Волга (автомобиль юлы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Автомобиль юлы
«Волга»
М7

Горьковка, Пекинка, Казанка, Нижегородка, Владимирка

Рәсәйҙең федераль әһәмиәтендәге М-7 автомобиль юлдары селтәрендә
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Төбәк

Мәскәү
Мәскәү өлкәһе
Владимир өлкәһе
Түбәнге Новгород
Түбәнге Новгород өлкәһе
Сыуашстан
Татарстан
Башҡортостан

Юл өлөшө
Статусы

федераль

Хужаһы

Рәсәй Федерацияһы

Идара итеүсе

Росавтодор

Оҙонлоғо

1351

Башы

Мәскәү

Аша үтә

Владимир ҡалаһы (171—193 км), Түбәнге Новгород (414 км), Ҡазан (820 км)

Аҙағы

Өфө

Юл ҡаплауы

асфальт

 Горьковка, Пекинка, Казанка, Нижегородка, Владимирка Викимилектә


Федераль автомобиль юлы М-7 «Волга» — федераль әһәмиәтле Мәскәү — Владимир — Түбәнге Новгород — Ҡазан — Өфө (Владимирға, Ивановоға, Чебоксарға, Ижевскиға, Пермгә ингән юлдар менән бергә) автомобиль юлы. Е-22 E 22 Европа маршрутының бер өлөшө, трассаның Алабуғанан Өфөгә алып барған бер өлөшө Е-17 европа маршрутына E 017[1] ҡарай. «Иртыш», «Себер», «Байҡал» һәм «Амур» трассалары формаль рәүештә М-5 «Урал» трассаһының дауамы булыуға ҡарамаҫтан, Мәскәү һәм көнсығыш төбәктәр менән араны бәйләүсе иң ҡыҫҡа юл — Рәсәйҙең европа өлөшөн Себер һәм Алыҫ Көнсығыш менән бәйләүсе төп автомобиль юлы асылда ошо М-7 трассаһы.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Волга (автомобиль юлы) (Рәсәйҙең Европа өлөшө)
Красная точка
Москва
Красная точка
Нижний Новгород
Красная точка
Казань
Красная точка
Уфа

М-7 магистрале Мәскәүҙең көнсығышынан МКАД менән Энтузиастар шоссеһының киҫешкән урынында (алыҫлыҡты иҫәпләү Мәскәү үҙәгенән алына) башлана. Артабан трасса Мәскәү, Владимир, Түбәнге Новгород өлкәләре, Сыуашстан Республикаһы, Татарстан Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәләре аша үтә. Магистралдең оҙонлоғо 1351 км.

Бынан тыш, магистраль составына оҙонлоғо 101 км тәшкил иткән Владимир ҡалаһынан Ивановҡа, Чебоксарға (көнсығыштағыһы — оҙонлоғо 3 км; көнбайыштағыһы — оҙонлоғо 11 км), Ижевскиға (165 км) һәм Пермдән Ижевскиға (294 км), һәм шулай уҡ Владимир ҡалаһын Көньяҡтан урап үтеүсе (54 км) һәм Түбәнге Новгород ҡалаһын урап үтеүсе яңы юл участкалары (45 км) индерелә.

Был юл тәпәш ҡалҡыулыҡлы ерҙән, айырым участкаларҙа урманлы-һаҙлы һәм далалы урындарҙан үтә. Юлдағы температура шарттары нигеҙҙә бер төрлө, ғинуарҙың уртаса температураһы −10 °C, июлдеке +20 °C.

Магистралде Өфөнән башлап оҙайтыу проекты — (Подымалов юл тармаҡланышы) М-5 магистрале менән Жуков юл тармаҡланышы аша, Жуков, Таптыҡ, Берёзовка, Булгаков, Инйәр ауылдары аша, Белореттан Магнитогорскиға һәм артабан Ҡарталы аша Ҡаҙағстандың дәүләт сигенә тиклем — бар ине, әммә Межгорье ҡалаһы Ябыҡ административ-территориаль берәмеге булғанлыҡтан, был проект раҫланмаған. Әлеге ваҡытта Жуков юл тармаҡланышында проектлы трассировка районы төҙөлгән. Юл ҙур йылғалар аша үтә:

  • Клязьма йылғаһын (Пенкино ауылы, Гороховец ҡалаһы);
  • Ока йылғаһын (Түбәнге Новгород янында, Доскин ауылы районында);
  • Сура йылғаһын (Ядрин янында);
  • Иҙел Волга йылғаһын (Ҡазан янында);
  • Вятка йылғаһын (Мамадыш янында);
  • Ҡама йылғаһын (Түбәнге Ҡама ГЭС-ы плотинаһы буйлап Яр Саллыла)
  • Ағиҙел йылғаһын (Өфөлә).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнсығыш йүнәлешендәге юлдарҙы үҫтереү кенәз Юрий Долгорукий[2]идара иткән замандан башланған. XII быуаттың икенсе яртыһында кенәз Андрей Боголюбский Владимир ҡалаһын Рустең баш ҡалаһы итеп иғлан иткән, әммә шул уҡ ваҡытта Мәскәү ҙә нығый барған. Был юл 1395 йылда, Владимирҙан Мәскәүгә «иң ҙур  Володимерь юлынан» Алла Әсәһе иконаһын килтергәндә, телгә алынған. Һуңыраҡ был юл Владимир тракты йәки Владимирка тип атала башлаған.

XIV быуат башында мәскәү кенәзе Иван Калита урҙа кенәзе Үзбәк хандан Түбәнге Новгородта идара итеүгә рөхсәт ярлығы алған. Был ҡалалар араһында һыу юлы буйынса бәйләнеш урынлаштырыу мөмкинлеге булһа ла, тиҙ үҫешкән Мәскәү кенәзлегенең төп үҙәктәрен: Мәскәү, Владимир, Түбәнге Новгородты тоташтырыусы юл һалыу зарурлығы бәхәсһеҙ булған, һәм уны яңыртыу һәм төҙөү эштәре даими рәүештә алып барылған. 1731 йылдан юлды Себер тракты тип атай башлайҙар һәм ул түбәндәге йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала: Мәскәү — Владимир — Муром — Түбәнге Новгородҡа һәм артабан Себергә. Себер тракты буйлап тоҡондар каторгаға оҙатылған. Йыл һайын үткәрелгән Түбәнге Новгород йәрминкәләре лә Мәскәү ҡалаһына юл төҙөүгә булышлыҡ иткән. Һәм 1839—1845 йылдарҙа ҡырсынташ ҡатлаулы 380 саҡрымлыҡ Мәскәү-Түбәнге Новгород шоссе юлы төҙөлгән.

