Эстәлеккә күсергә

Маяковский Владимир Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Владимир Маяковский битенән йүнәлтелде)
Маяковский Владимир Владимирович
рус. Владимир Маяковский
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Влади́мир Влади́мирович Маяко́вский
Патронимы йәки матронимы Владимирович[d]
Тыуған көнө 19 июль 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Багдати[d], Кутаисский уезд[d], Кутаиси губернаһы[d], Кавказский край[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[5][6][7][…] (36 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР[5][6]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Внебрачный партнёр Лиля Юрьевна Брик[d], Яковлева, Татьяна Алексеевна[d], Elli Jones[d], Вероника Витольдовна Полонская[d] һәм Наталья Александровна Брюханенко[d]
Балалары Патрисия Томпсон[d]
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Место содержания под стражей Бутырка төрмәһе[d]
Һөнәр төрө художник-плакатист, шағир, актёр, драматург, яҙыусы, рәссам, журналист, театр актёры, кино актёры, режиссёр, театр режиссёры, художник-гравёр, кинорежиссёр, деятель изобразительного искусства, сценарий яҙыусы
Уҡыу йорто С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы
Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһы[d]
Школа № 91 (Москва)[d]
Әүҙемлек урыны Санкт-Петербург[5]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1930
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]
Рабочая рука леворукость[d]
Ҡатнашыусы Documenta 8[d][8]
Әҫәрҙәр исемлеге список произведений Маяковского[d]
Сәнғәт йүнәлеше Русский футуризм[d] һәм футуризм[d]
Ойошма ағзаһы ЛЕФ[d]
Жанр шиғыр[d], повествовательная поэзия[d], Агитпроп[d] һәм театр пьесаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин комсомолы премияһы Медаль «За усердие»
Рәсми сайт v-v-mayakovsky.ru
Изображение памятной доски
Хеҙмәттәре тупланмаһы Чикаго сәнғәт институты[d], Тейт[d], Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[9] һәм Городской музей[d][10]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][11]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Vladimir Mayakovsky
 Маяковский Владимир Владимирович Викимилектә
Маяковский тыуған йорт

Владимир Владимирович Маяковский (7 [19] июля 1893, Багдати, Кутаиси губернаһы[12] — 14 апрель 1930, Мәскәү) — рус совет шағиры. Футурист. XX быуаттың күренекле шағирҙарының береһе[13][14].

Шиғриәт тыш, үҙен сағыу драматург, киносценарист, кинорежиссёр, киноактер, рәссам, «ЛЕФ» («Левый фронт»), «Новый ЛЕФ» журналдарының мөхәррире итеп таныта.

Владимир Маяковский Рәсәй империяһының Кутаиси губернаһының Багдати ауылында (совет осоронда ҡасаба Маяковский тип атала) Эриван губернаһында өсөнсө разрядлы урмансы булып эшләүсе (1889 йылдан — Багдат урмансылығында) Владимир Константинович Маяковский ғаиләһендә (1857—1906) тыуа. Әсәһе, Александра Алексеевна Павленко (18671954), Кубань казактары тоҡомонан, Кубанда, Тернов станицаһында тыуған. 1924 йылғы «Владикавказда — Тифлис» поэмаһында Маяковский үҙен «грузин» тип атай. 1927 йылда ул: «Мин 1894 йылда[15] Кавказда тыуғам. Атайым — казак, әсәйем — украин. Беренсе телем — грузин теле. Шулай, өс мәҙәниәт араһындамын», — ти (Праганың «Presse Prager» гәзитенә интервьюһынан)[16]. Атаһы яғынан өләсәһе, Данилевская Ефросинья Осиповна — тарихи романдар авторы Г. П. Данилевскийҙың ике туған һеңлеһе, Запорожье казактарынан. Буласаҡ шағирҙың ике апаһы: Людмила (1884 йыл1972 йыл) һәм Ольга (1890 йыл1949 йыл), ике ағаһы: Константин (өс йәшендә скарлатинанан вафат була) һәм Александр (сабый сағында үлә) була.

1902 йылда Маяковский Кутаисиҙа гимназияға уҡырға инә. Ата-әсәһе кеүек үк ул грузин телендә иркен һөйләшә. Революция демонстрацияһында ҡатнаша, агитация брошюралары уҡый. 1906 йылдың февралендә, ҡағыҙҙарҙы теккәндә бармағына энә сәнсеп, ҡаны ағыуланып атаһы вафат була. Шул ваҡыттан алып Маяковский заколка һәм булавкаларҙы күрә алмай, бактериофобия унда ғүмерлеккә ҡала.

