Эстәлеккә күсергә

Винсент Ван Гог

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Винсент Ван Гог
нидерл. Vincent van Gogh

Автопортрет, 1889
Тыуған:

30 март 1853({{padleft:1853|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны:

Грот-Зюндерт, Нидерланд

Үлгән:

29 июль 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (37 йәш)

Үлгән урыны:

Овер-сюр-Уаз, Франция

Гражданлығы:

Нидерланд Нидерланд

Жанр:

пейзаж
натюрморт
портрет

Стиль:

импрессионизм

Ҡурсалаусылары:

Тео Ван Гог

Йоғонто:

Адольф Монтичелли

Имза:

Викимилектә эштәре

Винсе́нт Ви́ллем Ван Гог (нидерл. Vincent Willem van Gogh, 30 март 1853 йыл — 29 июль 1890 йыл) — Нидерландтың бөтә донъяға танылған рәссамы.

Винсент Ван Гог Нидерландта Бельгия сигенән йыраҡ булмаған Төньяҡ Брабант провинцияһының Грот-Зюндерт ауылында 1853 йылдың 30 мартында иртәнге сәғәт 11-ҙә тыуа. Винсенттың атаһы Теодор Ван Гог була, әсәһе Гаагала ихтирамлы китап төпләүсе һәм һатыусы ҡыҙы Анна Корнелия Карбентус була. Теодор һәм Анна ғаиләһендә Винсент икенсе бала иҫәпләнә. Исемен бөтә ғүмерен протестант сиркәүенә бағышлаған атаһы яғынан олатаһы хөрмәтенә бирәләр. Теодор һәм Анна был исемде Винсенттан бер йыл алда тыуған беренсе балаларына бирә, тик ул тыуғандың беренсе көнөндә үк үлә. Шулай итеп Винсент, икенсе бала булып тыуһа ла, ғаиләлә өлкәне була. Винсентҡа дүрт йәш саҡта, 1857 йылдың 1 майында, ҡустыһы Теодорус Ван Гог (Тео) донъяға килә. Бынан тыш Винсенттың Кор (Корнелис Винсент) исемле ҡустыһы (17 май 1867), һәм өс һеңлеһе — Анна Корнелия (17 февраль 1855), Лиз (Элизабет Губерта, 16 май 1859) һәм Вил (Виллемина Якоба, 16 март 1862) була.

Бер туғандары Винсентты үҙ һүҙле, ауыр һәм «сәйер ҡылыҡлы» ялҡытҡыс бала булды тип хәтерләй. Был балала башҡаларҙан айырылып торған ниндәйҙер сәйерлек бар һәм, башҡа балалрҙан айырмалы, уға минең күңелем ятманы, унан лайыҡлы кеше сығыуына мин шикләнә инем, тип хәтерләй гувернаткалары. Ғаиләнән ситтә, киреһенсә, Винсент холҡоноң икенсе яғын күрһәтә, ул тыныс холоҡло, етди һәм уйланыусан була. Ул бөтөнләй тиерлек башҡа балалар менән уйнамай. Ауылдаштары алдында киң күңелле, алсаҡ, иғтибарлы, мәрхәмәтле, һөйкөмлө һәм баҫалҡы бала була. 7 йәш тулғас, ауыл мәктәбенә уҡырға бара, тик бер йылдан уны мәктәптән алалар, һәм һеңлеһе Анна менән уны өйҙә гувернантка уҡыта.

1864 йылдың 1 октябрендә ул Завебергҡа интернат-мәктәпкә китә. Өйҙән китеү бик күп ғазап кисереүҙең сәбәбе була, өлкәнәйгәс тә ул быны онота алмай. 1866 йылдың 15 сентябренән Тилбургта Виллем II интернат-колледжында уҡый башлай. Винсентҡа француз, инглиз, немец телдәре еңел бирелә. Шунда ул рәсем төшөрөү дәрестәрен ала. 1869 йылдың мартында Винсент ҡапыл уҡыуҙы ташлап, ата йортона ҡайта. Ошоноң менән уның белем алыуы тамамлана. Ул бала сағын: «Минең бала сығым күңелһеҙ, һыуыҡ һәм буш булды…»,- тип хәтерләй.