Рәсәйҙә автомобиль барлыҡҡа килеүе һәм Горький автомобиль заводы төҙөлөү автоюл селтәрен яңы стандарттарға яҡынайта башлай, ләкин 1930 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға саҡлы Горький — Ҡазан автомобиль юлы фәҡәт тораҡ пункттар сиктәрендә генә таш менән түшәлгән була[3]. 1935 йылдың 1 ғинуарынан Ногинскиҙа Мәскәү — Горький Юл идаралығы булдырылған. Ҡазан һәм Яр Саллы араһындағы трасса участкаһы 1936 йылда суйырташлы урам япмаһынан торған[4].

1950 йылдарҙа Ҡытай менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлаштырыу Мәскәү — Пекин трансконтинеталь магистраль төҙөү ҡарарына килтерә. Был юлдың тағы бер исеме бар — «Пекинка»[5].

1962 йылға Горький — Казань участкаһы асфальт-бетон менән ҡаплана. Шул уҡ ваҡытта ағас күпер урынына Сура йылғаһы аша тимер-бетон күпер ҡалҡып сыға[6]. Бынан тыш Воротынец ҡасабаһынан Чебоксарға барған юлдарҙа төньяҡта Лысая Гора — Васильсурск һәм көньяҡта — Ядрин кисеүҙәре аша тигән күрһәтмәләр бар ине.

1970 йылдар уртаһында Мәскәү — Горький — Чебоксар — Ҡаҙан автомобиль юлы 8 индексы менән, 1980-се йылдар уртаһында — М-7 тип билдәләнә ине.

М-7-лә Волга аша автомобиль күпере төҙөгәнгә саҡлы трасса Сыуашстандың Тюрлема ҡалаһынан һуң Татарстанға үтә ине, 9 км самаһы юл участкаһында Зеленодольск ҡалаһына сығарыусы борам кисеүе булған Сыуашстандың Түбәнге Вязовый ҡасабаһына яңынан әйләнеп ҡайтып йөрөргә тура килә ине. Бында йөк ташыусы автомобилдәрҙе («фуралар») сығара алған ике борам йөрөй ине.

1990 йылда Ҡазан яны Яр буйы Моркваши ауылы һәм Займище ҡасабаһы янында сафҡа индерелгән күпер М-7 трассаһы йүнәлешен үҙгәртә, Татарстанда шулай уҡ Зеленодольск районы Исаково ауыл биләмәһе янындағы матур урындарҙа аҡҡан Свияга йылғаһы аша һалынған күперле киҫелештә яңы участка төҙөлә.

Түбәнге Вязовых янындағы борамлы кисеү еңел, йөк автомобилдәре һәм йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән бер борам менән эшләүен дауам итә. Ҡыш көнө еңел автомобилдәр өсөн боҙ өҫтөнән сығыу урыны асыла. Күпмелер ваҡыт электрон карталарҙа, Тюрлема районындағы М-7 трассаһы ике юл менән күрһәтелгән: Зеленодольск ҡалаһындағы иҫке борам менән һәм Волга аша һалынған яңы күперҙән.

1972 йылдан Ҡазан — Яр Саллы участкаһында юлды төҙөү дауам иткән, ә 1985 йылда Вятка йылғаһы аша күпер сафҡа индерелгән. Юл проектын Ленинград ГипродорНИИ әҙерләгән. 1990 йылдар башына тиклем Ҡазан — Өфө трассаһы Р-243 билдәһенә эйә булған.

РСФСР Хөкүмәтенең 1991 йылдың 24 декабрҙәге 62-се Ҡарары менән (үҙгәртеүҙәр һәм өҫтәмәләр менән) М-7 «Волга» автомобиль юлы — Мәскәүҙән Владимир, Түбәнге Новгород, Ҡазан аша Өфөгә тиклем (Владимир, Иваново, Чебоксар, Ижевск һәм Пермь ҡалаларына инеү юлдары менән бергә) — Магистраль юлдар Исемлегенә инә. 2010 йылдың 17 ноябренән РФ Хөкүмәтенең 928-се ҡарары менән раҫлаған Дөйөм ҡулланылыштағы федераль әһәмиәттәге автомобиль юлдары тигән яңы исемлек ғәмәлгә инде; уның нигеҙендә, юлдарҙың бер өлөшөнә элекке исемлектә файҙаланғандан айырмалы яңы һандар һәм исемдәр билдәләнгән. Трасса шундай тамғаланыш алған: М-7 «Волга» Мәскәү — Владимир — Түбәнге Новгород — Ҡазан — Өфө.

Башҡа юлдар менән төп киҫешеү урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Трасса Юл саты Трасса тураһында мәғлүмәт
А107 Ҡулса, Софриноға, Электросталға, Климовскиға
А108 төньяҡ Ожерелки Ҡулса, Сергиев Посадҡа, Дмитровҡа
А108 көньяҡ Малая Дубна Ҡулса, Орехово-Зуевоға, Ликино-Дулёвоға, Воскресенскиға
Ивановоға килеп еткән урын Владимир (төньяҡтан урап үткән юл) Ивановоға килеп еткән урын, артабан Костромаға, Кинешмаға
Р158 Түбәнге Новгород (көньяҡтан урап үтеү юлы) Арзамасҡа, Саранскиға, Пензаға, Саратовҡа
Р176 Чебоксары Йошкар-Олаға, Кировҡа (Киров өлкәһенә), Сыктывкарға
А151 Цивильскиға Ульяновскиға, Сызранға
Р241 Тармаҡланыш Буинскиға (Татарстан), Ульяновскиға
Р239 Шали, тармаҡланыш Ульяновскиға, Һамарға, М5, Ырымбур
E 22 Ижевскиға һәм Пермға килеп еткән урын Алабуға (урап үткән юл) Ижевскиға, Пермға
М5 E 30 AH6 AH7 Өфө Һамараға, Силәбегә

Юлды ҡарап тотоу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлды ҡарап тотоу һәм йүнәтеү ремонт ойоштороуҙы башҡара:

