Волга-Бөгөлмә тимер юлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волга-Бөгөлмә тимер юлы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
Ваҡиға ваҡыты 1914

Волга-Бөгөлмә тимер юлы — Рәсәй империяһының, һуңынан РСФСР-ҙың тимер юлдарының береһе. Шәхси капитал — «Волга-Бөгөлмә тимер юлы» акционерҙар йәмғиәте (хакимиәте Симбирскиҙа) средстволарына төҙөлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

С. М. Прокудин-Горский. Эҫем станцияһы.
Златоуст-1910

1900 йылдың 1 ноябрендә Волганың һул ярында Часовня-Пристань станцияһынан (хәҙерге Волга аръяғы районы (Ульяновск)) Мәләкәскә (хәҙер Димитровград) тиклем тауар поезы йөрөй башлай.

1907 йылда хакимиәте Симбирскиҙа булған «Волга-Бөгөлмә тимер юлы» акционерҙар йәмғиәте барлыҡҡа килә, ә бара тоған юл Мәләкәстән Бөгөлмәгә тиклем оҙайтыла.

1908 йылдың ноябренән Түбәнге Часовня — Мәләкәс тармағы буйынса пассажирҙар хәрәкәте асыла[1].

1914 йылда Волга-Бөгөлмә тимер юлын төҙөү һәм уны, һул яҡ Симбирскты Урал һәм Себер менән бәйләүсе, Һамар-Златоуст тимер юлы менән тоташтырыу тамамлана. 1914 йылдың 15 авгусында уның буйынса хәрәкәт асыла.

Волга-Бөгөлмә тимер юлын Мәскәү-Ҡазан тимер юлының Симбирск тармағы менән тоташтырыу өсөн Волга аша күпер кәрәк була. Ул 1912 йылда төҙөлә башлай. Проектын оло ғалим, Петербург тимер юлдар инженерҙары институтының профессоры Н. А. Белелюбский эшләй. Күпер аша беренсе (ваҡытлыса) пассажирҙар хәрәкәте 1916 йылдың 1 декабрендә асыла. Волга аша тимер юл күпере асылыу (Император күпере) Симбирскиҙы ике тимер юлдың: Мәскәү-Ҡазан һәм Волга-Бөгөлмә үҙәге итә.[2]

Станциялары һәм тармаҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19071916 йылдарҙа төҙөлгән төп юл линиялары:

- Мәләкәс — Бөгөлмә (1907)

- Түбәнге Часовня — Мәләкәс (1908 йылдан)

- Үрге Часовня — Мәләкәс (1914 йыл)

- Мәләкәс — Шишмә (1914 йыл)

- Симбирск — Үрге Часовня (Волга аша күперҙән сығып), (1916 йыл, октябрь)

- 1921 йылда Һамар-Златоуст тимер юлы составына инә.

- 1936 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Куйбышев тимер юлы составында.

Станциялары:

- Симбирск-1 (Ульяновск-1)

- Часовня-Пристань (Канау слободаһы, хәҙер Волга аръяғы районы (Ульяновск)

- Түбәнге Часовня (Часовня слободаһы, Волга аръяғы районы (Ульяновск))

- Үрге Часовня (Юғары Терраса, Волга аръяғы районы (Ульяновск))

- Сарҙаҡлы (рус. Чердаклы)

- Бряндино станцияһы

- Мәләкәс (Димитровград)

- Норлат

- Челна

- Шентала

- Быҙаулыҡ

- Бөгөлмә

- Шишмә

Төп инженер ҡоролмаһы — Император күпере, 1916 йылдың 5 октябрендә асыла. Күпер схемаһы 60 + 55 + 12 × 158,48 + 60 м, дөйөм оҙонлоғо 2800 м. Исемдәре — «Азатлыҡ» күпере, Симбирск. Проект авторы инженер Н. А. Белелюбский инженерҙар Пшеницкий А. П. һәм О. А. Маддисон ҡатнашлығында.

Билдәле хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кукаркин, Василий Александрович (1894-19??) — совет хәрби етәксеһе, полковник (1940). 1917—1918 йылдарҙа Волга-Бөгөлмә тимер юлының Шишмә станцияһында кладовщик булып эшләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Самаро-Златоустовская железная дорога
  • Куйбышевская железная дорога

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РГИА, ф. 350, оп. 77, д. 133. «Отчет по эксплуатации Волго-Бугульминской железной дороги за 1913 год».
  • РГИА, ф. 350, оп. 77, д. 134—146. Отчеты по эксплуатации Волго-Бугульминской железной дороги за 1914—1916 годы.
  • История железнодорожного транспорта России. Том 1. Санкт-Петербург. 1994 г. Стр. 314.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Подготовил Репьёв О. М. //. Жилье – под снос, лопаты – в руки. Как в Симбирске строилась первая железная дорога. Улправда. Дата обращения: 10 ғинуар 2020.
  2. Подготовил Репьёв О. М. /. 116 лет железной дороге Симбирска – Ульяновска. ulzapovednik.ru. Дата обращения: 10 ғинуар 2020.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]