Сауҙа фирмаһында эшләү һәм миссионер эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ван Гог 18 йәшендә (18711872 йылдар тирәһе)

1869 йылда Винсент «Goupil & Cie» тип аталған эре художестволы сауҙа фирмаһының Гаага филиалына эшкә урынлаша. Шунда дилер сифатында дәрес ала. Буласаҡ рәссам тырышып эш башлай, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, һәм 1873 йылдың июлендә уны Goupil & Cie фирмаһының Лондондағы филиалына күсерәләр. Сәнғәт әҫәрҙәре менән көн һайын танышҡанға күрә, һүрәт сәнғәтенең асылын аңлай һәм ҡәҙерен белә. Бынан тыш ул ҡала музейында һәм галереяларҙа Жан-Франсуа Милле һәм Жюль Бретон эштәре менән таныша һәм уларға һоҡланып йөрөй. Август аҙағында Винсент Хакфордҡа күсеп килә һәм Урсула Лойер фатирына урынлаша. Винсент Урсула Лойерҙың ҡыҙы Евгенияға ғашиҡ булған тигән фараз йәшәп килә. Ысынында иһә, ул Каролина Хаанебик тигән немкаға ғашиҡ булған. Һөйгән ҡыҙынан кире яуап алғас, буласаҡ рәссам Библияны өйрәнә башлай. 1874 йылда Венсетты фирманың Париж филиалына күсерәләр, өс ай эшләгәндән һуң, ул тағы Лондонға күсә. 1875 йылда эшкә тағы ла Парижға ебәрәләр, был юлы ул Салон һәм Лувр күргәҙмәләре менән танышҡас, үҙен һынлы сәнғәттә һанап ҡарарға була. Был шөғөлө күп ваҡыт талап итә, үҙе өсөн «картиналар һатыуҙан да насарыраҡ сәнғәттең дошманы юҡ», тигән ҡарар сығара. Насар эшләгәне өсөн 1876 йылда уны Goupil & Cie фирмаһынан ҡыуалар. 1876 йылда Винсент Англияға кире килә, ул Рэмсгейтта инернатта эш хаҡы түләнмәй торған эш таба. Ошо уҡ осорҙа Винсент атаһы кеүек рухани булырға ҡарар итә. Июлдә Винсент Айзлворттағы мәктәптә эш таба (Лондон янындағы), унда уҡытыусы һәм пастор ярҙамсыһы булып эшләй. 4 ноябрҙә Винсент сиркәүҙә тәүге вәғәз уҡый. Ул Инжил (Евангелие) менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башлай, уның ярлылар өсөн вәғәздәр уҡырға теләге тыуа.

Раштыуаға Винсент ата-әсәһе янына ҡайта, улар Англияға кире бармаҫҡа өгөтләй. Винсент Нидерландта ҡала, ярты йыл Дордрехтта китап кибетендә эшләй. Был эшкә күңеле ятмай; күп ваҡытын һүрәт эшләп, Библиянан өҙөктәрҙе немец, инглиз һәм француз телдәренә тәржемә итеп үткәрә. Винсенттың пастор булыу теләгенә ҡаршы килмәй, 1877 йылдың майында уны Амстердамға, атаһының туғаны адмирал Ян ван Гог янына ебәрәләр. Ул икенсе бер ағаһы, билдәле дин белгесе, Йоганесс Стрикер менән университетҡа уҡырға инеү өсөн экзаменға әҙерләнә. Ләкин 1878 йылдың июлендә Амстердамдан ҡайтып китә. Ябай кешеләргә файҙа килтереү теләге уны Лакендағы пастор Бокманың Протестант миссионерҙар мәктәбенә алып килә, бында ул өс айлыҡ әҙерлек курсы үтә (ләкин уны насар холҡо, тышҡы ҡиәфәте өсөн ҡыуып сығарғандар тигән фараз да бар).

