Эстәлеккә күсергә

Водяник Иван Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Водяник Иван Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина Совет Социалистик Республикаһы
Тыуған көнө 3 июль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (91 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

.

Водяник Иван Иванович (3 июль 1933 йыл) — СССР һәм Украина ғалимы. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1989).

160-тан күберәк фәнни хеҙмәт[1], шул иҫәптән бер нисә монография һәм уйлап сығарыуҙар авторы[2].

Иван Иванович Водяник 1933 йылдың 3 июлендә Төньяҡ-Кавказ крайы (хәҙер Ставрополь крайы Ипатово ҡалаһы) Винодельное ауылында тыуған.

1956 йылда отличие менән Аҙау-Ҡара диңгеҙ ауыл хужалығын механизациялау институтын (хәҙер Аҙау-Ҡара диңгеҙ дәүләт аграр-инженер академияһы, Зерноград ҡалаһы, Ростов өлкәһе), «ауыл хужалығын механизациялау» һөнәре буйынса инженер-механик квалификацияһын ал sg

1966 йылда ул В. И. Ленин исемендәге Бөтә союз ауыл хужалығы фәндәре академияһында «Исследование сопротивления самопередвижению гусеничного трактора и его составляющей от деформации грунта» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3]. 1985 йылда Ленинград ауыл хужалығы институтында (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты) «Прикладная теория и методы расчета взаимодействия колес с грунтом» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[4]. Техник фәндәр докторы дәрәжәһен 1987 йылда ала. 1989 йылда Водяникҡа тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһы буйынса профессор исеме бирелә.

Аҙау-Ҡара диңгеҙ институтын тамамлағас, 1956-1960 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР-ы Узун-Агач ауылындағы Катек ауыл хужалығын механизациялау училищеһында уҡытыусы һәм артабан директор булып эшләй. 1960-1963 йылдарҙа Аҙау-Ҡара диңгеҙ ауыл хужалығын механизациялау институты аспирантураһында уҡый. 1963 -1968 йылдарҙа Красноярск ауыл хужалығы институтында (хәҙер Красноярск дәүләт аграр университеты) уҡытыусы була, артабан ГОСНИТИ Себер филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр, ә унан һуңслаборатория етәксеһе була.

1968 йылда И. И. Водяник Украина ССР-ына күсеп килә һәм 1968-1987 йылдарҙа Каменец-Подольск ауыл хужалығы институтының тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһы доценты булып эшләй. 1987-2014 — тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһы мөдире; 2014-2017 йылдарҙа — тракторҙар, автомобилдәр һәм энергетика саралары кафедраһы профессоры була; 2017 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — ошо уҡ кафеданың мөдире. вуздың һәм энергетик уҡ был Уның уҡытҡан фәндәре - «Тракторҙар һәм автомобилдәр», «Ғәмәли компьютер технологиялары», «технологик процестар һәм системаларҙы моделләштереү». Подольский аграр-техник университеты юғары уҡыу йортонда сығарылған «Подольский вестник» ғилми хеҙмәттәр йыйынтығының мөхәрририәте ағзаһы[5].

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлеше:

  • транспорт саралары тәгәрмәстәренең ергә зарарлы йоғонтоһон кәметеү өсөн хәрәкәт системаһын камиллаштырыу;
  • тракторҙарҙың эш ҡеүәтен арттырыу маҡсатында дизель яғыулығын көйләү системаһын камиллаштырыу.