Рәсәй милли китапханаһы[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты

Лидия Юлиевна Виндт (29 ғинуар 1901(19010129), Псков — 1990) — Рәсәй әҙәбиәт белгесе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Петербург биҫтәһе Дудергофта үҫә, «Дудергофские ключи» минераль һыуҙар фабрикаһы хужаһы Виндт Юлийҙың (1860—?, Перновта тыуған) һәм уның ҡатыны Эмма Густавовнаның (ҡыҙ фамилияһы Зоргенфрей, Вильгельм Зоргенфрейҙың ике туған апайы) ҡыҙы.

1918 йылда Е. М. Гедданың Петербург гимназияһын тамамлай һәм һуңынан Беренсе Петроград университеты составына индерелгән Өсөнсө Петроград университетына (элекке Бестужев курстары) уҡырға инә. Курсты 1923 йылда тамамлай. Артабан 1925 йылда шулай уҡ Дәүләт сәнғәт тарихы институтын тамамлай. 1928 йылға тиклем шунда уҡ аспирантурала уҡый һәм дәрестәр алып бара. Дәүләт сәнғәт тарихы институтының «Поэтика» йыйынтығында (1926—1927) басня теорияһы буйынса белгестәр тарафынан юғары баһаланған ике мәҡәлә баҫтыра[1].

Ауыр сирҙән һуң 1930—1935 йылдарҙа «Красный путиловец» заводында китапханасы, референт һәм тәржемәсе булып эшләй. 1935 йылда Германия файҙаһына шпионлыҡ итеүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына, әммә хөкөм ителмәй. 1935—1937 йылдарҙа Ленинград Асыҡ китапханаһында эшләй. 1937 йылда ире атып үлтерелгәндән һуң Кировскигә һөргөнгә ебәрелә.

1957 йылда аҡлана. Француз әҙәбиәте, шул иҫәптән Жюль Ренарҙың («Избранные рассказы: Книга для чтения на французском языке в IX классе средней школы»; 1959) һәм А. Лесаждың («Хромой бес: Книга для чтения на французском языке»; 1973) әҫәрҙәре буйынса бер нисә уҡыу баҫмаһы әҙерләй. «Франция яҙыусылары» йыйынтығында (1964, төҙөүсеһе Е. Г. Эткинд) Ренар һәм Лафонтен тураһында мәҡәләләр авторы. Вольтерҙың хаттарын рус теленә тәржемә итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]