Шул уҡ йылдың июлендә Маяковский әсәһе һәм апаһы менән бергә Мәскәүгә күсенә, унда 5-се классик гимназияның (хәҙер — Мәскәүҙең Поварҙар урамындағы 91-се мәктәбе) 4-се класына уҡырға бара, унда Б. Л. Пастернактың ағаһы Шура менән бер класта уҡый. Ғаилә фәҡирлектә йәшәй. 1908 йылдың мартында уҡыу өсөн түләмәгәнлектән 5-се синыфтан сығарыла.

Беренсе «ярымшмғырын» 3-сө гимназияла рөхсәтһеҙ сығарылған «Порыв» журналында баҫтыра. Үҙенең һүҙҙәре буйынса, «бик революцион килеп сыға һәм шул уҡ дәрәжәлә йәмһеҙ ҙә».

Мәскәүҙә Маяковский революцион көйләнештәге студенттар менән таныша һәм марксистик әҙәбиәт менән мауыға башлай, 1908 йылда РСДРП сафына инә. Сауҙа-сәнәғәт подрайонында пропагандист була, 1908—1909 йылдарҙа өс тапҡыр ҡулға алына (йәшерен типография эше, анархист-экспроприаторҙар менән бәйләнештә шикләнеү, Новинск төрмәһенән сәйәси каторжан ҡатын-ҡыҙна ярҙам итеүҙә шикләнеү буйынса). Беренсе эш буйынса, бәлиғ булмағанлыҡтан, судтан һуң ата-әсәһенең ҡулына тапшырыла; икенсе һәм өсөнсө эштәр буйынса өсөн дәлилдәр етешмәгәнлектән азат ителә.

Төрмәлә Маяковский «ғауға ҡуптара», шуға күрә уны йыш ҡына бер урындан икенсеһенә күсереп йөрөтәләр: Басманный[17], Мещанский[18][19], Мясниницкий[20] һәм, ниһайәт, Бутырка төрмәһе. Унда ул, «Мин үҙем» автобиографияһында яҙыуынса, 11 ай яңғыҙ камерала ултыра үткәрә (ғәмәлдә — яҡынса 6 ай: 1909 йылдың 2 июленән 1910 йылдың 9 ғинуарына тиклем).

Маяковский 1910 йылда

Төрмәлә 1909 йылда Маяковский тағы шиғырҙар яҙа башлай, әммә яҙғандарынан ҡәнәғәт булмай. Ххәтирәләрендә былай тип теркәй:

Вышло ходульно и ревплаксиво. Что-то вроде:

    «В золото, в пурпур леса одевались,
    Солнце играло на главах церквей.
    Ждал я: но в месяцах дни потерялись,
    Сотни томительных дней».

Исписал таким целую тетрадку. Спасибо надзирателям — при выходе отобрали. А то б ещё напечатал!

  1. https://www.moma.org/artists/11904 (ингл.)
  2. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. Vladimir Vladimirovich Majakovski // RKDartists (нидерл.)
  4. Vladimir Majakovskij // https://www.kulturarv.dk/kid/VisKunstner.do?kunstnerId=22574 (дат.)
  5. 5,0 5,1 5,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118640801 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  6. 6,0 6,1 Гончаров Б. П. Маяковский Владимир Владимирович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1974. — Т. 15 : Ломбард — Мезитол. — С. 542—543.
  7. Vladimir Vladimirovich Majakovski (нидерл.)
  8. https://www.documenta.de/en/retrospective/documenta_8
  9. http://www.moma.org/collection/works/9119
  10. Lirika
  11. https://data.performing-arts.ch/a/5659c7af-4881-4642-8e5a-d3983c12a939 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  12. Ныне — в Имеретии, Грузия.
  13. [История русской литературы XX века (20-90-е годы). Основные имена]
  14. 19 июля 120 лет со дня рождения Владимира Маяковского. Новости. Первый канал. Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
  15. ФЭБ: Арутчева и др. Примечания: Маяковский. ПСС: В 13 т. Т. 13. — 1961 (текст). feb-web.ru. Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
  16. ФЭБ: Маяковский. Из беседы с сотрудником газеты «Прагер пресс». — 1961. feb-web.ru. Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
  17. Басманная полицейская часть. Дата обращения: 8 октябрь 2009. Архивировано 7 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 7 ғинуар архивланған.
  18. Мещанская полицейская часть 1825-1875гг. Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
  19. МЕЩАНСКАЯ СЛОБОДА. Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
  20. Мясницкая полицейская часть. Дата обращения: 8 апрель 2012. Архивировано 23 апрель 2013 года. 2013 йыл 23 апрель архивланған.