Витязь (компания)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Витязь машиналар эшләү компанияһы» акционер йәмғиәте
Тип

акционер йәмғиәте

Нигеҙләнгән

1977

Элекке исеме

«Витязь» машиналар төҙөү компанияһы» асыҡ акционер йәмғиәте, «Витязь» Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы» асыҡ акционер йәмғиәте,«Ишембайтрансмаш» асыҡ акционер йәмғиәте, «Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы» дүәләт унитар предприятиеһы, Рубцовск машиналар тәҙәү заводының Ишембай филиалы

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Ишембай

Төп фигуралар

гендиректоры И. Н. Арыҫланов

Тармаҡ

машиналар эшләү

Продукция

һаҙҙа йөрөүсе техника, автобустар өсөн мостар

Материнская компания

НПК «Уралвагонзавод» акционер йәмғиәте

Булендек компаниялар

«Витязь-сервис» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт, «СКБ-Витязь» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт

Сайт

http://www.bolotohod.ru/

 Витязь Викимилектә

«Витязь» машиналар эшләү компанияһы» — юғары үтеү һәләтле транспорт саралары эшләү заводы («Витязь» сауҙа маркаһы), Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында урынлашҡан. Предприятие шулай уҡ ҡала автобустары һәм троллейбустар өсөн юғары класлы мостар, һыу йылытыу ҡаҙандары ла эшләп сығара.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Витязь"машиналар төҙөү компанияһы" акционерҙар йәмғиәтенең административ бинаһы

Заводҡа 1977 йылдың 20 майында нигеҙ һалына, 1981 йылдың октябрендә беренсе изделие эшләнә.

1994 йылда ике звенолы сылбырлы «Витязь» транспортерҙары фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһына лайыҡ була (РФ Президентының 1994 йылдың 10 июнендәге 1187 һанлы «1994 йылда фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияларын биреү тураһында»ғы Указы[1]).

Бүләкләнеүселәр араһында Савельев Владимир Иванович, «Витязь» төркөмөнә ҡараған транспортерҙарҙың беренсе генераль конструкторы ла бар. Ике звенолы транспортерҙар идеяһын биреүсе һәм уны тормошҡа ашырыусы баш конструктор Осколков Константин Владимирович яңы техника эшләгәне өсөн 1981 йылда Ленин орденына лайыҡ була.

2005 йылда ИЗТМ «Витязь» машиналар эшләү компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте милкенә күсә.

2008 йылда завод «Силәбе трактор заводы — Уралтрак» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт аша «Уралвагонзавод» бронялы танктар холдингына инә[2].

2014 йылда «Витязь» машиналар төҙөү компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелә[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ДТ-10
  • ДТ-30

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]