Волошина Мария Ермолаевна
Волошина Мария Ермолаевна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 1926 |
Тыуған урыны |
Байкал аръяғы крайы, Рәсәй СССР |
Вафат булған көнө | 1979 |
Вафат булған урыны | Байкал аръяғы крайы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мария Ермолаевна Волошина (1926 — 1979) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Чита өлкәһе Улетовский районының «Берекмә» колхозы һауынсыһы , Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мария Ермолаевна Волошина 1926 йылда Байкал аръяғы крайының Улетовский районы Николаев ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1942 йылда "Берекмә" колхозының трактор бригадаһында учетчик-заправкасы булып эшләй. 1945 йылдан тракторсы булып эшләй. 1948 йылда малсылыҡ фермаһына һауынсы булып эшкә килә. Ул эште бик тиҙ үҙләштерә һәм тиҙҙән производство алдынғыһы булып китә.
Етенсе биш йыллыҡ һөҙөмтәһе буйынса планлы күрһәткестәрен ул ваҡытынан алда үтәй һәм социалистик ярыш еңеүсеһе була[1].
СССР Юғары Совет Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне һәм малсылыҡтағы юғары күрһәткестәре өсөн Мария Ермолаевна Волошинаға Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә
Артабан тыуған колхозында эшләүен дауам итә.
Тыуған ауылында йәшәй. 1979 йылда вафат була.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (22.03.1966)
- Ленин ордены (22.03.1966)
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Энциклопедия Забайкалья . encycl.chita.ru. Дата обращения: 9 март 2020.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Волошина Мария Ермолаевна . «Герои страны» сайты.