Волкова Любовь Григорьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Волкова Любовь Григорьевна1927 йылдың 17 июле, Ярославль өлкәһе, Тутаев ҡалаһы, РСФСР, СССР) —  Яңы- Өфө нефть эшкәртеү заводының ҡулайламалар начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. 

Хеҙмәт һәм тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 1927 йыл 17 июлендә Ярославль өлкәһенең Тутаев ҡалаһында тыуған. 1962 йылда  Өфө нефть институтын тамамлаған.

1945 йылда Ярославль нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.  Һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, ошо уҡ предприятиела оператор булып эшләй. 1954 й. —  Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводында өлкән оператор.

1959 йылдың 21 декабрендә Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводы  продукция сығарыу буйынса ете йыллыҡ дәүләт планының тәүге йылын  үтәй (1959-1965). Эшселәрҙең һәм инженер-техник  хеҙмәткәрҙәрҙең техник прогресс  өсөн көрәштә ижади әүҙемлеге, предприятиены яңыртып ҡорроу  нефть эшкәртеү ҡорамалдарының ҡеүәтен ярты миллион тоннанан ашыуға арттырырға мөмкинлек бирә. Былар бөтәһе лә тауар һатыуҙан планға ҡарағанда 26 миллион һумға күберәк табыш алыуға булышлыҡ итә. 22, 23, 27-се цех хеҙмәткәрҙәре план күрһәткестәрен үтәүгә тос өлөш индерә.  Л.Г. Волкова эшләгән, контактлы  май таҙартыу ҡоролмаларының 27-се цех коллективы пландан тыш 30 мең тоннаға яҡын продукция бирә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң  50 йыллығы айҡанлы, айырыуса емешле хеҙмәте һәм ҡаҙаныштарыңң, йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн 1960 йылдың 7 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Л. Г. Волковаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1965-1994 йй.  Яңы- Өфө нефть эшкәртеү заводында  ҡулайламалар начальнигы булып эшләй.

Ленин (1960)  һәм "Почет билдәһе" (1959) ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй .

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960)
  • Ленин ордены менән бүләкләнгән (1960)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с.: ил. — ISBN 978-5-295-05228-6. 
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. − Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — 624 с. ISBN 5-88185-062-9

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Каргапольцев. Волкова, Любовь Григорьевна. Сайт «Герои страны». Проверено 9 июля 2016.