Витебск боҙ спорт һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Витебск боҙ спорт һарайы
Дәүләт Flag of Belarus.svg Беларусь[1]
Административ-территориаль берәмек Витебск

«Витебск боҙ спорт һарайы» (бел.«Спорт Віцебскі лядова палац») — Витебск (Белоруссия) ҡалаһында спорт комплексы

1999 йылдың 13 ноябрендә файҙаланыуға тапшырыла. Төп тәғәйенләнеше — шайбалы хоккей уйындары, фигуралы шыуыу, шорт-трек һәм башҡа боҙ спорт төрҙәре үткәреү. Спорт сараларынан буш ваҡытта боҙ майҙансығы күпләп конькиҙа шыуыу өсөн ҡулланыла. Хоккей ҡумтаһын спорт уйыны төрҙәре, спорт көрәштәре, теннис, ауыр атлетика, гимнастика, бокс, шулай уҡ концерт үткәреү өсөн сәхнәгә һәм башҡа сағыу саралар өсөн майҙансыҡҡа үҙгәртеп була. Һарайҙың һыйҙырышлығы 1900 тамашасы тәшкил итә.

Һарай аренаһы белорус экстралигаһында сығыш яһаусы «Витебск» хоккей клубының үҙ майҙаны булып тора. Шулай уҡ боҙ аренаһында «Витебск» хоккей клубының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡыусылары (хоккей, фигуралы шыуыу), өлкә юғары спорт оҫталығы мәктәбенең һәм шорт-трек буйынса «Профсоюздар спорт клубының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡыусылары, һәүәҫкәр хоккей командалары күнекмәләр үтә. 2010 йылға Боҙ һарайы менән йәнәш ябыҡ күнекмәләр майҙансығы төҙөү планлаштырыла[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GeoNames — 2005.
  2. Вторая ледовая арена будет построена в Витебске к 2010 году. TUT.BY (21 февраля 2008). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 апрель 2012. 10 ғинуар 2010 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Витебск (хоккейный клуб)
  • Список хоккейных стадионов Белоруссии