Винница (аэропорт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Винница
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Винница
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Винница өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 974 метр
Пассажирҙар ағышы 60 873
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Винница
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Осоу-ултырыу һыҙаты 13/31[1]
Рәсми сайт airvinnytsia.com
ИАТА аэропорты коды VIN
ИКАО аэропорты коды UKWW
Карта
 Винница Викимилектә

«Винница» аэропорты (Гавришовка) Винница районында Винница ҡалаһы тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 7,5 км һәм Гавришовка ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Украина буйлап һәм унан ситтән (Ҡытай, Рәсәй һәм яҡын көнсығыштан) килгән пассажирҙар һәм йөктәрҙе ташыу өсөн тәғәйенләнгән автомобиль һәм тимер юлы юлдарын айырыу урыны бар.

Самолеттар өсөн осоп китеү һәм һауанан төшөп ултырыу һыҙатының оҙонлоғо 2,5 км. Аэродромда тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында самолеттарҙы файҙаланырға була. 5 (бишенсе) индекс һәм унан түбән индекстағы һауа караптарын (135 тоннаға тиклемге Ан-2,Ан-30,Ан-26, Л-410, Ан-24, Як-40, Ан-32, Ту-134, Ту-154, Ил-76, Ан-74, Ан-12, Як-42, Ил-18, Б-737, А-320) осороп ебәрергә, ултыртырға һәм уларға идара итергә һәләтле.

Аэродромда шулай уҡ 456-сы айырым ҡатнаш авиация бригадаһы (Ан-26, Ан-24, Ми-8) урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Винница аэропорты 1983 йылда төҙөлә.

1997 йылдың авгусында аэропорт Украина иҡтисады һәм хәүефһеҙлеге өсөн стратегик әһәмиәткә эйә булған предприятие һәм ойошмалар исемлегенә индерелә[2].

1999 йылға тиклем айырым даими рейстар була, артабан аэропорт эшләүҙән туҡтай, тик айырым чартер рейстарҙы ғына хеҙмәтләндерә. 2008 йылда өлкә бюджеты иҫәбенә аэропорт эшен тергеҙеү эштәре башлана.

Украина Министрҙар кабинетының 2008 йылдың 10 декабрендә 1530-р ҡарары менән Винница (Гавришовка) аэропортында һауа бәйләнеше өсөн дәүләт сиктәре аша халыҡ-ара үткәреү пункты асыла.

2009 йылдан хәсидтәр өсөн бүленгән чартер рейсын ҡабул итә. Хәсидизм тәғлимәте буйынса йәшәгәндәр йыл һайын Уманға хаж ҡылырға бара.

2013 йылдың 10 майынан аҙнаһына ике тапҡыр «Мотор-Сич» авиакомпанияһы Мәскәү «(Внуково) — Винница» рейсын асты. Һуңынан 2014 йылда Yanair авиакомпанияһы Винница — Тель-Авив (Бен-Гурион) — Винница маршруты буйынса даими рейсын үтәй башлай, әммә шул уҡ йылда был рейстар ябыла.

2016 йылдың 8 июненән МАУ авиакомпанияһы аҙнаһына бер тапҡыр Винница — Тель-Авив — Винница даими рейстар үтәй башлай, аҙаҡ был рейстар аҙнаһына ике тапҡыр үтәлә. Шулай уҡ МАУ 26 июндән Винница — Варшава рейсын булдыра.

2018 йылдың апрель айынан авиарейстар Винница-Пекин, Винница — Нью-Йорк, Винница — Дубай, Винница — Бангкок, Винница — Париж, Винница — Лондон, Винница — Рим, Винница — Оттава һәм башҡа авиарейстар көн һайын үтәлә башлай, уларҙың барыһы ла Киевта туҡталып китә. сайтында Тулыраҡ мәғлүмәтте АК «МАУ» сайтынан алырға мөмкин.

Авиакомпаниялар һәм уларҙың тәғәйенләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даими[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чартер рейстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Windrose Airlines (Тель-Авив)
  • Украинаның Халыҡ-ара авиалиниялары (Тиват, Тель-Авив)
  • Yanair (Тель-Авив, Анталья)
  • Montenegro airlines (Подгорица)

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]



Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]