Волгодонск (аэропорт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волгодонск

Аэровокзал бинаһы. Хәҙерге торошо
Ил:
Регион:
Рәсәй
Ростов өлкәһе
Төр: граждандар
ИКАО коды:
ИАТА коды:
УРРЯ (URRQ)
VLK
Бейеклеге:
Координаттар:
+84 м
47°40′56″ с. ш. 42°04′31″ в. д.HGЯO
Урындағы ваҡыт: UTC +4
Эш ваҡыты: тәүлектең яҡты ваҡыты
Сайт:


Осоп-ултырыу юлдар(ОУЮ)
Һан Ҙурлығыы Япма
09/27 2200х42 м асфальт
Проект:Авиация

Волгодонск — Ростов өлкәһе Волгодонск ҡалаһының элекке аэропорты. Волгодонск ҡалаһынан туғыҙ саҡрым төньяҡ-көнбайышта, Цимлянск ҡалаһының төньяҡ ситендә урынлашҡан.

В класлы "Волгодонск" аэродромы ошондай самолеттарҙы: төрлө вертолеттар, ТУ-134, Як −4 самолеттарын — ҡабул итә алған.

«Волгодонск» аэропорты Цимлян районы территорияһында урынлашҡан. Волгодонск менән Дондағы Ростов араһында авиа бәйләнеш 1971 йылдың 25 майында башлана. Самолет Як-40 тәүлегенә өс тапҡыр Волгодонскиға осҡан. В класлы аэродром проект буйынса ТУ-134 һәм Як-42 самолеттарын ҡабул итергә һәләтле булған. Атап әйткәндә, 70-се йылдарҙа ТУ-134 самолеты Мәскәүҙән даими рейстар башҡарған. Илдә башланған иҡтисади көрсөк ваҡытында осоштар туҡталып ҡала. 90-сы йылдар аҙағында осоштар яңынан башлана, әммә аэропорт реконструкциялауға мохтаж була, ә бының өсөн аҡса табылмай 2010 йылда "Волгодонск" аэродромы граждандар аэропорттары дәүләт реестрынан сығарылған, сөнки ул билдәләнгән тәртиптә сертификация үтә алмай. Шунлыҡтан дәүләт регистрация таныҡлығы көсөн юғалта һәм аэродромдың эксплуатацияға яраҡһыҙлығы таныла. Аэродром авиация эштәре алып барыусы аэродромдар разрядына күсерелә[1].

2017 йылда Дондағы Ростовта Көньяҡ аэропортын эксплуатацияға тапшырғандан һуң аэропорт «2030 йылға тиклем Ростов өлкәһе территорияһында бәләкәй авиацияны үҫтереү концепцияһы» планы буйынса реконструкцияланырға тейеш. Бындай эштән һуң аэропорт SSJ 100 һәм Boeing 737 (ауырлығы буйынса сикләүле) самолеттарын ҡабул итергә һәләтле буласаҡ.

Әлеге ваҡытта аэродром пассажирҙар ташыуҙы тәьмин итеү өсөн яраҡлы түгел. Ул самолеттар ултыртыу майҙаны һәм авиация эштәре алып барыу өсөн файҙаланыла.

Перспективалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ростов өлкәһенең 2020 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеше һәм Дон хөкүмәтенең 2030 йылға тиклем транспорт комплексының үҫеш стратегияһы "Ростов өлкәһендә бәләкәй авиацияны үҫтереү концепцияһы" сиктәрендә 2017 йылда Батайск янындағы Көньяҡ аэропорты сафҡа индерелгәндән һуң «Волгодонск» аэропортын реконструкциялау планлаштырылған[2][3][4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оживут ли аэропорты области(недоступная ссылка) (телевизионный репортаж)