1878 йылдың декабрендә Винсент Бельгияның көньяғында Боринаж тигән шахтерҙар йәшәгән ярлы районындағы Патюражға миссионер булып бара, ең һыҙғанып эш башлай: сирлеләр янына йөрөй, уҡый белмәгәндәргә Изге яҙманы уҡый, вәғәз уҡый, балалар уҡыта, аҡса эшләр өсөн төндәрен Палестина һүрәттәрен эшләй. Винсенттың ошондай тырыш эшмәкәрлеген урындағы халыҡ та, Евангелие йәмғиәте лә күрә, уға илле франк эш хаҡы билдәләнә. Ярты йыл эшләгәндән һуң, ван Гог Евангелие йәмғиәтенең мәктәбенә уҡырға инергә уйлай, тик уҡыу өсөн түләргә риза булмай. Винсент шахта дирекцияһына эшселәр исеменән хеҙмәт шарттарын яҡшыртырға кәрәклеген аңлатып, мөрәжәғәт итә. Мөрәжәғәт яуапһыҙ ҡала, ә Ван Гог Бельгияның протестант сиркәүе синодаль комитетының рухи етәксеһе вазифаһынан бушатыла. Был рәсамдың психикаһына бик ауыр йоғонто яһай .

Патюраждағы ваҡиғаларҙан һуң Ван Гог ҡабаттан һынлы сәнғәткә уҡырға була һәм 1880 йылда ҡустыһы Тео ярҙамы менән Брюсселгә китә. Бында Король сәнғәт академияһында уҡый башлай, ләкин бер йылдан һуң ата-әсәһе янына кире ҡайта. Был осорҙа ул рәссам булыу өсөн талантың булмаһа ла, күп күнегеүҙәр ярҙамында рәссам булып китергә мөмкин тип иҫәпләй.

Был осорҙа уларға ҡунаҡҡа улы менән бергә тол ҡатын Кее Вос-Стрикер ҡунаҡҡа килә. Винсенттың уға күҙе төшә, ләкин ҡунаҡ ҡатын уның тойғоларына кире ҡаға. Ван Гогтың туғандары ла рәссамдың был тойғоларын хупламай һәм уны бик тиҙ генә йорттарынан ситкә оҙаталар. Ван Гог ныҡ ҡайғыра, ул Гаагаға килә һәм, ҡайғыһын баҫыр өсөн, һынлы сәнғәт менән булыша башлай. Ул бында Гаага сәнғәт мәктәбе вәкиле булған алыҫ туғаны Антон Маувенан рәсем төшөрөргә өйрәнә. Винсент бик ныҡ тырыша, ул буяуҙарҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәнә, бер нисә төрлө материалды һәм рәсем техникаһын: аҡбурҙы, акварелде, сепияны, ҡауырһын менән яҙыуҙы- бергә ҡушып, һүрәттәр яһай («Йорт арты (Задворк)», 1882, ҡағыҙҙа ҡауырһын, аҡбур һәм бумала, Крёллер-Мюллер музейы, Оттерло; «Ҡыйыҡтар. Ван Гог оҫтаханаһынан ҡарағандағы күренеш (Крыши. Вид из мастерской Ван Гога)», 1882, ҡағыҙҙа аҡбур һәм бумала, Ж. Ренан коллекцияһы, Париж). Рәссам тырышып Шарль Баргтың «Рәсемгә өйрәтеү курсы» әсбабын уҡый, 1880/1881 йылдарҙа ундағы барлыҡ литографияларҙың күсермәһен яһай.

Гаагала рәссам тағы ла бер тапҡыр ғаилә ҡорорға була: уның һайлаған ҡатыны урамда теләнселәп йөрөгән өс балалы Христин тигән ҡатын була. Ван Гог уны ныҡ йәлләй һәм үҙе менән бергә йәшәргә саҡыра, үҙен бик ныҡ бәхетле итеп тоя. Ван Гогтың дуҫтары һәм туғандары уның өйләнеүен хупламай һәм уның менән яҡынлашыуҙан туҡтай. Христиндың бик насар холҡло булыуы был ғаиләне тарҡата: тиҙҙән Ван Гог Христин менән айырылыша. Ван Гог, Гаагала ҡалмайынса, Нидерландтың төньяғындағы Дренте провинцияһына күсеп китә. Бында бәләкәй генә бер иҫке йортта оҫтапхана булдыра һәм картиналарын яҙа башлай. Башлыса ул пейзаждар һәм крәҫтиәндәр тормошон һүрәтләгән картиналар яҙа.

