Волга-Кама банкы бинаһы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Волга-Кама банкы бинаһы
Volzhsko-Kamsky bank building (Rostov-on-Don) old.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 55
Архитектура стиле модерн
Проект авторы Бекетов Алексей Николаевич
Төҙөлөшө 19061909 йылдар
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6110008000объект № 6110008000

1909

Волга-Кама банкы бүлексәһе бинаһы — Дондағы Ростовта XX быуат башында А. Н. Бекетов проекты буйынса классик архитектура элементтарын ҡулланып, модерн стилендә төҙөлгән бина[1]. Совет осоронда бында Пионерҙар һарайы урынлаша[2], хәҙерге ваҡытта бинаны Балалар һәм йәштәр ижады һарайы биләй. Волга-Кама банкы бүлексәһе йорто федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Volzhsko-Kamsky bank building (Rostov-on-Don) old 2.jpg

XIX быуат аҙағында Волга-Кама банкы Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан була. 1892 йылда ул Ростовта үҙ бүлексәһен аса һәм тәүге мәлдәрҙә бинаны ҡуртымға ала. 1897 йылға тиклем ул сауҙагәр һәм ҡала думаһы гласныйы Ященконың, һуңынан сауҙәгәр Генч-Оглуев йортонда урынлаша. Шәхси бина төҙөү өсөн Харьков архитекторы Алексей Николаевич Бекетов саҡырыла. Бина 19061909 йылдарҙа төҙөлә[4]. Уның беренсе ҡатында сауҙа бүлмәләре урынлашһа, ҡалған ҡаттарҙы банк биләй. Санкт-Петербургтың «Зодчий» журналы 1910 йылда Волга-Кама банкы тураһында, модерн стилендәге рәсми бинаның уңышлы өлгөһө, тип яҙа.

Совет власы урынлашҡас бина дүәләткә тапшырыла, әммә үҙенең тәғәйенләнешен юғалтмай. 1925 йылғы белешмәгә ярашлы, унда Дәүләт банкының Төньяҡ Кавказская край контораһы урынлаша[5]. 1936 йылдың 23 майында бинала тантаналы рәүештә Пионерҙар һарайы асыла[6].

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бина бөтөнләй тиерлек зыян күрмәй, бары тик ҡыйығының бер өлөшө генә зарарлана. 1947 йылда йорт архитектор Л. Ф. Эберг етәкселегендә тергеҙелә. 1950 йылдарҙың икенсе яртыһындаэсе биҙәлештең ҡайһы бер элементтары юғалтыла.

1999 йылда фасадтар ремонтлана, уның барышында XX быуат һуңында юғалтылған атланттарҙың битлектәре тергеҙелә һәм фирма алтаҡтаһында «Балалар һәм йәштәр ижады һарайы» тигән яҙыу эшләнә. Төп ишек эргәһендә ҙур булмаған тарихи «Волга-Кама банкы» яҙыуы реставрациялана. Штукатурланған декорҙың ҡайһы бер деталдәре тергеҙелә.

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп фасад, 1910 йылғы фото

Дүрт ҡатлы бина асимметрик мөйөшлө. Уның төп фасады Оло Баҡса урамына сыға. Беренсе ҡат сауҙа өсөн тәғәйенләнһә, башҡа ҡаттарҙа операция залдары урынлаша.

Беренсе ҡаттың рустовкаһы, кәрнизе һәм арка аша инеү — классик архитектура элементтарынан алына. Шул уҡ ваҡытта фасад декоры, аттик, тәҙрә һәм балкон формалары бинаның модерн стиленә ҡарауын раҫлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону — 2-е. — Ростов-на-Дону, 2002. — Б. 144—145. — ISBN 5-8456-0489-3.
  2. Швецов С. Д. На высоком донском берегу: Очерки из прошлого Ростова — Ростов, 1982. — Б. 70—71.
  3. г.Ростов-на-Дону. Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) государственного (федерального) значения. Официальный портал Правительства Ростовской области. 27 октябрь 2013 тикшерелгән.
  4. Волошинова Л. Ф. Творения московских и петербургских зодчих в Ростове-на-Дону — Ростов-на-Дону: «Новая книга», 2002. — Б. 40—45. — ISBN 5-86692-216-9.
  5. Здание правления Волжско-Камского банка в г.Ростове-на-Дону. voopiik-don.ru. 8 август 2013 тикшерелгән.
  6. О Дворце. Дворец Творчества Детей и Молодежи. 8 август 2013 тикшерелгән.