  • Волга-1 — ФГУ «Управление автомобильной магистрали Москва — Нижний Новгород Федерального дорожного агентства» (142400, Ногинск, Мәскәү өлкәһе, Хамовнический тыҡрығы, 2-се йорт, тел. +7 (49651) 1-71-01)
  • Волга-2 — ФГУ «Управление автомагистрали Нижний Новгород — Уфа» (Чебоксары, ул. Ярославская, д. 32, т. +7 (8352) 62-12-73), Казанға тиклемге участканы хеҙмәтләндерә
  • Татарстан территорияһы буйынса участка — ФГУ «Управление автомобильных дорог Волго-Вятского региона» (420073, Казан, Шуртыгин урамы, 15-се йорт, тел. +7 (843) 273-52-81)
  • Башҡортостан территорияһы буйынса участка — ФКУ «Федеральное управление автомобильных дорог „Приуралье“» (450097, Өфө, Һәҙиә Дәүләтшина бульвары, 34-се йорт, тел.: +7 (347) 228-12-14)[7]

Маршруттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кесе Дубна янында магистраль күренеше
М-7 Покров ҡалаһында
Түбәнге Новгород һәм Владимир өлкәләре сигендәге Алла Әсәһе иконалы Киот
Түбәнге Новгородтағы Мызинский күпере
М-7 Түбәнге Новгородта
Түбәнге Новгородты көньяҡтан урап үткән юл (1-се сираты)
М-7 Кстовола, Тәре менән йөрөү ваҡытында
Сура йылғаһы аша күпер
М-7 юлында Сура йылғаһы аша автомобиль күпере
М-7 трассаһының Сыуашстандағы Моргауш районындағы 626-сы километры
М-7 трассаһының Сыуашстандағы Байсубаҡ ауылы янындағы 666-сы километры
Сыуашстандың Цивильский районындағы Янзакасы ауылы янында М-7 трассаһы
Тюрлеманан йыраҡ түгел, Горький тимер юлының Ҡазан-Урал сығыу юлының М-7 Юл үткәргесе
Тюрлема янындағы юл тармаҡланышы. Уңға — Тюрлемаға (иҫке юл), күпер аҫтынан — Чебоксарҙан Ҡазанға (яңы юл)
М-7 трассаһының Ҡазан ҡалаһына етәрәк участкаһы
М-7 трассаһының Ҡазанға алып барған урау юл участкаһында
М-7 трассаһындағы Ҡазан ҡалаһына алып барған урау юл участкаһында — Кесе Зәңгәр күлгә алып төшөүсе Казанка йылғаһы аша күпер
Татарстанда Вятка йылғаһы аша һалынған М-7 күпере
Яр Саллы ҡалаһына килеп ингән урында М-7 трассаһы участкаһы

Мәскәү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү өлкәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Балашиха;
  • күпер Горенка йылғаһы аша күпер (юл тамғаларында һәм яндекс карталарҙа йылға Чернавка тигән хаталы исем менән күрһәтелгән);
    • иҫтәлекле урын Горенка усадьбаһы;
    • иҫтәлекле урын Ленин һәйкәле. Скульпторҙың автор күсермәһе Г. Д. Алексеева «Өндәүсе юлбашсы». 1943 йылда ҡуйылған, 2016 йылда трассаны яңынан төҙөгәндә «Балашиха» мәҙәнит һарайына күсерелгән;
    • күпер Пехорка йылғаһы аша күпер (≈40 м);
    • иҫтәлекле урын Пехра-Яковлевское усадьбаһы;
    • иҫтәлекле урын Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға һәйкәл 1941—1945 йй.;
  • Зелёный;
  • Новая Купавна;
  • күпер Купавинка йылғаһы аша күпер(≈40 м);
  • Старая Купавна;
  • перекрёсток (1,6 км) Монино;
  • иҫтәлекле урын «Мышы» скульптура композицияһы;
  • Обухово перекрёстоктөньяҡ-Монинский шоссеһы/көньяҡ-Кудиновский шоссеһы;
  • иҫтәлекле урын БМД-1 һәйкәле;
  • күпер Шаловка йылғаһы аша күпер (≈40 м);
  • перекрёсток (1 км) Ельня;
  • Радиоүҙәк;
  • Новые Псарьки;
  • Ногинск перекрёсток A107 (Мәскәү кесе ҡулсаһы) Электросталға;
  • күпер Васса йылғаһы аша күпер (≈40 м);
  • күпер Клязьма йылғаһы аша күпер (≈95 м);
  • Богослово;
  • күпер Шерна йылғаһы аша күпер (≈70 м);
  • күпер Плотня йылғаһы аша күпер (≈45 м);
  • Большое Буньково;
  • Кузнецы перекрёсток (6 км) Павлов Посады;
  • перекрёсток (1,8 км) Электрогорск;
  • Плотава;
  • Ожерелки перекрёсток A108-Север (Мәскәү ҙур ҡулсаһы) Сергиев Посадҡа;
  • күпер Ҙур Дубна йылғаһы аша күпер (≈50 м);
  • Малая Дубна перекрёсток A108-Көньяҡ Орехово-Зуевоға;
    • иҫтәлекле урын БРДМ һәйкәле;
    • күпер Кесе Дубна йылғаһы аша күпер (≈55 м);
  • перекрёсток Усадҡа (Городищи);

Владимир өлкәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • күпер Киржач йылғаһы аша күпер;
  • Киржач;
  • Покров перекрёсток Киржач;
    • күпер Шитка йылғаһы аша күпер (≈45 м);
  • күпер Шитка (Вольга) йылғаһы аша күпер (≈50 м);
  • перекрёсток Вольгинскийға;
  • Яңы Омутищи;
  • Яңы Аннино;
  • Петушки;
  • күпер Оло Липня йылғаһы аша күпер (≈55 м) Липна ауылындаперекрёсток Костерёво;
  • Пекша;
  • күпер Пекша йылғаһы аша күпер (≈100 м);
  • Болдино;
  • Лакинскперекрёсток Собинка;
  • Ворша;
  • перекрёсток Р75 Кольчугиноға;
  • күпер Колокша йылғаһы аша күпер (≈115 м);
  • перекрёсток Владимир ҡалаһының көньяҡтағы урау юлы;
  • Владимир;
    • перекрёсток Семязино аэродромы;
    • перекрёсток Урау юл;
      • перекрёсток Р74 Юрьев-Польскийға, Переславль-Залесскийға;
      • күпер Рпень йылғаһы аша күпер (≈60 м);
      • перекрёсток Суздалға, Ивановоға;
    • иҫтәлекле урын Сунгирь;
  • Боголюбово;
    • иҫтәлекле урын Боголюбский монастыры;
  • күпер Нерль йылғаһы аша күпер (≈120 м);
  • Лемешки;
  • Яңы Быковка;
  • перекрёсток Камешково;
  • Дворики;
  • перекрёсток (700 м)
  • күпер (Бәләкәй Подборцы күле) Клязьма йылғаһы аша күпер (≈360 м);
  • Пенкино;
  • перекрёсток Владимир ҡалаһының көньяҡ урау юлы;
  • Сенинские Дворики перекрёсток Р71 Ковров, Шуя, Вичуга, Кинешма;
  • Павловское;
  • Симонцево;
  • Чудиново;
  • Вязники перекрёсток Урау юл;
  • перекрёсток Р76 Муромға;
  • Гороховец;
    • перекрёсток
    • перекрёсток иҫтәлекле урын Сретенский монастыры;
    • иҫтәлекле урын Суднолар һәм заводтар хужаһы М. И. Шориндың йорто;
  • перекрёсток
  • күпер Клязьма йылғаһы аша күпер (≈320 м);

