Висячий Камень

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҫылмалы таш
урыҫ Висячий Камень
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге545 м
Урынлашыуы
57°12′27″ с. ш. 60°02′27″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыСвердловская область
РайонНовоуральск ҡала округы
Тау системаһыУрта Урал 
Тау һырты йәки массивӨҫкө Иҫәт гранит массивы 
Рәсәй
Красная точка
Аҫылмалы таш
Свердловск өлкәһе
Красная точка
Аҫылмалы таш

Висячий Камень (Урта Урал, Аҫылмалы Таш) — Рәсәйҙә, Свердловск өлкәһенең үҙәк өлөшөндә, Урта Уралдағы ҡаялы тау. Юғары Иҫәт тау массивына ҡарай. Новоуральск ҡалаһы һәм Мурзинка ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан. Тауҙа тау саңғыһы трассаһы урынлашҡан.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Висячий Камень «Яңы Урал ҡала округында» урынлашҡан. Тауҙың түбәһе һырттың көнсығыш ситенә тура килә. Бейеклеге — 545,6 метр. Новоуральск ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа 2,5 километр алыҫлыҡта ята.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаялар тау түбәһенән төньяҡҡараҡ 2 километр алыҫлыҡта, уның көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Выселки һыртының (Весёлые горы) көнсығыш осо булыып тора. Ҡая урман өҫтәнә ауып барған кеүек аҫылынып торғанға Висячий Камень тигән атама биргәндәр.

Түбәһенән тирә яҡтағы тауҙарға Үрге Нейвин быуаһына (Верх-Нейвинский пруд) һәм Таутуй (Таватуй) күленә, Новоуральск һәм Үрге Нейвин ҡалаларына матур панорама асыла.

Висячий Камень ҡаялары һәм түбәһе урынлашҡан һырт аша Европа һәм Азияның сиге үтә. Был турала тау эргәләренә ҡуйып сығылған «Европа — Азия» тип билдә өсөн ҡуйылған бағаналар буйынса белергә мөмкин[1].

Висячий Камень ҡаяһына урындағы халыҡ йыш килә. Тауҙа туристарға туҡтап ял итеп китеү өсөн үҙҙәре ҡулайлаштырған махсус урындар, ут яғып бешеренер өсөн усаҡ урындары бар. Тауҙа һыу сығанаҡтары юҡ. Иң яҡын һыу ятҡылыҡтарына ла ара байтаҡ. Шуға эсер һыуҙы үҙең менән алып килергә кәрәк була. Ҡышҡыһын Аҫылмалы Ташҡа юл булмауы ла бар. Әммә Новоуральск ҡалаһының икенсе яғында тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ ҡаялар бар: Ете Ағай һәм Бер Һеңле (Семь Братьев и Одна Сестра). Ә Аҫылмалы таштан төньяҡтараҡ Бунар Боттары ҡаялары (скалы Бунарские Идолы) урынлашҡан.

«Висячий Камень » саңғы комплексы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тау итәгендәге көнсығыш битләүендә «Висячий Камень » тау саңғы комплексы асылған. Унда туристик слеттар һәм ярыштар үткәрелә. Трассаның оҙонлоғо 800 метр, ә түбәнгә тиклем бейеклек айырмаһы 150 метрға тиклем етә. Новоуральск ҡалаһының ябыҡ статусы арҡаһында ҡунаҡтар исемлеге сикләнгән[2].

Александровка руднигы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауҙан 1.5 км арыраҡ боронғо Александровка руднигы урынлашҡан. Бейеклеге 10 метр тирәһе текә диуарлы һыу баҫҡан карьерҙан ғибәрәт. Бында 1911 йылдан алып 1956 йылға тиклем хромит рудаһы сығарылған. Карьер емереклектәре араһында төрлө таштарҙың матур даналарын табырға мөмкин: хромит, родонит, змеевик, тимер мәғдәне, пирит, родохром, шеелит, уваровит, шәлкемле биссолит, кеммерерит, кочубеит, пушкинит, осмийлы иридий , алтын һәм башҡа күп башҡа таш төрҙәре. Александровка руднигы янында тағы бер нисә иҫке шахта урынлашҡан[1].

Аҫылмалы Таштан рудникка тиклем төньяҡ йүнәлештә ҡырҡынды юл буйлап барырға мөмкин. Артабан, тауҙан төшөп, һулға (көнбайышҡа) боролорға һәм тағы 500 метр самаһы юл барырға кәрәк була[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Горнолыжный клуб г. Новоуральска «Висячий Камень» (рус.). Дата обращения: 23 декабря 2017. Архивировано 31 декабря 2017 года.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Павел Распопов Гора Висячий камень и Александровский рудник. — UraloVed.ru, 25.11.2014.
  2. Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.