Тематикаһы буйынса Ван Гогтың әҫәрҙәре реализмға ҡарай, ләкин һынлы сәнғәткә уҡымау сәбәпле, рәссам кеше фигураларын төшөрә белмәй яфалана: кеше фигураһы уның картиналарында йәнһеҙ, тәбиғәт балаһына оҡшамаған килеп сыға. Был бигерәк тә «Картуф сәсеүсе рәҫтиән һәм крәҫтиән ҡатын (Крестьянин и крестьянка, сажающие картофель)» (1885, Кунстхауз, Цюрих) картинаһында асыҡ сағыла: картиналағы кешеләр ҡаяға оҡшап тора, ә алыҫтағы горизонт уларҙың өҫтөнә ныҡ итеп баҫып, турайып баҫыу ғына түгел, хатта бөгөлөргә лә мөмкинлек бирмәгән төҫлө күренә. Һуңғараҡ яҙған «Ҡыҙыл виноград ҡыуаҡтары (Красные виноградники» (1888, А. С. Пушкин исемендәге дәүләт сәнғәт музейы, Мәскәү) картинаһында ла ошо уҡ хәл ҡабатлана. 1880-се йылдарҙа яҙылған картиналар серияһында ла («Нэюнендағы протестант сиркәүенән сығыу (Выход из протестантской церкви в Нюэнене» (1884—1885), «Крәҫтиән ҡатын-ҡыҙ (Крестьянка)» (1885, Крёллер-Мюллер музейы, Оттерло), «Картуф ашаусылар (Едоки картофеля)» (1885, Винсент Ван Гог музейы, Амстердам), «Нюэнендағы иҫке сиркәү манараһы (Старая церковная башня в Нюэнене)» (1885) рәссам ҡараңғы төҫтәр ҡуллана, был психологик көсөргәнеш тыуҙыра. Ошо уҡ осорҙа рәссам пейзаж яҙыуҙы үҙенсә аңлай, уны кеше менән сағыштыра.

1885 йылда Ван Гог Дрентте ташлап китә, сөнки урындағы пастор крәҫтиәндәргә рәссамдың моделе булырға рөхсәт итмәй : быны әхлаҡһыҙлыҡ тип таба. Винсент Антверпенға китә һәм бындағы Художество академияһында тағы ла сәнғәткә уҡый башлай, кистәрен шәхси мәктәпкә йөрөп, яланғас моделдәрҙе төшөрә, кеше фигураларын дөрөҫ төшөрөргә өйрәнә. 1886 йылда Ван Гог Антверпендан Парижға, сәнғәт әҫәрҙәре менән сауҙа итеүсе ҡустыһы Тео янына, күсеп килә.