Түбәнге Новгород өлкәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • иҫтәлекле урын Изгеләрҙән изге Алла Әсәһе иҫтәлекле билдәһе Пресвятая Богородица[8];
  • Золино;
  • перекрёсток (4,5 км) Володарск;
  • Пыра;
  • перекрёсток (4,3 км) Дзержинск, Желнино;
  • перекрёсток Стригино аэропорты;
  • перекрёсток Дзержинскиға
  • Түбәнге Новгородты көньяҡтан ураусы юл
  • перекрёсток Дзержинскиға
  • күпер Ока йылғаһы аша Стригинский күпере (950 м);
  • перекрёсток Богородскиға, Павловоға
  • перекрёсток Р158 Түбәнге Новгородҡа (һулға), Арзамасҡа, Саранскиға, Пензаға, Һарытауға (уңға);
  • перекрёсток Шелокшаға, Алыҫ Константиновоға
  • перекрёсток Большое Мокроеға
  • перекрёсток Кстовоға (тура)
  • күпер Кудьма йылғаһы аша күпер (≈85 м);
  • күпер Шава йылғаһы аша күпер (≈60 м);
  • Запрудное;
  • Работки;
  • күпер Алферовка йылғаһы аша күпер (≈65 м);
  • перекрёсток Р162 Княгининоға, Сергачҡа;
  • күпер Китмар йылғаһы аша күпер (≈30 м);
  • Нива;
  • күпер Сундовик йылғаһы аша күпер (≈100 м);
  • Лысково
  • күпер Валава йылғаһы аша күпер (≈90 м) Неверово йылғаһы янында;
  • Львово;
  • күпер Гремячка (Чугунка ҡушылдығы) йылғаһы аша күпер (≈200 м);
  • Воротынец;
  • күпер Семьянка йылғаһы аша күпер (≈70 м) Семьяны ауылы янында;
  • күпер Белавка йылғаһы аша күпер (≈50 м) Белавка ауылы янында;

Сыуашстан Республикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • күпер Сура йылғаһы аша күпер (≈370 м) һәм ағым ыңғайындағы 575 метр оҙонлоғондағы яңы күпер. 2012 йылда ҡулланылышҡа тапшырылған;
  • Кесе Тюмерли;
  • күпер Юнга йылғаһы аша күпер (≈40 м);
  • перекрёсток Р231 Шумерляға, Алатырға;
  • перекрёсток Моргаушиҙағы Москакасы, Козьмодемьянск;
  • Калмыково;
  • Калайкасы;
  • Чебоксары-Көнбайыш перекрёсток Урау юл;
    • Яуши;
    • перекрёсток Вурнарыға;
    • перекрёсток Богдана Хмельницкий урамы, Чебоксары-Заливта, Оло Карачуры ауылы эргәһендә;
    • перекрёсток Вурнарский шоссеһы, Чебоксары-үҙәккә, Яңы Лапсары ҡасабаһы янында;
    • перекрёсток Канашский шоссеһы, Чебоксары-Көнсығышҡа;
  • Кугеси;
  • күпер Тожанарка йылғаһы аша күпер (≈33 м);
  • күпер Большой Цивиль йылғаһы аша күпер (≈110 м);
  • Цивильск перекрёсток А151 Канашҡа, Ульяновскиға, Сызранға;
  • күпер Кесе Цивиль йылғаһы аша күпер (≈70 м);
  • перекрёсток Р174 Мариинский Посадҡа;
  • Чиричкасы;
  • Андреево-Базары;
  • күпер Урта Аниш йылғаһы аша күпер (≈265 м);
  • Емёткино;
  • күпер Аҡ Воложка йылғаһы аша күпер (≈50 м);
  • перекрёсток Козловкаға;
  • Тюрлема перекрёсток (21 км) иҫтәлекле урын Собакинские Ямы карст күлдәре[9][10];

Татарстан Республикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • перекрёсток Ҙур Ходяшево ҡасабаһы янында Түбәнге Вязовыеға;
  • Исаково;
  • күпер Свияга йылғаһы аша күпер (≈390 м);
  • иҫтәлекле урын Свияга һәм Волга йылғалары ташыуы һәм тамағы ярындағы ял итеү урыны;
  • Гаврилково;
  • күпер Сулица (Куйбышев һыу һаҡлағысы ҡушылдығы) йылғаһы аша күпер (≈72 м);
  • иҫтәлекле урын «Ҡазан» тау-саңғы комплексы;
  • перекрёсток Р241 Быуа Буинск, Ульяновск ҡалаларына;
  • Яр буйы Моркваши;
  • күпер Волга Иҙел йылғаһы аша Займищенский күпере (≈4,2 км);
  • Ҡазан перекрёсток Ҡазан ҡалаһының урау юлы;
    • Займище ҡасабаһы;
    • перекрёсток Залесный урамынан Көнбайыш Ҡазанға;
    • перекрёсток Песочный урамынан Төньяҡ Ҡазанға;
    • перекрёсток Щербаково ҡасабаһы янында Советский урамынан Төньяҡ Ҡазанға;
    • күпер Казанка йылғаһы аша күпер (≈60 м) иҫтәлекле урын Зәңгәр күлдәр (Татарстан);
    • перекрёсток Тыныслыҡ урамынан Ҡазан Үҙәгенә;
    • перекрёсток Р242 Краснокамскиға, Пермға;
    • перекрёсток Мамадыш трактынан Көнсығыш Ҡазанға;
  • Шали;
    • иҫтәлекле урын Р239 Һайыҫҡан тауына Сорочьи горы тиклем 39 км оҙолоғондағы тоташтырғыс перемычка[11];
  • күпер Шумбутка йылғаһы аша күпер (≈60 м);
  • күпер Шумбут йылғаһы аша күпер (≈77 м);
  • күпер Берһут йылғаһы аша күпер (≈80 м);
  • күпер Омарка йылғаһы аша күпер (≈50 м);
  • күпер Кирмән йылғаһы аша күпер (≈60 м);
  • перекрёсток на (4 км) Мамадыш;
  • күпер Вятка йылғаһы аша күпер (≈642 м);
  • перекрёсток иҫтәлекле урын «Түбәнге Ҡама» милли паркы;
  • E 017E 017 Алабуға Елабуга перекрёсток Р320 Ижевскиға;
  • күпер Ҡама йылғаһы аша күпер һәм дамба (≈2,8 км);
  • Яр Саллы Набережные Челны;
  • Күзембәт;
  • перекрёсток (870 м) Минзәлә;
  • күпер Минзәлә йылғаһы аша күпер һәм дамба (≈1 км);
  • күпер Ыҡ йылғаһы аша күпер (≈220 м);
  • Поисево;
  • күпер Ҡасҡын ауылы янында Базаня йылғаһы аша күпер (≈50 м);
  • Старое Байсарово перекрёсток Аҡтанышҡа;
  • күпер Сөн йылғаһы аша күпер (≈180 м);

