Вишневецкий Владимир Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вишневецкий Владимир Михайлович
укр. Володимир Михайлович Вишневецький
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 июль 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Харьковская губерния[d], Купянский уезд[d], Новониколаевка[d]
Вафат булған көнө 28 декабрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, Төркөстан өлкәһе, Сайрамский район[d]
Ерләнгән урыны Шымкент
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Вишневецкий Владимир Михайлович (укр. Володи́мир Миха́йлович Вишневе́цький[1]; 2 [15] июля 19001981 йылдың 28 декабре) — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының өлкән сержанты, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы: Советтар Союзы Геройы (1944). 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Һуғыш ваҡытында 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы (Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы) 60-сы гвардия кавалерия полкы орудие командиры вазифаһында булған, Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда айырыуса батырлыҡ күрһәткән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вишневецкий Владимир Михайлович 1900 йылдың 15 июлендә Новониколаевка (хәҙер — Украинаның Харьков районы Шевченко районы) ауылында украин крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған. Шунда уҡ башланғыс мәктәпте тамамлай. Граждандар һуғышы фронттарында ҡатнашҡан[2][3]..

1928 йылда[2] Владимир Михайлович Джамбул өлкәһе Джувалин районындағы Ҡазан ауыл советы рәйесе (хәҙер —Ҡаҙағстандың Жамбыл өлкәһе Жамбыл районы) булып эшләгән[4].

1941 йылдың 17 сентябрендә Джувалин хәрби комиссариаты Эшсе Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Сайрам) сафына хеҙмәткә саҡырған[4] (под другим данным — Сайрамским[5]). 1942 йылдың ноябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында[5].

Сталинград һәм Курск алышында, шулай уҡ Белоруссияны азат итеү һөжүм операцияһында ҡатнашҡан[6]. 1942 йылдың 12 декабрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән: «ул 22.11.42 йылда Соляной курганы аҫтында барған алышта, үҙенең орудиеһынан ут асып, дошмандың өс ут нөктәһен юҡ итте»[7].

1943 йылдың 20 сентябрендә 60-сы гвардия кавалерия полкының (Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) орудие командиры, гвардия өлкән сержанты Владимир Вишневецкий, Днепр буйындағы Лопатино (Украина, Чернигов өлкәһе Чернигов районы) ауылы эргәһендәге алышта дошман танкыһын юҡ итеп, айырыуса батырлыҡ күрһәтә[2]

27 сентябрендә ул беренселәрҙән булып Днепр аша сыға, дошмандың өс ут нөктәһен һәм ике тиҫтәгә яҡын дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Белорус ауылдары Вялье һәм Галки (Белоруссия Гомель өлкәһе Брагин районы) эргәһендәге алыштар ваҡытында шәхсән ике танкыны һәм үҙйөрөшлө орудиены юҡ итә[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 февраль Указы менән өлкән сержант Владимир Михайлович Вишневецкийға, «Алтын Йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[5].

1945 йылда демобилизацияланғандан һуң, Владимир Михайлович Чимкент өлкәһенең Сайрам районында Притрактовый (хәҙер — Көньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе, Ҡаҙағстан) ауылына күсеп килә, совхозда эшләй башлай. Владимир Михайлович Вишневецкий 1981 йылдың 28 декабрендә вафат була, Шымкентта ерләнгән[2][8].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөлә Владимир Вишневецкийҙың исеме Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы Музейында ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа һәм музей бинаһына 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройҙары исеме араһында алтын хәрефтәр менән уйылып мәңгеләштерелгән[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сандул В. О.[uk] Вишневецький Володимир Михайлович. Енциклопедія Сучасної України. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 март 2017. 15 март 2017 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Уфаркин Н. В. Вишневецкий Владимир Михайлович. «Герои страны» сайты. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 март 2016. 21 октябрь 2017 тикшерелгән.
  3. Дикань А. П. Герои Харьковщины / А. П. Дикань. — Ҡалып:Х. : Издательство «Харьков», 1998. — С. 243. — 352 с. — ISBN 966-7100-12-X.
  4. 4,0 4,1 Достанбаев Т. Ш. Золотое созвездие. Жамбылцы — Герои Советского Союза. Учебное пособие. — Тараз : ТарГУ им. М. Х. Дулати, 2006. — С. 13. — 83 с. — 100 экз. Архивированная копия. Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 сентябрь 2017. 23 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «pn» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  6. Вишневецкий Владимир Михайлович // Гордость и слава 16-й кавдивизии : [Чернигов. гвард. кавалер. дивизия] / Авт. сост.: А. И. Захаров. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1990. — 120 с. — 15 000 экз. — ISBN 5-295-00583-6.
  7. 7,0 7,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Вишневецкий Владимир Михайлович // Герои Советского Союза : Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М. : Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз.
  9. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза — казахстанцы : в 2 т. / Сост.: П. С. Белан, Н. П. Калита. — Алма-Ата : Издательство «Казахстан», 1968. — Т. 1: А — Л. — 475 с.
  • Подвиги, ставшие легендой : Очерки о Героях Советского Союза — уроженцах Ворошиловградской области / Сост.: С. П. Булкин. — Донецк : Издательство «Донбасс», 1985. — 502 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Добротная статья