Винсент тормошонда Париж осоро башлана, һәм ул бик уңышлы осор була: рәссам педагог Фернанд Кормонда уҡый, импрессионизмды, япон гравюраһын, Поль Гогендың синтетик әҫәрҙәре менән таныша. Был осорҙа яҙған картиналарында уның элекке картиналарына хас булған ҡараңғы буяуҙар юғала, улар урынына палитраһында яҡты, сағыу, асыҡ-зәңгәр, алтынһыу-һары, ҡыҙыл төҫтәр барлыҡҡа килә, бумалаһы ла материал өҫтөндә туҡталышһыҙ йөрөй, һәр бер һалған буяуы туҡтауһыҙ ағып торған кеүек күренә ("Агостина Сегатори «Тамбурин» кафеһында (1887—1888, Винсент Ван Гог музейы, Амстердам), «Мост через Сена йылғаһы аша күпер» (1887, Винсент Ван Гог музейы, Амстердам), «Танги ата» (1887, Роден музейы, Париж), «Лепик урамындағы Тео фатирынан ҡарағанда Париж күренеше (Вид на Париж из квартиры Тео на улице Лепик)» (1887, Винсент Ван Гог музейы, Амстердам). Уның әҫәрҙәренә хас булған көсөргәнешлек юғала, уның урынына импрессионистар ижадына хас булған тыныслыҡ, һиллек килә. Ван Гог Париж импрессионистары менән таныша, уларҙың «Ла Фурш» ресторанындағы, «Тамбурин» кафеһындағы, артабан — «Ирекле театр» фойеһындағы күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Ван Гогтың был осорҙа яҙған картиналарын публика аңламай һәм уларҙы һатып алмай. Рәссам артабан сәнғәт серҙәрен үҙаллы өйрәнә башлай — Эжен Делакруанан буяу төҫтәре теорияһын, Адольф Монтичеллиҙан фактуралы һынлы сәнғәтте, төҫлө япон гравюрларын һәм көнсығыш сәнғәтен өйрәнә. Парижда рәссам 230-нән артыҡ картиналар, этюдтар төшөрә, улар араһында айырыуса иң шәптәре — натюрморттар һәм автопортреттар. Рәссам ижадындағы кеше фигуралары һәм уларҙың роле үҙгәрә, картиналарындағы ер төҫлө ҡара буяуҙар юғала, картиналары яҡты, сағыу, күк йөҙө асыҡ, һауа хәрәкәтлгә әйләнә. Был айырыуса «Сент-Марьелағы диңгеҙ (Море в Сент-Марье» (1888, А. С. Пушкин исемендәге дәүләт сәнғәт музейы, Мәскәү) картинаһында асыҡ күренә. Рәссамдың ижади эҙләнеүҙәре уны яңы художество стиленә — постимпрессионизмға килтерә.

Һуңғы йылдары. Ижадының сәскә атыуы.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: en:Death of Vincent van Gogh

Ван Гогтың ижади үҫешенә ҡарамаҫтан, публика уны һаман да элеккесә ҡабул итмәй, аңлаамай, уның картиналарын һатып алмай. Рәссам быны бик ауыр кисерә. 1888 йылдың февралендә ул Парижды ташлап китә һәм Францияның көньяғындағы Арль ҡалаһына күсә. Ван Гог бында "Көньяҡ оҫтаханаһы"н булдырырға итә һәм картиналарын киләсәк быуын кешеләре өсөн яҙырға, ошо маҡсатта Арлдә үҙе кеүек яҙған фекерҙәш рәссамдарын тупларға була.

Ван Гог, импрессионистарҙың ысулдарын ҡулланыуҙан баш тарттым тип иҫәпләһә лә, уның артабанғы ижадында импрессионизм ысулдары һиҙелеп тора, бигерәк тә яҡтылыҡ һәм һауаны һүрәтләгәндә был күҙгә ныҡ ташлана, мәҫәлән, («Персиковое дерево в цвету», 1888, Крёллер-Мюллер музейы, Оттерло, («Мост Англуа в Арле», 1888, Вальраф-Рихарц музейы, Кёльн). Арлдә рәссам бик күп портреттар яҙа.