Башҡортостан Республикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Исәмәт (Илеш районы);
  • Иҫке Күктау;
  • Үрге Йәркәй;
  • күпер Базы йылғаһы аша күпер (≈65 м);
  • Ишҡар;
  • Лаяшты;
  • Әсән (Дүртөйлө районы);
  • күпер Ҡыуаш йылғаһы аша күпер (≈80 м);
  • күпер Шыршы-Тартыш ауылы янында Һарыш (Сәрмәсән ҡушылдығы) йылғаһы аша күпер (≈100 м);
  • күпер Сәрмәсән йылғаһы аша күпер (≈100 м);
  • күпер Олдоуш йылғаһы аша күпер (≈30 м);
  • перекрёсток Кушнаренко
  • перекрёсток Кушнаренко, Саҡмағош Чекмагуш
  • перекрёсток Кушнаренко, Шишмә
  • перекрёсток Кушнаренко
  • Шәрип ауылын урап үткән яңыртып ҡоролған юл;
  • Волково;
  • перекрёсток Өфөнө урап үткән юлға Р240 (26 км) до E 30E 30М5;
  • Подымалов ауылы;
  • Вавилов ауылы (Өфө районы);
  • Уфа;
    • күпер Өфөлә [[Ағиҙел йылғаһы аша күпер (≈840 м);

Мәскәү өлкәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү, өлөшләтә Владимир өлкәләрендә маршрут Мещёра уйһыулығы һаҙлыҡтарының тигеҙлек участкаларынан үтә. Төҙөлөш һөҙөмтәһендә үҙгәргән һыу ағымы һәм юғары дымлылыҡ юл япмаһы торошона кире йоғонто яһай. 52 км-ҙан (А-107 автомобиль транспорты юл үткәргесе аҫтында) һәм йылға үҙәндәрендә һәм юл үткәргестәрҙә бик әһәмиәтле булмаған буй киҫелешле ауышлыҡтарҙан башҡа, өлкә сиктәрендәге юл планда етерлек дәрәжәлә тура.

Юл буйында светофорҙар һәм тораҡ пункттар бик күп.

Мәскәү өлкәһендә бөтөн юл дауамында юл дүрт һыҙаттан да кәм түгел (МКАД-тан ЦОВБ биҫтәһенә микрорайонына тиклем — һигеҙ, артабан Балашиханың аҙағына саҡлы (ВНИИПО биҫтәһе) — алты), һәр һыҙаттың киңлеге 3,5 метрҙан да кәм түгел. Юлдың барлыҡ участкаһы яҡшыртылған асфальт-бетон менән ҡапланған. Бик күп тиҙ йөрөшлө һәм хәүефле участкаларында юл күсәрле ҡойма менән йыһазландырылған. Күпселек күпер һәм үткәргестәрҙе капиталь. 2005—2007 йылдарҙа күп күпер һәм юл үткәргестәр буйынса капиталь эштәр үткәрелә. 2006—2008 йылдарҙа юлдың 52-се километрында юл тармағы төҙөлгән. 2008 йылдың май — июнендә 68 — 79 км участкаһы япмаһына, июнь-август айҙарында 37 — 39 км участкаһына, сентябрь-октябрҙә 86 км-ҙағы күпергә ремонт үткәрелгән. 2009 йылда 33 — 37 км-ҙағы юл япмаһына ремонт һәм күсәрле ҡойма үткәрелгән, йыл һуңында хәүефле участкаларҙа (Мәскәүҙән 34 км-ҙа һәм Мәскәүгә 67 км-ҙа) тәртип боҙоуҙы билдәләп ҡуйыу фиксация камералары ҡуйылған, 2010 йылда 39-52-се км һәм 54-70-се км участкаларында күсәрле ҡоймалар һәм Мәскәүҙең 66-сы км-да сираттағы камера стенды ҡуйылған. 2009—2011 йылдарҙа юлдың 54-се км-да юл тармағы төҙөлгән. 2011 йылда 63-67-се км-ҙа япма алмаштырыла. 2012 йылда яҡтыртыу яҡшыртыла, ваҡыт иҫәпләүсе светофор ҡуйыла. 2013 йылда 52-се км-ҙа юл үткәргес яңынан ҡорола, 31-се км-ҙа йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүеле төҙөлә. 2012—2014 йылдарҙа 84-се км-ҙа А-108 МБК менән тоташтырыусы юл тармағы төҙөлә.

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кенәз Голицин усадьбаһы — Балашихалағы Пехра-Яковлевский.
  • Кузнецы ауылындағы Сергей Федорович Панкратов йорто («Помидорлы йорт») — шәхси ижадтың үҙенсәлекле сағылышы (фотоһүрәт).
  • Юлдың 64-се километрында урынлашҡан Богослов ауылындағы Успенский ҡорамы.

