Эстәлеккә күсергә

Волкац Дина Соломоновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волкац Дина Соломоновна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 апрель 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Полтава, Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 10 ноябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Мазовер, Александр Павлович[d]
Һөнәр төрө кинолог, фотограф
Уҡыу йорто Красная звезда[d]
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Калининский фронт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Волкац Дина Соломоновна Викимилектә

Дина Соломоновна Волкац (Волканц[1]; 1920, Полтава, Полтава өлкәһе[2] — 1985 йылдан һуң, Мәскәү) Бөйөк Ватан һуғышында ҡтанашыусы, эттәрҙе ҙерләү буйынса белгес (миналар эҙләү хеҙмәте). Һуғыш ваҡытында был хеҙмәттә командир вазифаһын биләгән беренсе һәм берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ[3]. Ҡыҙыл Армияла беренсе диверсант эт Динаны әҙерләүгә өлгәшә[4]. Дина Волкацтың шәхси эте мина эҙләүсе Джульбарс була.

Иренең — билдәле кинолог А.П.Мазоверҙың (1905—1981) бөтә китаптарының фотографы була. 2010 йылда Светлана Гладыштың «Гражданская специальность — актриса» китабы — Дина Соломоновна Волкацтың биографияһы сыға.

Дина Волкац 1920 йылда Полтавала тыуған. Харьковта хеҙмәт эттәре буйынса хәрби инструктор һөнәрен ала, һуңынан Харьков театр училищеһеның икенсе курсы өсөн имтихандар тапшыра. 1941 йылдың июлендә театрҙан китә, Малиновкала 9-сы армия отрядына саҡырылва. Танктарҙың эт-истребителдәре отрядында һуғыша, «Ҡыҙыл Йондоҙ» хәрби эттәр аҫраусылыҡтың Үҙәк мәктәбендә уҡый, унда үҙенә шәхси эт — Джульбарсты һайлай. 1943 йылдың майында «Ҡыҙыл йондоҙҙа» уҡыуҙы тамамлағандан һуң, Калинин фронтына китә. Хәрби техник Волкацты минаһыҙлатыуҙың 37-се айырым батальонының дрессировкалаусы-минерҙар взводы командиры итеп тәғәйенләйҙәр.

Ошонда уҡ, фронтта, Дина Волкац минаһыҙлатыуҙың 37-се айырым батальоны командиры Александр Мазоверға кейәүгә сыға.

«Тәрәндә ятҡан миналарҙы һәм тарттырғыс ғәмәлдәге миналарҙы эҙләү буйынса» мина эҙләүсе эттәрҙе әҙерләүе өсөн взвод командиры Волкац Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә (1944)[2].

Динаның шәхси эте Джульбарс була. Ул уны хәрби эттәр аҫраусылыҡ мәктәбендә уҡыған сағында һайлап ала. Уның был һайлауына бүлек начальнигы былай тип һорай:

« һәйбәтерәк эт һайлап булмай инеме. Ниндәй билдәләренә ҡарап уны һайланығыҙ?

-Күҙҙәренә ҡарап

»

Дина Волкац беренсе диверсант этте, Динаны, үҙе өйрәтә[5]. Овчарка Дина Белоруссияла рельс һуғышында шартлатҡыстар менән йөктө туранан -тура паровоз тәгәрмәстәре аҫтына һөйрәп индерә, шулай итеп дошман эшелонын яр аҫтына ебәрә. Шунан эт инструкторына әйләнеп ҡайта.

  • Светлана Гладыш, «Гражданская специальность — актриса»
  • «Минно-розыскные собаки на фронтах Великой Отечественной войны»
  • Ф. М. Лужков, «Служебные собаки и их применение»
  • «Твой друг». Сборник по собаководству (составитель — К. Б. Глиер)
  • Собаки на фронтах Великой Отечественной / Гладыш С.Д. — М. : Кучково поле, 2012. — ISBN 978-5-9950-0235-2.