Рәссамдың көслө темпераменты, ғазапланып матурлыҡ, бәхет һәм гармонияға ынтылыуы һәм бер үк ваҡытта кешегә дошман көстәрҙән ҡурҡыуы уның яҡты ҡояшлы көньяҡ пейзаждарында («Жёлтый дом» (1888), «Кресло Гогена» (1888), «Жатва. Долина Ла-Кро» (1888, Винсент Ван Гог музейы, Амстердам) һәм ҡурҡыныс, төнгө һаташыулы төштәрендәге образдарҙа («Ночная терраса кафе» (1888, Крёллер-Мюллер музейы, Оттерло) асыҡ күренә; буяу төҫтәренең динамикаһы һәм уларҙың материалға һалыныуы, тормош рухы менән тулы тәбиғәте кешеләргә генә ҡағылып ҡалмай, ә йәнһеҙ предметтарға ла йән өргән кеүек итеп яҙыла («Красные виноградники в Арле» (1888, Государственный музей изобразительных искусств имени А. С. Пушкина, Москва)), («Спальня Ван Гога в Арле» (1888, Винсент Ван Гог музейы, Амстердам)). Рәссамдың картиналары колориты буйынса хәрәкәтлерәк, көсөргәнешлерәк («Сеятель», 1888, Э. Бюрле фонды, Цюрих), яңғырашы менән трагик («Ночное кафе», 1888, Йельск университеты художество галереяһы, Нью-Хейвен; «Спальня Ван Гога в Арле» (1888, Винсент Ван Гог музейы, Амстердам) була.

1888 йылдың 25 октябрендә Арлгә Поль Гоген килә: уның маҡсаты Ван Гогтың киләсәк быуын кешеләре өсөн картиналар яҙыу оҫтаханаһын булдырыу тураһында һөйләшеү була. Фекер алышыу бик насар тамамлана: улар уртаҡ фекергә килә алмай, бик ныҡ ҡыҙып бәхәсләшә. Үҙенә тыныслыҡ һәм яңы тыныс эш урыны эҙләгән Поль Гоген Парижға ҡайтып китергә була. 23 декабрҙә Ван Гог менән Поль Гоген сираттағы конфликтҡа керә һәм ҡыҙыу баштан дуҫына бысаҡ менән ташлана. Поль Гоген бысаҡтан саҡ-саҡ ҡотолоп ҡала. Шул уҡ төндә үҙ хатаһын йолоу һәм ғәйәебен таныу маҡсатында Ван Гог үҙ ҡолағын ҡырҡып ырғыта. Иртәгеһенә, 24 декабрҙә, Винсентты психик сирлеләр дауаханаһына оҙаталар, бында уның өйәнәге тағы ла нығыраҡ ҡуҙа, шунлыҡтан табибтар уны ҡоторған сирлеләр янына бикләй. Гоген, дуҫы янына килеп тә тормайынса, бик тиҙ генә Арлдән ҡайтып китә һәм Теоға Ван Гог тураһында хәбәр итә.

Ремиссия ваҡытында Винсент үҙен оҫтаханаһына ҡайтарыуҙарын һорай, әммә Арль халҡы ҡоторған кешенән ҡурҡып, ҡала мэрына мөрәжәғәт хаты яҙа һәм ҡалаға Ван Гогты индермәүҙе һорай. Ван Гогты 1889 йылдың 3 майында Арль янындағы Сен-Реми-де-Прованс ҡалаһындағы Сен-Поль дауаханаһына күсерәләр. Рәссам бында бер йыл йәшәй һәм 150-нән артыҡ картиналар, һүрәттәр һәм акварелдәр яҙа: төп әҫәрҙәре натюрморттар һәм пейзаждарҙан ғибәрәт, улар араһында («Звёздная ночь», 1889, Хәҙерге заман сәнғәте музейы, Нью-Йорк), («Пейзаж с оливами», 1889, Собрание Дж. Г. Уитни, Нью-Йорк; «Пшеничное поле с кипарисами», 1889, Метрополитен музейы, Нью-Йорк) картиналары бар.

1889 йылда Ван Гогты Брюсселгә «Егерме төркөмө (Группа двадцати)» күргәҙмәһенә саҡыралар. Уның картиналары коллегалары һәм һөйәрмәндәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, тик рәссам быға шатланмай.