Ашығыс ярҙам хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү өлкәһе сиктәрендә хәрәкәт хоҡуҡи тәртибен һәм хәүефһеҙлеген Юл-патруль хеҙмәтенең ДПС 2-се махсус полкының 5-се махсус батальоны тәьмин итә (Ногинский районы, Оло Буньков ҡасабаһы, Мәскәү — Өфө автомобиль юлының 65-се километры):

  • Дежурная часть: +7 (495) 521-18-29, 529-36-95; +7 (496) 514-70-53
  • Посты: спецпост 20-й км. +7 (495) 524-33-40; спецпост 51 км +7 (496) 511-28-42; пост ДПС 89 км +7 (496) 416-34-91

Трасса тураһында мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир өлкәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү өлкәһендәгенә ҡарағанда Владимир өлкәһендәге юлдың соҡорло-саҡырлы рельефлы булыуы (Владимир тиклем Мәскәү ҡалҡыулығы, артабан — Ока-Цнинский валы) һәм шуға ярашлы хәрәкәтте ҡыйынлаштырыусы ҙур буй тайпылыштары һәм бөгөлдәре менән айырыла.

Владимир өлкәһе сигенән (94 км) Владимирға тиклемге (170 км) юл дүрт һыҙатлы хәрәкәт участкаһынан ғибәрәт. Юлдың был өлөшөндә юл күсәре буйынса юл айырыу ҡоймаһы әлдән-әле осрай. Хәрәкәт йышлығы тәүлегенә 40 мең автомобиль тирәһе. Юлдың юғары тығыҙлығы һәм тулы тәртиптә тотолмауы (юлдан төшә башлау урындары алдынан өҫтәмә һыҙаттар һ. б.) арҡаһында унда хәрәкәт итеү көсөргәнешле һәм, бигерәк тә һауа шарттары насар булғанда, урыны менән бик хәтәр.

Функциональ яҡтан М-7 «Волга» юлына ингән Владимир ҡалаһын көньяҡтан урап үткән юл (оҙонлоғо 54 км) 0-дән 15 км-ҙағы башланғыс участкаһында хәрәкәт ике һыҙатлы. 16-сы км-ҙан 54-се км-ға саҡлы участкала айырыу һыҙаты булған дүрт һыҙатлы хәрәкәт. Урап үткән ерҙә объезд бөтә киҫелештәр ҙә төрлө кимәлдә. Түбән Новгородҡа 2001 йылда асылған Владимирҙы көньяҡтан урап үткән юлдан да, Владимир ҡалаһы аша төньяҡтан үткән иҫке трасса буйынса ла барырға була. Уның оҙонлоғо Көньяҡ урау юлынан 2 км-ға кәмерәк, ләкин хәрәкәт тығыҙ булған ваҡытта пробкалы 15 светофорға һәм 193 км-ҙан 222 км-ға саҡлы ике һыҙатлы хәрәкәткә эйә.

М7 «Волга» трассаһының Владимирҙан Иваново ҡалаһына тиклем тармаҡланышы (Суздаль аша)[12]бар.

Владимир өлкәһе буйынса артабанғы юл, тораҡ пункттарҙы алмағанда, ҡағиҙә булараҡ, юл бүлеү ҡоймаһы булған, ҡәнәғәтләнерлек полотно буйынса үтә.

Юл-патруль хеҙмәтенең төп постары: Владимирҙы төньяҡтан урап үтеү һәм Пенкино ауылы янындағы Көньяҡ урау юл тармағы, Пестово ауылы (мобиль радар/камера, ҡағиҙә булараҡ, Мәскәүҙән Түбәнге Новгород йүнәлешендәге 8-се яҡтыртыу бағанаһы артына йәшертелгән); Вязниковский районында (~ 285-се км) Коурков ауылы янындағы тимер юл аша үткән юл үткәргесе алдынан йәшертелгән тренога урынлаштырылған, Юл-патруль хеҙмәте экипажы юл үткәргестән һуң ҡаршылай. Контроль йүнәлеше үҙгәреүе бик мөмкин — ҡайһы берҙә Мәскәү яғынан, ҡайһы саҡта Түбәнге Новгород яғынан ҡаршылайҙар. Симонцево ауылында (~ 276 км) айырыу һыҙаты өҙөгөндә, ауыл уртаһындағы кафе ҡаршыһында, радар менән ике яҡты ла «сәптә тоталар».

Түбәнге Новгород өлкәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәнге Новгород өлкәһе буйынса үткән магистраль участкаһында күпселек осраҡта юл торошо һәйбәт. Полотноның киңлеге икенән дүрткә тиклем һыҙатлы (яңы урау юлда). Участканың оҙонлоғо 250 км-ға яҡын тәшкил итә.

Түбәнге Новгородты көньяҡтан урап үтеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урау юл бөтә хәүефһеҙлек һәм сифат талаптарына яуап биреүсе участка булып тора. Был башҡарыу кимәле буйынса айырыу газондары һәм ҡырҙары буйынса металл отбойниктары булған өйөм бейеклеге 12 метрҙан 22 метрға саҡлы автомагистраль[13]. Ул төҙөлөп бөтмәгән һәм Шелокша ҡасабаһы районында өҙөлөп ҡала. Автомобиль юлы Кстово — Алыҫ Константиново төбәк автомобиль юлына күсә һәм Кстово ҡалаһының урау юлына сығара, һәм ул, үҙ сиратында, был юл транспорт ағымын төп трассаға сығара.

1984 йылдан бирле Көньяҡ урау юлын төҙөү алып барыла. 16 км оҙонлоғондағы беренсе сираттағы юл оҙонлоғо М-7 трассаһын Р125 менән бәйләй. Уны төҙөү 1984 йылдан алып 1993 йылға саҡлы алып барылды һәм үҙ эсенә Ока йылғаһы аша күпер үткәүелен[14] индерҙе. Р125

2016 йылдың 14 сентябрендә хәрәкәт итеү өсөн Түбәнге Новгород урау юлының өсөнсө сираты асыла. Шулай итеп М7 федераль трассаһы транспорт транзит ағымы ҡала аша үтмәй инде.

Көньяҡ урау юлының IV сираты иң оҙон һәм ҡыйбатҡа төшкән участка буласаҡ, уның оҙонлоғо 40 км-ға яҡын тәшкил итә. Был участканы төҙөү Түбәнге Новгородты һәм Кстов ҡалаларын тулыһынса урап үтеүҙе һәм Түбәнге Новгород — Ҡаҙан участкаһында Работки — Порецкое автомобиль юлы килеп ҡушылған районда М-7 «Волга» трассаһына сығыуҙы тәьмин итә. Был этапты финанслау тулыһынса федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә ойоштороласаҡ.

