Виноградов Владимир Васильевич
Виноградов Владимир Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1 октябрь 1909 |
Тыуған урыны | Сергач[d], Түбәнге Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 27 август 1982 (72 йәш) |
Һөнәр төрө | орнитолог, лесовод |
Эш урыны |
Башҡортостан ҡурсаулығы Кавказ ҡурсаулығы Денежкин Камень[d] Кызылагаджский заповедник[d] Турианчайский заповедник[d] |
Уҡыу йорто |
Волга буйы дәүләт технология университеты[d] Московский пушно-меховой институт[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Виноградов Владимир Васильевич (1909-1982) — совет орнитологы, урман һәм һунарсылыҡ белгесе, натуралист, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеген ойоштороусы. «Ҡурсаулыҡ эшендә энтузиаст» Көньяҡ Рәсәй һәм Кавказ ҡоштарын, тәбиғәтен һаҡлау һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Биология фәндәре кандидаты, 90 фәнни һәм фәнни-популяр баҫмалар авторы[1]. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш һәм бронза миҙалдары менән бүләкләнгән. Ғалимдарҙан беренсе булып Әзербайжандағы Миль тигеҙлеге күлдәренең әһәмиәтен билдәләй, бында тәбиғәт һаҡлау территорияларын булдырыуҙы ойоштора. .
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында күрһәткән хәрби хеҙмәттәре өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1909 йылдың 1 октябрендә Горький өлкәһе (хәҙер Түбәнге Новгород өлкәһе) Сергач ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан тәбиғәтте һәм (бигерәк тә ҡоштарҙы) һунарҙы ярата. 1928 йылда педагогияға йүнәлтелгән мәктәпте тамамлай; Төньяҡ-Себер крайының (хәҙер Алтай крайы составына инә), шунан Ҡаҙағстандың Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе Зыряновскта халыҡ мәғарифы бүлегенең мәктәп инспекторы булып эшләй[2].
1934 йылда Йошкар-Олала М. Горький исемендәге урман техник институтының урман хужалығы факультетына (хәҙер — Волга буйы дәүләт технология университеты) уҡырға инә, 1939 йылда институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлағандан һуң был институттың урман төҙөүселек кафедраһында ҡалдырыла, әммә тиҙҙән Башҡорт ҡурсаулығына өлкән урмансы булып китә[1]. Уҡыуын дауам итер өсөн Мәскәү йәнлек тиреһе институты һунар хужалығы факультетыың икенсе курсына ситтән тороп уҡырға инә, уны тамамлап өлгөрмәй, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк армияға саҡырыла. Икенсе Украин һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронты алыштарында, башта уҡсылар полкы составында, аҙаҡ — зенит артиллерияһының ут взводы командиры булараҡ ҡатнаша, һуғыш аҙағынаса разведка офицеры булып хеҙмәт итә. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы [2].
Демобилизацияланғандан һуң Әстерхан өлкәһендә Урман тәжрибә станцияһында директор булып эшләй, 1953 йылдан Кавказ ҡурсаулығының фән өлөшө буйынса директор урынбаҫары, һуңыраҡ — Урал «Денежкин Ташы» ҡурсаулығы директоры була. 1958 йылдан Әзербайжан Кызылагадж ҡурсаулығында эшләй, башта фән буйынса директор урынбаҫары, һуңыраҡ, бер үк ваҡытта, — ҡурсаулыҡ директоры вазифаһын башҡара. Сәләмәтлеге менән проблемалар арҡаһында Виноградов йомшағыраҡ климатлы урынға — Турианчай ҡурсаулығына күсергә мәжбүр була[1]. 1967 йылдан Әстерхан ҡурсаулығының Каспийск орнитология станцияһында мөдир булып эшләй, Волга дельтаһының һыу-һаҙлыҡ ерҙәрен комплекслы өйрәнеү программаһын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә[2].
1982 йылдың 27 авгусында вафат була[2].
Фәнгә өлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әстерхан өлкәһендәге Урман тәжрибә станцияһында эшләгән ваҡытында Виноградов йыл һайын һыу аҫтында ҡалған Волга дельтаһы территорияһында имән һәм ҡорос ағас үҫтереү буйынса уңышлы ботаник эксперимент үткәрә.
Әзербайжанда Миль тигеҙлеге күлдәрен комплексы өйрәнеүсе беренсе ғалим була һәм был райондың айырата әһәмиәтен асыҡлай, бигерәк тә ваҡытлыса йәки миҙгелле миграция ваҡытында бында ҡышҡылыҡҡа туҡталыусы ҡоштарҙың күп төрө өсөн Аггель (Ах-Гель) күленең әһәмиәтен билдәләй. Виноградов инициативаһы менән 1965 йылда Аггель күлендә республика заказнигы ойошторола[2], ә һуңғараҡ, 1978 йылда, ҙур Кура-Араксин уйһыулығында Аггель ҡурсаулығы ойошторола. Миль тигеҙлеген һыу-һаҙлыҡ ерҙәрен тикшереү нигеҙендә Виноградов кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, «Биологические ресурсы водно-болотных охотничьих угодий Мильской степи…» монографияһын һәм мәҡәләләр серияһын баҫтырып сығара[1].
Каспий орнитология станцияһында эшләгән ваҡытында Виноградов ала ҡыҙ өсөн яһалма ояһы уңышлы апробация үтә; был эштәрҙең совет һәм сит ил әҙәбиәтендә баҫылып сыға.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Чернявская Светлана Игоревна[1].
Ҡайһы бер баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Виноградов В. В. Биологические ресурсы водно-болотных охотничьих угодий Мильской степи и их производительность и перспектива хозяйственного использования. — М.: Лесная промышленность, 1967.
- Виноградов В. В. Гнездование белохвостой пигалицы Vanellochettusia leucura в Закавказье // Рус. орнитол. журн.. — 2017. — Т. 26, № 1538. — С. 5262—5264. — Второе издание статьи. Первое издание: 1963. Гнездование белохвостой пигалицы в Закавказье // Орнитология 6: 303—305..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русанов Г. М. и др. Владимир Васильевич Виноградов // Орнитология. — М. : Изд-ва МГУ, 1986. — Вып. 21. — С. 176—177.
- Бондарев Д. В. и др. К 100-летию со дня рождения Владимира Васильевича Виноградова — орнитолога и лесовода, натуралиста и энтузиаста заповедного дела // Strepet. — 2008. — С. 100—106.
- 1 октябрҙә тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- Түбәнге Новгород губернаһында тыуғандар
- 27 августа вафат булғандар
- 1982 йылда вафат булғандар
- Мари дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- Мари дәүләт техник университетын тамалаусылар
- Рәсәй орнитологтары