1890 йылдың яҙында рәссам Париж янындағы Овер-сюр-Уаз биҫтәһенә күсә, бында һуңғы ике йыл эсендә беренсе тапҡыр аҡустыһы Тео һәм уның ғаилә ағзалары менән осраша. Бында Ван Гог элеккесә картиналар яҙа, ләкин уның стиле тулыһынса үҙгәрә, тағы ла нервылыраҡ, тағы ла кешене иҙеүсәнгә, алама уйҙарға этәреүсәнгә әйләнә. Картиналарындағы предметтар кәкерәйгән, үҙ эсенә нимәнелер ҡыҫып тотҡан кеүек күренә («Сельская дорога с кипарисами», 1890, Крёллер-Мюллер музейы, Оттерло; «Улица и лестница в Овере», 1890, Ҡала сәнғәт музейы, Сент-Луис; «Пейзаж в Овере после дождя», 1890, А. С. Пушкин исемендәге дәүләт сәнғәт музейы, Мәскәү). Винсент тормошондағы иң һуңғы яҡты тап булып уның табип Поль Гаше менән танышыуы тора.

«Ван Гог үлем түшәгендә» Поль Гаше һүрәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1890 йылдың 20-се июле тирәләрендә Ван Гог үҙенең билдәле «Пшеничное поле с воронами» (Ван Гог музейы, Амстердам) картинаһын яҙа. 27 июль көнө мольбертың һәм буяуҙарын, шулай уҡ ҡоштарҙы ҡурҡытыу өсөн револьверын алып, Ван Гог тәбиғәткә плэнерға сыға. Шунда ул револьверҙан үҙенең йөрәгенә тоҫҡап атып ебәрә, тик пуля йөрәгенә теймәй, ә аҫтаныраҡ үтә. Яраланған Ван Гог ҡунаҡханалағы бүлмәһенә ҡайтып йығыла. Ҡунаҡхана хужаһы уға табип саҡыра һәм Теоға хәбәр итә. Иртәгеһенә Тео килеп етә һәм ағаһының вафатына тиклем (1890 йыл, 29 июль, сәғәт 01:30) уның менән бергә була. 2011 йылда АҠШ сәнғәт тарихы белгестәре Стивен Найфех һәм Грегори Уайт Смит, Ван Гогты үҙе менән эсеп йөрөгән үҫмерҙәрҙең береһе атҡан, тип фараз ҡыла.

Тео әйтеүенсә, Ван Гогтың һуңғы һүҙҙәре: La tristesse durera toujours («Ҡайғы мәңгелеккә һуҙыласаҡ (Печаль будет длиться вечно») була. Винсент Ван Гог Овер-сюр-Уазда 1890 йылдың 30 июлендә ерләнә. Һуңғы юлға Ван Гогты ағаһы Тео һәм бик аҙ һанлы таныш рәссамдары ғына оҙата. Ағаһын ерләгәндән һуң, Тео Винсенттың әҫәрҙәре күргәҙмәһен ойошторорға була, ләкин үҙе, нервыһы тотоп, сирләп китә һәм ярты йылдан һуң, 1891 йылдың 25 ғинуарында Нидерландта вафат була. 1914 йылда уның тол ҡалған ҡатыны Тео мәйетенең ҡалдыҡтарын Винсент ҡәбере янында ерләй.

Мираҫы. Танылыуы һәм картиналарының һатылыуы.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ван Гог тере сағында уның бары бер картинаһы — «Красные виноградники в Арле» ғына һатылған тигән хата фекер йөрөй. Ысынбарлыҡта рәссамдың был картинаһы Брюсселдәге «Егерме төркөмө (Группа двадцати)» күргәҙмәһендә иң ҡыйбат хаҡҡа һатылған беренсе картинаһы була (уны 400 франкҡа һатып алғандар). Үҙе тере саҡта 1882 йылдан башлап уның 14 картинаһы һатыла.

1880-се йылдарҙағы беренсе шәхси күргәҙмәһенән һуң, хеҙмәттәштәре, сәнғәт белгестәре, дилерҙар һәм коллекционерҙар араһында Ван Гогтың билдәлелеге үҫә. Вафатынан һуң уның эштәре күргәҙмәләре Брюсселдә, Парижда, Гаагала һәм Антверпенда, ХХ быуат башында Нью-Йоркта (1913) һәм Берлинда (1914) үткәрелә. Артабанғы рәссамдарға уның йоғонтоһо көсәйә. XX быуат уртаһында Винсент Ван Гог тарихта иң билдәле бөйөк рәссамдарҙың береһенә әйләнә.