Көньяҡ урау юлын 2018 йылда буласаҡ Футбол буйынса донъя чемпионатына тамамлау планлаштырыла.

Түбәнге Новгород — Сыуашстан сиге участкаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәнге Новгородтан һуң трассаны дауам һуң Ҡазан шоссеһы дауам итә һәм Волга буйы ҡалҡыулығына сыға. Рельеф һиҙелерлек үҙгәрә — бик күп текә төшөү урындары һәм текә үрҙәр башлана. Ике генә һыҙатлы һәм айырыу һыҙаты булмағанлыҡтан, юлдың был участкаһы автомобилдәр бәрелешеү хәүефенең аврийность юғары кимәлдә булыуы менән айырылып тора. Ҡатлау сифаты уртаса, 2011 йылдың июненә ҡарата мәғлүмәт буйынса, унда-бында ремонт эштәре алып барыла. Был участкалағы төп тораҡ пункттар: Кстово һәм Лысково ҡалалары, ҡала тибындағы Воротынец ҡасабаһы.

Сыуашстан Республикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сыуашстан Республикаһы территорияһындағы Горький шоссеһы тип йөрөтөлгән трасса оҙонлоғо яҡынса 160—170 км самаһы тәшкил итә. Юл түбәндәге (көнбайыштан көнсығышҡа) географик объекттар аша үтә: Сура йылғаһы, Р-231 саты персечение, Р-173 трассаһы менән киҫешкән урын, ҡала Чебоксар ҡалаһы (Сыуашстан Республикаһының баш ҡалаһы), Кугеси ҡасабаһы, Цивильск ҡалаһы, трассаһы менән киҫешкән А-151 трассаһы менән киҫешкән урын, Козловка ҡалаһы. Сыуашстандың башлыса таулы-йырынлы рельефлы булыуынан сығып ҡарағанда, магистралдең ҡайһы бер участкаларында юл япмаһы сифатын ташҡа үлсәйем, тип баһаларға була. Иң проблемалы урын береһенән 20-25 км өҫтәрәк 2010 йылдың август аҙағына ҡарата мәғлүмәт буйынса, иң проблемалы урын — Сура йылғаһы аша һалынған күперҙән яҡынса 20-25 км ара үткәндән һуң тәрән тәгәрмәс эҙе күҙәтелә. 2013 йылда Сура йылғаһы аша яңы күпер төҙөлгән һәм күпергә яҡын участкаларҙа төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Чебоксарға ингән урында автомобиль юлы ҡаланан көньяҡтараҡ үтә. Урау юлдың күп кенә ҙур юл саттарында, нигеҙҙә, көндөҙгө ваҡытта ғына эшләгән светофорҙар эше көйгә һалына.

Чебоксарҙан һуң Татарстан сигенә тиклем автомобиль юлы башлыса әленән-әле ҡыуып үтеү маҡсатында файҙаланылған урта буй юлы булған өс һыҙатлы участкалар менән сиратлашҡан ике һыҙатлы юл.

Татарстан Республикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Татарстанда Зеленодольский районында, артабан Верхнеуслонский районында ике һыҙатлы юл килә, шунан һуң Ульяновск Р241 (автомобиль юлы) боролошонда дүрт һыҙатлы юл башлана.

Волга аша һалынған күперҙе сыҡҡандан һуң, Ҡазанды урап үткән юлда трасса Казанка йылғаһын да киҫеп үтә.

Артабан юл Пестречинский районы буйлап үтә. Бында урау юлды Р-239-ға тиклем тулыһынса дүрт һыҙатлы магистралгә әйләндереп оҙонайтыу буйынса эш алып барылды. Артабан М-7, 2х2 юл форматында, Шали ҡасабаһына тиклем бара. Бында Р-239 трассаһына сығыу мөмкинлеген биргән 2 кимәлле тармаҡланыш развязка төҙөлгән. Тармаҡланыштан һуң ике һыҙатлы юл китә. Дүрт һыҙатлы юл бары 900-сө км-ҙа Рыбнослободский районына килеп ингән юлда яңынан башлана. Пестречинский районынан һуң трасса Рыбнослободский һәм Мамадыш райондары буйлап бара. Көньяҡтараҡ М-7 трассаһына теймәй үтеп китеп, Мамадышҡа төшөүгә 20-30 км ҡалғас, балыҡ баҙары булған ҙур туҡталыш урынлашҡан (ике һыҙатлы юлдар). Кирмянка йылғаһы аша һалынған күперҙән һуң трасса яңынан дүрт һыҙатлыға әйләнә, Вятка йылғаһы аша һалынған яңы күпер аша үтә һәм Алабуға районы буйлап бара. Алабуғаны урап үткән трасса ла дүрт һыҙатлы. Урау юлдан 3 км үткәс, трасса Ижевск тармағына килеп ҡушыла.

Артабан юл байтаҡ араныЯр Саллы аша үтә. Юл-патруль хеҙмәте ДПС посы контролендә торған ҡалаға инеү урыны Түбәнге Ҡама ГЭС-ы плотинаһында урынлашҡан. Яр Саллылағы Орёл ҡулсаһында трасса уңға китә. Ҡаланан сыҡҡан ерҙәге боролошта дүрт һыҙатлы юл тамамлана һәм Туҡай, ә һуңынан Минзәлә райондары буйлап бара. Көньяҡтараҡ Минзәләгә теймәй үтеп, трасса Минзәлә йылғаһы аша һалынған күперҙән уңға китә. Трасса буйлап 30 км үткәндән һуң Юл-патруль хеҙмәте ДПС осрай, ике һыҙатлы М-7 трассаһы тағы ла 30 км, Башҡортостан сигенә саҡлы, Аҡтаныш районы буйлап бара.

М-7 трассаһының Ҡазан — Яр Саллы (Мамадыш тракты) участкаһын 1-Б категорияһына күсереү эше тормошҡа ашырыла, йәғни бөтә 2 һыҙатлы участкаларҙы айырыу һыҙаттары һәм ҡаршы яҡҡа сығып китеп һуғылыуҙан һаҡларлыҡ тимер ҡоролмалар ҡуйып, 4 һыҙатлыға әйләндереп киңәйтеү эштәре тормошҡа ашырыла.

