Волнин Александр Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Волнин Александр Константинович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 25 август 1872({{padleft:1872|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ярославль губернаһы[d]
Вафат булған көнө 1942
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто В. Г. Короленко исемендәге Полтава милли педагогия университеты[d]
Ғилми дәрәжә кандидат богословия[d]

Волнин Александр Константинович (1872 йыл1942 йыл) — рус яҙыусыһы, педагог һәм тарихсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1940); Полтава уҡытыусылар институтының ойоштороусыһы һәм беренсе директоры[1] (хәҙер В.Г. Короленко исемендәге Полтава милли педагогия университетының Г. Короленко).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Волнин Александр Константинович 1872 йылдың 25 авгусында Ярослав губернаһының Ростов ҡалаһында Борисоглеб сиркәүенең руханийы ғаиләһендә тыуған[2][3]

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1887 йылда Ростов дини училищеһын, 1893 йылда Ярославль дини семинарияны, 1897 йылда Мәскәү дини академияһын (дини тәғлимәт кандидаты һәм хоҡуҡ магистранты дәрәжәһе менән) тамамлай. «Мессия по изображению пророка Исаии» (Киев, 1908) темаһына магистр диссертацияһын (кандидатлыҡ әҫәренә өҫтәмәһен) 1911 йылдың ғинуарында яҡлай.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1897—1898 йылдарҙа Александр Волнин Ростов-Дмитриев дин училищеһында уҡытыусы булып эшләй, 1898—1900 йылдарҙа Псков дини семинарияһында догматик һәм әхлаҡи дини тәғлимәтте уҡыта, 1900 йылдан Киев дини семинарияла уҡыта. 1910 йылда ул Н.В. Гоголь исемендәге Бөйөк Сорочинцы (Полтава губернаһы Миргород өйәҙе) уҡытыусылар семинарияһының директоры була. 1914—1917 йылдарҙа Александр Константинович Волнин был Полтава уҡытыусылар институтының директоры була, унда статский советник дәрәжәһендә педагогика һәм логиканы уҡыта. Был институтта Антон Семенович Макаренко уҡыған, ул һуңынан А. К. Волнин тураһында былай тип әйтә:[4]

«… Ул һәр ваҡытта ысын кеше булды һәм … беҙҙә иң яҡшы кешелекле ынтылыштар тәрбиәләне»

1917 йылдың июлендә Халыҡ мәғарифы Министрлығы Новониколаевский уҡытыусылар институтын (Томск губернаһы Новониколаевск ҡалаһы, Нофо-Николаевский өйәҙе) ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуя. Александр Волнин етәкселегендә 1917 йылдың октябрендә ул асыла.[2] . Бында ул күпмелер ваҡыт Октябрь революцияһынан һуң 1920 йылда институтты бөтөргәнгә тиклем логика, психология һәм педагогика уҡытыусыһы булып эшләп өлгөрә

1921—1925 йылдарҙа В.И. Ленин исемендәге Вятка педагогия институтында (хәҙер Вятка дәүләт гуманитар университеты) уҡытыусы булып эшләй, шунда педагогика һәм психология кафедраһына нигеҙ һала. 1925 йылда Вяткала сыҡҡан «Путь просвещения» журналының мөхәрририәт секретары була (мөхәррире Н. А. Дернов).

1925 йылда Мәскәүгә күсеп килә һәм Н.К. Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә академияһының эшселәр факультетында уҡыта. Төньяҡ тимер юлдар идаралығының мәғариф бүлеге менән етәкселек итә. 1927 йылдан Ярослав тимер юлының 1-се мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы була[2].

1942 йылда Мәскәүҙә вафат була. Дон монастыры зыяратында ерләнгән.

Лидия Дамиановнға өйләнә (ҡыҙ фамилияһы Макаровская). Ғаиләлә улдары Борис (1906) һәм Алексей (1909), шулай уҡ ҡыҙҙары Наталья (1912) тыуа.

Рәсәй империяһы наградалары бар: II һәм III дәрәжәлә Изге Анна һәм Изге Станислав ордендары 1940 йылдың 6 сентябрь уға беренсе 25 иҫәбендә РСФСР -ҙың Атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелә.

Мәскәүҙең Үҙәк тарихи архивында студент А.К. Волниндың шәхси эше бар (Ф. 229. Оп. 4. Док. 771).[3]

Александр Константинович Волнин бер нисә эш авторы, улар араһында:

  • Народные воззрения на святых и на церковные праздники с точки зрения христианского учения о почитании святых и праздников. 1904.
  • Об отношении русского народа к войне. 1905.
  • Христианское учение о благотворительности и современные стремления к равномерному распределению благ земных. 1907.
  • Мессия по изображению пророка Исаии. 1908.
  • Святитель Димитрий, митрополит Ростовский. 1909.
  • Учащие и учащиеся на торжестве открытия памятника Н. В. Гоголю в м. Сорочинцах 28 августа 1911. 1912.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Год Б., Єрмак О., Киридон П. Полтавський державний педагогічний університет імені В. Г. Короленка: Історія і сучасність. — Полтава, 2009. — С. 6
  2. 2,0 2,1 2,2 Волнин Александр Константинович
  3. 3,0 3,1 Во́лнин Александр Константинович
  4. Киридон А. М., Киридон П. В. Волнін Олександр Костянтинович // Історія Полтавського педагогічного інституту в особах. Матеріали конференції, присвяченої 80-річному ювілею інституту. — Полтава: Кларисса, 1995. — С.10-12.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]