Пабло Пикассо әҫәрҙәре менән бер рәттән Ван Гог әҫәрҙәре иң ҡыйбат хаҡҡа һатылыусы картиналар булып һаналаж. 100 миллиондан ҡыйбат хаҡҡа һатылған (2011 йыл эквивалентына ҡарата) картиналары: «Портрет доктора Гаше», «Портрет почтальона Жозефа Рулена» һәм «Ирисы». «Пшеничное поле с кипарисами» картинаһы 1993 йылда 57 млн долларға, ул ваҡыттағы иҫ китмәле юғары хаҡына, һатыла, ә уның «Автопортрет с отрезанным ухом и трубкой» картинаһы 1990-се йылдарҙа һатыла. Баһалауҙар буйынса, картинаны 80—90 миллионов долларға һатҡандар. Ван Гогтың «Портрет доктора Гаше» аукционда 82,5 млн долларға һатыла. «Вспаханное поле и пахарь» картинаһы Нью-Йоркта аукционда 81,3 млн долларға һаталар.

Үҙенең Теоға яҙған һуңғы хатында, Винсент, балаларым булмағанлыҡтан, үҙ картиналарымды балаларым тип һанайым, тип яҙа. Рәссамдың ошо әйткән һүҙҙәрен сәнғәт тарихы белгесе Саймон Шама «ысынлап та рәссамдың балаһы — экспрессионизм, һәм уның бик күп вариҫтары бар» тип аңлата. Шама Ван Гог стиле элементтарын ҡулланған бик киң рәссамдар даирәһен күҙ алдында тотоп әйтә, улар араһында — Виллем де Кунинг, Говард Ходжкин, Джексон Поллок, фовистар, шулай уҡ «Die Brücke» төркөмөндәге немец экспрессионистары, тәүге модернистар бар. 1940-сы һәм 1950-се йылдарҙағы абстрактлы экспрессионистар Ван Гогтың бумаланы киң тотоп туҡымаға буяуҙар һалып яҙыуы менән илһамланған: ХХ быуат башында Ван Гог экспрессионистарға төҫлө тел биргән, был уларға тышҡы өҫтән генә ҡарап таныу сиктәренән сығып, дөрөҫлөктөң эске ысынбарлығына инергә мөмкинлек биргән. Юҡҡа ғына был осорҙа психолог Фрейд шулай уҡ модерн төшөнсәһен — төпкө аҡылды асҡандыр. Был интеллектуаль күргәҙмә Ван Гогты хаҡлы рәүештә модерн сәнғәтенә иң беренсе булып юл һалыусы һәйкәленә баҫтыра.

Ван Гог яҡынса 1866 йылда
  • Ван Гог. Письма. Пер. с голл. — Л.-М., 1966.
  • Ревалд Дж. Постимпрессионизм. Пер. с англ. Т. 1. — Л.-М, 1962.
  • Перрюшо А. Жизнь Ван Гога. Пер. с франц. — М., 1973.
  • Мурина Е. Ван Гог. — М., 1978.
  • Дмитриева Н. А. Винсент Ван Гог. Человек и художник. — М., 1980.
  • Стоун И. Жажда жизни. Повесть о Винсенте Ван Гоге. Пер. с англ. — М., Правда, 1988.
  • Constantino Porcu Van Gogh. Zijn leven en de kunst. (из серии Kunstklassiekers) Недерланды, 2004.
  • Wolf Stadler Vincent van Gogh. (из серии De Grote Meesters) Amsterdam Boek, 1974.
  • Frank Kools Vincent van Gogh en zijn geboorteplaats: als een boer van Zundert. De Walburg Pers, 1990.
  • Г. Козлов, «Легенда о Ван Гоге», «Вокруг света», № 7, 2007.
  • Ван Гог В. Письма к друзьям / Пер. с фр. П. Мелковой. — СПб.: Азбука, азбука-Аттикус, 2012. — 224 с. — Серия «Азбука-классика» — 5000 экз., ISBN 978-5-389-03122-7