2013 йылдың 5 сентябрендә Мамадыш янындағы Вятка йылғаһы аша яңыртып ҡоролған күперҙең II сираты сафҡа индерелде. Хәҙер ике параллель күперҙә һыҙаттарҙың дөйөм һаны 4 (һәр йүнәлештә икешәр һыҙат).

2014 йылдың авгусында дүрт һыҙатлы участка (Мамадыш — Алабуға) асылды. Хәҙер 970 км-ҙан 1061 км-ға тиклемге участка тулыһынса дүрт һыҙатлыға әйләнде.

2016 йылдың аҙағына Татарстан Республикаһында хәрәкәт һыҙаттары һаны.

735—771 км. — 2 һыҙат (Савин ауылы янындағы Өфө ҡалаһына күтәрелеүсе 2-се һыҙат юлы)

771—856 км. — 4 һыҙат, шул иҫәптән Ҡазан урау автомобиль юлы участкаһы (786—829 км)

856—901 км. — 2 һыҙат, реконструкция

901—941 км. — 4 һыҙат

941—957 км. — 2 һыҙат, реконструкция

957—1061 км. — 4 һыҙат. 1040—1061 км. — Яр Саллы

1061—1169 км. — 2 һыҙат (Шишмәбаш ауылы янындағы Өфө ҡалаһына күтәрелеүсе 2-се һыҙат юлы)

Башҡортостан Республикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Трасса уба-ҡалҡыулыҡтарҙан торған урындан үтә. Трасса буйында Үрге Йәркәй, Дүртөйлө (трассанан ситтә) тораҡ пункттары урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта юл Суҡҡул (1235), Йүкәлеҡул (Дүртөйлө районы) (1239), Мәскәү (Дүртөйлө районы) (1252), Кушнаренко (1280), Шәрип (Кушнаренко районы) (1300) ауылдары аша үтмәй.

Башлыса ике һыҙатлы юлдан ғибәрәт. Кушнаренко — Өфө участкаһында 2016 йылдың ноябрендә юлды яңыртып ҡороу эштәре тамамланды: Шәрип ауылын урап үткән 20 км юлға Кушнаренко ауылы эргәһендәге 20 км-лы (1270—1290 км) урау юл өҫтәлде. 2013 йылдың июлендә Кушнаренко районы сигенән Өфөнө көнбайыштан урап үткән юлды (1310—1321 км) киңәйтеү эштәре башланды.

Трасса Өфө ҡалаһының 2011 йылда трасса буйлап бер нисә километрға һуҙылып урынлашҡан Затон биҫтәһенә килеп ингән урында тамамлана. Магистралдең дауамы булған был районды урап үтеүсе юлдың беренсе сираты 2011 йылда асыла һәм Затон күпере алдында тамамлана. Төҙөлөштөң икенсе сираты 2014 йылдың 2 ноябрендә асыла. 2016 йылдың 7 октябрендә икенсе Затон күпере сафҡа индерелә. Шулай итеп, иҫке күпер аша ҡаланан сығыу, ә яңы күпер аша ҡалаға инеү ойошторолған. Өфөгә етер алдынан транзит транспорттың күп өлөшө Подымалов ауылы янындағы тармаҡланышҡа һәм артабан Өфө ҡалаһын көнбайыштан урап үткән юл аша М-5 Урал магистраленә барып сыға. 1990-сы йылдарҙа Магнитогорск һәм Ырымбур яғына барған транзит автомобиль транспорты өсөн Өфөнөң урау автомобиль юлын, Өфө — Өфө (аэропорт) трассаһына һуғылмайынса, Жуков (Өфө районы), Таптыҡ (Башҡортостан) һәм Берёзовка (Өфө районы) ауылдарынан Булгаков (Башҡортостан) ауылына саҡлы оҙайтыу планы ниәт ителгән булған.

2016 йылдың аҙағына Башҡортостан Республикаһында автомобиль хәрәкәте һыҙаттарының һаны

1169—1270 км — ике һыҙат (Шыршы-Тартыш ауылы янында Өфө ҡалаһына күтәрелеүсе икенсе һыҙат)

1270—1310 км — дүрт һыҙат (Кушнаренко һәм Шәрипте урап үтеү юлдары)

1310—1321 км — ике һыҙат, реконструкция

1321—1331 км — ике һыҙат

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 2018 йыл 21 июнь [https://web.archive.org/web/20180621221346/http://www.unece.org/trans/main/eatl/img/eatl_e-roads.pdf архивланған. 2018 йыл 21 июнь архивланған. 2018 йыл 21 июнь архивланған. 2018 йыл 21 июнь архивланған. United Nations Economic Commission for Europe (UNECE) E-ROAD Network in Caucasus and Central Asia (инг.)(инг.)]
  2. Открытое Акционнерное Общество «Дорожное эксплуатационное предприятие № 7». Страничка истории дорог России
  3. Федеральное казенное учреждение «Управление федеральных автомобильных дорог „Прикамье“ Федерального дорожного агентства» (ФКУ Упрдор «Прикамье») История Управления 2017 йыл 3 август архивланған.
  4. Газета Республика Татарстан. Дороги, которые нас выбирают 2017 йыл 3 август архивланған.
  5. Трасса-М7 «Волга» Москва — Нижний Новгород — Казань — Уфа 2017 йыл 1 февраль архивланған.
  6. Новый мост через Суру сделает трассу М7 дорогой без пробок
  7. Федеральное управление автомобильных дорог «Приуралье» 2011 йыл 22 ноябрь архивланған.
  8. Освящен киот на границе Нижегородской и Владимирской областей
  9. Собакинские Ямы — природный памятник Республики Татарстан
  10. Карстовые озера Собакинские Ямы на трассе М7 со спутника
  11. Начало: 49.701652, 55.673897 Конец: 49.935807, 55.382194
  12. Трасса М7 "Волга" на карте. www.rudorogi.ru. Дата обращения: 28 декабрь 2016. 2016 йыл 29 декабрь архивланған.
  13. Дорога на века. В строительстве южного обхода г.Нижнего Новгорода применяются новейшие технологии. СМИ о нас. ГУ "ГУСАД НО". Дата обращения: 15 июнь 2010.
  14. В. П. Шанцев: «МЫ МОЖЕМ ВЕРНУТЬ НИЖЕГОРОДСКОЙ ЗЕМЛЕ СТАТУС ГЛАВНОЙ ТОРГОВОЙ ЗЕМЛИ В РОССИИ». Обзор цен (12 июнь 2010). Дата обращения: 12 июнь 2010. Архивировано 22 февраль 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]